» » Дуҫың бәлә күрһәтмәһен

Дуҫың бәлә күрһәтмәһен20.03.2014

Дуҫың бәлә күрһәтмәһенҘур мал ҡоторһа, бер бәлә. Эт һәм бесәйҙең яуыз вирус эләктереүе күпкә ҡурҡынысыраҡ - кеше араһында уралалар бит, өҫтәүенә - йыртҡыстар, тешләшеү-тырнашыуға оҫталар. Һөҙөмтәлә сирҙе эйәләренә йоҡтороу ихтималы ҡырҡа арта. Шуға ла ауыл хужалығы йәнлектәре менән бер рәттән был «дүрт аяҡлы дуҫтарға» ла вакцинация үткәрелә. Былтыр, мәҫәлән, 27756 баш һыйыр малына, 17528 баш һарыҡ-кәзәгә, 4672 баш йылҡыға, 5313 эт һәм 1803 бесәйгә уколдар яһалды.

- Быйыл да был кампания актив бара. Көтөүгә сығарыу миҙгеле алдынан ветеринарҙар һәр йорт хужалығында малды тикшерә. Ошо ыңғайы эт-бесәйҙәргә вакцинация башҡарыла, селәүсен ауырыуҙарына ҡаршы дарыу ҙа бирәбеҙ. Һәр береһенә паспорт тултырылған, унда прививкалар теүәл билдәләнә бара. Тик шуныһы үкенесле, бәғзе ауыл кешеләре хайуандарының паспорттарын йә юғалта, йә яңы алған этенә үлгән эттең документын күрһәтеп маташа… Быға һис тә юл ҡуйырға ярамай, һәр эт-бесәйҙең паспорты булырға, ваҡытында профилактика саралары башҡарылырға тейеш! - тип белдерҙе Учалы ветеринария станцияһы начальнигы Салауат Исламов.
Ауылдарҙа ҡотороуға ҡаршы вакцинация менән участка фельдшерҙары шөғөлләнә. Ә бына Учалы ҡалаһында һәм ауылында йәшәүселәргә ветеринар дауаханаларға (лечебницаларға) килергә кәрәк: йома көндәрендә - Рудник ҡасабаһы, Үҙәк урам, 141 (белешмә өсөн телефон: 3-34-14), шәмбе - Учалы ауылы, Партизан урамы, 17 (тел.: 5-21-54). Ике дауаханала ла эт-бесәйгә вакцинация 08.00-14.00 сәғәттәрҙә үткәрелә. Процедура түләүһеҙ яһала, үҙегеҙ менән 2 миллилитрлыҡ шприц килтереү генә талап ителә. Дауаханаларҙа яуаплы һәм тырыш белгестәр эшләүенә үҙебеҙ барып инандыҡ.
Мәфтүхә Вәкил ҡыҙы Хөсниәрова (фотола) - Әбйәлил ҡыҙы. Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлағас, йүнәлтмә буйынса районыбыҙға ебәрелә. 1986 йылдан Рудник ҡасабаһындағы ветеринария дауаханаһында табип булып эшләһә, 1994 йылда учреждениеның мөдире итеп үрләтелә. Һөнәрен яҡшы белә, хәҙер инде бай тәжрибә туплаған, кеше менән һөйләшеүгә алсаҡ - ветстанция етәкселеге лә, халыҡ та үҙен берсә ихтирам итә.
Рудникта ла, улар хеҙмәтләндергән Бөйҙө ауылында ла мал етерлек. Шуға күрә штаттары ла апаруҡ - мөдир, табип һәм фельдшер, ике санитар. «Барыһы ла тырыш, һөнәрҙәренә тоғро кешеләр, кемделер айырып күрһәтеү дөрөҫ булмаҫ», - ти Мәфтүхә Вәкил ҡыҙы.
Әле өйҙән-өйгә йөрөп, анализға ҡан алыу менән мәшғүлдәр. Бер ыңғайы эт-бесәйҙәргә ҡотороуға ҡаршы прививкалар ҙа яһайҙар. Быйыл ғына 250-ләп эт, 200-ләп бесәйҙе (һәм уларҙың эйәләрен!) ҡурҡыныс вирустан ҡурсалап өлгөргәндәр. Халыҡ төп өлөштә бының ни тиклем мөһим эш икәнлеген аңлай, үҙҙәре ярҙам итергә тора, тип белдерҙе дауахана мөдире. Кәрәк эш икәнлеген кеше түгел, эттәр ҙә аңлайҙыр - күпме укол сәсеп үҙҙәренең бер тапҡыр ҙа тешләнгәндәре юҡ икән!
Ветстанция белгестәре күрше Ҡаҙағстанда, Рәсәйҙең күп өлкәләрендә бруцеллез таралыуға борсолоу белдерҙе. Малдан кешегә күсергә һәләтле сир. илми әҙәбиәттән күренеүенсә, профилактика өсөн малға вакциналар яһау алымы һыналып ҡаралған була, әммә көтөлгән файҙа бирмәй. Һаҡланыуҙың берҙән-бер һәм иң эффектлы сараһы - ситтән мал килтергәндә мотлаҡ рәүештә ветеринарҙарҙан тикшертеү. Кешегә йоҡһа, ҡағиҙә булараҡ, ғүмерен заман медицинаһы һаҡлап ҡала ала. Әммә мәгәр ғүмерлеккә инвалид булып ҡалыуы ла ихтимал. Бруцеллездың яманлығына үҙ тәжрибәгеҙҙә инанырға тура килмәһен!
БР Ветеринария идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, былтыр 28 ҡотороу осрағы асыҡланды. 2012 йыл менән сағыштырғанда иммунлаштырыу эше ике тапҡыр арттырылып, 1,2 миллион йәнлеккә вакцинация үткәрелә.
Күпселек ҡотороу осраҡтары берәҙәк йә ҡырағай хайуандарға тура килә. Шуға ла бер йылда 55 мең берәҙәк эт һәм бесәй тотола, 9,2 мең баш ҡырағай йыртҡыстар юҡ ителә.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Хәл сағыштырмаса именХәл сағыштырмаса имен
Район хакимиәтендә наркотиктарға ҡаршы комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Сарала БР наркоконтроль идаралығы начальнигы урынбаҫары Владимир Яматин,... Тотош уҡырға
Әүҙемерәк булайыҡӘүҙемерәк булайыҡ
Баштан уҡ аныҡ әйтергә кәрәк, юғиһә күптәр аҡсаны Бөтә донъя банкы бирә, тип яңылыша. Республикала муниципаль берәмектәрҙең урындағы инициативаларына... Тотош уҡырға
Йыл йомғаҡтары барландыЙыл йомғаҡтары барланды
26 февралдә муниципаль район Советының 17-се ултырышы үтте. Көн тәртибендәге төп һорау - район Советы рәйесе Дамир Кәримовтың һәм район хакимиәте... Тотош уҡырға
Йөк саманан артмаһынЙөк саманан артмаһын
Юлдарҙың торошо бөгөн көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Төҙөкләндереү эштәре алып барылһа ла, ремонтланмаған участкалар байтаҡ. Юлдарҙың насар булыуының... Тотош уҡырға
Ваҡ мәсьәләләр юҡВаҡ мәсьәләләр юҡ
Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, ти халыҡ мәҡәле. Район хакимиәтендә бер юлы террорҙарға ҡаршы комиссия менән ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.