» » Изге айҙы йомғаҡлап

Изге айҙы йомғаҡлап22.07.2015

Изге айҙы йомғаҡлап«Хафиз» һүҙе ни аңлатҡанын беләһегеҙме? Ғәрәп теленән «яттан белеүсе» һәм «һаҡлаусы» мәғәнәһендә тәржемә ителә икән. Мәғлүм булыуынса, изге Ҡөрьәндең бер хәрефе лә үҙгәртелмәҫкә тейеш. Ун дүрт быуат элек Мөхәммәт пәйғәмбәргә (с.ғ.с) төшөрөлә башлаған сүрәләрҙең сафлығын һаҡлау өсөн хафиздар кәрәк була ла инде.
Аңлашыла, хәҙерге заманала мосолмандар-ҙың төп китабының ҡағыҙҙағы баҫмалары бихисап, шулай ҙа хафиздар институты (ниндәйҙер бурыс башҡарған төркөм мәғәнәһендә) һаҡланып килә. Ғәйәт ҙур күләмдә аяттарҙы яттан белеүҙән тыш, уларҙы дөрөҫ һәм матур итеп декламациялауҙа сикһеҙ камиллашырға мөмкин бит. Ҡөрьән-хафиздарға мосолманлыҡта өлгө булырға ынтылыу ҙа шарт итеп ҡуйыла.

Изге Рамаҙан айында Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт хәҙрәт Тажетдиндың һорауы буйынса илебеҙгә 120 дәрәжәле хафиз килә, шул иҫәптән 9 кеше - Башҡортостанға. Был алым беренсе тапҡыр ҡулланылмай икән, ә бына Учалыға килгәндәре әлегә тиклем юҡ. Ҡала һәм район имам-мөхтәсибе Дим хәҙрәт Закировтың юллауы буйынса быйылғы Рамаҙан айында төбәгебеҙҙә доғалар өлгө кимәлендә дөрөҫ яңғыраны - Төркиәнән Әрдәм хәҙрәт ҡунаҡ булып килә.
Стамбул ҡалаһынан, ундағы ҙур мәсеттең имам-хатибы. ‡ҙҙәрендә үткәрелгән конкурстың еңеүсеһе булараҡ, хафиз сифатында Рәсәйгә йүнәлтелә. 31 йәш, ике бала атаһы. Белемле һәм ихлас күңелле кеше. Башта үҙен Ульяновскиға йүнәлтергә ниәтләнәләр. Интернет аша был ҡала менән алдан таныша. Сәфәргә сығыр алдынан ғына Учалыға бараһың, тигәстәре, бер аҙ аптырап ҡала. Интернет аша ниндәй ултыраҡ, тип ҡыҙыҡһына башлаһа, ниндәйҙер «аҡыл эйәһе», Учалы - 20 йорттан торған ауыл, тип әллә шаярта, әллә үҙе лә яңылыша. Ата-әсәһе менән кәңәшләшкәс, Рамаҙан айында 20 түгел, исмаһам, бер кешене ғибәҙәттәрҙе дөрөҫ башҡарырға төшөндөрөү ҙә оло сауап булыр тип юлға сыға. ªлбиттә, көткән ҡараңғы ауыл урынына матур ҡала, мөһабәт мәсеттәрҙе күреү, йөҙәрләгән мосолмандар менән доға уҡыу мөмкинлеге һөйөнсөгә әйләнә.
- Ҡәҙерле ҡунағыбыҙ, әлбиттә, ураҙа тота. Диндәштәр менән намаҙҙар уҡыу (шул иҫәптән Аллаһы Тәғәләнән бар учалылар өсөн именлек һорап), Зәйнулла ишан мәсетендә тәжүид (Ҡөрьәнде дөрөҫ уҡыу) дәрестәре биреүҙән тыш, аяттарға күп саҡырылды, вәғәздәр һөйләне. Ахун, Учалы ауылы мәсеттәрендә лә булды. Тел барьеры кәртә була алманы, доғалар былай ҙа ғәрәп телендә, ә ҡалған саҡта төрөк телен яҡшы белгән Артур Суфьянов тәржемәсе булды,- ти имам-мөхтәсиб Дим хәҙрәт Закиров. Бер һүҙ менән, ике яҡ та бер-береһенән бик ҡәнәғәт ҡала.
Ғөмүмән, Дим Марат улының һүҙенән, ураҙа тотоу быйыл еңел үтә. Башта ғына йәйге селлә ныҡ сарсатһа, аҙағынан көн дә һыуынды, тәүге һынауҙы үткән организм үҙе лә күнекте, ти ул. Хоҙай ҙа ярҙам итмәй ҡалмайҙыр инде. Ә имам-мөхтәсибте иң һөйөндөргәне - йылдан йыл ураҙа тотҡан йәш кешеләр һаны арта бара. Хаҡ динде пропагандалауға Әрдәм хәҙрәттең килеүе лә һиҙелерлек дәрәжәлә тәьҫир иткән. Рәхмәт әйтеп ҡалайыҡ!
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Шайтан ҡотҡоһоШайтан ҡотҡоһо
Хәмер эскән кешене шайтан йөрөтә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул. Район-ара һәм БР прокуратуралары хәбәр итеүенсә, төбәгебеҙҙә имәнес ҡылмыш... Тотош уҡырға
Мөхәррәм айы - изге айМөхәррәм айы - изге ай
Һәр маҡтау ғаләмдәрҙе, бөтөн мәхлүктәрҙе тәрбиәләүсе Аллаһы Тәғәләгә тейешле. Мөхәррәм айы мосолманса йыл башы, быйыл ул 25 октябрҙә башланды. ... Тотош уҡырға
Иманға өндәүсе изге йортИманға өндәүсе изге йорт
Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың күпләп дингә килеүе, иман юлына баҫыуы күҙәтелә. Ярты быуаттан ашыу атеизм йоғонтоһонда йәшәп тә милләтебеҙҙең Аллаһҡа... Тотош уҡырға
Әүлиәләр иленә   әүлиә киләӘүлиәләр иленә әүлиә килә
Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө, Үҙәк Диниә Назараты рәйесе Шәйех-әл-Ислам Тәлғәт Сафа улы Тажетдиндың рәсми саҡырыуы буйынса Башҡортостанға Кипрҙан билдәле... Тотош уҡырға
Изге байрам мөбәрәк булһын!Изге байрам мөбәрәк булһын!
Йыл буйына йыйылған йән һәм тән бысрағынан арыныу, таҙарыныу өсөн мосолман илендә күркәм бер ай бар. Ул да булһа - Рамаҙан. Әҙәм ғәләйһис-сәләмдән... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.