Ҡарағаты, сейә, еләге...27.07.2015

Йөрөп ғәҙәтләнгән маршрут буйынса аяҡтар үҙҙәренән-үҙҙәре элекке «бәләкәй баҙар» яғына ынтылды. Һатыу урыны ябылһа ла, кешеләр магазин алдында сауҙа итеүҙе хуп күрә. Беҙ барып еткәндә унда ни бары ике генә кеше еләк тәҡдим итә ине. Мөләйем йөҙлө ханымдан ғәҙәттә теҙелешеп ултырған кешеләрҙең ҡайҙа булыуы менән ҡыҙыҡһынам.
- Бында һатыу итеү тыйыла. Үҙәк баҙарға күсерҙеләр бит. Ҡала филармонияһы артында, ҡышын һырғалаҡ булған урында ла сауҙа өсөн урын асҡандар. Ҡаланыҡылар, ауылдан килеүселәр шунда һатыу итә. Әммә, юл өҫтө булмағас, ул урында тауарҙы үткәреүе ауыр, көн буйы тиерлек ултырырға кәрәк. Ә бында әллә кешеләр йөрөп күнеккән, әллә башҡа сәбәптәр - тауарыбыҙҙы тиҙ арала һатып ебәрәбеҙ, - тигән яуап алдым.
Икенсе ханымға мөрәжәғәт итәм. Биш литр ер еләгенә ул 350 һум һорай. Ҡунаҡбай ауылынан алты бала әсәһе Гөлназ Әхмәҙиева миҙгелле кәсеп менән йыл һайын шөғөлләнә. Ул ғына түгел, мәктәптә уҡыусы балалары ла үҙ йүндәрен үҙҙәре күрә: еләк һатып йыйылған аҡсаға яңы уҡыу йылына баштан аяҡ кейенәләр. Уҙған йыл 30 меңгә яҡын аҡса эшләгән, быйыл йөрөргә транспорт булмау сәбәпле, аҙ ғына кәмерәк килем алған.
- Быйыл еләк бик күп. Башта 400-500 һумға һата инек. Хәҙер хаҡтар түбәнәйҙе, еләк тә асыҡ урындарҙа кибә, үләнле ерҙә серей башланы. Ауылда емеш-еләк һатып ҡына ла яҡшы аҡса эшләп алырға мөмкин. Үҙем файҙалы үҫемлектәр менән ҡыҙыҡһынам, 100 төргә яҡын үлән йыйып, ҡышын файҙаланам. Белемемде арттырыр өсөн емеш-еләк һатып эшләгән аҡсама «Халыҡ медицинаһының ҙур энциклопедияһы»н алдым бына, - тип сумкаһындағы китабын сығарып күрһәтте Гөлназ Рифҡәт ҡыҙы. Еләк миҙгеле тамамланғас, бәшмәккә күсергә иҫәп тота егәрле хужабикә.
Әңгәмәсемдең һүҙ-ҙәрен ҡеүәтләп, шуны өҫтәйһе килә - үткән йыл Ҡунаҡбайҙа еләк аҡсаһына евро тәҙрәләр ҡуйҙыртыусылар ҙа булды. Тимәк, өйҙә ятмаһаң, ҙур килем алырға, файҙаһын күрергә мөмкин.
Яңы урындағы баҙарға юл тотабыҙ. Бында кеше байтаҡ, сауҙа өсөн урын да иркен, уңайлы. Ер еләгенән тыш, ваҡыты үтеүенә ҡарамаҫтан, өҫтәлдәрҙә ҡайын еләге лә күренә. Ярты литрына 150 һум һорайҙар. Баҡсаларҙа крыжовник та өлгөргән икән. Ныҡышмал һатыусылар тәмләтеп тә ҡараттылар. Ҙур булмаған биҙрәһе 120 һум тора.
Ҡарағат, сейә лә ныҡ уңған быйыл. Тик бына ҡурай еләге генә күп түгел, тип билдәләнде. Ҡарағаттың бер килограмы 200 һум, тимәк биҙрәһенә 1000 һум сығарып һалырға кәрәк. Райондан килеүселәр иһә 750-800 һумға бирергә әҙерҙәр. Ҡыҙыҡ өсөн, ауылға шылтыратып, унда күпмегә һатыуҙары менән дә ҡыҙыҡһындым - 400-500 һум икән.
Баҡса сейәһенең биҙрәһенә 200 һум һорайҙар, һатыулашҡан кеше ун-егерме һумға төшөртә ала. Әммә, күрше прилавкала шул уҡ сейәне 400-450 һумға тәҡдим итәләр. Аптырап ҡалғайным: «Бөртөкләп, интегеп йыйыу хеҙмәте осһоҙ баһаланмай», - тип аңлаттылар. Шулай, һатып алыусыларҙың төрлөһө булған кеүек үк, һатыусыларҙың да холоҡ-фиғеле һәр кемдең үҙенсә. Бер ханым, хатта, һатып алырға ниәтләмәй буш ҡыҙыҡһыныуыма асыуланып, керән үҫемлеген ҡушып әрләп тә ташланы үҙемде.
Баҙар ул сауҙа урыны ғына түгел, унда кешеләрҙең күңел торошо ла сағыла. 8-се баҡсала ере булған ханым халыҡтың оятһыҙлығын әсенеп һөйләне. Еләк, сейә, ҡарағат, алма, йәшелсәләр булһынмы - ҡарты ла, йәше лә урлаша икән. Кеше ҡарап үҫтергәнде бер-нисә сәғәт эсендә «һыпырыу» еңел, әлбиттә. Ташландыҡ баҡсалар күп, кешенекен урлағансы, һуңғы сиктә, шунда ғына барып йыйып алырға булмаймы икән?
Кирәбе, Ахун ауылы-нан килеүселәр ҡара көртмәле тәҡдим итә. Күҙҙәр өсөн файҙалы емештең литры 300-350 һум. Ҡара, ҡыҙыл көртмәленең быйыл аҙ булыуын билдәләне һатыусылар. Емеште йыйыу ҙа еңел түгел бит.
Емеш-еләктән тыш, кишер, сөгөлдөр, һуған, петрушка, быйылғы картуф та бар баҙарҙа. Яңы урынға халыҡ күнегеп китһә, сауҙа бигерәк тә ҡыҙыу барыр ине.
- Оҡшаш яңылыҡтар
- Комментарийҙар

Илебеҙ иҡтисадында доллар менән евроның кинәт күтәрелеүенә бәйле ҡыйынлыҡтар дауам итә. Йыл башында ул тиклем һиҙелмәһә лә, әле килеп көрсөк... Тотош уҡырға

Ҡаланың филармония артындағы майҙанында йәрминкәләр дауам итә. Һәр шәмбе, йәкшәмбе ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр, эшҡыуарҙар халыҡҡа... Тотош уҡырға

Көҙгө йәрминкәләр башланды. Аҙна һайын шәмбе, йәкшәмбе көндәре ҡала филармонияһы артындағы майҙанда ауыл хужалығы, эшкәртеүсе сәнәғәт, сауҙа... Тотош уҡырға

Ҡалалағы үҙәк баҙарҙың яңы урынға күсеүе һатыусыларҙың эшенә ҡамасауламаны, буғай. Шау-гөр килгән тауыштар әллә ҡайҙан ишетелеп тора. Һәр сауҙа... Тотош уҡырға

Ҡалалағы бәләкәй баҙарҙың эшмәкәрлеге туҡтатылыу тураһында һүҙ күптән йөрөй ине. Ләкин, ҡайһы бер мәсьәләләр арҡаһында, хәл тотҡарлана килде.... Тотош уҡырға
Рубрикалар
Яңылыҡтар архивы
№ газеты
Табырға
Яңылыҡтар календары
Популяр яңылыҡтар

Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...
Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.