» » Сәсеү тамамлана

Сәсеү тамамлана08.06.2015

Сәсеү тамамланаРайонда сәсеү кампанияһы тамамланыуға бара. Ҡайһы бер хужалыҡтар бөртөклө культураларҙы сәсеп бөттө, йылы яратыусы ҡарабойҙай, кукурузға, судан үләненә сират етте. Ауыл хужалығы бүлегенеœ баш агрономы Арслан Шәғәретдинов әйтеүенсә, яҙғы сәсеү ошо көндәрҙә тамамланырға тейеш. Яҙғы баҫыу эштәренә һабантуйҙа йомғаҡ яһаласаҡ. Сәсеү кампанияһы 21,6 мең гектар майҙанда уҙғарыла.
Илдәге иҡтисади ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, сәсеү майҙандары кәметелмәне. Киреһенсә, ҡайһы бер хужалыҡтар баҫыуҙарын ҙурайттылар. Мәҫәлән, Илсеғол биләмәһендәге «Авангард» йәмғиәте 257 гектарға иген культуралары сәсте, картуф баҫыуын 30 гектарҙан 60 гектарға арттырҙы, йәмғиәт кишер, сөгөлдөр үҫтереү менән дә шөғөлләнә. Хужалыҡ Сорғот ҡалаһы менән хеҙмәттәшлек итә,етештергән продукцияһын Ханты-Манси округында һатырға ниәтләй. «Байрамғол» агрофирмаһының сәсеү майҙаны 6160 гектарҙы биләй. Хужалыҡ әле кукуруз сәсергә төшкән. Быйыл агрофирма ике сәсеү комплексы һатып алған, яңы техника менән барлыҡ агротехнологияларҙы ла теүәл үтәгәндә, яҡшы уңышҡа өмөт итергә нигеҙ бар. «Күмәс» йәмғиәте ерҙәрен 3,5 тапҡырға арттырған, быйыл сәсеүҙе 1380 гектарҙа уҙғарғандар.
Районыбыҙҙа ғына түгел, республикала алдынғыларҙан һаналған «Юлдаш» йәмғиәтендә һуңғы гектарҙар сәселә. Хужалыҡтағы эштәр менән яҡындан танышырға булдыҡ.
Ожмахты күрәһегеҙ килһә, «Юлдаш» йәмғиәтенең йылҡысылыҡ йәйләүенә барығыҙ, тип әйтер инем кешеләргә. Эш сәфәремдә тәбиғәтебеҙҙең хозурлығына тағы бер хайран ҡалып ҡайттым. Борон ата-бабаларыбыҙ тирмә ҡороп, белмәй йәйләүгә сыҡмағандар икән. Фермаға килгәс, бер ыңғайы ҡымыҙсыларҙың хәлен белешеп сыšтыҡ. Бейәләрҙе 12 майҙа бәйләй башлағандар, көнөнә 4 тапҡыр һауып, 4 центнер ҡымыҙ етештерәләр. Ҡул менән һаумайҙар, хужалыҡ етәксеһе Ғәли Сибәғәтуллин ҡыҙҙарҙың эшен еңеләйтеп, бер-нисә йыл элек махсус аппараттар алып ҡуйҙы. Ҡымыҙ әҙерләү технологияһын да техник йәһәттән камиллаштырған. Ғөмүмән, ҡымыҙ эшләү өсөн бар уңайлыҡтар ҙа бар бында. Хужалыҡ етәксеһен маҡтап бөтә алмай эшселәр.
- Ғәли Шәүкәт улы булған ерҙә эш һәр ваҡыт яҡшы бара, күҙ тейеп ҡуймаһын. Уның кеүек етәксе республикала юҡтыр, моғайын, - тиҙәр ҡымыҙ эшләүсе ҡыҙҙар. Бейәләрҙе Рәйхана Исхаҡова, Зөлфиә Абдрафиғина, Азалия Хамматова һауа. Оҫта ҡымыҙсы Лилиә Лоҡманова ярҙамсыһы Гөлназ Мөхәмәтрәхимова менән шифалы эсемлекте әҙерләй, пластик һауыттарға тултыра. Тәнгә сихәт, йәнгә дауа ҡымыҙҙы ауыҙ итеп, баҫыусылар эргәһенә йүнәләбеҙ. Ямғырҙан һуң үлән күҙгә күренеп күтәрелгән. Йәмғиәттең ужым арышы һәйбәт ҡышлаған, әле күкрәп күтәрелеп киләләр. Ерҙәрен ваҡытында эшкәртеүҙәренеœ, минераль ашламалар индереүҙең, химик эшкәртеүҙең һөҙөмтәһе бар, баҫыуҙарында бер сүп әҫәре юҡ, тиһәң дә була.
Күп тә бармай, баҫыу ситендә тракторы менән булышҡан механизатор эргәһенә туҡтайбыҙ. Райондың алдынғы комбайнсыһы Фәнүз Шәйәхмәтов үҙе булып сыҡты. Оҙаҡ йылдар «Урал арты» МТС-ында эшләгәндән һуң, былтыр «Юлдаш» йәмғиәтенә механизатор булып эшкә килгән. Әле «Кейс» тракторында баҫыуҙы дискалап йөрөй. Беҙҙең менән оҙаҡ һөйләшеп торманы. Ваҡыттың тығыҙлығына һылтанып, тиҙ генә тәгәрмәсен алмаштырҙы ла эшенә тотондо. Күп тә үтмәне, баҫыуҙа сәскес таҡҡан МТЗ тракторы күренде. Ураҙ ауылы егете Илшат Ҡотлоәхмәтов үлән сәсә, уның артынса Алексей Мартымьянов сәселгән майҙандарҙы иһә тракторы менән катоклап йөрөй.
- Ерҙә дым бар, шуға ла өлгөрөп ҡалырға кәрәк. Әҙерәк һоло сәсергә ҡалған, унан ҡарабойҙайға төшәсәкбеҙ, - ти егет. Бер аҙ барғас, ҡаршыбыҙға «Нива» машинаһы сыҡты. Йәмғиәттең управляющийы Искәндәр Туҡтанов механизаторҙарға төшкө аш алып китеп бара. Искәндәр Усман улынан сәсеү кампанияһының барышы менән ҡыҙыҡһынам. Хужалыҡтыœ баҫыу´арына иген культуралары, күп йыллыҡ үләндәр, техник культуралар сәселә, ҡышҡылыҡҡа етерлек күләмдә аҙыҡ әҙерләнә. 209 гектарҙа бойҙай, 181 гектарҙа һоло сәселгән. Ҡарабойҙай 200 гектарҙы биләйәсәк. Ужым арышы 200 гектарҙа сәселгән.
- Сәсеүҙе күптән тамамлар инек, ямғырҙар ҡамасауланы. Әле аяҙ көндөң сәғәтен, минутын файҙаланып ҡалырға тырышабыҙ. Сәскәндә сәғәте генә түгел, минуты ла ҡәҙерле шул, - ти Искәндәр Туҡтанов.
Эш кешеһенең эшен оҙаҡ бүлдерергә ҡыйманыҡ, һаубуллаштыҡ та ҡайтыу яғына йүнәлдек. Был тарафтарға юл төшөр әле, ҡыр эштәре яңы башлана ғына.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Агроконференция үттеАгроконференция үтте
Һәр йылдағыса, баҫыу эштәренә ныҡлап тотонор алдынан район агрономдар конференцияһы уҙғарылды. Ауыл хужалығы бүлегенеœ баш агрономы Арслан... Тотош уҡырға
Мал аҙығы әҙерләү ҡыҙаМал аҙығы әҙерләү ҡыҙа
Район хужалыҡтары мал аҙығы әҙерләүгә ең һыҙғанып тотонған. Ауыл хужалығы бүлегенән алған мәғлүмәттәр буйынса, әлеге мәлдә 11300 тонна бесән өйөлгән,... Тотош уҡырға
Баҫыу эштәре тынмайБаҫыу эштәре тынмай
Яҙҙың һуңлап килеүе арҡаһында хужалыҡтар сәсеүгә бер аҙ һуңыраҡ төштө. Шулай ҙа баҫыу эштәрен улар ваҡытында атҡарып сыға алдылар. Тиҙ арала... Тотош уҡырға
Бурыстар билдәләндеБурыстар билдәләнде
Уҙған аҙнала төбәгебеҙгә эш сәфәре менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаев килеп ҡайтты. Уны ауыл хужалығы министры... Тотош уҡырға
Уңышҡа ныҡлы нигеҙУңышҡа ныҡлы нигеҙ
Яҙ ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн иң тынғыһыҙ миҙгелдәрҙең береһе. Ҡыҙыу баҫыу эштәренә лә күп ҡалманы. Әлеге ваҡытта хужалыҡтар техникаларын... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.