» » Был донúяла нè´ºр бар?

Был донúяла нè´ºр бар?22.03.2016

Был донúяла  нè´ºр бар?
Ошо арала тамамланған Сириялағы Рәсәйҙең хәрби операцияһы 33 миллиард һумға төштө, тип яҡынса билдәләне РФ Президенты В.В.Путин. Тик илебеҙ был суммаға ярлыланды тип ҡарау хата булыр. Аҡса көйөнсә түгел бит: ҡулланыу ваҡыттары сыға барған ракета-бомбаларҙы барыбер үтилләштерергә кәрәк булыр ине, ғәскәрҙәргә күнекмәләр үткәреү өсөн былай ҙа яғыулыҡ һәм башҡа кәрәк-яраҡ бүленә. «Ҡоралыбыҙ полигондарҙа түгел, ысын алыштарҙа һынауҙы лайыҡлы үтте», - тип билдәләй ил башлығы. Ә сәйәси файҙа, террорсылыҡ ҡурҡынысын кәметеү тураһында әйтеп тораһы ла кәрәкмәйҙер.


Матәм тиерлектер - 25 йыл элек, 1991 йылдың 17 мартында референдум үткәйне. 77,8 процент совет граждандары яңыртылған Советтар Союзын һаҡлап ҡалырға теләк белдерҙе.
.
Социологтар башта халыҡтың ҡәнәғәтлек-ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһона төп йоғонто яһаған түбәндәге факторҙарҙы билдәләне: эске милли продукт кимәле, килем, ярлылыҡ, эшһеҙлек, енәйәтселек, һаулыҡ һаҡлау системаһы кимәле. Тик былай ғына, ниңә 2013 йыл Рәсәй эшселәре ҡырғыҙ коллегаларынан 20, үзбәк һәм тажик эшселәренән 10 тапҡыр күберәк эш хаҡы алып та, үҙҙәрен байтаҡҡа бәхетһеҙерәк итеп хис итеүҙәрен аңлатып булманы. Шуға ла немец ғалимы Ян Делхей хәл иткес факторҙы иҫәпкә алырға тәҡдим итте, ул да булһа - социаль ғәҙеллек. Бик дөрөҫ: элек беҙҙә халыҡ сағыштырғыһыҙ дәрәжәлә ярлыраҡ йәшәп тә, урамда йылмайып йөрөүселәр күберәк ине, үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар бөтөнләй булманы тиерлек! Фәҡәт социаль ғәҙеллек саҡ ҡына арта башлағас, Рәсәй бер йыл эсендә 64-се урындан 56-сыға күтәрелдек.
Дөйөм алғанда, Берләштерелгән Милләттәр Ойошмаһы заказы буйынса үткәрелгән тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, былтыр иң бәхетле илдәр түбәндәгесә теҙелгән; Дания, Швейцария, Исландия, Норвегия, Финляндия, Канада, Голландия, Яңы Зеландия, Австралия, Швеция. Үзбәкстан Рәсәйҙән алдараҡ. Ә бына беҙҙән дә артта Польша, Көньяҡ Корея, Төркиә, Ҡытай кеүек ярайһы үҫешкән илдәр. Иң бәхетһеҙ ил – Бурунди (157-се урын), Сирия менән Афғанстанда ла хәлдәр шәптән түгел.

Тула өлкәһенең Плеханово ҡасабаһында «газ болаһы» ҡубып алды. Ошо ултыраҡта төпләнгән сиғандар йорттарына башбаштаҡлы рәүештә газ үткәрмәксе була. Үҙәк торба тирәләй маташа торғастары, уныһы сафтан сыға, урындағы 2 меңләп кеше яғыулыҡһыҙ ҡала. Сиғандар таш-таяҡ менән бәргесләп, ремонт үткәрергә лә ирек бирмәй ҡаңғырҙылар. Урындағы властарға афарин тиергә булалыр – 500-ләп полицей, шул иҫәптән ОМОН менән СОБР отрядтары килтерәләр, йәһәт янъялсыларҙы аңдарына ултырталар.

Бөйөк рус шағиры Сергей Есениндың һуңғы балаһы Александр Есенин 92 йәшендә Америкала вафат булды. Күренекле математик. Александр Сергеевич ғүмер буйы диссидентлыҡ, Советтар Союзына ҡаршы көрәш менән шөғөлләнгән булһа ла, ғәйепләргә тел әйләнмәй. Сөнки позицияһының асылы бөгөнгө көндә лә актуаль: закондар һәйбәтлелеген һәйбәт, бар ғиллә - дәүләттең үҙе лә закондарҙы үтәүенә ирешеү, һәр граждан закон биргән хоҡуҡтар һағында үҙе торорға тейеш.

Айыуҙар ҡышын аҙыҡ эҙләп интекмәй, ҡырыҫ миҙгелде йоҡлап үткәрәләр. Кешене лә шулай йәшәтеп булмаймы? Европа йыһан агентлығы был мәсьәләне ентекләп тикшерә - оҙайлы сәйәхәттәр башҡарылһа, космонавтарҙы йоҡлатыу мөмкинлеге ҡыҙыҡһындыра. Әле лә яһалма мәрткә индереү технологиялары бар, тик бына йоҡо бер аҙнанан ашһа, психикала, мейе эшмәкәрлегендә кире үҙгәрештәр башлана, ти. Әйткәндәй, был проблема менән шөғөлләнгән Владислав Вязовский «...мейе- тәбиғәттең оло мөғжизәһе. Байтаҡ кешеләр уға эйә булып та, ниңәлер бөтөнләй тиерлек файҙаланмайҙар», - тип үкенес белдерә.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Төркиә мәкерле рәүештә Рәсәй самолетын бәреп төшөрҙө. Украинаның Милли именлек советы етәксеһе Александар Турчинов «Күршенең тауығы үлһә лә ҡыуаныс»... Тотош уҡырға
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
- Республикала сүп-сар полигондары етешмәй, проблема бик киҫкен тора. Районығыҙҙа 2008 йылдан эшләй башлаған объекттың тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте... Тотош уҡырға
Килешеү үтәлеше тикшерелдеКилешеү үтәлеше тикшерелде
31 март социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса территориаль өс яҡлы комиссияның ултырышы үтте. Урындағы профсоюз, эш биреүселәр берекмәһе һәм... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* Сәбәбен аныҡ ҡына белеүсе юҡ, әммә донъя баҙарында нефть хаҡы аҫҡа ҡарап тәгәрәй. Беҙҙең өсөн яҡшы түгел инде. РФ Финанстар министрлығы эргәһендәге... Тотош уҡырға
Уңырбыҙмы, туңырбыҙмы?Уңырбыҙмы, туңырбыҙмы?
Һуңғы ваҡытта Украинала барған мәхшәр бар донъяны тетрәтте, уның «дауылы» беҙгә айырыуса ныҡ ҡағылды. АҠШ һәм Европа союзы илдәре Украинала барған... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.