» » Барығыҙ ҙа - һайлауҙарға!

Барығыҙ ҙа - һайлауҙарға!11.09.2015

Барығыҙ ҙа - һайлауҙарға!13 сентябрь - Берҙәм һайлау көнөнә бик аҙ ваҡыт ҡалды. Әһәмиәтле ваҡиға алдынан Учалы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Әлфиә Ғәрифуллина менән осраштыҡ.
- Һайлауҙы ойоштороусылар кампанияның һуңғы нөктәһен ҡуйырға әҙерме?
- 24 июндә ауыл Советтары яңы состав депутаттарын һайлау тураһында ҡарар ҡабул итеү менән әҙерлек башланды. Вәкәләттәрен ваҡытынан алда һалған депутат урынына ҡала ултырағының 5-се участкаһы буйынса ҡала ултырағы Советына ла ө¾тәмә һайлау үтә. 26 июлгә тиклем кандидаттар теркәлде. Ни бары 2 граждан башта теләк белдереп тә, аҙағынан кире уйланы. Береһенә шылтыратып, «Документтарҙы килтереү ваҡыты сығып бара, һуңлап ҡуймағыҙ», - тип иҫкәрткәйнек, «Уның менән булырға бушамайым!» - тиеү менән сикләнде. Һәр кемдең үҙ ирке. Шулай итеп, ауыл Советтарында 171 мандатҡа 387 кандидат, ҡала ултырағы Советында 1 мандатҡа 3 кандидат дәғүә итә.
- Ә нисек 18 ауыл Советында 171 кандидат килеп сыға, барыһында ла бер һан булырға тейеш түгелме ни?
- Кирәбе, Яңы Байрамғол һәм Бөйҙө Советтарына 7-шәр депутат һайланһа, ҡалған ауыл Советтарында унышар кеше буласаҡ. Был нисбәт һайлаусылар һанынан сығып билдәләнә.
- Һайлау алды көрәше ҡыҙыу барамы?
- Иң ҡыҙыу көрәш - Уральск ауыл ултырағы Советында, 10 мандатҡа 30 кеше дәғүә итә, унан ҡала Миндәк Советы - 10 урынға 24 кеше. Ауыл ултырағы хакимиәте башлығын да депутаттар үҙ араһынан һайлаясаҡ. Ҡайһы бер ултыраҡтарҙа һайлау алды көрәшенең ҡыҙыу барыуы фәҡәт ошоноң менән аңлатыла. Әлеге мәл урындағы хакимиәттәрҙе етәкләгән башлыҡтарҙың өсәүһе генә һайлауҙарҙа ҡатнашмай - Ләлә Сәғитйән ҡыҙы Лутова (Амангилде ауыл Советы, 2002 йылдан башлыҡ вазифаһын биләне), Кәтип Нәсип улы Әхмәҙиев (Яңы Байрамғол, 2009 йылдан) һәм Фәнүзә Вәхит ҡыҙы Исаева (Илсеғол, 2003 йылдан).
Бер кандидат та һайлау алды фонды булдырманы, гәзиттәрҙә агитация материалдарын баҫтырманы. Учалы телевидениеһында йәрәбә һалыу процедураһы үткәрелеп, бушлай 2-шәр минут эфир ваҡыты бирергә әҙерҙәр ине, әлегә теләүселәр табылманы. Кандидаттар шулай уҡ публика саралары ла үткәрмәне. Бының сәбәбе көн кеүек асыҡ инде - бер ултыраҡта йәшәгәс, кандидаттар һәм һайлаусылар бер-береһен бик яҡшы белә, нимәлер өҫтәп һөйләүҙе кәрәкле тип тапмайҙар.
- Кандидаттарҙың шәхестәре тураһында ни әйтерһегеҙ?
- Аңлашыла инде, улар ултыраҡтарҙың иң актив, иң эшлекле кешеләре була торғандыр. Иң йәш кандидатҡа - 22, иң олоһона 69 йәш. 25 йәшкә тиклемге кандидаттар - 6 кеше (1,5 процент), 35 йәшкә тиклемгеләр - 69 (17 процент). Мандатҡа дәғүәселәр араһында ир-ат байтаҡҡа күберәк, ҡатын-ҡыҙҙар - 149 кеше, йәғни 39 процент. 124 кандидат (32 процент) - бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре.
- Һайлауҙарҙың ваҡытын һәм тәртибен тағы бер тапҡыр ҡабатлап әйтеү артыҡ булмаҫтыр, бәлки берәй яңылыҡ та барҙыр?
-Ҡәҙимгесә, 13 сентябрь көнө 8.00-20.00 сәғәттәрҙә үтәсәк. Урындағы ваҡыт буйынса киске һигеҙҙән һуң участка һайлау комиссиялары бюллетень иҫәпләй, протокол төҙөйҙәр һәм территориаль һайлау комиссияһына килтереп тапшыралар. Мәғлүмәттәр шундуҡ «Һайлауҙар» дәүләт автоматик системаһына индерелә, ҡайһы ауылда кем күпме тауыш йыйғанлығы Мәскәүҙә лә билдәле буласаҡ - һайлауҙарҙың законлы үтеүенә ил властары ҙур әһәмиәт бирә. Территориаль комиссия участка һайлау комиссияларының протоколдарын раҫлап ҡарар ҡабул итә, күпселек тауыш йыйған кандидаттарға 30 көн ағымында депутат танытмалары тапшырыла.
Кемдәрҙеңдер 13 сентябрҙә ултыраҡ-тарынан ситтә булыу-ҙары мөмкин, ундайҙар 2-12 сентябрь ваҡытынан алда тауыш бирә ала. Бының өсөн паспорт тотоп участка һайлау комиссияларына килеүҙәре талап ителә.Бөгөнгө көнгә 13 граждан был хоҡуҡ менән файҙаланды. Һайлаусыларҙың ҡалғандары урналар янына фәҡәт Берҙәм һайлау көнөндә килергә йыйыналыр.
- Һайлауҙар ғәҙел һәм законлы үтәсәк, тип ышандыра алаһығыҙмы?
- Әлбиттә! Бына әле участка һайлау комиссияларының составын ентекләп тикшерҙек. Комиссия ағзаларының кандидат-тарға яҡын зат йә эш буйынса буйһонған хеҙмәткәр булыуҙарын закон рөхсәт итмәй. Бындай осраҡтар ҙа асыҡланды, комиссия ағзалары алмаштырылды. Юғиһә, туғаны йә коллегаһы бер ниндәй булышлыҡ күрһәтмәгән осраҡта ла, кандидаттың һөҙөмтәләре ғәмәлдән сығарылыуы ихтимал.
Һүҙҙе йомғаҡлап, бер яҡташыбыҙ ҙа тыуған-йәшәгән ултырағының яҙмышына битараф ҡалмаҫ, иң лайыҡлылар депутат итеп һайланыр, тигән өмөт белдерәм.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
ҺайлаҙарҺайлаҙар
БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясова һайлауҙар тураһында: -13 сентябрҙә республикабыҙҙа урындағы үҙидара... Тотош уҡырға
«Мөһим ваҡиғалар буласаҡ»«Мөһим ваҡиғалар буласаҡ»
2015 йылда федераль һәм республика кимәлендәге һайлау булмаясаҡ. 13 сентябргә тура килгән берҙәм һайлау көнөндә беҙҙе республиканың 53 районындағы... Тотош уҡырға
«Бишле» ҡуйылды«Бишле» ҡуйылды
6 ноябрь көнө БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев район хакимиәте бинаһының ҙур залында урындағы территориаль һәм участка комиссиялары... Тотош уҡырға
Кандидат раҫландыКандидат раҫланды
Рөстәм Хәмитов ваҡытынан алда Башҡортостан Президенты һайлауҙарына кандидат итеп раҫланды. Ҡарар 21 июндә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан... Тотош уҡырға
Төбәгебеҙ хәлдәреТөбәгебеҙ хәлдәре
* Район территориаль һайлау комиссияһына яңы рәйес тәғәйенләнде. Зәки Билалов әлегә тиклем ауыл хужалығы бүлегендә баш агроном вазифаһын биләне, унан... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.