» » Сенаж һалына башланы

Сенаж һалына башланы30.06.2015

Сенаж һалына башланыРайон хужалыҡтары дәррәү мал аҙығын әҙерләүгә тотондолар. Иң беренселәрҙән булып «Байрамғол» агрофирмаһы кәзә үләне сабырға төштө, уның артынса «Садиҡов», «Прогресс», «Шәрипов» крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, «Юрға», «Күмәс» йәмғиәттәре ҡуҙғалды. Аграрийҙарға быйыл 10 мең гектарҙа үлән сабып 6900 тонна бесән, 40 мең тонна сенаж һәм 11500 тонна силос әҙерләү бурысы тора.

- Кәзә үләне өлгөргән, уны сәскә атмаҫтан алда йыйып алырға кәрәк. Юғиһә, сифатын юғалта, гектар көсө 50-60 центнер тәшкил итә. Көндәр һәйбәт торһа, ҡоролоҡ булмаһа, бер миҙгелдә кәзә үләнен тағы ла бер тапҡыр йыйып алырға ниәтләйбеҙ, - ти ауыл хужалығы бүлегенең баш агрономы Арслан Шәғәретдинов. «Байрамғол» агрофирмаһы менән «Юрға» йәмғиәте эште тиҙләткән, сенаждан тыш күстерәне сабып бесәнгә өйөү менән мәшғүлдәр. Ҡоротҡос бөжәктәр ҙә йоҡламай, эҫе көндәр улар өсөн ҡулай ғына. Наурыҙ, Амангилде, Илсе биләмәләрендә күпләп күренә башлағандар. Саранчалар күбәйгән урынды шундуҡ эшкәртеп торалар. 40 мең гектар майҙан махсус препарат менән эшкәртелгән дә инде. Арслан Нәзир улы әйтеүенсә, быйыл ҡуҙаҡлы культураларға өкөбаш күбәләге (совка-гамма) һөжүм башлаған, әле кәзә үләне баҫыуҙарында күренгеләй икән. Техника менән проблема юҡ, хужалыšтар «Урал арты МТС-ы», «МТС Учалинская»ның хеҙмәте менән файҙалана.
«Байрамғол» агрофирмаһында ла мал аҙығы әҙерләү кампанияһы юғары темп менән бара. Быйыл хужалыҡ 2976 гектарҙа бөртөклө иген культуралары, мал аҙығына 741 га - кукуруз, 753 га бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ үләндәр сәскән. Мал һаны аҙайыу сәбәпле агрофирмаға 1500 гектар сәсеүлектәрен кәметергә тура килгән. Хужалыҡ һәр йылдағыса иртәгәһен алдан ҡайғырта. Әле лә былтырҙан ҡалған 10 мең тонна запастары бар, быйыл да артығы менән әҙерләргә уйлайҙар. 500 тонна бесән өйәсәктәр, 12880 т - сенаж, 9400 т силос һалырға ниәтләйҙәр. Беҙ барған баҫыуҙа үҙҙәренең ике һәм «МТС Учалинская» предприятиеһынан ярҙамға килгән бер «Маcdon» үҙйөрөшлө бесән сапҡысы люцернаны сенажға саба ине. Ете «Полесье» арттарынан йыйып бара, сенажды 14 берәмек техника ташый. Көнөнә 350 тоннаға яҡын йәшел масса сенаж соҡорона һалына. Агрофирманың баш агрономы әйтеүенсә, сабырға 12 июндә төшкәндәр, әлеге ваҡытта 3500 тонна сенаж һалынған, 20 тонна бесән өйөлгән. Сенажды Уральск һөтсөлөк комплексына ташыйҙар. Йәшел массаның гектар ҡеүәте яҡынса 50 центнер тәшкил итә, кәзә үләненеке насарыраҡ булған, сама менән 35 центнер.
- Йәй башында көндәр һалҡын торҙо, үлән яҡшылап күтәрелә алманы. Һуңғы арала һауа торошо тотороҡланды, игендәр күҙгә күренеп ҡалҡты. Уларҙан сүп үләндәре лә ҡалышмай, химик утауҙы 3700 гектарҙа уҙғарасаҡбыҙ. Бер ыңғайы баҫыуҙар ҡоротҡос бөжәктәргә ҡаршы эшкәртелә, - ти баш агроном.
Хужалыҡта механизаторҙарға ҡытлыҡ юҡ, хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнгәс, дәртләнеп эшләйҙәр. Яңы комбайндарҙа үләнде сабыуы ла күңелле, бөтә уңайлыҡтары ла бар. Туҡтауһыҙ ватылып та ыҙалатмай, арттарынан күҙ эйәрмәй хатта, Рәмил Мөхәмәтйәров менән әңгәмәләшкән арала баҫыуҙы әллә нисә урап өлгөрҙөләр.
- Насар эшләгән кеше юҡ бында, һәр механизаторҙың хеҙмәте ҙур баһаға лайыҡ, - ти Рәмил ағай. Айырыуса Венер Исламовтың тәжрибәле оҫталығын маҡтап телгә алды. Венер Ибраһим улы Наурыҙ ауылынан, механизатор булып 1995 йылдан бирле эшләй. 11 йыл «Енисей» комбайнында йөрөй, хужалыҡҡа «Маcdon»дар ҡайтарылғас, үҙен яңыға ултырталар. Үҙйөрөшлө сапҡыста 9-сы миҙгел йөрөй. Тырыш механизатор нормаһын икеләтә арттырып үтәй, көнөнә 50-60 гектар майҙанды сабырға өлгөрә.
Аграрийҙар өсөн йыл уңышлы килә. Нисә йыл рәттән йүнләп мал аҙығы әҙерләй алмаған хужалыҡтарға бы-йыл бесән-сенаждарын етерлек, запасы менән әҙерләргә мөмкинлек булыр, тип ышанабыҙ.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Сәсеү тамамланаСәсеү тамамлана
Районда сәсеү кампанияһы тамамланыуға бара. Ҡайһы бер хужалыҡтар бөртөклө культураларҙы сәсеп бөттө, йылы яратыусы ҡарабойҙай, кукурузға, судан... Тотош уҡырға
«…теләгән әмәл эҙләй»«…теләгән әмәл эҙләй»
Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Әдип Әғләм улы... Тотош уҡырға
Мал аҙығы әҙерләү ҡыҙаМал аҙығы әҙерләү ҡыҙа
Район хужалыҡтары мал аҙығы әҙерләүгә ең һыҙғанып тотонған. Ауыл хужалығы бүлегенән алған мәғлүмәттәр буйынса, әлеге мәлдә 11300 тонна бесән өйөлгән,... Тотош уҡырға
Баҫыу эштәре тынмайБаҫыу эштәре тынмай
Яҙҙың һуңлап килеүе арҡаһында хужалыҡтар сәсеүгә бер аҙ һуңыраҡ төштө. Шулай ҙа баҫыу эштәрен улар ваҡытында атҡарып сыға алдылар. Тиҙ арала... Тотош уҡырға
Уңышҡа ныҡлы нигеҙУңышҡа ныҡлы нигеҙ
Яҙ ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн иң тынғыһыҙ миҙгелдәрҙең береһе. Ҡыҙыу баҫыу эштәренә лә күп ҡалманы. Әлеге ваҡытта хужалыҡтар техникаларын... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.