Был донъяла ниҙәр бар?Бөгөн, 09:28

Был донъяла ниҙәр бар?- РФ-тың Генераль прокуратураһы бәйән итте: Рәсәйҙә иң йыш ҡылынған енәйәт - яуыз ниәттә мутлашыу, 2017 йылдың ун бер айында 204 870 осраҡ теркәлгән. Аҡыллыға ишара: дөйөм алғанда енәйәттәрҙе асыҡлау 54 процентҡа етһә, алдап байыусыларҙың дүрттән бер өлөшө генә язаға тарттырыла. Ҡыҫҡаһы, сабыйҙарса хәйләһеҙ булмағыҙ, уяулыҡты юғалтмағыҙ - тишек кәмәгә ултыртырға ниәтләнеүселәр сикһеҙ үрсене.

- Эт саба, тип бет саба. Ғәрәп Әмирлектәрендә таралған моданы Мәскәү байҙары отоп алған: бер-береһенә юлбарыҫ, арыҫлан һәм башҡа йыртҡыс балаларын бүләк итешәләр. Баш ҡала янында йәшәгән С.Княгиничев шәхси зоопаркында тиҫтәләп хайуан аҫрай.
Нисек килеп сыҡҡандыр, ҡаплан (леопард) ситлеге эсенә ир инә. Бер версия буйынса - миллионерҙың ялсыһы, йәнлекте тәрбиәләү менән шөғөлләнә, икенсе фаразға ҡарағанда - ялсыға ҡунаҡҡа килгән бабаһы ят хайуанды ҡарарға инә. Нисек кенә булмаһын, йыртҡыс ирҙе үлтергәнсе талай. Иң аянысы, кеше башына еткән хайуан язаһыҙ ҡаласаҡ, ти, йәнәһе лә, бер ғәйебе юҡ!
(№ 4)

Был донъяла ниҙәр бар?09.01.2018

Был донъяла ниҙәр бар?РФ Хөкүмәте министрҙарының былтырғы эш хаҡтары тураһында хәбәр ителде. Иң күбе финанстар министры Антон Силуанов алған - айына 1,73 миллион, йылына - 20,7 миллион һум. Һәм ошо аҡса йыл әйләнәһенә министр алған бар килемдең биштән бер генә өлөшө, ти! Кемдең ҡулында, шуның ауыҙында инде... «Көмөш» һәм «бронза» миҙалдарға иҡтисади үҫеш һәм энергетика министрҙары лайыҡ булған - айына 1,27 һәм 1,16 миллион һум.

Көрсөк, көрсөк, тигәндәренә ышаныуы ла ҡыйын. Кемгә көрсөк һәм оптимизация, кемгәлер - йән рәхәте. Былытыр донъяның иң бай 500 кешеһе 4,4 триллион долларлыҡ милеккә эйә булһа, быйыл - 5,3 триллион.

Һиндостанда бирнәләре, туй үткәрергә аҡсалары бул-мағас, байтаҡ ҡыҙҙар кейәүгә сыға алмай. Ярай ҙа каньядаан тигән йолалары бар: хәлле кеше кәләштең атаһы ролен башҡара ала. Махеш Савани атлы миллиардер быйыл 251 ҡыҙға бирнә әҙерләй, бергә йыйып, оло мәжлес итеп туй үткәрә. Был лайыҡлы әфәнде барлығы ике меңдән ашыу ҡыҙға «атай» булған.
(№ 1-2)

Дауаханаға ике машина килде09.01.2018

Дауаханаға ике машина килдеҮҙәк ҡала дауаханаһы Яңы йыл алдынан бүләкле булды, учреждениеның автомобиль паркы өр-яңы ике «УАЗ» маркалы тиҙ ярҙам машиналары менән тулыландырылды.
Автомобилдәр моноҡалаларҙы махсус техника менән тәьмин итеү маҡсатында федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаға һатып алынған. Учалылар менән бер рәттән РФ-тың, БР-ҙың төрлө төбәктәренә 27 берәмек машина ҡайтарылған. Ҡайһыларына берәр техника эләкһә, Нефтекама, Благовещенск, Белорет, Бәләбәй ҡалаларына һәм беҙҙең Учалыға ике-өс автомашина бүленде. Медицина хеҙмәткәрҙәренә бынан һуң кәрәкле урындарына барып етеү бер ни тормаясаҡ. Иң мөһиме һаулыҡ өлкәһенең дәүләт иғтибарынан ситтә ҡалмауы. Мәҫәлән, киләһе йылға бушлай дауаланыуға ла аҡсаны күберәк бүлеүҙәре Хөкүмәт етәкселегенең кеше һаулығына битараф түгеллеген күрһәтә.
(№ 1-2)

Наркоманияға сик ҡасан ҡуйылыр?26.12.2017

Наркоманияға сик ҡасан ҡуйылыр?Ошо көндәрҙә район хакимиәтендә наркотиктарға ҡаршы ведомство-ара комиссияның сираттағы ултырышы үтте.
Кәңәшмәне район хакимиәте башлығы, комиссия рәйесе Фәрит Дәүләтгәрәев алып барҙы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төбәгебеҙҙә был тәңгәлдә хәлдәр имен түгел. Көндән-көн яңы төр наркотиктар килеп сығып тора, наркотик һатыусылар интернет селтәрен әүҙем файҙалана, маҡсатына ирешер өсөн ниндәй генә юлдар һайламай - ванналар өсөн тоҙҙар, минераль ашламалар, бөжәктәрҙе юҡ итеү сараларын һатыу тураһындағы иғландарҙа ысынында үлемесле матдәләр тәҡдим ителә, уларҙың ҡапҡанына күпселектә үҫмерҙәр эләгә.
Район-ара прокурор ярҙамсыһы Алмас Исхаҡов билдәләүенсә, наркотиклы һәм психотроп матдәләрҙең законһыҙ әйләнеше, наркотиктарҙы ҡулланыу буйынса законды боҙған утыҙ биш факт теркәлгән һәм прокуратура тарафынан тейешле саралар күрелгән.
(№ 103)

Был донъяла ниҙәр бар?26.12.2017

Был донъяла ниҙәр бар? Баста тигән әҙәм тураһында ишеткәнегеҙ ҙә юҡтыр әле - бортаҡ һүҙҙәр ҡулланыуҙан бер ҙә уңайһыҙланмаған рэп-башҡарыусы, йәғни көйгә һалып шиғырҙар һамаҡлаусы.
Йәштәр араһында популяр. РФ Иҡтисади үҫеш министры Максим Орешкин да йәш кеше шул (1982 йылғы) - үҙе етәкләгән министрлыҡ Яңы йыл кисәһе үткәргәндә тап шул Бастаны саҡыралар. Зал яллауға, артисҡа гонорар түләүгә, фуршет (аяғүрә ашау һәм эсеү) ойоштороуға 9,8 миллион һум дәүләт аҡсаһын һис тә йәлләмәйҙәр. Ҡаҙна хаҡына эштә күңел-сафа ҡороуҙар тыйылғас, сараны ниндәйҙер «...яңы эш алымын үҙләштереүҙең һөҙөмтәләрен йомғаҡлау кәңәшмәһе» тип атағандар, ти. Хәҙер аңлайышһыҙ һүҙҙәр күп бит. Мәҫәлән, эш урынында күмәкләп эсеп тотолғандарға «Тимбилдинг менән шөғөлләнәбеҙ», - тип аҡланып ҡарарға мөмкин. Вазифа бурыстарына инмәгән өлкәләрҙә лә коллегаларҙың бергә булыуы, тупланыуы шулай атала.
(№ 103)

Гастарбайтерҙарҙы саҡырайыҡмы?22.12.2017

Гастарбайтерҙарҙы саҡырайыҡмы?Учалы тегеү фабрикаћының учредителе - «Өфө эш кейемдәре тегеү комбинаты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте.
Ул Рәсәйгә үткәрелгән төрлө тендерҙәрҙә ҡатнашып, аукциондарға еңеп, иң ҡатмарлы фасон һәм моделдәргә Учалы тегеү фабрикаћына тапшыра.


Эш алымы - яңыса
Предприятие юғары технологиялы тегеү, бесеү, сигеү ҡорамалдары менән тулыландырылған. Хеҙмәткәрҙәр «Джуки», «Sunstar» һәм «Гербер» фирмаларында етештерелгән автомат һәм ярым автомат тегеү машиналарында, шулай уҡ компьютерлаштырылған бесеү комплекстарында эшләйҙәр.
Бөгөнгө көндә фабрикала һигеҙ йөҙ ҡатын-ҡыҙ хеҙмәт итә, уларҙың 120-һе декрет ялында. Ауылдан да йөрөп эшләйҙәр. Әлеге көндә 180 кеше Ураҙ, Ҡунаҡбай, Ахун, Бөйґө ауылдарынан эшкә килә. Транспорт мәсьәләһе хәл ителгән. Махсус автобус барып ала, эштән һуң ауылдарына илтеп ҡуя. Йөрөп эшләүсе гүзәл заттар эш шарттары менән ҡәнәғәт.
(№ 102)

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән19.12.2017

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмәнРәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017» премияһын биреү тантанаһында киләһе йылды Ирекмән йылы итеп билдәләү тураһында иғлан итте, был хаҡта Указға ҡул ҡуйҙы.
Был сарала яҡташыбыҙ Анна Мөхәмәтйәрова ла ҡатнашыуы тураһында хәбәр иткәйнек.
- «Башҡортостан йәнлектәрҙе һаҡлау» төбәк йәмәғәт ойошмаһының волонтерҙар мәктәбе етәксеһе һәм БР Йәмәғәт Палатаһының Мәғариф, мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте, хәйриә һәм ирекмәнлек буйынса комиссияһы эксперты булараҡ, 4-6 декабрҙә Бөтә Рәсәй ирекмәндәр форумында ҡатнаштым, - тип бәйән итте беҙгә Анна, - Былтыр үҙем «Рәсәй ирекмәне - 2016» конкурсында еңеүсе булғайным, быйыл да сара бик сағыу, күләмле һәм тулҡынландырғыс итеп ойошторолдо.
(№ 101)

Был донъяла ниҙәр бар?19.12.2017

Был донъяла ниҙәр бар? АҠШ президенты Дональд Трамп  Айҙы йәнә тикшерә башлау, кеше осороу тураһында директиваға ҡул ҡуйҙы. Уйлап ҡараһаң, ысынлап та, сәйер - башта Ер юлдашын үҙләштереү уңышлы башлана ла программа 1972 йылда тулыһынса туҡтатылған була. Әллә сит планета цивилизацияларына инаныусылар дөрөҫөн һөйләйме, йәғни, космоновтарыбыҙҙы ниндәйҙер сит көс ҡыуып ебәргән буламы? Тик шуныһы бар инде - иң ышаныслы космос караптарының моторҙары тик Рәсәйҙә яһала, ә хәҙер ике ил араһында санкциялар кәртәһе.

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары федераль законға үҙгәрештәр ин-дереү тәҡдиме өҫтөндә эшләй. Баҡһаң, РФ Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индерелеп, 2017 йылдан балаға исем биргәндә вазифа, титул, һөнәргә ишара яһаған һүҙҙәрҙе ҡулланыу тыйылды. Закон сығарыусылар «Князь мира» йә «Принцесса расцвета» кеүек «тоҙһоҙ» исемдәрҙе күҙ уңында тотһа, беҙҙә был тыйыуға инерлек Әмир, Хан, Солтандар күп. Шуға ла йолаға ингән беҙҙең «титул-исемдәрҙе» ҡалғандарҙан айырыу зарур.
(№ 101)

Байрамдар тыныс үтһен19.12.2017

Байрамдар тыныс үтһенТиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп алған сихри Яңы йыл етәсәк.
Мәҙәниәт усаҡтарында, мәғариф учреждениеларында күңелле кисәләр һәм иртәлектәр, мауыҡтырғыс конкурс-ярыштар ойошторолор. Байрамдар яҡшы, әлбиттә, шулай ҙа именлек, хәүефһеҙлек кеүек төшөнсәләрҙе лә оноторға ярамай. Мәҫәлән, ауыл эсендәге юлдарҙы, мәктәп, клуб, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары эргәһен ҡарҙан таҙартыуҙы күҙ уңынан ысҡындырмаһалар ине. Был иң элек махсус техника - янғын һүндереү, ашығыс ярҙам машиналары иркен үтә алһын өсөн эшләнә. Ҡышҡы каникулдар ваҡытында, балаларҙы транспорт менән экскурсияларға йөрөткәндә, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәү ҙә көнүҙәк булып ҡала.
Ауыл ултыраҡтарында халыҡ дружиналары хасил булһа, оҙайлы байрам ваҡыттарында әллә күпме күңелһеҙ осраҡтарҙы, шул иҫәптән террористик юҫыҡтағыһын да, иҫкәртеп буласаҡ бит.
(№ 101)

Эшмәкәрлек һөҙөмтәле15.12.2017

Эшмәкәрлек һөҙөмтәлеБөгөнгө көндә районыбыҙҙың һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, пенсионерҙары ниндәй хәстәрлектәр менән йәшәй? Урындағы ойошмалары нисек эшләй? Райондың ветерандар Советы рәйесе Рафаэль Фәрүәз улы Фәйзуллин менән ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Тәүҙә үҙегеҙ менән таныштырып китмәҫһегеҙме?
- 1955 йылда Учалы ауылында тыуҙым, шунда үҫтем. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, «Энергоремонт» йәмғиәтендә социаль эштәр буйынса директор урынбаҫары һәм профком рәйесе булып эшләнем. 2017 йылдың май айынан ветерандар Советына рәйес итеп һайлап ҡуйҙылар.
- Ойошмала нисә ағза иҫәпләнә?
- Районда барлығы ун һигеҙ меңдән ашыу ветеран һәм пенсионер иҫәпләнә, шуларҙың 31-е - һуғыш ветераны. Ҡала-район буйынса Советыбыҙҙың 53 беренсел ойошмаһы теркәлгән. Ауылдарҙа, территориаль принцип буйынса, ауыл Советтарында берләшһәләр, ҡалала - элек эшләгән предприятиеларҙа. Тик шуныһы бар, бөгөнгө көндә ОРС, тимерле-бетон изделиелары заводы кеүек байтаҡ ойошма-предприятиелар бөтөрөлгән. Уларҙа эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ололарға ветерандар Советында айырым бүлмә бүлгәнбеҙ, беренсел ойошма ла барлыҡҡа килде.
«Афған һәм чечен хәрби хәрәкәтендә ҡатнашыусылар» клубы, «Йөрәк хәтере» ойошмаһы ла әүҙем эш алып бара.Улар менә һәр яҡлап хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
- Рафаэль Фәрүәз улы, билдәле булыуынса, һуңғы дәүерҙә районда ветерандар хәрәкәте әүҙемләште. Үтеп барған йылда ниндәй эштәр башҡарырға өлгөрҙөгөҙ?
(№ 100)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.