» » Замандан ҡалышмай

Замандан ҡалышмай14.08.2015

Замандан ҡалышмайБаш ҡалабыҙҙа хаҡлы ялдағы ололар араһында компьютер грамоталығы буйынса III республика чемпионаты үтте. Ярышта Белорет, Учалы, Туймазы, Өфө ҡалаларынан һәм Дүртөйлө, Саҡмағош, Кушнаренко, Ҡалтасы райондарынан 14 кеше көс һынашты. Уларҙың барыһы ла «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» программаһы ҡатнашыусылары.
Конкурсанттарға финалда дүрт һынау әҙерләнгән. Тәүгеһен (презентация) улар өйҙә эшләп килтерергә тейеш булалар. Икенсеһендә - билдәләнгән параметрҙарҙа ҙур булмаған текст баҫыу, уға һүрәт ҡуйыу, яҙыуҙың стилен һәм шрифтын үҙгәртеү ҡаралған. Өсөнсө этапта «Яндекс» эҙләү системаһы аша БР Хеҙмәт министрлығы сайтын табып, унан министрлыҡ белгестәре хаҡында мәғлүмәттең күсермәһен айырым файлға урынлаштырыу һорала. Һуңғыһында иһә хаҡлы ялдағылар дәүләт хеҙмәттәр порталына инеп, Пенсия фонды, Хеҙмәт һәм мәшғүллек федераль үҙәге, социаль страховкалау фонды тәҡдим иткән хеҙмәттәр күләмен билдәләргә тейеш булалар. Барлыҡ финалистар ҙа һынауҙарҙы уңышлы атҡарып сыға, шулай ҙа иң етеҙ һәм сифатлы эш тип Учалы вәкиле Фатима Алтынбәкованың һөҙөмтәләре баһалана.
59 йәшлек Фатима Митхәт ҡыҙы бына инде 36 йыл 5-cе мәктәптә рәсем дәресенән балаларға белем бирә. Тәжрибәле уҡытыусы һәр ваҡыт үҫеү, эҙләнеү процесында. Был хаҡта уның награда-еңеүҙәре лә һөйләй: «БР мәғариф отличнигы», «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы» конкурсында грантҡа эйә булыусы, «Йыл уҡытыусыһы» конкурсының муниципаль этабы еңеүсеһе һ. б.
Компьютерҙы үҙләштереүҙә тәүге аҙымдарын ул ун йыл самаһы элек улына компьютер һатып алғас яһай. Мәктәптә лә заман технологияһы менән ҡулланыуға өйрәтеүсе курстар уҙғарыла.
- 2011 йылда «Уҡы-тыусы ижадында информацион-коммуникация тех-нологиялары» тип исемләнгән конкурста үҙ көсөмдө һынап ҡараным. Һөҙөмтәлә, муниципаль этапта, ә аҙаҡтан республика кимәлендә лә I урын яуланым. Ошо ярышҡа әҙерлек барышында күп нәмәгә өйрәндем. Өҫтәүенә, республика белем биреү учреждениеларын компьютер менән тәьмин итә башланы һәм конкурс еңеүсеһе булараҡ мәктәпкә килгән 28 ноутбуктың береһе миңә тәтене. Шул мәлдән был техниканан айырылғаным юҡ, - ти еңеүсе.
«Өсөнсө быуын халыҡ университеты» программаһы буйынса алған белеме менән ҡәнәғәтләнмәй, Фатима Митхәт ҡыҙы БР Мәғарифты үҫтереү институтының дистанцион програм-маһын да үҙләштерә. Белмәгәнен интернет селтәре аша эҙләп таба, йә иһә мәктәптә информатика уҡытыу-сыларына мөрәжәғәт итә. Конкурсҡа әҙерлек барышында уға үткән йылда ошо уҡ конкурста II урын яулаусы, Мәскәүҙә Башҡортостан данын яҡлаусы, шулай уҡ элекке уҡытыусы Мәрйәм Янбулатова ярҙам итә.
- Тырышһаң, хаҡлы ялға сыҡтым тип туҡтап ҡалмаһаң, компьютер кеүек заман технологияһы менән дә «һин»гә һөйләшергә була. Шулай ҙа әлегә клавиатурала ике ҡул менән эш итә алмайым. Шулай уҡ, программалар урынлаштырыу килеп сыҡмай, әммә бөтәһе лә алда әле, - ти Фатима Алтынбәкова.
Тыйнаҡ кеше булараҡ, өйрәнгәндәре-белгәндәре хаҡында артыҡ тел сарларға яратмаһа ла, әңгәмәсемдең компьютерҙы ҡайһы бер йәшерәктәрҙән күпкә яҡшы белеүендә шик юҡ. Конкурста ла бит ул, «башлаусылар» төркөмөндә түгел, ә «ышаныслы ҡулланыу-сылар» номинацияһында көс һынаша.
Бөгөнгө балалар бәләкәй саҡтан уҡ заман технологиялары менән таныш. Шуға күрә белем биргәндә ҡыҙыҡлы дәрестәр ойоштороу, презентациялар әҙерләү өсөн дә рәсем уҡытыусыһына компьютерһыҙ булмай. Мәҫәлән, Фатима Митхәт ҡыҙы үҙ аллы график чертеждар яһау өсөн «Компас» график редактор программаһын үҙләштергән. Уны ул юғары кластарҙа белем биргәндә ҡуллана.
Интернет селтәре аша яңылыҡтар, теләгән мәғлүмәтте табыу ғына түгел, ә ҡайһы бер көнүҙәк мәсьәләләрҙе лә хәл итергә мөмкин бит.
- Үҙәк ҡала дауаханаһы сайтына инеп табипҡа талон алдым. Унда ҡабул итеүгә бараһы көн, ваҡыты күрһәтелгән. Шулай ҙа, белгескә мин тик тере сират аша ғына эләктем. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн дә интернет аша түләү әлегә беҙҙә яйға һалынмаған. Шулай ҙа дәүләт хеҙмәттәр порталы аша үҙемдең пенсион иҫәп хәлен, ЮХХДИ, һалым хеҙмәтенә бурыстар булыу-булмау менән таныштым. Сит ил паспортын да ошо портал аша юллап ҡарарға ниәтләйем әле, - тип теоретик белемен ғәмәлдә файҙаланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты ул.
Еңеүсе Ҡазанда үтәсәк V бөтә Рәсәй компьютер буйынса чемпионатында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Ә әлегә ул Татарстан республикаһының баш ҡалаһы менән интернет селтәре аша таныша, иҫтәлекле урындар хаҡында мәғлүмәт туплай.
Генри Форд һүҙҙәре менән әйткәндә: «Белем алыуҙан туҡтаған кеше - ҡартайған кеше. Һәм уның нисә йәштә булыуы мөһим түгел: 20-ме әллә 80-ме» тигән фекер яҡлы Фатима Алтынбәкова.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Йәш сәсәндәр һынатмайЙәш сәсәндәр һынатмай
Йәмле Бөрйән районы ерендә «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр конкурсы уҙҙы. Быйыл ул 17-се тапҡыр ойошторолдо. «Ағиҙел» лагерында... Тотош уҡырға
Заман «прометейҙары»Заман «прометейҙары»
Донъялағы яуаплы һµнәрҙәрҙең береһе - ул уҡытыусы. Тап улар күңелдәрендәге ялҡын менән көслө сыраҡ булып балаларға киләсәккә юл күрһәтә. Грек мифтары... Тотош уҡырға
Сифатлы белем - төп талапСифатлы белем - төп талап
Ҡала филармонияһы алды һабантуй майҙанынан кәм түгел ине: ҡала-районыбыҙҙың мәктәп һәм балалар баҡсалары берләшеп татар, украин, ҡаҙаҡ, рус, кавказ... Тотош уҡырға
Яңы офоҡтар астыЯңы офоҡтар асты
Сибай-Белорет төбәгенең урта-махсус уҡыу йорттары араһында «Иң яҡшы уҡытыусы-2014» республика конкурсының II этабы үтте. Унда үҙ белем усаҡтарында... Тотош уҡырға
Хеҙмәт, ижад берҙәмлегеХеҙмәт, ижад берҙәмлеге
Үҙ эшеңдең оҫтаһы булыу өсөн бар яҡлап камиллашырға кәрәк. Үҫеш процесы башҡалар менән аралашыуһыҙ, тәжрибә менән уртаҡлашыуһыҙ мөмкин түгел. Был... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.