» » Яңы йыл менән, дуҫтар!

Яңы йыл менән, дуҫтар!29.12.2015

Яңы йыл менән, дуҫтар!Өр-яңы йылға инәбеҙ:
Үҙе йәш, үҙе серле.
Моғайын, булыр йылдарҙың
Иң матур ғүмерлеһе,
Быға тиклем күрелмәгән
Йомарты, күңеллеһе.
Быйылғы йыл, миҙгел белеп,
Шаулап яуыр ямғырҙар.
Өмөтлөләр, өмөтһөҙҙәр
Мөхәббәтен табырҙар.
Бары шатлыҡ бишегендә
Тирбәлерҙәр сабыйҙар.
Шағирҙар иң шәп йырҙарын
Ошо йылда яҙырҙар.
Өр-яңы йылға инәбеҙ:
Тыуыр яҡшы ғәҙәттәр.
Арынырҙар, оноторҙар
Сир-яраһын әҙәмдәр.
Ыҙғышырға, ҡыйышырға
Булмаҫ һис бер сәбәптәр.
Дуҫ-туғанлыҡ һуҡмағына
Илтер изге сәғәттәр,
Илдән илгә аҡҡош булып
Осор теләк-сәләмдәр
Өр-яңы йылға ингәндә
Гел шулай уйландыра...
Күрәһең, кеше ғүмере
Аҡ өмөттәрҙән тора.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Матбугат-2016Матбугат-2016
Матбуғат-2016 Хөрмәтле дуҫтар! Сираттағы гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы етте. «Яйыҡ»ҡа 2016 йылдың тәүге яртыһына бөтә почта бүлексәләрендә лә... Тотош уҡырға
Мөхәррәм айы - изге айМөхәррәм айы - изге ай
Һәр маҡтау ғаләмдәрҙе, бөтөн мәхлүктәрҙе тәрбиәләүсе Аллаһы Тәғәләгә тейешле. Мөхәррәм айы мосолманса йыл башы, быйыл ул 25 октябрҙә башланды. ... Тотош уҡырға
БәхетБәхет
Бәхет өсөн күп тә кәрәк түгел, Бер йылмайыуың етә. Серле күҙҙәреңдең нуры Сихри донъяға илтә. Көлөүҙәрең күңелемә Бары шатлыҡтар өҫтәй. Ташып торған... Тотош уҡырға
Матбуғат-2014Матбуғат-2014
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! «Еңеүсегә - елле бүләк!» тип аталған лотерея уйынын беҙ бер нисә йыл рәттән көҙгө яҙылыу кампанияһы ваҡытында ғына... Тотош уҡырға
Әллә нисек булды быйылғы яҙӘллә нисек булды быйылғы яҙ
Әллә ниңә, үс иткәндәй һымаҡ Һуңлап килде быйыл яҙы ла. Ялҡауланып ҡына иреп бөттө Ҡыш буйына яуған ҡары ла. Ҡар һыуы ла ғәҙәттәге һымаҡ Шатлыҡ... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.