» » Һаҡсыл ҡараш кәрәк

Һаҡсыл ҡараш кәрәк14.07.2015

Һаҡсыл ҡараш кәрәкУҙған йома БР-ҙың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев эш сәфәре менән Учалыла булды. Ҡала-район предприятиеларының экологик хәле менән яҡындан танышты, район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев менән тирә-яҡ мµхитте һаҡлауға ҡағылышлы һорауҙарҙы тикшерҙе.
Илдар Рим улы иң тәүҙә «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты»нда туҡталды. Бында ул нейтралләштереү станцияһын, ҡал-дыҡтарҙы утилләш-тереү урынын һәм карьерҙы ҡараны. Предприятиела бер-нисә йылдан сәнәғәт ҡалдыҡтарын һаҡлау урыны тулһа, уларҙы карьер үҙәгенә түгергә планлаштыралар.
- Учалының тәбиғәте бик матур, икенсенән ер аҫты ҡаҙылмалары, мәғдән сығарыу ҙа алға киткән. Шулай булғас, экологик яҡтан ҡарағанда, проблемалар ҙа аңлашыла. Предприятиеларҙа экология мәсьәләләрен хәл итеү буйынса аныҡ эштәр башҡарылырға тейеш. Былтыр йәйге ташҡын ваҡытында тау-байыҡтырыу комбинатының байтаҡ күләмдәге таҙартылмаған бысраҡ һыуҙары райондың һәм Силәбе µлкәһенең һыу ятҡылыҡтарына ағып тµшµп ҙур проблема тыуҙырғайны. Сәбәптәрен кисек-мәҫтән асыҡлап, эҙемтәләрен бµтµрµргә ҡушылғайны. Комбинат тарафынан кәрәкле саралар планы тµҙµлдµ. Предприятиеның был эшкә яуаплы ҡарауҙарын, тирә-яҡ мµхит торошон яҡшыртыу буйынса ҙур эштәр башҡарыуҙарын билдәләп үтергә кәрәк,- тине Илдар Рим улы.

Тирә-яҡ мµхитте зарарлы тәьҫирҙән һаҡлау маҡсатында 2007 йылда Учалы сәнәғәт майҙансығында ташландыҡ һыуҙарҙы таҙартыу ҡоролмаһы сафҡа индерелде, етештереүсәнлеге тәүлегенә 15 мең кубометр тәшкил итә. Ошондай уҡ ҡоролмаларҙы комбинат оҙайлы йылдар «Үҙйылға» һәм «Йәштәр» ятҡылыҡтарында ла файҙалана. Шулай уҡ киләсәктә яңы таҙартыу ҡоролмаларын тµҙµү ҙә планлаштырылған. Әлеге ваҡытта «Уралмеханобр» институты менән килешеү тµҙµлә, тәҡдим ителгән технологияларға лаборатор тикшереүҙәр үткәрелә. Эштәрҙе атҡарып сығыу ваҡыты - 2015-2016 йылдар. Атмосфера һауаһын бысраныуҙан һаҡлау йәһәтенән предприятие йыл һайын ремонт эштәрен үткәреп тора, газ таҙартыу ҡорамалдары алмаштырыла. Барлыҡ ҡоролмалар ҙа тәбиғи газ яғыулығы менән эшләй.
Артабан экология министры ҡаланың ҡаты кµнкүреш ҡалдыҡтарын һаҡлау полигонына йүнәлде. Ҡалдыҡтарҙы утилләштереү кµн ҡаҙағында торған проблемаларҙың береһе. - Республикабыҙҙа полигондарҙы файҙаланыу уртаса 20 йыл тәшкил итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сүпте күмеү дөрөҫ алып барылмау арҡаһында эксплуатация ваҡыты 50 процентҡа ҡыҫҡара. Учалыла объект 2008 йылда сафҡа индерелде һәм 20 йылға иҫәпләнгән. Әлеге мәлдә уның яртыһы тулған да инде, әгәр ҙә бер ниндәй ҙә сара күрелмәһә, бер-нисә йылдан яңы утилләштереү урыны эҙләргә тура киләсәк, - тине Илдар Һаҙыев. «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы һәм апрель айынан полигонды ҡуртымға алған «Таҙа ҡала плюс» йәмғиәте вәкилдәре объектты файҙаланыу ваҡытын оҙайтыу мөмкинлектәре тураһында бәйән итте. Киләсәктә сүп-сар эшкәртеү линияһын төҙөү күмелергә тейешле күләмде әҙәйтергә ярҙам буласаҡ. Шулай уҡ металды, ҡағыҙҙы, быяланы, пластикты айырып алып, икенсел сырье итеп эшкәртеүгә ебәреү ҙә проблеманы хәл итергә булышлыҡ итәсәк. Әйткәндәй, сауҙа предприятиеларынан, ҡала учреждениеларынан сығарылған сүп-сарҙың 45-52 процентын ҡатырға һәм ҡағыҙ тәшкил итә, 13-16 проценты - аҙыҡ-түлек, 8-12 проценты пластмассаға тура килә. Халыҡ түккәндең 35-45 проценты - аҙыҡ-түлек ҡалдығына, 32-35 проценты ҡағыҙға тура килә, ә өсөнсө урында кәрәкмәгән төҙөлөш материалдары. Учалы полигонына йыл һайын 16-17 мең тонна ҡаты көнкүреш ҡалдығы сығарылып түгелә.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
- Республикала сүп-сар полигондары етешмәй, проблема бик киҫкен тора. Районығыҙҙа 2008 йылдан эшләй башлаған объекттың тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте... Тотош уҡырға
.. санаңды йәй әҙерлә.. санаңды йәй әҙерлә
Йәй миҙгеленең яртыһы үтеп тә бара, тимәк һыуыҡ көндәргә лә күп ҡалманы. Арбаңды - ҡыш, санаңды йәй әҙерлә, ти халыҡ мәҡәле. Һауа температураһы ноль... Тотош уҡырға
Ике байрам бер юлыИке байрам бер юлы
19 июлдә учалылар Ҡала көнө менән бергә Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының 60 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Был күркәм байрам сараһында республика... Тотош уҡырға
Таҙа мөхиттә йәшәргә хаҡлыбыҙТаҙа мөхиттә йәшәргә хаҡлыбыҙ
Мансур ауылынан 1 километр самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан саңғалыҡ диорит карьерында барлығы 400 кеше эшләй. Уларҙың 30-ы - Мансур һәм Ильинка... Тотош уҡырға
Яңы завод асылдыЯңы завод асылды
«Техноплекс» заводы төбәгебеҙҙә тотороҡло эшләп килгән сәнәғәт предприятиеларының береһе. Тирә-яҡҡа ул заманса төҙөлөш материалдары: йылылыҡ һаҡлау... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.