» » Фәҡәт халыҡ өсөн

Фәҡәт халыҡ өсөн07.07.2015

Фәҡәт халыҡ өсөнКооперацияның бер төрө булған ҡулланыусылар йәмғиәте Учалы районында 1923 йылда уҡ барлыҡҡа килә. Уны ойоштороуҙың төп маҡсаты - халыҡты көндәлек тауарҙар менән тәьмин итеү. Бер мәл «Райпотребсоюз» тип тә аталып ала ул. 2002 йылда йәмғиәт пайсылары Совет рәйесе итеп Рәис Шафиҡ улы Хәбибуллинды һайлай. Уның ҡанаты аҫтында етди һәм төплө үҙгәрештәрҙән һуң яңыртылған ҡулланыусылар йәмғиәте «Нур» исемен ала.
Бөгөн районы-быҙ буйынса «Нур» ҡарамағында 26 магазин, ике дарыухана иҫәпләнә. Йәмғиәттә бөтәһе 180 кеше хеҙмәт итә. Ҡулланыусылар йәмғиәтенең төп бурысы - халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү. Был йәһәттән «Нур» ҡуйылған талаптарға тулыһынса яуап бирә. Сауҙа нөктәләрендә киң ассортиментлы көнкүреш кәрәк-яраҡтарының барлығы, хаҡтарҙың сағыштырмаса арзан булыуы, магазиндарҙың һатып алыусыларҙан өҙөлмәүе ошо хаҡта һөйләй. Ҡаланың үҙәк баҙары янындаƒы дарыухана ла кешеләрҙе тәүлек әйләнәһенә хеҙмәтләндерә. Учалы ауылы халҡы өсөн дә дарыухана пункты эшләп килә.

Бынан тыш, йәм-ғиәттең колбаса цехы бар. Унда ике тиҫтәнән ашыу төрлө колбаса һәм ыҫланған ит продукцияһы етештерелеп һатыуға сығарыла. Учалы һәм Поляковка ауылдарында кондитер цехтары урынлашҡан. Натураль продукттарҙан бешерелгән ҡамыр ризыҡтары ҙур һорау менән ҡуллана. Ҡомалаҡ әсеткеһенән бешерелгән өй икмәген, күмәс-бә-лештәрҙе халыҡ түҙем-һеҙләнеп көтөп ала.
Ҡунаҡбай ауылындағы берҙән-бер ошондай ҙур сауҙа нөктәһе лә «Нур» ҡулланыусылар йәмғиәтенә ҡарай. Магазин кешеләрҙе иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 11-гә тиклем хеҙмәтләндерә. Килеп инеү менән сауҙа нөктәһе эсендәге таҙалыҡ, бөхтәлек, тәртип күҙгә салынды. «Универсам»дың тәүге өлөшөндә аҙыҡ-түлек, төрлө эсемлектәр урын алған. Артабанғы кәштәләрҙә - хужалыҡ, көнкүреш тауарҙары, кейем-һалым.
Сауҙа нөктәһендә беҙҙе мөләйем йөҙлө һатыусылар ҡаршы алды: Фирҙәүес Әхмәтшина һәм Илүзә Ханова. Һатып алыусыларҙы дүрт кеше хеҙмәтләндерә. Бөгөнгө ханымдарҙы Гөлназ Әхмәтшина менән Рәүзәнә Абдуллина алыштырасаҡ. Уларҙың да ошондай яҡты сырайлы, асыҡ йөҙлө булыуына шик юҡ. Халыҡтың эргәләге киоскты урап тап «Универсам»ды һайлауҙарының бер сере ошондалыр ҙа. Көн дауамында магазин халыҡтан өҙөлмәй.
- Һәр нәмә үҙ урынында, һайлау мөмкинлеге бар. Аҙыҡ-түлек килеп тора, бөтөп тора, ваҡыты сығып, иҫкереп ятмай. Инәһең дә, алаһың, сират көтөп тораһы юҡ. Ауылыбыҙҙың сауҙа нөктәһе ҡаланы-ҡынан кәм түгел, - ти ҡәнәғәт һатып алыусылар.
Фирҙәүес Ришат ҡыҙы магазинда бына инде 8 йыл хеҙмәт итә.
- Коллектив бик татыу. Ҡыҙҙар һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙерҙәр. Тауар килеп, урынлаштырыу кәрәк булғанда дүртәүләп тә эшкә сығабыҙ. Элек тауарҙарҙы теркәү, хаҡтарын яҙыу ҡул менән башҡарылһа, бына инде икенсе йыл компьютер менән эш итергә өйрәнәбеҙ, - тине ул.
Үҙ эштәренән ҡәнәғәт күренгән ханымдарҙан хеҙмәттәренең ауыр яҡтары менән дә ҡыҙыҡ-һынам.
- Көн дауамында аяҡ өҫтө торорға кәрәк, шул уҡ ваҡытта һинән етеҙлек, теүәллек, йый-наҡлыҡ талап ителә. Аҡса менән эш итәһең бит. Кешеләр менән дә аралаша белеү, аңлап ҡабул итеү кәрәк. Төрлө һатып алыусылар килә бит. Улар рәхмәт әйтеп сыҡһа, үҙебеҙҙең дә күңел күтәрелә, - тигән яуап алдым.
Ғәҙәттә, сауҙа өлкә-һендә күберәк килем алыу тәүге урынға ҡуйыла. Әммә Ҡунаҡбай ауылы магазины миҫалында «Нур» ҡулланыусылар йәмғиәтенең фәҡәт халыҡ өсөн эшләгәнен күрәбеҙ.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Баҙарға сыҡтым әлеБаҙарға сыҡтым әле
Илебеҙ иҡтисадында доллар менән евроның кинәт күтәрелеүенә бәйле ҡыйынлыҡтар дауам итә. Йыл башында ул тиклем һиҙелмәһә лә, әле килеп көрсөк... Тотош уҡырға
Хаҡтар ниңә арта?Хаҡтар ниңә арта?
Европанан санкциялар индерелгәндән һуң халыҡ, иң мөһиме аҙыҡҡа хаҡ артмаһын, тип борсолғайны. Ил етәкселеге быға юл ҡуйылмаясаҡ, тип барыбыҙҙы ла... Тотош уҡырға
Йәрминкәләр гөрләйЙәрминкәләр гөрләй
Көҙгө йәрминкәләр башланды. Аҙна һайын шәмбе, йәкшәмбе көндәре ҡала филармонияһы артындағы майҙанда ауыл хужалығы, эшкәртеүсе сәнәғәт, сауҙа... Тотош уҡырға
Өлгөлө магазинӨлгөлө магазин
Заманалар үҙгәргән һайын тормош талаптары ла үҙгәреп тора. Элек ауылыбыҙҙа бер генә рабкооп магазины эшләһә, хәҙер эшҡыуарҙарҙыҡы менән бергә биш... Тотош уҡырға
Баҙарһыҙ ҡалмаясаҡбыҙБаҙарһыҙ ҡалмаясаҡбыҙ
Ҡалалағы бәләкәй баҙарҙың эшмәкәрлеге туҡтатылыу тураһында һүҙ күптән йөрөй ине. Ләкин, ҡайһы бер мәсьәләләр арҡаһында, хәл тотҡарлана килде.... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.