» » Сирҙе нисек танырға?

Сирҙе нисек танырға?20.03.2014

Сирҙе нисек танырға? Теләмәҫтән, ике ханымдың борсолоп һөйләшеүенә шаһит булдым. Тауыштарының тоноҡлоғонан уҡ ниндәйҙер бәлә тураһында һүҙ барғаны аңлашыла. «Уға бит әле йәшәргә лә, йәшәргә ине», - тип уфтана әңгәмәләшеүселәр. Йөрәк өйәнәге ҡапылдан урта йәштәрҙәге ирҙең вафатына сәбәпсе булған икән… Ә бит бындай осраҡтар хәҙер йыш күренеш. Юл сатында ололарҙан айырылғас та, үҙ уйҙарыма бирелеп, атлай бирәм. Күңелгә көйөк булып ятҡан хәбәр көн дауамында ла ташлап китергә ашыҡманы. Ошондай ҡапылдан барлыҡҡа килеүсе сирҙәрҙең билдәләрен өйрәнеү теләге тыуҙы. Бәләгә тарығаныңды аңламай ҡалыуың да ихтимал бит. Гәзит уҡыусыларҙы ла иҫкәртеп, сирҙәрҙең билдәләре менән таныштырып ҡуйыу артыҡ булмаҫ.

Инфаркт
Инфаркт кисерер алдынан күбеһе һауа етмәгәнлеген, хәлһеҙлек тойоуын билдәләй. Был сир, ғәҙәттә, физик йә психик көсөргәнеш кисергәндән һуң барлыҡҡа килә. Ул үҙен төнгө ял ваҡытында ла һиҙҙерергә мөмкин. Уның тәүге билдәһе - күкрәктә тыуған тәрән ауыртыу, ул арҡаға, аҫҡы яңаҡҡа йәки һул ҡулға ла бирергә мөмкин. Стенокардия менән яфаланыусылар был хәлде сираттағы өйәнәк тип ҡабул итеүе лә ихтимал. Ләкин миокард инфаркты кисергәндәге ауыртыу ҡатыраҡ, дарыу ҡабул иткәс тә бөтмәй, ә бер аҙ баҫыла төшә генә. Миокард инфаркты - йөрәк ишемияһы сиренең иң сетерекле нөктәһе. Тейешле кимәлдә ҡан менән тәьмин ителмәү һөҙөмтәһендә йөрәк мускулының өлөшләтә некрозы үҫешә йәки күҙәнәктәре үлә. Был иһә тотош организмға кире йоғонто яһамай ҡалмай.
Инфарктты яҡынайтыусы сирҙәр
Ҡан тамырҙарының атеросклерозы йыш ҡына сирҙең баш-ланғысы булып тора. Атеросклеротик бляшкалар ҡан тамырҙарын тарайта йәки боҙа. Был тромбтарға булышлыҡ итә. Атеросклероз 45-те үткән кешеләрҙә үҫешеүсән. Ирҙәр был сиргә ҡатындарға ҡарағанда ике тапҡыр күберәк дусар була. Ә ҡатын-ҡыҙға сир менопауза ваҡытында күберәк «һөжүм итә». Артерия гипертонияһы менән йонсоусылар ҙа йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә тиҙ бирешә. Ҡан баҫымы нормала 140/90 күрһәткестәренән артмаҫҡа һәм 110/70 сиктәренән түбән булмаҫҡа тейеш. Артерия гипертонияһының ҡурҡынысы уның ҡан тамырҙары, бөйөр һәм йөрәк мускулының ҡаҡшауына килтереүендә. Шуға ла тап гипертония күп инфаркт, инсульттарға сәбәп булып ҡала. Юҡҡа ғына был сирҙе «шым үлтереүсе» тип атамайҙарҙыр.
Тәүге ярҙам
Әгәр кеше күкрәк тапҡырында ҡапыл ауыртыу кисерә башлап, ул 5-10 минут эсендә бөтмәһә, ауыртыу арҡаға, аҫҡы яңаҡҡа, һул ҡулға таралһа, кисекмәҫтән, «тиҙ ярҙам» бригадаһын саҡырырға кәрәк. Медицина ярҙамы иртәрәк күрһәтелһә, организм өсөн хәүеф шул тиклем аҙыраҡ. Телефондан кәрәкле һандарҙы йыйғандан һуң зыян күреүсенең башын ҡалҡытыбыраҡ һалырға, тынысландырырға, саф һауа инһен өсөн тәҙрәләрҙе асырға, түш тирәһендә элмәктәрен сисергә. Ярҙам көткән арала аспирин төймәһен эсерергә һәм нитроглицерин төймәһен ваҡлап теле аҫтына һалырға кәрәк.
Инсульт
Тәбиғәткә ял итергә сыҡҡан бер ҡатын абынып йығыла. Шулай ҙа «тиҙ ярҙам» саҡыртырға теләгән иптәштәрен бер ни булмағанлығына ышандыра. Йәнәһе, яңы аяҡ кейеменә өйрәнеп китә алмай, ташҡа һөрөнгән. Башҡалар ҡатында бер аҙ үҙгәрештәр тойһа ла, ныҡышып тормай… Ә кисен дуҫтары уның дауаханаға эләккәнен ишетә. Шул уҡ көндә ҡатын яҡты донъя менән хушлаша. Ял иткәндә уның инсульт кисереүе асыҡлана. «Әгәр өс сәғәт эсендә саҡыртһағыҙ, инсульт эҙемтәһеҙ үтеп киткән булыр ине», - ти һуңынан невролог тол ҡалған иргә.
Инсультты билдәләү
Инсультты билдәләү өсөн тест формаһында киләһе күнекмәләр үткәреү зарур. Беренсенән, зыян күреүсенән йылмайыуын һорарға кәрәк. Икенсенән, ябай ғына һөйләм әйттереп ҡарау, мәҫәлән: «Тышта ҡар яуа». ¤сөнсөнән, ике ҡулын бер юлы күтәреүен һорағыҙ. Әгәр һаналып киткән эштәрҙе башҡарыу ауырға төшһә, кисекмәҫтән, «тиҙ ярҙам» машинаһын саҡыртырға кәрәк. Тағы ла телен сығарып күрһәтеүе буйынса һығымта яһарға була. Тел бер яҡҡа ҡыйшайған икән һәм дөрөҫ формала булмаһа, был да инсульттың билдәһе. Медицина хеҙмәткәрҙәренә ауырыуҙың симптомдарын әйтергә онотмағыҙ! Инсульттың башы айы-рым билдәләргә эйә түгел. Әммә бер нисә минут үткәс, кәрәкле матдәләр менән тәьмин ителеүҙән туҡтаған мейе күҙәнәктәре үлә башлай. Шуға ошондай тесты үткәреү кәрәк тә инде. Инсульт кисергән кешенең башы әйләнә, хәрәкәт координацияһы юғала, теле көрмәләнә, тән өлөштәре ойой, кәүҙәһенең бер яғын фалиж һуғыуы ла ихтимал. Күҙ алдары ҡараңғыланыу, бер нәмәнең икәү булып йәки тоноҡ күренеүе лә инсультты характерлай.
Инсульт ваҡытында ҡан төйөрө - тромб - йәки шартлаған тамыр ҡаны мейеләге ҡан әйләнешен боҙа. Кислород һәм глюкозаның етешмәүе мейе күҙә-нәктәренең үлеүенә һәм хәрәкәт, телмәр, хәтер функцияларының боҙолоуына килтерә. Мейенең бәләкәй өлөшөнөң зыян күреүенән, ғәҙәттә, аяҡ-ҡулдарҙа хәлһеҙлек тойорға мөмкин. Был өлөш ҙур булған һайын янаған ҡурҡыныс та хәүефлерәк. Инсульт кисергәндәрҙең йыш ҡына күп функцияларын тергеҙеп булмай.
Инсульт төрҙәре
Ишемик инсульт - сир-ҙең бөтә осраҡтарының дүрттән өс өлөшөн биләй. Уға баш мейеһе тамырҙарының атеросклерозы, йоҡо һәм умыртҡа бағанаһы артерияларының стенозы, ҡандың ойошоусанлыҡ һәләте артыуы сәбәпсе булырға мөмкин. Шулай уҡ мейегә илткән тамырға тромб йәки ойош ҡан тығылыуы ла ишемия инсультына килтерә.
Ишемик инсультҡа сәбәпсе булған тромбтар атеросклероз төйөрсәһе арҡаһында тарайған артерияларҙа барлыҡҡа килә. Ә был - холестерин йөрөтөүсе аҡһымдарҙың ултырмалары. Ҡан төйөрҙәре йөрәктең насар эшләүенән йәки ҡан тамырҙарының шартлауына килтергән йәрәхәт алғандан һуң да хасил булыуы мөмкин. Ҡан баҫымының күтәрелеүе лә мейеләге ваҡ тамырҙарҙың ярылыуына килтерә.
Ишемик инсульттың билдәләре булып баш ауыртыуы, әйләнеүе, хәлһеҙлек, аяҡ-ҡулдарҙың ойоуы, иҫтән яҙыу, йөрәк тапҡырындағы ауыртыуҙар тороуы ихтимал. Кешенең йөҙө ағара, пульсы һирәгәйә, ҡан баҫымы түбәнәйә, йөрәк эшмәкәрлеге һәм тын алыш хәлһеҙләнә. Төн сыҡҡансы аяҡ-ҡулдарҙы өлөшләтә фалиж һуғырға мөмкин. Сирленең башын ныҡ күтәртеп һалырға ярамай. Шунда уҡ йөрәк тибешен һәм тын алыуын көйләргә тырышырға кәрәк. Ауырыу һис шикһеҙ дауахана шарттарында ҡаралырға тейеш.
Геморрагик инсульт һирәгерәк осрай. Ул баш мейеһендә ҡан тамыры шартлау һөҙөмтәһендә килеп сыға. Ғәҙәттә, ҡапыл, көндөҙгө психик йәки физик көсөргәнештән һуң барлыҡҡа килә. Иҫтән яҙып, кеше йығыла, хатта, кома осрағы теркәлеүе ихтимал. Зыян күреүсенең йөҙө ҡыҙара, маңлайында тир бәреп сыға, муйындағы ҡан тамырҙарында пульс көсәйә. Кеше ғырылдап, көсөргәнешле тын ала. Ҡан баҫымы ныҡ күтәрелә, сирленең ҡоҫоуы ихтимал. Тән температураһы күтәрелә. Күҙ алмалары йыш ҡына йәрәхәтләнгән яҡҡа тәгәрәүсән, ҡан һауған яҡта күҙ ҡараһы ҙурая. Ә ҡан һауған яҡҡа ҡапма-ҡаршы ҡул-аяҡтарҙы фалиж һуға, һөйләшеү һәләте насарая.
Геморрагик инсульт кисереүсенең башын күтәреп һалырға һәм боҙ киҫәге ҡуйырға кәрәк. Был баш һөйәге эсендәге баҫымды бер аҙ кәметә. Ҡан баҫымын төшөрөүсе һәм мейенең шешенеүен бөтөрөүсе препараттар ҙа шул уҡ маҡсатта ҡулланыла.
Иң әһәмиәтлеһе - иҫкәртеү
Кемдер бәләгә тарығанда сирҙең билдәләрен белеп, кәрәкле тәүге ярҙам күрһәтә алыу мөһим, әлбиттә. Шулай ҙа уны алдан иҫкәртеү һәр кем өсөн хәйерлерәк. Үҙәк ҡала дауаханаһында егерме йылдан ашыу эшләүсе юғары категориялы кардиолог Динә Хәкимйәнова ла шундай фекерҙә.
- Һуңғы арала йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә тарыусылар һаны артты. Мәҫәлән, 90-сы йылдар менән сағыштырғанда, инфаркт осраҡтары менән өс тапҡыр йышыраҡ осрашырға тура килә. Инфарктҡа (шул иҫәптән инсультҡа ла) илтеүсе ике төп фактор бар. Төҙәтеп булмаған факторҙарға кешенең йәше һәм нәҫеле ҡарай. 40-ты аша атланың икән, һаулығыңа иғтибар итмәгән осраҡта, бындай сирҙәргә дусар булыуың бар. Нәҫелдә ауырыу осраҡтары теркәлһә, бигерәк тә. Ә инде төҙәтеп булған факторҙарға йәшәү рәүеше һәм башҡалар инә. Әгәр ҙә һәр кем сәләмәт йәшәү рәүеше алып барһа, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән яфаланыусылар ҙа әҙерәк булыр ине. Аҙ хәрәкәт итеү, сәләмәт булмаған, ярымфабрикаттарға тулы ризыҡ, аҙым һайын осраған стрестар организмға хәүеф менән янай, - ти Динә Хәбир ҡыҙы.
Инсульт һәм инфаркттың профи-лактикаһы сәләмәт йәшәү рәүешенә нигеҙләнә. Һәр кеше тәү сиратта ҡан баҫымы, шәкәр, холестерин кимәлен контроль аҫтында тоторға тейеш. Йылына бер нисә тапҡыр УЗИ, ЭКГ үтеп, организмдың хәлен белеп тороу яҡшы.
Тән ауырлығын да күҙ уңынан төшөрмәү хәйерле. Һимеҙ кешеләрҙең йөрәктәренә көс күберәк төшә, шәкәр ауырыуы хәүефе лә юғары. Физик әүҙемлек матдәләр алмашыныуын тиҙләтә, тимәк, тәнде лә еңеләйтә. Хатта, йәйәү йәки велосипедта йөрөү ҙә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефен кәметә. Даими күнегеүҙәр миокард инфарктының һәм инсульттың ҡабаттан барлыҡҡа килеү осрағын ҡыҫҡарта. Бил үлсәмен күҙәтеп барыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Ирҙәрҙең биле 94 сантиметрҙан артмаҫҡа тейеш булһа, ҡатын-ҡыҙҙың кәүҙәһенең иң нескә урыны нормаһы 80 сантиметрға тиклем.
Тәмәке тартыу, алкоголь кеүек насар ғәҙәттәрҙән ҡан тамырҙары ҡаҡшай, тән ағзалары тейешле кимәлдә кислород менән тәьмин ителмәй башлай. Инсульт хәүефе, мәҫәлән, алкоголь ҡабул иткәндән һуң тәүге сәғәттәрҙә юғарыраҡ.
40 йәштән уҙғандарға тәүлегенә бер тапҡыр 50-75 мг аспирин зыян итмәҫ. Әйткәндәй, был дарыу ирҙәр һәм ҡатындарға төрлөсә тәьҫир итә. Көслө заттар ҡабул иткәндә, ул инфарктты иҫкәртһә, ҡатын-ҡыҙҙан ул инсультты алыҫайта.
¤ҫтәлгә ҡуйған ашамлыҡтарҙы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай. Самаһынан тыш тоҙ, холестеринға бай майлы аҙыҡ-түлек береһенә лә файҙа килтермәҫ. Консерва һәм ярымфабрикаттарҙан бөтөнләй баш тартыу хәйерлерәк. Витамин һәм минералдарға бай йәшелсә-емеш, диңгеҙ продукттарына баҫым яһау отошлораҡ. Минераль эсемлектәр ҡан баҫымын күтәрә. Шуға ла ябай һыу эсеү организм өсөн файҙалыраҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, статистика билдәләүенсә, 100 инсульт осрағының 30-ы үлем менән, 30-ы инвалидлыҡ менән тамамлана, бары 40 кеше генә ҡәҙимге тормошҡа ҡайтыу бәхетенә эйә. Шуға ла медицинаның алтын ҡағиҙәһен оноторға ярамай: сирҙе иҫкәртеү уны дауалауға ҡарағанда күпкә еңелерәк. Беребеҙгә лә инсульт йә инфаркттан һуң тормош нисек икәнен белергә яҙмаһын.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Күҙҙәрҙең сихри көсөКүҙҙәрҙең сихри көсө
Күҙҙәр - күңел көҙгөһө, ти халыҡ мәҡәле. Көн дауамында беҙ әллә нисәмә күҙҙәр менән осрашабыҙ. Ҡуңыр, йәшел, күк төүлөләр беҙҙе үҙ ҡарашы аша үткәрә.... Тотош уҡырға
Ни күрһәң дә, сабыр ит!Ни күрһәң дә, сабыр ит!
Әҙәм балаһының ғүмере төрлө мәшәҡәттәр, хәстәрлектәр, ауырлыҡтарға ҡаршы тороуҙар менән тулы. Донъя тормошо аҙым һайын сабырлыҡҡа һынауҙар үткәрә.... Тотош уҡырға
Йөк саманан артмаһынЙөк саманан артмаһын
Юлдарҙың торошо бөгөн көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Төҙөкләндереү эштәре алып барылһа ла, ремонтланмаған участкалар байтаҡ. Юлдарҙың насар булыуының... Тотош уҡырға
Тел – күңел көҙгөһөТел – күңел көҙгөһө
2000 йылда ЮНЕСКО тарафынан телдәрҙе һаҡлау һәм яҡлау маҡсатында 21 февраль - Халыҡ-ара Туған тел көнө тип иғлан ителде. Бөгөн башҡорт теленең... Тотош уҡырға
Ваҡ мәсьәләләр юҡВаҡ мәсьәләләр юҡ
Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, ти халыҡ мәҡәле. Район хакимиәтендә бер юлы террорҙарға ҡаршы комиссия менән ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.