» » Был донъяла Ниҙәр бар

Был донъяла Ниҙәр бар29.03.2016

Рәсәйҙә йәшәйеш минимумынан да аҙыраҡ килемгә көн күреүселәр 2014 йылда 16,1 миллион булһа, 2015 йылда 19,2 миллионға еткәндәр. Ҡурҡыныс һан инде, кемдер майына сыҙаша алмай интегә, шул уҡ ваҡытта халыҡтың 13,4 проценты аҡса еткерә алмай яфалана. Иң ярлы 10 процент рәсәйлеләрҙең килеме 10 процент байҙарҙыҡынан 16,8 тапҡыр кәм (1990 йылда 4,5 тапҡыр булған). ООН классификацияһы буйынса бындай айырма социаль тотороҡлолоҡ өсөн хәүефле, артта ҡалған илдәргә генә хас. «Эш биреүселәр менән етди һөйләшеүҙәр үткәрергә тура киләсәк, юғиһә, халыҡтың һатып алыу һәләте лә, сауҙа күләме лә ҡырҡа кәмей», - тип билдәләй РФ вице-премьеры Ольга Голодец.
...дәүләт фәҡәт үҙе лә эш биреүсе, яллағандарҙы эш хаҡы менән артыҡ иркәләмәүе тураһында иҫкә төшөрөүе лә уңайһыҙыраҡ һымаҡ.


Ил властары шикле банктарҙың лицензияларын тартып алыу менән актив шөғөлләнә. Ҡыҫҡарта торғас, 666 банк тороп ҡалған. Шом да уятырлыҡ, Библияла өс алты «шайтан һаны» тип әйтелгән бит. Ә төптән уйлап ҡараһаң, былай тура килеүе осраҡлы түгелдер әле: банк-тар эшмәкәрлеге лә, бөтә заман иҡтисады ла рибасылыҡҡа (аҡсаны аҡсаға һатыуға) ҡоролған, ә был ҡылыҡ исламда һәм христианлыҡта бик ауыр гонаһ.

Адыгея парламенты закон ҡабул итеп, республика башлығын тура, бар халыҡ тарафынан һайлауҙы ғәмәлдән сығарҙы. Яңы тәртип буйынса, сәйәси партиялар башлыҡ вазифаһына кандидаттар исемлеген РФ Президентына тәҡдим итәсәк, ил башлығы улар араһынан өсәүҙе күрһәтәсәк. Шул өсәү араһынан депутаттар берәүҙе Адыгея башлығы итеп һайлаясаҡ. Ҡысымаған ерҙе ниңә тырнайҙар икән, хакимдарҙы туранан-тура халыҡ һайлай алыуы илебеҙҙең ҡаҙанышы бит. Аңлап торабыҙ инде - Адыгеяла шым ғына үтеп китһә, был «алдынғы тәжрибә» бөтә Рәсәй субъекттары буйынса таратыла башлауы бик тә ихтимал.

Яңы Зеландияның Гамильтон ҡалаһында йәшәгән ҡатын социаль селтәргә ғәфү үтенеп иғлан сығарҙы: Бриджит ҡушаматлы инә бесәйе ир-ат трусиктарын урлап ташырға ғәҙәтләнеп алған, ти. Ике айҙа 60 уҙаманды тура мәғәнәлә ыштанһыҙ ҡалдыра. Йә хужабикәһенең тупһаһына һалып китә (кейәүгә сығырға ваҡыт тигәндәй), йә ихатала күмеп ҡуя икән. Бахыр, ир еҫен юҡһыналыр инде.

Кеше көнләшә башлаһа, булған ғына аҡылын да юйып, тамам ахмаҡҡа әйләнә торған. Тула өлкәһендә бер әҙәм балта һәм сүкеш менән ҡоралланып ала ла, хәләл ефетен үлтергәнсе туҡмай. 85 йәшлек ҡартлас 84 йәшлек әбейен кемдәндер ҡыҙғана! Һуңынан үҙенә-үҙе ҡул һалып маташа, әммә маҡсатына ирешә алмай, күрәһең, ундай әтрәғәләмдән теге донъяла ла сирҡаналарҙыр.

СССР-ҙың халыҡ артисы Олег Табаковтың хәйриә фонды Олег Табаков исемендәге премияны Олег Табаковтың үҙенә тапшырҙы. Комедияларҙа уйнаған актер булараҡ, үҙе лә рәхәтләнеп көлгәндер инде.

Свердловск гәзиттәрендә өлкә башлығы Евгений Куйвашевтың «Роснефть» президенты Игорь Сечин менән осрашыуы тураһында яҙыла, фотография баҫыла. Тик бына һуңынан соҡона башлаһалар, һүрәттең фотомонтаж икәнлеге асыҡлана. Үҙҙәре төшөрөп өлгөрмәнеме икән, губернатор хакимиәте хеҙмәткәрҙәре И.Сечиндың В.В.Путин менән төшкән фотоһын алалар ҙа, компьютер аша РФ Президенты урынына үҙҙәренең түрәләрен урынлаштыралар.

Көндөҙ серем итеп алыуҙың сәләмәтлек өсөн файҙаһы тураһында барыһы ла белә. Әммә ял итеп алыу йоҡо һимертеү түгел бит ул! АҠШ табиптары ошондай бәйләнеш асыҡланы: көндөҙ 1,5 сәғәттән артыҡ йоҡлаған кешеләрҙә матдәләр әйләнеше сирҙәре, шул иҫәптән диабет барлыҡҡа килеү ихтималы 50 процентҡа юғарыраҡ. Бер сәғәттән күберәк йоҡлауҙың йөрәк ауырыуҙарына булышлыҡ итеүе тураһында ла хәбәр ителә. Ҡыҫҡаһы, сама кәрәк!
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Республика йортондағы оператив кәœәшмәлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә дәүләт һәм муниципаль ойошмалар хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын... Тотош уҡырға
Был донғяла ниҙәр бар?Был донғяла ниҙәр бар?
әлегә рәсми рәүештә белдермәһә лә, немец гәзиттәре хәбәр итеүенсә, ФРГ канцлеры Ангела Меркель 9 май Мәскәүҙә үтәсәк Еңеү парадында ҡатнашыуҙан баш... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы ни бары сентябрь айында ғына яһаған прогнозы буйынса быйыл доллар курсы 35,67, киләһе йыл - 37,7 һум булырға тейеш... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* Украина властары үҙ халҡын ҡырғанды битараф күҙәткән Көнбайыш илдәре закон һәм хоҡуҡ тураһында ләстит һатырға ярата. «Телегеҙҙән бер кем дә... Тотош уҡырға
Хоҡуҡ даирәһеХоҡуҡ даирәһе
Һүҙ кеше башына етә Учалы район-ара прокуратураһы хәбәр итеүенсә, район суды тарафынан 38 йәшлек ир 11 йылға иркенән мәхрүм ителеүгә хөкөм ителде.... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.