» » Халыҡ мәнфәғәтендә

Халыҡ мәнфәғәтендә04.08.2015

 Халыҡ мәнфәғәтендә Төбәгебеҙҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» программаһы тормошҡа ашырылыуы тураһында яҙып сыҡтыҡ инде. Партияның урындағы бүлексә етәксеһе Салауат Кәримов аңлатыуынса, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙағы «Берҙәм Рәсәй» вәкилдәре, Учалы депутаттары З.Р. Ғибәҙуллин һәм Р.А. Ғабдуллиндарға һайлаусылар биргән наказдарҙы тормошҡа ашырыу өсөн БР ҡаҙнаһынан 4 миллион һум бүленә. Бынан тыш, Зәкәриә Рәфғәт улы йәнә 800 мең һумды үҙ предприятиеһынан бүленеүенә ирешә.
Ҡайҙа нимә эшләнәсәге урындарҙа халыҡ йыйылыштарында аныҡланды һәм конкретлаштырылды. Ниндәйҙер яҡшы ниәт әлегә ситтә ҡала икән, борсолорға кәрәкмәҫ - «Реаль эштәр» программаһы артабан да дауам итәсәк. Салауат Марат улы йәнә бер мөһим урынды һыҙыҡ өҫтөнә алды. Билдәле булыуынса, районда параллель рәүештә «БР биләмәләрендә урын-дағы инициативаларға нигеҙләнгән ауыл һәм ҡала ултыраҡтары биләмәләре үҫеше проекттарын бойомға ашырыу» программаһы киң ҡолас йәйҙе. Ике тапҡыр аҡса йыйыу халыҡҡа ҡыйыныраҡ булыр тип самалап, партия проектына һайлап алынған яҡшы эштәргә урындағы кешеләрҙең иғәнәләре йәлеп ителмәйәсәк.

Ә эштәр, ысынлап та, мөһим. Мәҫәлән, Мансур ауыл ултырағы хакимиәте белгесе Гөлсөм Ильина былай тип төшөндөрҙө:
- Мәктәп бик һыуыҡ ине. «Коммунальщик» муниципаль предприятиеһы ныҡлап тотонғас, хәҙер элекке һымаҡ түгел. Шулай ҙа, температура режимы йәһәтендә барыһы ла ал да гөл, тип әйтерлек түгел инде. Тәҙрәләр иҫкергән, ел өрөп тормаһын өсөн ата-әсәләр ситтәрен йәбештерергә күп йөрөнө. Иҫкереү сәбәпле, ҡайһыларын асып та булмай бит! Былтыр бер өлөшө «евро»ға алмаштырылды, хәл һиҙелерлек дәрәжәлә ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Йылыраҡ та, яҡтыраҡ та. Быйыл «Реаль эштәр» программаһы сиктәрендә ҡалған тәҙрәләрҙе яңыртыу хәл ителгәс, әлбиттә, шатландыҡ.
Гөлсөм Шәфҡәт ҡыҙы әйтеүенсә, был маҡсатта 250 мең һум аҡса бүленә, шул иҫәптән 100 мең һумы Учалы тау-байыҡтырыу комбинатынан. Эш яҡын арала башҡарыласаҡ, бөгөнгө көндә тейешле документация әҙерләнә.
Кабинеттарҙа ғына планлаштырмай, халыҡтың үҙенән ни кәрәк икәнлеген теүәл асыҡлап тотоноу - әлеге замананың ыңғай билдәһе. Былтыр Мансурҙа «Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһы» сиктәрендә һыу системаһы төҙөкләндерелде. Быйыл урам яҡтыртыу системаһын диод лампалар менән тьәмин итеү проекты күпселек тауыш менән һайлап алынған. Йыйылыш үтеп, спорт майҙансығы төҙөү варианты ла ҡарала. Шулай ҙа яҡтыртыу системаһына техник прогресс ҡаҙаныштарын индереү актуалерәк булып күренә - яңы өлгөләге лампалар үҙҙәре сыҙамлы һәм электр энергияһын аҙыраҡ «ашай». Ярар, халыҡ берҙәм һәм актив булһа, бөтә тәҡдимдәргә лә сират етер. Үрҙә телгә алынған программаға «Берҙәм Рәсәй» партияһының проекты иш янына ҡуш булды. Ултыраҡтарға ни тиклем күберәк аҡса йәлеп ителә, шул ҡәҙәр яҡшыраҡ бит. Дөйөмләштереп алғанда, «Реаль эштәр» сиктәрендә түбәндәге эштәр планлаштырыла:
-ҡалала 7-се балалар баҡсаһының ҡыйығына капиталь ремонт башҡарыу;
-Бөйҙө,Мансур, Озерный мәктәп-тәрендә, Кирәбе балалар баҡсаһында, Уральск ҡасабаһының балалар ижады үҙәгендә тәҙрәләрҙе яңыртыу;
-Илсе мәктәбенә канализация үткәреү, ишектәргә ремонт;
-Комсомольск мәктәбендә ағымдағы ремонт;
-Ҡунаҡбай Мәҙәниәт йортоноң ҡыйығын рәткә килтереү;
-Яңы Байрамғол клубында йылылыҡ системаһын ипләү ;
-Ураҙ Мәҙәниәт йортон төҙөкләндереү;
-Ахун спорт залының ҡыйығын ремонтлау;
-Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол, Поляковка, Вознесенка, Сәфәр ауылдарында һыу скважиналары быраулау
-Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол, Илсеғол, Орловкала балалар майҙансыҡтары булдырыу;
-Рәсүл, ¤ргөн ауылдарында зыярат кәртәләү;
-Учалы, ¤ргөн ауылдарында урам яҡтыртыу системаһын рәтләү;
-Ҡунаҡбай, Сәфәрҙе янғын мотопомпалары менән тәьмин итеү;
-Наурыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына һәйкәлде төҙөкләндереү.
Эштәр яҡын арала башланасаҡ, был хаҡта хәбәр итеп торорбоҙ.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Һөҙөмтә күренеп тораҺөҙөмтә күренеп тора
7-8 декабрь Бөтә донъя банкы вәкиле Нина Филиппова районыбыҙға килеп, урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә проекттарҙың... Тотош уҡырға
Рөстәм Хәмитов учалыларға яуап бирәРөстәм Хәмитов учалыларға яуап бирә
- Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы! Учалы-Иманғол автомобиль юлы төҙөлөшө хаҡындағы мәсьәләне хәл итеү ниндәй стадияла? Беҙҙең ветерандарыбыҙ был һорау менән... Тотош уҡырға
Күмәкләгән – яу ҡайтарғанКүмәкләгән – яу ҡайтарған
Ауылдарҙы сағыштырып ҡараһаң, улар бер-береһенә оҡшаған. Тик кешеләр төрлөсә булған кеүек, һәр ауылдың үҙенә генә хас айырмалыҡтары, характеры бар. ... Тотош уҡырға
Хыялыбыҙ - комплекс төҙөүХыялыбыҙ - комплекс төҙөү
Белеүебеҙсә, быйыл республикабыҙҙа муниципаль берәмектәрҙең урындағы инициативаларына булышлыҡ итеү программаһы старт алды. Ҡунаҡбай ауыл Советы ла... Тотош уҡырға
Әүҙемерәк булайыҡӘүҙемерәк булайыҡ
Баштан уҡ аныҡ әйтергә кәрәк, юғиһә күптәр аҡсаны Бөтә донъя банкы бирә, тип яңылыша. Республикала муниципаль берәмектәрҙең урындағы инициативаларына... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.