» » Өс рекорд төҫмөрләнә

Өс рекорд төҫмөрләнә16.10.2015

Өс рекорд төҫмөрләнә Заман башҡа, заң башҡа. Хәтерегеҙҙәлер, элек «Яйыҡ» гәзитендә «Ялан батыры» рубрикаһы булдырып, иң юғары күрһәткестәргә ирешкән механизаторҙарҙың күрһәткестәре баҫылыр ине, сәсеү һәм ураҡ дәүерендә һан һайын тиерлек ошо темаға репортаждар сыҡты. Хәҙер ни, дөйөм ауыл хужалығы производствоһы ла ныҡ кәмене, коллектив хужалыҡтар ҙа төп өлөштә ғәйеп булып, башлыса шәхси йорт хужалыҡтарына ҡарап ҡалдыҡ.
Ошондай шарттарҙа ҙур ауыл хужалығы предприятиеһының әһәмиәте айырыуса юғары була инде. Хәйер, «Байрамғол» тураһында яҙырға яҡшы сәбәп тә бар - ураҡты бик яҡшы тамамланылар. Ошо уңайҙан агрофирма директоры Илдус Басир улы Сабанбаев менән осраштыҡ.

- Иген культуралары быйыл 2976 гектар биләне. Ураҡты тамамланыҡ.
- Уңдырышлыҡ нисек?
- Бункер ауырлығында уртаса гектар көсө 23,4 центнер. Ураҡ аҙағына тиклем 24,2 центнер уңдырышлыҡ менән дә килә ине. Үкенес, һуңғы баҫыуҙы ауыл йылҡылары тапап зыянланы, унда гектар көсө ни бары 7 центнер ҡалды. Уртаса күрһәткәсте ныҡ кәметте был. Шулай ҙа, 23,4 центнер уңдырышлыҡҡа ла агрофирмабыҙ ирешкәне юҡ ине әле. Иген келәттәренең туп-тулы булыуын күреп күңел шатлана! Алдағы йылдарҙа файҙаланған биналар хатта етмәй башлағас, консервацияла торған элеваторҙың келәттәрен дә ҡулланабыҙ. Уральск бүлексәһендә (управляющийы Александр Смирнов) уртаса иген уңдырышлығы гектарына 26,7 центнерға, айырым баҫыуҙарҙа хатта 50 центнерға тиклем етте бит.
- Баҫыусылыҡ өсөн миҙгел ғәҙәти булды, бындай рекордтың сере ниҙә һуң?
- Ниндәй сер булһын инде, яҡшы уңыш өсөн өс төп шартты үтәү зарур. Беренсенән, агротехниканы теүәл күҙәтеү. Баш агрономыбыҙ, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәмил Мөхәмәтйәров төбәктә иң тәжрибәле һәм үҙ һөнәренә иң тоғро белгестәрҙең береһе. Хаҡлы ял йәшенә етһә лә, шөкөр, агрофирмала хеҙмәт итеүен дауам итә. Бөтә нескәлектәр уға яҡшыраҡ мәғлүмдер, мин әле агротехника тәңгәлендә бер урынға ғына туҡталып китәм. Ерҙе мөмкин тиклем күберәк көҙҙән туңға һөрөп ҡалырға тырышабыҙ, тик яҙғы эшкәртеүгә һалышһаң, уңыштың байтаҡ өлөшө алдан юғалтыласаҡ, тигән һүҙ. Быйыл да 2 мең гектарҙы август айында һөрҙөк, агрономдар раҫлауынса, тап был айҙа ерҙе эшкәртеү иң яҡшы һөҙөмтәләр бирә, көҙгө ямғырҙарҙы тупраҡ тулыһынса һеңдерә. Хәҙер, ураҡ тамамланғас, киләһе яҙ сәсеүгә тәғәйен ҡалған майҙандарҙы эшкәртеүҙе дауам итәсәкбеҙ.
Икенсе шарт - минераль ашлама ҡулланыу, беҙ быйыл физик ауырлыҡта гектарына 100 килограмм иҫәбенән минераль ашлама индерә алдыҡ. ª өсөнсө шарт, быныһы, бәлки, иң мөһимелер - юғары репродукциялы һәм район шарттарына тура килгән сортта орлоҡ сәсеү. «Байрамғол» агрофирмаһы үҙ ихтыяжына етерлек орлоҡ һалғас та, байтаҡ сәсеү материалы артып ҡала - кем алырға ниәтләй икән, беҙгә бәйләнешкә сыҡһындар.
- Ялан батырҙарының исемдәрен атап китмәҫ-һегеҙме?
- ªллә инде, беҙҙә үҙ бурысына илке-һалҡы ҡарағандар бөтөнләй юҡ бит ул… Улайһа, быйыл «Байрамғол» ике «Дон-1500» комбайны һатып алыуҙы телгә алайыҡ. Комбайнсы итеп тәғәйенләнгән ªлим Хөснуллин һәм Ранис Сәғитуллин (фотола)ярҙамсылары менән бергә ураҡтың беренсе көнөнән аҙағына тиклем ысын хеҙмәт батырлығы күрһәтте. Көндөҙ ваҡ ремонтҡа туҡтаһалар, төнөн, иртәнге ысыҡ төшкәнсе эшләнеләр. Ысыҡ саҡ ҡына кипкәс - йәнә баҫыуға. Бындай кешеләргә һоҡланмау мөмкин түгел! Хужалыҡ комбайндарҙы гел машина-технология станцияларынан яллай килде, быйыл да МТС-тарҙың Учалы, Баймаҡ, Хәйбулла филиалдарынан 12 комбайны бер юлы урҙы. Рәхмәттән башҡа һүҙебеҙ юҡ, грамоталы һәм егәрле егеттәр ярҙамға килде. Шулай ҙа, үҙебеҙҙең хеҙмәткәрҙәр «үҙебеҙгә!» - тип сәмләнеп тотоуҙары күҙгә салынмаҫлыҡ түгел. Бәлки, киләсәктә комбайн паркын артабан тергеҙеүҙе хәстәрләргә кәрәк булыр, тигән һығымта яһаным. Башҡортсалап әйткәндә, Азамат Шаһиев, Хәйретдин Шәһәретдинов һәм башҡа водителдәребеҙ «ен кеүек» арыу-талыу белмәй, нисәмә комбайн аҫтынан иген ташып өлгөрттө. ªлеге мәл эш фронты ырҙын табаҡтарына күсте, унда ла эш ҡыҙыу һәм ойошҡан рәүештә бара.
-Иген балансы тураһында төпсөнөргә йыйынмайбыҙ, коммерция серелер, шулай ҙа әйтегеҙ әле, «Ҡарауай-2015» нисек бүленәсәк?
- ªлегә теүәл әйтә алмайым, шулай ҙа уңыш һәммәһе 7 мең тонналап булыр, тип яҡынса самалайым. Төп өлөштә, әлбиттә, һыйыр малына фураж сифатында тотоналасаҡ, йылҡыларыбыҙға һоло ла артығы менән етер.
Ғөмүмән, бөгөнгө көндә игенде иген көйөнсә һатҡансы, малға ашатып, малсылыҡ продукцияһын реализациялау күпкә отошлораҡ килеп сыға. ªйттем инде, агрофирмаға запас менән орлоҡ һалына, һорап килеүселәр менән дә бүлешәсәкбеҙ. үҙ хеҙмәткәрҙәребеҙ әлеге мәл льготалы хаҡ менән (килоһын 6 һумдан) бойҙай һәм арпа ала. Хужалыҡ пай ерҙәрен арендалаған граждандарға ҡуртым хаҡы итеп икешәр центнер иген бирергә самалайбыҙ.
- Төп йүнәлешегеҙ - малсылыҡ. Ул өлкәлә хәлдәрегеҙ нисек?
- Бик яҡшы! Республикала иң юғары һауымдарҙың береһе фәҡәт агрофирмала бит. 9 айҙа бер һыйырҙан һауым 5700 килограмм тәшкил итте. Йыллыҡ күрһәткесте 7 меңгә еткереү маҡсаты ҡуйғанбыҙ. Ниәт тормошҡа ашыр тип ышанам - һыйыр һөттө күп биргән йәй миҙгеле үтһә лә, малҡайҙар быҙаулай башланы, тимәк, юғары темпты һаҡлаясаҡбыҙ. Бындай күрһәткескә лә еткән юҡ ине әле. Көтөү ҙә ишәйә бара бит әле - ғинуар айында 900 баш һауын һыйыры иҫәпләнһә, әле - 1100 баш.
- ª Ураҙҙағы комплексты тулы ҡеүәтенә эшләтергә өмөт бармы?
- Һис шикһеҙ. Ураҙҙа силос-сенаж байтаҡ тупланды. Был айҙа унда йәш мал тупланасаҡ. ª киләһе йыл һауын һыйырҙар гуртын ҡуйыуҙы ла планлаштырабыҙ. Мал аҙығын мул әҙерләй алдыҡ бит, ауыл хужалығын аңлаған кешегә хәлде төҫмөрләү өсөн бер генә һан әйтеү ҙә етер - һәр шартлы мал башына 46 центнер аҙыҡ берәмеге. Ныҡ иркен тотонғанда ла, 1,5 йылға етерлек. ª һыйырҙың һөтө - телендә инде, ҡышҡы осорҙа ла һауымдарыбыҙ юғары буласаҡ.
- Ә ҡымыҙ?
- Иген уңдырышлығы һәм һауым менән бер рәттән ҡымыҙ етештереү өсөнсө рекорд булды ла инде. 2014 йыл 32 тонна һатып шатланғайныҡ, быйыл - 37,5 тонна. Һатыу менән проблемалар булмаҫ, ахыры. Йәй көнө һынау рәүешендә Екатеринбургҡа алып барғайныҡ, беҙҙең милли эсемлектең тәменә ундағы рустар ҙа тиҙ төшөндө. “Күпме килтерһәгеҙ ҙә, тулыһынса аласаҡбыҙ», - тип ҡалдылар.
-Бөгөнгө көндә агрофирмала нисә кеше эшләй, эш хаҡын ваҡытында алалармы, күпме алалар?
- Штатта 300 хеҙмәткәр. Ҡыҙыу йәйге-көҙгө осорҙа килешеүҙәр төҙөп, 50-ләп кешене ваҡытлыса ялланыҡ. Уртаса эш хаҡы - 14-15 мең һум. Көнөн-төнөн эшләгән саҡтарҙа айырым хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы 40-50 меңгә тиклем етте. Эш хаҡы буйынса ла, һалымдар буйынса ла бурыстарыбыҙ юҡ. Аҡса ваҡытында түләнгәс, ауыл хужалығында рәсми рәүештә хеҙмәткәр булып теркәлгәс (был осраҡта төрлө дәүләт субсидияларына дәғүә итеү еңелерәк), эш һорап килеүселәр байтаҡ. Тик штатты ныҡ киңәйтә алмайбыҙ инде. Минең шәхси фекеремсә, тап штаттар проблемаһы тейешенсә хәл ителмәү заманында колхоз-совхоздарҙы ла юҡҡа сығарҙы. Образлы әйткәндә, өсәү эшләп, берәүһе ялҡауланһа, тәүге икәүҙең дә намыҫлы хеҙмәткә дәрте кәмей бара торған. Яуаплылыҡ та бик конкрет бүленергә һәм билдәләнергә тейеш. Бөгөнгө ҡырыҫ конкуренция шарттарында һәр хеҙмәткәр ныҡ тырышҡанда ғына предприятиеларҙың киләсәге бар. Беҙҙә әле һәр кем үҙ урынында, һәр кемде Хөрмәт таҡтаһына ҡуйырлыҡ! Шуны билдәләү менән сикләнәм: агрофирманың производство күләме арта барған һайын, өҫтәмә хеҙмәткәрҙәр йәлеп итә алырбыҙ, тигән өмөттә ҡалам.
- Районда берҙән-бер ҙур ауыл хужалығы предприятиеһы булып ҡалдығыҙ инде. Фәҡәт һеҙҙең күрһәткестәр төп өлөштә бөтә төбәгебеҙҙең ауыл хужалығы буйынса күрһәткестәрен билдәләй. Ошо йәһәттән яуаплылыҡ тояһығыҙмы?
- Әлбиттә. Төбәгебеҙҙең аяҡта ныҡлап баҫып тороуы, сәскә атыуы һәр Учалы кешеһенең мәнфәғәтендә. Иң яманы - юҡлыҡҡа, төрлө проблемаларға һылтанып, ҡул ҡаушарып тик ултырыу. Район властары ла, республика етәкселеге лә агрофирмаға хәлдән килгәнсә ярҙам итергә тырышалар. Ғөмүмән, иманым камил - предприятие ниндәй генә милекселек формаһында булмаһын, иң мөһиме - мөмкин тиклем күберәк, осһоҙораҡ һәм сифатлыраҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештереү. Әҙәм балаһы компютер-автомобилдәрһеҙ ҙә йәшәй ала, ә аҙыҡ-түлек көн һайын талап ителә… Санкциялар иғлан ителгәндә, импортты алмаштырыу сәйәсәте бойомға ашырылғанда был икеләтә актуаль. Артабан да һынатмаясаҡбыҙ, тип ышандыра алам. Бер ыңғайы 18 октябрь - Аҙыҡ-түлек сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө икәнлекте лә иҫкә алайыҡ. Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө айырым билдәләнә, әммә аҙыҡ-түлек сәнәғәтенең дә нигеҙ ташы - игенсе һәм малсы хеҙмәте. Шулай булғас, «Байрамғол» буйынса бөтә хеҙмәттәштәремде, предприятиеларҙа, фермер йә йорт хужалыҡтарында тир түккән бар халыҡты байрамыбыҙ менән ҡотлайым! Һаулыҡ, ғаилә именлеге, хәләл хеҙмәтегеҙ һәр саҡ һөйөнөслө емештәр бирһен тигән теләктә ҡалам.
-Һеҙгә лә, шундай күтәренке рухта әңгәмә, республика кимәлендә учалыларҙың хеҙмәт данын юғары кимәлдә тотҡанығыҙ өсөн рәхмәт! Һәм гәзит уҡыусыларға Илдус Сабанбаевтың ғаиләһе бер-нисә йыл элек «Яйыҡ» редакцияһы үткәргән «Ғаилә старттарында» чемпион булыуҙарын иҫкә төшөрәбеҙ. Беҙҙең гәзит ярышы еңеүсеһе булғас, башҡа уңыштарын да үҙебеҙҙеке һымаҡ ҡабул итәбеҙ!
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Сенаж һалына башланыСенаж һалына башланы
Район хужалыҡтары дәррәү мал аҙығын әҙерләүгә тотондолар. Иң беренселәрҙән булып «Байрамғол» агрофирмаһы кәзә үләне сабырға төштө, уның артынса... Тотош уҡырға
Агроконференция үттеАгроконференция үтте
Һәр йылдағыса, баҫыу эштәренә ныҡлап тотонор алдынан район агрономдар конференцияһы уҙғарылды. Ауыл хужалығы бүлегенеœ баш агрономы Арслан... Тотош уҡырға
Йылҡы төбәгебеҙҙә ҡалаЙылҡы төбәгебеҙҙә ҡала
«Байрамғол» тирәләй имеш-мимештәр күп сыҡҡан мәлдә, эштең айышына төшөнөү өсөн агрофирма директоры Илдус Басир улы Сабанбаевҡа мөрәжәҡәт иттек.... Тотош уҡырға
«…теләгән әмәл эҙләй»«…теләгән әмәл эҙләй»
Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Әдип Әғләм улы... Тотош уҡырға
Мал аҙығы әҙерләү ҡыҙаМал аҙығы әҙерләү ҡыҙа
Район хужалыҡтары мал аҙығы әҙерләүгә ең һыҙғанып тотонған. Ауыл хужалығы бүлегенән алған мәғлүмәттәр буйынса, әлеге мәлдә 11300 тонна бесән өйөлгән,... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.