» » Изге бурыс үтәйҙәр

Изге бурыс үтәйҙәр15.06.2015

 Изге бурыс үтәйҙәрҠала-районыбыҙҙа социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә 497 кеше эшләй. 9 июнь көнө район хакимиәтендә байрам уңайынан тантаналы ултырыш үтте.
- Бөгөн беҙ ярҙамға һәм күңел йылыһына мохтаж булғандарҙы бағыу кеүек мөһим, яуаплы бурыстарҙы үҙ иңенә алған һөнәр эйәләрен тәбрикләйбеҙ. Әйтергә кәрәк, был өлкәлә осраҡлы кешеләр юҡ. Бар булмышы менән ярҙамсыл, изгелекле, миһырбанлы кешеләр генә эшләй ала бында, - тине үҙенең сығышында район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко.
Был көндө иң яҡшы социаль хеҙмәткәрҙәрҙе билдәләп Хөрмәт грамоталары тапшырылды. РФ Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының Хөрмәт грамотаһына Учалы психоневрология интернатының фельдшер-лаборанты Вера Кожевникова лайыҡ булды. Тармаҡтың 12 хеҙмәткәре БР Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының Хөрмәт грамотаһы һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Эшенә яуаплы ҡарағандары һәм фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн 17 социаль хеҙмәткәргә район хакимиәтенең Хөрмәт грамоталары тапшырылды.

Сараға Илсе ауылынан Зөлфиә Хәлилова ла килгән. Ҡатын социаль хеҙмәткәр булып 20 йыл эшләй. Уның яуаплылығында 12 кеше. Ялсығолдан Фәниә Ильясова өс ауылды хеҙмәтләндерә, ул 12 әбейҙе ҡарай, биш бала әсәһе. Комсомольскийҙан Айгөл Булатова, Анфиса Йосопова, Туңғатарҙан Ләйлә Ельчибаеваларҙың да эш стажы ике тиҫтәгә яҡын. Бөгөн был ҡатындар районда өлгөр, уңған социаль хеҙмәткәрҙәрҙән һанала.
«Беҙҙең өлкәлә осраҡлы кешеләр эшләргә тейеш түгел», - ти халыҡҡа социаль хеҙмәт күрһәтеү комплекслы үҙәгенең бүлек етәксеһе Лариса Сәлихова. «Барыһы ла тырыш, уңған, береһенә лә һүҙ тейҙерерлек түгел. Яуаплылыҡтары ҙур, әммә эш хаҡтарының түбән булыуы кәйефте ҡыра. Киләсәктә был мәсьәлә ыңғай хәл ителер моғайын», - тине Лариса Абдулла ҡыҙы.
Сәфәр ауылынан Нәсимә Ғилманованың ун һигеҙ йыл социаль өлкәләге тырышлығы бөгөн БР Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының Хөрмәт грамотаһы менән баһаланды. Ҡарауһыҙ ҡалған ололарға ярҙамға ул 1997 йылдан алып йөрөй.
- Тәүҙә Первомай ауылына барып әбейҙәр ҡараным. Тормош иптәшемә ҙур рәхмәтлемен, һәр ваҡыт терәк булды, ҡышын-йәйен мотоциклы менән эшемә йөрөттө. Балалар ҙа хәлдәренән килгәнсе ярҙамлаша торғайнылар. Бөгөн минең ҡарамаҡта Сәфәр ауылынан оло йәштәге 12 әбей. Етенсе-һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлаған апайҙарҙың барыһының да балалары бар, әммә улар ситтә төпләнгән йә үҙҙәре пенсионерҙар. Көн һайын ҡайтып, әсәйҙәренә ярҙам күрһәтеп торорлоҡ мөмкинлектәре юҡ. Минең төп эшем иҙән йыуыу, йортто тәртипкә килтереү, һыу ташыу. Шулай ҙа ололарға, йорт эштәренән бигерәк, аралашыу мөһимдер, тип уйлайым. Килгәнемде көтөп кенә торалар, аһ-зарҙарын да, ҡыуаныстарын да еткерәләр. Саҡырһалар, шундуҡ барырға тырышам, ваҡыт менән дә иҫәпләшмәйем. Хәл-әхүәлдәрен белешеп, һүҙ араһында эшемде лә теүәлләп ҡайтып китәм, - ти Нәсимә Ғилманова.
Социаль хеҙ-мәткәрҙәрҙең артабан да эштәрендә уңыштар, ҡыуаныстар ғына юлдаш булһын. Ололарҙың терәк-таянысы бит улар.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Йылы һүҙ - йән аҙығыЙылы һүҙ - йән аҙығы
Бөгөн ауылдарҙа ярҙамға мохтаж оло йәштәгеләрҙең һаны көндән-көн арта. Әлбиттә, етенсе-һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлағандарҙың барыһының да балалары бар... Тотош уҡырға
Хәстәрлекле булайыҡХәстәрлекле булайыҡ
Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы эшмәкәрлегендә оло кешеләрҙең проблемаларын хәл итеү өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙән иҫәпләнә һәм был эш «Һуғыш,... Тотош уҡырға
Шәфҡәт өләшеүселәрШәфҡәт өләшеүселәр
Ихлас йөрәктән кешегә ярҙам итеү үҙ күңелеңә лә кинәнес өҫтәй. Ә социаль хеҙмәткәрҙәр өсөн башҡаларға изгелек ҡылыу һөнәрҙәре тарафынан билдәләнгән.... Тотош уҡырға
Алдан яҙылығыҙАлдан яҙылығыҙ
Белорет ҡалаһы һәм районындағы халыҡты социаль хеҙмәтләндереү республика үҙәге филиалының Учалы ҡалаһы һәм районындағы бүлеге граждандарҙы алдан... Тотош уҡырға
Сетерекле мәсьәләСетерекле мәсьәлә
Муниципаль район хакимиәтендә ветерандар эштәре буйынса Координация советы ултырышы үтте. Кәңәшмәлә хакимиәт башлығының социаль сәйәсәт буйынса... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.