» » Афарин, наурыҙҙар!

Афарин, наурыҙҙар!22.07.2015

Афарин, наурыҙҙар!Булған заманалар, һәр ауылда һабантуй үткәрелгән. Һуңғараҡ дәүерҙәрҙә колхоз-совхоздарҙың үҙәк усадьбаларында ғына ойошторолдо. Ә коллектив хужалыҡтар тәләф булғас, район һабантуйы ғына тороп ҡалды. Уныһы инде бµтә ауылдаштарҙың, айырыуса ситтә йәшәгәндәрҙең һирәкләп булһа ла осрашыуға ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә алырлыҡ түгел. Хәйер, яҡшы бер нәмә лә эҙһеҙ юғалмай, элекке һабантуйҙар бµгµнгµ кµндә «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» һәм шәжәрә байрамдарына трансформацияланды тип әйтеү хата булмаҫтыр.
18 июль кµнµ Наурыҙҙа үткәрелгән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» сараһы айырыуса һабантуйҙы хәтерләтте. Ҡапсығай тауы итәгендәге «Һыу аръяғы» тип аталған ҙур аҡланда һәр урам йәйләү ҡорған ине. Уртала - сәхнә. Ситтәрәк - тирмәләр, ағас ботағынан булһа ла, уйынсыҡтай матур йәйге ҡыуыштар (бесән мәлендә элек барыһы ла ошондайҙы ҡорор булған). Ә бер торлаҡты нисек атарға ла белмәй аптырап ҡалдыҡ - стеналары буралап һалынған, ҡыйығы - ҡыуышты хәтерләтә. Матур итеп ҡоймалар ҡуйылған, ошо урамда йәшәгән йә ошонан сыҡҡан абруйлы кешеләрҙең фотолары менән стендтар тулы мәғлүмәт бирә. Һәр урам мәҙәни программа ла әҙерләгән. Ә бейеү тәңгәлендә наурыҙҙарға бар тµбәктә тиңдәрҙе табыуы ҡыйындыр. «Ләйсән» бында ярала бит! Бына, мә¾әлән, бµгµнгµ кµндә ситтә йәшәһә лә, тыуған ауылын хµрмәт итеп килгән «Байыҡ» конкурсы призеры Радик Хәлиловтың бәләкәй улының бµркµт кеүек осоп бейеүенә һоҡланмаусылар булмағандыр. Күҙ генә теймәһен, балалар араһында үткәрелгән «Байыҡ» конкурсында уңышлы сығыш яһауын теләп ҡалайыҡ.
…һабантуй темаһын дауам итмәйенсә булмаҫтыр. Йәшерәһе-батыраһы юҡ инде, район майҙанында ауыл ултыраҡтары ҡуйған тирмәләрҙә бар ауылдаштарға урын етерлек түгел. Табынға саҡырылмаған бәғзе кешеләр, үпкәләмәһә лә, кәйефтәре ҡырылып ҡайта торған. Бында иһә, һәр урам йәйләүе янында µҫтәлдәр һығылып торҙо, барыһына һый ҙа, урын да, ҡәҙер-хµрмәт тә етте.
Сараға кеше күп килде. БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова, район Советы секретары Зариф Ғарипов, Учалы лесничествоһы етәксеһе Айбулат Байғарин, юл-ремонт тµҙµлµш идаралығы начальнигы Морат Илһамов һәм башҡа күп иптәштәр вазифа буйынса түгел, ауылдаш булараҡ килһәләр, район Советы рәйесе Дамир Кәримов тµбәк властарын кәүҙәләндерҙе. Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы ауылдың лайыҡлы балалар тәрбиәләп үҫтергән ағинәйҙәренә Хµрмәт грамоталары, бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ иң оло һәм иң кесе наурыҙҙар, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусылар билдәләнде. Бик дµрµҫ, ғаиләләр ныҡлы икән, ауыл да артабан йәшәйәсәк һәм сәскә атасаҡ.
Шулай уҡ йыйында Әғләм Ағзам улы Янбаев һәм Ишмµхәмәт Әхмәҙулла улы Шараповтарға «Наурыҙ ауылының хµрмәтле аҡһаҡалы», БДУ проректоры, биология фәндәре докторы Юлай Янбаевҡа «Ауылдың арҙаҡлы улы» исемдәре бирелде.
Былай ҙа ыҡсым, тәбиғәттең ифрат матур мµйµшµндә урынлашҡан ауыл байрам алдынан тамам матурайып киткән. Хәҙер инде йолаға әйләнгән «¤лгµлµ йорт» конкурсында гран-приға Гµлсинә һәм Заһир Фәттәховтар лайыҡ булды. Беренсе урынды Гµлъямал һәм Әҙһәм Ғариповтарҙың, икенсене Йәмилә һәм Нәсим Солтановтарҙың йорттары яуланы, µсµнсµ урынды Лилиә һәм Рәмил Солтановтар менән Минзирә һәм Риф Шәғәлиндар бүлеште. Еңеүселәрҙе билдәләү ҡыйын булғандыр, матур йорттар Наурыҙҙа күҙгә күренеп күбәйә, шуға күрә йәнә ун йортҡа «µлгµлµ» исеме тапшырылды. Әйткәндәй, былтыр махсус программала халыҡ дәррәү ҡатнашып, ауыл зыяраты еренә еткереп кәртәләнгән булһа, быйыл да наурыҙҙар битараф ҡалмай. БР биләмәләрендә урындағы инициативаларға нигеҙләнгән ауыл һәм ҡала ултыраҡтары биләмәләре үҫеше проекттарын бойомға ашырыу программаһында ҡатнашыу µсµн ситтә йәшәгән ауылдаштар тәүге иғәнәне йыйып тапшырҙы - клуб эргәһендә балалар майҙансығы төҙөләсәк.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Һөҙөмтә күренеп тораҺөҙөмтә күренеп тора
7-8 декабрь Бөтә донъя банкы вәкиле Нина Филиппова районыбыҙға килеп, урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә проекттарҙың... Тотош уҡырға
Хөрмәткә лайыҡтарХөрмәткә лайыҡтар
Яңы Байрамғол ауылы халҡы ике көн буйы Әсәләр көнөнә арналған матур тамаша ҡылды. Тәүге көндә мәктәп уҡыусылары ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлап концерт... Тотош уҡырға
Еңел булмаған хеҙмәтЕңел булмаған хеҙмәт
Ғүмеркәйҙәр аҡҡан һыу кеүек, үтә лә китә. Әҙәмдең нисек көн иткәне, ғүмерен нисек йәшәүе, халыҡ өсөн ниндәй хеҙмәт күрһәткәне ваҡытында әйтелмәһә,... Тотош уҡырға
Осраштыҡ, аралаштыҡОсраштыҡ, аралаштыҡ
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостаныбыҙҙа береһенән-береһе күркәм, матур йолалар, байрамдар үтеп тора. Беҙҙең Ҡаҙаҡҡол ауылында ла шаулап-гөрләп «Һаумыһығыҙ,... Тотош уҡырға
Һабантуй йәме - тирмәләрҺабантуй йәме - тирмәләр
Быйылғы һабантуйҙа ла ялан буйлап теҙелгән сағыу тирмәләр сараға байрам йәме өҫтәп, әллә ҡайҙан уҡ үҙенә саҡырып ултырҙы. Улар буйлап йөрөгәндә... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.