» » Күңелле концерт көтә

Күңелле концерт көтә30.11.2015

Күңелле концерт көтәВәғәҙә иткәнебеҙсә, «Еңеүсегә - елле бүләк» акцияһының икенсе лотереяһын уйнаттыҡ. Был йәрәбәлә бәхет йылмайыусылар хаҡында һүҙ йөрөтөрҙән алда, квитанция менән бергә Абҙаҡ ауылынан килгән хатҡа иғтибар биреп үтәйек. Уның ҡыҫҡаса эстәлеге шулай: «Мин үҙемде белә-белгәндән алып район гәзитенән айырылғаным юҡ. «Яйыҡ» иғлан иткән конкурстан да ситтә ҡалмаҫҡа булдым. Гәзитте ғаилә менән яратып уҡып барабыҙ. Бигерәк тә И. Янбаев, Ә. Даутова, Г.Мотаһарованың мәҡәләләре оҡшай.
Элек Рәүеф ағай Насиров эшләгән дәүерҙә баҫма менән ныҡлы хеҙмәттәшлек итә инем. Ул бер йылға подписка менән бүләкләне, квитанцияһы әле лә һаҡлана. Рафаэль Айсин, Мәрйәм Шакирова, Рәсих Лоҡмановтар менән аралаша торғайным. Иң тәүҙә игенде тапаған малдар, еңел машиналар тураһында яҙып сыҡтым. Аҙаҡтан алдынғы механизаторҙар, һауынсылар хаҡында мәҡәләләрем баҫылды. Әле лә һирәк булһа ла яҙам, хаттарым гәзит биттәрендә баҫыла. Мөхәрририәткә ижади уңыштар теләйем! Изге теләктәр менән Әнисә Камалетдинова». Йылы һүҙ таш иретер, тигәндәй, гәзит уҡыусыларыбыҙҙың эшебеҙҙе ыңғай баһалап, йылы теләктәрен еткереүе беҙгә лә илһам, дәрт өҫтәй! Рәхмәт!

Иң тәүҙә төп приз - 4 декабрҙә ҡала филармонияһында үтәсәк күптәрҙең яратҡан йырсылары Фәдис Ғәниев менән Лилиә Биктимерова концертына ике кешелек саҡырыу ҡағыҙын отторҙоҡ. Моңло йырҙар тыңлап ял итеп ҡайтыу бәхете Абҙаҡ ауылынан Исхаҡовтар ғаиләһе өлөшөнә төштө.
- Хаҡлы ялдағы кешеләрҙең көнө, ғәҙәттә, ваҡиғаларға бай түгел. Ә һеҙ шылтыратып төп призды алыуыбыҙ хаҡында әйткәс, беҙҙең өсөн ҙур байрам булды. Ҡалаға концерттарға йөрөп бармайбыҙ. Әммә, «Яйыҡ»тың үҙенән алған бүләккә мотлаҡ киләсәкбеҙ. Ошондай шатлыҡлы минуттар бүләк иткәне өсөн баҫмаға ҙур рәхмәт! - тине ҡыуанысын йәшермәй Флүрә Исхаҡова.
Флүрә Тимербай ҡыҙы сығышы менән Әбделҡасим ауылынан. Ҡаҙағстанда йәшәгәндә үк башланғыс кластар уҡытыусыһына белем ала. Дүрт йыл кескәйҙәргә хәреф-һан өйрәткәндән һуң, Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай һәм 45 йыл ғүмерен математика фәненән балаларға белем биреүгә бағышлай. Фазыл Даян улы иһә Әпсәләм ауылы кешеһе. БДУ-ның физика-математика факультетын тамамлаған. Уның хеҙмәт стажы - 35 йыл.
Исхаҡовтар ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлкәндәре Азамат ғаиләһе менән Учалы ҡалаһында йәшәй. Шофер, Себер тарафтарына йөрөп эшләй. Килендәре Дилә 1-cе лицейҙа башҡорт теле уҡытыусыһы булып хеҙмәт итә. Азалия исемле ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Кеселәре Салауат Сибай ҡалаһында төпләнгән. Ул ата-әсәһе юлын һайлай - Сибай институтында уҡып, музыка белгесе булып сыға. Бөгөнгө көндә йәштәр үҙәгендә эшләп йөрөй. Килендәре Рәзилә лә инглиз теле уҡытыусыһы, аспирантура тамамлаған. Ғаилә Гөлкәй исемле бер ҡыҙ тәрбиәләй.
Исхаҡовтар республика, район баҫмаларын элек-электән алдыра килә. Хаҡлы ялға сығып, буш ваҡыт күбәйгәс, райондың тын алышын сағылдырған «Яйыҡ»ты айырым иғтибар менән күҙәтеп баралар. Өлкән улдарының юбилейына ҡотлау бирергә килгән ыңғайы, гәзиткә яҙылып, лотереяға квитанция ҡалдырып сығалар. Отор-отмаҫ тигән һорауға артыҡ бирелмәйҙәр ҙә. 40 йыл самаһы элек Исхаҡовтар кер йыуыу машинаһын отҡандары булған. Бына бит, уңыш тағы йылмайҙы. Моғайын, йырсыларыбыҙҙы зәңгәр экрандарҙан ғына түгел, ә тормошта күреп, иштеү ҙә гәзит уҡыусыларыбыҙ хәтерендә яҡты хәтирәләр булып оҙаҡҡа һаҡланыр.
Төп призды алыусыларҙан тыш, Һәйтәк ауылынан Д.Байморатова, Комсомольск ауылынан Ф.Мотаһарова, Уральскийҙан С. Солтанов дини календарҙар, Кәрим ауылынан Т. Мәжитова, Озерныйҙан А. Әйүпов һәм Учалы ҡалаһынан Р. Юнысов йыртмалы календарҙар отто. Бар еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Бүләктәрҙе, рәхим итеп, редакциянан килеп алығыҙ. Ә акциябыҙ дауам итә. Отошта ҡатнашырға теләүселәр, квитанцияларығыҙҙы килтерергә ашығығыҙ!
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Бәхет йылмайҙыБәхет йылмайҙы
Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың отошҡа тип квитанцияларын бер-ике ай алдан килтерә башлауҙары «Еңеүсегә - елле бүләк» акцияһы ның күптәрҙең күңеленә хуш... Тотош уҡырға
Был юлы - 9 бүләкБыл юлы - 9 бүләк
«Яйыҡ» гәзитенә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһында «Еңеүсегә - елле бүләк!» акцияһын дауам итәбеҙ. Приздарыбыҙ артҡандан-арта. Был... Тотош уҡырға
Бер юлы өс бүләкБер юлы өс бүләк
«Яйыҡ» гәзитенә 2015 йылға яҙылыу дауам итә. «Еңеүсегә - елле бүләк» акцияһын уҙғарыу мөхәрририәтебеҙҙең изге йолаһына әүерелде. Тәжрибә... Тотош уҡырға
Хыял - ысынбарлыҡтаХыял - ысынбарлыҡта
Вәғәҙә иткәнсә, гәзитебеҙгә яҙылыусылар араһында лотерея уйнатыуҙы дауам итәбеҙ. «Еңеүсегә елле бүләк» акцияһына ҡушылыусыларҙың арта барыуы... Тотош уҡырға
Бүләк - хужаһындаБүләк - хужаһында
Баҫмабыҙға ағымдағы йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу кампанияһы тамамланыуға табан бара. Был юлы ла гәзитебеҙҙе алдырып уҡыусы дуҫтарыбыҙҙың... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.