» » Иман ҡайта ауылға

Иман ҡайта ауылға28.07.2015

Иман ҡайта ауылғаХалҡыбыҙҙың иманға ынтылыуы йылдан-йыл нығыраҡ һиҙелә. Исламды юғары уҡыу йорттарында өйрәнгән белгестәр арта, дини йолалар үтәлә, кешеләр йыйылышып намаҙҙар, аяттар уҡый, вәғәздәр тыңлай. Абҙаҡ ауылында ла ҡасандыр мәсет булған. Әммә, атеизмға өйрәткән Советтар Союзы осоронда ул иҫкереп, юҡҡа сыға. Сер түгел, алға китеш һиҙелһә лә, иман әлегә аңыбыҙҙа ныҡлы урын алмаған. Һәр ауылда тиерлек эшһеҙ, башҡалар елкәһендә көн күргән, эскелек йәшәү рәүешенә әйләнгән кешеләр бар. Бигерәк тә йәштәрҙең бындай тормошҡа риза булыуы хафаға һала. Ошо ҙур «ғәрәсәтте» баҫыу маҡсатында абҙаҡтар иман йорто - мәсет төҙөү ҡарарына килә.
Бындай изге ниәт менән ауылдың әүҙем кешеһе - Зыя Ишбулдин сығыш яһай. Был уның йәш саҡтан күңел төбөндә йөрөткән яҡты хыялы була. Тәүҙә ул «Учалы транстехсервис» йәмғиәте директоры Вадим Моратшинға мөрәжәғәт итә. Ҡалалағы З. Рәсүлев исемендәге, Сәфәр, Иҫке Байрамғол ауылдары мәсеттәрен төҙөүҙә тос өлөш индергән Вадим Рәшит улы үтенесте кире ҡаҡмай. Уның ярҙамы менән 150 кубометр төҙөлөш ағасы юллап алына. Әммә был эштең башы ғына. Булған материалды әҙерләп, буратып, нигеҙ һалып, мәсетте күтәреү кәрәк бит әле.
Шулай ҙа эш туҡтап ҡалмай. Абҙаҡ халҡы Зыя Мирза улының идеяһын күтәреп ала. Бер нисә йыл элек ауыл зыяратын кәртәләүҙә ярҙам иткән Айрат Айбатов был юлы ла башлап ебәреүсенең уң ҡулына, төп кәңәшсеһенә әүерелә. Ким Исҡужин, Бжоян Кәрип, Айҙар Йомағужин ағасты ҡырҡып, техникалары менән сығарып, бура бурап бирәләр. Ауыл халҡы хәленән килгәнсә аҡсалата ярҙам итә. Бигерәк тә Ким Исҡужиндың йомартлығы айырым билдәләнде, үҙ техникаһы менән эшләүҙән тыш, ул 10 мең аҡса ла биргән.
Мәсет ҡалҡыу урынға ултыртылған. «Абҙаҡ эсенән дә, ауылға ингән кешегә лә маяҡ булып, балҡып күренеп торһон өсөн һайланылды был урын», - тип аңлатты Зыя ағай. Ауыл Советынан юллап алынған 15 сутый ерҙең ҡалған өлөшөнө алмағастар ултыртыласаҡ.
Беҙ барып төшкәндә ауыл халҡы өсөнсө тапҡыр өмәгә йыйылған ине. 50-гә яҡын кеше араһында ҡарты ла, йәше лә бар. Эш ҡыҙыу бара: берәүҙәр ағасты алып бирә, икенселәр өҫтән ҡабул итеп һала, өсөнсөләр сүбәк ҡыҫтыра, дүртенселәрҙең ҡулынан балта төшмәй. Бер ай элек төҙөлә башланған 8-гә 7 метр үлсәмендәге мәсетте ошо арала күтәреп, ҡыйығын ябып ҡуйырға ниәтләй өмәселәр. Көҙгәрәк эске яғын эшләү күҙаллана. Төҙөлөштөң ыңғай барышы өсөн яҡташтарҙың финанс ярҙамына өмөт итергә ҡала. Яңы иман йортон ауылдың белемле йәш муллаһы Айнур Аманов етәкләйәсәк.
- Ауыл халҡына ҙур рәхмәтлемен. Өмәгә саҡырыуым була, барыһы ла йыйылып килеп етә. Ни ғәләмәт менәндер, мәсет төҙөлә башлағас та ауылда иҫерек йөрөүселәр күренмәй башланы. Тимәк, кешеләрҙә оят, рух тигән төшөнсәләр ҡалған бит. Мәсет төҙөү бер эш. Иң мөһиме - халыҡ йөрөһөн, ул буш тормаһын. Был йәһәттән йәш муллабыҙға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ, кешеләр иманға ылығып китер тип ышанам. Күрше ауылдарҙың халҡы өсөн дә иман йорто уртаҡ буласаҡ, - тине Зыя Мирза улы.
Өмәне ойоштороусы эшселәрҙе ашатыуҙы ла үҙ өҫтөнә алған. Зилә Ишбулдина, Таңһылыу Мирасова, Гөлфинә Айбатова, Сажиҙә Йомағужина, Әлфиә Сирҙаева ҡаҙан аҫып, һарыҡ итенән ир-егеттәргә тәмле аштар әҙерләне. Эш көн аҙағынаса дауам итте. Халыҡ киләһе өмәлә күтәрелгән мәсеттең ҡыйығын ябырға килешеп таралышты.
Р. S. Туңғатар ауылын-да ла мәсет төҙөү күҙал-лана. Элекке клуб би-наһы төҙөкләндерелеп, шунда хасил буласаҡ ул. Тәүге өмәләр үткәрелә башлаған да инде. Был изге ниәтте дин юлынан барыусы Йәмилә һәм Азамат Йосоповтар күтәреп сыҡҡан. Улар башланғысы менән ауыл зыяратында ла өмә ойошторолдо: таҙартылды, сүп-сары түгелде, ҡоймаһы буялды.
Тарихты ябай ке-шеләр тыуҙыра, тиҙәр. Халҡыбыҙҙы иман юлына ҡайтарыу эшендә лә ауылдарҙа ошондай тынғы белмәҫ, йәшәйешебеҙгә битараф булмаусы кешеләр булыуы мөһимдер ул.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Иман ҡайтаИман ҡайта
Һуңғы ваҡытта халҡыбыҙҙың күпләп дингә килеүе, иман юлына баҫыуы күҙәтелә. Ауылдарҙа мәсеттәр төҙөлә. Халыҡтың ошондай ынтылышы һөйөндөрә генә.... Тотош уҡырға
Һәр саҡ асыҡ булһынҺәр саҡ асыҡ булһын
2004 йылда Салауат Мөхтәр улы Ғайсин ярҙамы менән Рәсүл ауылында асылған «Нәҡиә» мәсете бер йомала ла буш торғаны юҡ, Аллаһҡа ш өк өр. Элек... Тотош уҡырға
Иманға өндәүсе изге йортИманға өндәүсе изге йорт
Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың күпләп дингә килеүе, иман юлына баҫыуы күҙәтелә. Ярты быуаттан ашыу атеизм йоғонтоһонда йәшәп тә милләтебеҙҙең Аллаһҡа... Тотош уҡырға
Осраштыҡ, аралаштыҡОсраштыҡ, аралаштыҡ
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостаныбыҙҙа береһенән-береһе күркәм, матур йолалар, байрамдар үтеп тора. Беҙҙең Ҡаҙаҡҡол ауылында ла шаулап-гөрләп «Һаумыһығыҙ,... Тотош уҡырға
Изге эшИзге эш
Абҙаҡ ауылы зыяратында өсөнсө йыл рәттән ҙур өмә ойошторолдо. Ауылдың үткәненә, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә битараф булмаған 70-кә яҡын кеше иртәнге... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.