» » Был донъяла Ниҙәр бар

Был донъяла Ниҙәр бар02.02.2016

Был донъяла  Ниҙәр барЕвропала «шартһыҙ килем» концепцияһы нығына бара. Ҡыҫҡаса әйткәндә - дәүләт һәр гражданына (эшләгәнгә лә, эшләмәгәнгә лә) йәшәйеш мөмкинлеге тәьмин итергә бурыслы. Автоматизация, роботизация арҡаһында эш урындары кәмегәндә был айырыуса актуаль. Германияла эксперимент бара - бер төркөм немецтарға ай һайын 78 мең һум түләнә, бер генә талап - аҡсаны нисек тотҡандары тураһында отчет бирергә генә бурыслылар. Кемдер сәйәхәткә сығып китә, кемдер аҡсалы, әммә яратмаған эште ташлап, килеме самалыраҡ, әммә күптән әүрәткән шөғөлгә тотона. Быйыл Швейцарияла референдум үтәсәк - күпселек тауыш йыйыла икән, һәр граждандарына бушҡа ай һайын 2500 франк түләй башлаясаҡтар - 185 мең һум самаһы. Был өлкәлә иң алда Финляндия бара - 2017 йылдан алып һәр гражданына ай һайын беҙҙең аҡсаға 64-әр мең һум түләү тураһында ҡарар ҡабул ителгән дә инде.

Махсус тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, донъяла үҙҙәрен иң бәхетле итеп Колумбия, Фиджи, Сауд Ғәрәбстаны, Әзербайжан һәм Вьетнам кешеләре тоя. Рәсәй 30-сы урында. Иң бәхетһеҙҙәр - Ирак, Тунис, Афғанстан, Греция.

Австралияла Севдет Рамадан атлы 19 йәшлек егет террор әҙерләүҙә ғәйепләнде. Урындағы тәбиғәт үҙенсәлектәрен файҙаланырға йыйынған була: көнгәрә муҡсаһына шартлатҡыс һалып, малҡайҙы полиция участкаһына ҡарай һикертеү. Ғәйебе иҫбатланһа, ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителәсәк. Йәш тип ҡарап тормайҙар, былтыр Австралияла террор акты планлаштырған 15 йәшлек үҫмерҙе ғүмерлеккә төрмәгә хөкөм иттеләр ҙә инде. Бер ҡараһаң, дөрөҫ тә инде - икенсе кеше ғүмерен ҡыйырға йыйынған бала бала булыуҙан туҡтай.

Инфляция, йәғни аҡса осһоҙланыу тулҡыны коррупция өлкәһен дә урап үтмәй. Эске эштәр министрлығының баш идаралығы начальнигы Анатолий Якунин әйтеүенсә, Мәскәүҙә уртаса ришүәт күләме 2014 йылда 327 мең һум тәшкил итһә, былтыр 650 мең һумға еткән. Балыҡ - башынан, ил баш ҡалаһынан серей инде! Ярар, ошолай язаға тарттырып торһалар (иҡтисади йүнәлештә 9,2 мең эш ҡуҙғаталар), «йөнтәҫ ҡулдар» ҙа ҡасандыр кәмер.

Татарстанда «Иннополис» иҡтисади зонаһы нигеҙендә «Агрополис» холдингы булдырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Кешеһеҙ, компьютер идараһы аҫтында эшләгән иген комбайндары әҙерләнәсәк, көйләнәсәк һәм һынау үтәсәк. Тәүге робот «ялан батырҙары» 2018 йыл урағында эшкә егеләсәк. Компьютерға эш хаҡы түләргә кәрәкмәй, ҡыҙыу мәлдә эсергә булып китмәйәсәк, иң әүрәткәне - оптималь эш режимын һайлап (дымлылыҡ, рельеф, игендең өлгөрөү дәрәжәһе - барыһы ла анализлана), механизмдарҙы автоматик рәүештә көйләп, етештереүсәнлек бик юғары булыуы көтөлә.

Ҡара диңгеҙҙең төбөндә меңәр йыл көкөртлө водород туплана бара икән. «Һәм был сик йылдың-йылы күсә бара, урыны-урыны менән өҫкә тиклем ни бары 30-50 метр ҡалған», - тип ҡурҡыта профессор Анатолий Шевчук. Ниҙер үҙгәрмәй икән, миллион-миллион кешене ярҙан күсерергә тура килеүе бар. Ә иң яман вариант - диңгеҙҙең яна башлауы, көкөртлө водород ут тоҡаныусан матдә бит. Быға тиклем дә һыу төпкөлөнән урғылған газдың ут өйөрөнә әйләнеүен күҙәткән булалар. Был проблема күптән билдәле, заманында совет ғалимдары уны хәл итеү өҫтөндә эшләйҙәр, ләкин үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, «шыйыҡ бомба» ҡайғыһы китә. Ҡырым Рәсәйгә ҡайтҡас, тағы уйлана башланылар. Инженер Геннадий Бугрин етәкләгән төркөм ҡыҙыҡ проект тәҡдим итә: диңгеҙ төпкөлөнән шыйыҡсаны һурҙырып, көкөрт менән водородты айырып алыу - улар ҡиммәтле сеймал, был процесс ваҡытында бик күп тоҙһоҙ һыу пәйҙә була. Ярымутрауҙы баштан ашҡансы тәьмин итерлек. Хатта, электроэнергия ла етештереләсәк, ти. Пилот проекты һынауҙары уңышлы үтһен инде, тип теләргә генә ҡала.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* Чечня башлығы Рамзан Ҡадиров: «Борис Немцовты үлтереүҙе ойоштороусылар бар донъя илебеҙҙең етәкселеген ғәйепләр, протест тулҡыны күтәрелер, тип... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* Сәбәбен аныҡ ҡына белеүсе юҡ, әммә донъя баҙарында нефть хаҡы аҫҡа ҡарап тәгәрәй. Беҙҙең өсөн яҡшы түгел инде. РФ Финанстар министрлығы эргәһендәге... Тотош уҡырға
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* Грозный ҡалаһында ғәйәт ҙур «Канвас» исемле люкс-ҡунаҡханаға нигеҙ һалынды. Төҙөлөш 2 йылда тамамланасаҡ, проект хаҡы - 4,2 миллиард һум. Ике шәйех... Тотош уҡырға
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* Рәсәй территорияһында 25 Украина гражданы ҡулға алынған, араларында яман даны таралған «Уң сектор» ультрарадикал ойошмаһы ағзалары бар. Байтаҡ... Тотош уҡырға
Донъя хәлдәреДонъя хәлдәре
* Ҡырым мәсьәләһендә илебеҙҙең ҡыйыу тотоноуы күптәрҙең күңеленә хуш килгән икән. РФ Президентының рейтингы йыл башынан ғына 15 процентҡа үҫә, һуңғы... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.