«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»24.11.2017

«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»Яҙмышына мең рәхмәтле Айгөл Фәттәхова. Янында сәскәләй биш ҡыҙы, ҡар-бурандарҙан һаҡлап, яҡлап барыусы ныҡлы терәге - ире бар.
Айгөл Шәфҡәт ҡыҙы Килмәк ауылынан, Булат Ғиниәт улы Комсомольскийҙан. Береһе - көньяҡта, икенсеһе - төньяҡта йәшәһәләр ҙә, ике йәш йөрәк бер-береһен табып ғаилә ҡора. Ғаилә Учалы ҡалаһында төпләнә. Айгөл Шәфҡәт ҡыҙы 10-сы мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, тормош иптәше тау-байыҡтырыу комбинатында слесарь булып эшләй.

- Әйҙә, үтегеҙ, һеҙҙе күптән көтәбеҙ, - тип фатир ишеген мөләйем ҡатын асты.
Күп бала тапҡан ханымға һис оҡшамаған, ыҡсым ғына кәүҙәле. Бала табыу гүзәл затты йәшәртә, тип дөрөҫ әйтәләр. Айгөл Шәфҡәт ҡыҙы быға асыҡ миҫал.
Төпкө бүлмәнән күҙҙәренән шуҡлыҡ осҡондары сәсрәгән өс ҡыҙсыҡ тыпырлашып килеп сыҡты. Сабинаға - 6, Самираға - 4, бәләкәстәре Заринаға 3 йәш.
Беҙ әңгәмәләшкән арала өлкәндәре Эльвина менән Эльвира ла ҡайтты, улар 8-се класта уҡыйҙар. Бәләкәстәр йүгерешеп барып апаларын ҡаршы алдылар ҙа, сыр-сыу килеп үҙ-ара уйнарға керештеләр. Уларҙы ситтән генә ҡыҙыҡһынып күҙәтәм, бигерәк ихластар. Бер ҙә юҡ-бар һорап әсәләрен дә бимазаламайҙар. Шаянҡайҙар иҙәнгә ятып көрмәкләшеп китәләр, апаларының бүлмәһенә барып туҡылдатырға ла өлгөрәләр. Ҡыҫҡаса әйткәндә, ҡырмыҫҡа иләүеләй «мәж» киләләр. Өлкәндәре һеңлеләренә бер ҙә һуҡранмайҙар, ипле генә тыялар, ярамағанлығын аңлаталар.
- Өлкән апайҙар булараҡ, Эльвина менән Эльвираға көс төшә. Минең уң ҡулдарым, таяныстарым.Кескәйҙәрҙе баҡсанан алып ҡайтыу, йорт эсендәге мәшәҡәттәр ту-лыһынса уларҙың иңендә. Ҡыҙҙарым булмаһа нимә эшләр инем, белмәйем, - тип ғорурлана әсәләре.
Әлбиттә, ишле ғаилә өсөн ике бүлмәле фатир тығыҙыраҡ. Ситлектәге тутыйғошто, ике алйырҙанды, бесәйҙә-рен иҫәпкә алғанда ғаилә ағзалары тиҫтәгә яҡынлап китә. Ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратҡа торған, әммә байтаҡ көтөргә кәрәк. Шуға ҡарамаҫтан, бер ҙә зарланмайҙар, киләсәктә фатирҙарын ҙурайтып, йорт һалып сығырға ла уйлайҙар.
Айгөл үҙе күп балалы ғаиләлә үҫкән, шуға ла бер ҙә ҡыйынлығын күрмәй. Һәр бала үҙенең ризығы менән тыуа, тигән фекерҙә.
Ҡайһы берәүҙәр бер балаһына нисек ярарға бел-мәй. Биш сабыйҙы кеше итеүе, ай-һай, еңел түгелдер… Әсәй кешенең тәрбиә сер-ҙәре менән уртаҡлашыуын һораным.
- Балаларыбыҙҙың һәр береһен аңларға, яҡшылыҡ һәм насарлыҡ төшөнсә-ләрен күңелдәренә һеңдерергә тырышам. Ҡыҙҙарҙы тәрбиәләүҙә атайҙың ҡатнашыуы ла кәрәк, был йәһәттән тормош иптәшемә рәхмәтлемен. Бергәләшеп урамда йөрөйҙәр, уйнайҙар, һүрәт төшөрәләр, дәрес әҙерләйҙәр, - тине Айгөл Шәфҡәт ҡыҙы.



Вернуться назад