» » Доғалар изге көскә эйә

Доғалар изге көскә эйә15.04.2016

Доғалар изге көскә эйәДоғаларҙың көсөн Огайо университетынан Донн Юнг исемле доктор үҙенең тикшеренеүҙәре менән иҫбатлаған. Бының өсөн ул үҙе йәшәгән штаттың үлем буйынса мәғлүмәттәр базаһына мөрәжәғәт итеп, 1989 йылдан алып 2000 йылға тиклемге осорҙа яман шеш менән ауырып үлгән кешеләрҙең медицина карталарын анализлап сыҡҡан. Нигеҙ итеп Юнг өс мөһим датаны - Раштыуаны, Изгелек көнөн һәм пациенттың тыуған көнөн алған. Һәм ошо ваҡытта үлемдәр кәмегәнме-юҡмы икәнлеген тикшергән. Һөҙөмтә шуны күрһәткән: үлеп барыусыларҙың күбеһе үлемен байрамдың иртәгәһе көнөнә тиклем кисектерә алған. Тимәк, үлемдең дә «ял»дары була икән.
Бөтә ауырыуҙар ҡурҡыуҙан, тиҙәр табиптар. Билдәле тикшеренеүсе Ален Бомбар карап һәләкәткә осрағандан һуң диңгеҙҙә ҡалған кешенең штормдан да, ашарына, эсеренә булмауҙан да түгел, ә ҡурҡыуҙан үлеүен иҫбатлаған. Бының өсөн ул шундай тәжрибә үткәрә: бер ай океанда бәләкәй генә һалда һыуһыҙ, аҙыҡ-түлекһеҙ йәшәй һәм ҡурҡыуын еңә алғанға тере ҡала. Ошо уҡ сәбәп буйынса, яман шеш менән ауырыусыларҙың дингә ышаныусылары атеистарға ҡарағанда биш йылға оҙағыраҡ йәшәй. Доға ярҙамында улар ҡурҡыуын еңә, донъяның мәңгелек түгел икәнлеген яҡшы аңлай, ысын ҡиммәттәрҙе баһаларға өйрәнә. Был уларҙы тынысландыра һәм иммунитеттарын нығыта.


Йөрәк өйәнәгенә ҡаршы
Доғаларҙың кеше орга-низмына йоғонтоһон ғалимдар күптән түгел өйрәнә башлаған. Элек поптарҙың бышылдауын сафсата һатыу тип ҡабул иткәндәр. Әммә беренсе ғилми мәғлүмәттәр үк ажар атеистарҙы ла ғәжәпләнергә мәжбүр итә.
Тикшеренеүҙәр Американың Төньяҡ Каролина штатындағы Герцог университетында алып барыла. Ғалимдар йөрәк сире менән ауырыған 700 пациентҡа доға ҡылыу өсөн бер нисә монахты һәм дин әһелен саҡыра. Бер нисә көн дауамында табиптар был ауырыуҙарҙың хәл-торошон күҙәтә, ә тәжрибә тамамланғас, бөтә мәғлүмәтте эксперттарға тапшыра. Тиҙҙән профессор Митчелл Крушофф һөҙөмтәләрҙе иғлан итә: доғалар ярҙамында һауығыу темпы яҡынса 93 процентҡа артҡан. «Бының нимәнән шулай килеп сығыуын белмәйем, - ти профессор, - әммә йөрәктең эшмәкәрлегенә дин әһелдәре һәм ауырыуҙарҙың үҙҙәре тарафынан әйтелгән Хоҙай һүҙенең ыңғай йоғонто яһауын күҙаллай алам. Сөнки доға ҡылыусы кеше тулыһынса Аллаһы Тәғәлә менән һөйләшеүгә иғтибарын йүнәлткән һәм был, моғайын, организмдағы процестарҙың күбеһен нормаль хәлгә килтереүгә булышлыҡ итәлер».
Һуңынан асыҡланыуынса, доға кеше организмындағы ғына түгел, һыуҙағы зарарлы бактерияларҙы ла үлтерә икән. Санкт-Петербург ҡалаһынан инженер-электрофизик, «Рәсәйҙең православие ғалимдары» союзы ағзаһы Ангелина Малаховская ун йыл инде ғилми күренешкә инмәгән үҙенсәлектәрҙе - суҡыныуҙың, Аллаһы Тәғәлә һүҙенең һәм изге һыуҙың дауалау үҙенсәлектәрен өйрәнә. Бына ул нимәләр һөйләй: «Мин «Отче наш» доғаһының һәм суҡыныуҙың бактерияларға йоғонтоһон тикшерҙем. Тикшеренеү өсөн һыу төрлө урындарҙан алынды: ҡоҙоҡтан, йылғанан, күлдәрҙән». Баҡтиһәң, «Отче наш» доғаһын уҡып суҡындырғанда, һыуҙағы зарарлы бактериялар күләме 100 тапҡырға тиклем кәмей икән.

Балалар
кеүек булығыҙ
Доға көсөн иҫбат итеүсе иң төп асышҡа Бехтерев исемендәге Санкт-Петербург психоневрологик фәнни-тикшеренеү институтының нейро һәм психоневрология лабораторияһы етәксеһе, профессор Валерий Слезин юлыҡҡан.
«Күп кенә психологҡа һәм неврологҡа доға ҡылғандан йә намаҙҙан һуң кешенең күңел торошо яҡшырыуы кеүек рациональ күҙлектән ҡарағанда аңлатыуы ауыр булған феномен яҡшы билдәле. Хатта өмөтһөҙ булған ауырыуҙар ҙа ҡайһы осраҡта тулыһынса һауығып ҡуя. Бөйөк рус психиатры Владимир Бехтерев үҙенең пациенттары хаҡында: «Был дарыу эсһен, ә бына быныһы руханиға барһа, һәйбәтерәк булыр», - тип әйтер булған. Доға уҡыған ваҡытта мейелә ниндәй үҙгәрештәр булыуын тәжрибә күрһәтә».
Көйләп намаҙ уҡыу хатта психик ауырыуҙы ла тынысландыра ала, тигән фекерҙә медицина ғалимдары. Асыҡланыуынса, доға уҡыу ҡан баҫымы юғары булған кешеләргә һәм диабет менән ауырыусыларға ярҙам итә. Бер нисә минут эсендә ҡандағы холестерин кимәле кәмей һәм матдәләр алмашыныуы процесы көйләнә. Айырыуса ваҡыты-ваҡыты менән көслө депрессияға бирелеүсе кешеләргә намаҙ уҡыу файҙалы. Ғөмүмән, сир ни тиклем ауырыраҡ булған һайын кеше шул тиклем йышыраҡ Хоҙайға мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, Калифорния университеты ғалимдары шизофрения һәм башҡа көслө психик ауырыуҙар менән интеккән 400 кешенән һорашып, шуны асыҡлаған: уларҙың 80 проценты өмөтһөҙлөктән, агрессивлыҡ өйәнәгенән ҡотолоу өсөн дингә бирелгән. Мәскәү тикшереү институтының береһендә ғалимдар православие, католик һәм ислам динен тотоусыларҙы, буддистарҙы һәм Һиндостандың медитация оҫталарын саҡырып, доға ҡылыуҙарын үтенә. Улар доға һүҙҙәрен шыбырлаған ваҡытта мейелә барған процестарҙы күҙәтеү өсөн энцефалограммаларын төшөрөп ала һәм шундай феноменға юлыға: әлегә тик-лем мейенең өс төп фазаһын айырып күрһәтәләр: тиҙ йоҡо, яй йоҡо һәм күтәренке уяулыҡ. Был фазаларҙың һәр береһенә биотоктарҙың үҙ ритмы хас. Ә тәжрибә ваҡытында асыҡланыуынса, доға ҡылған ваҡытта баш мейеһенең биотоктар ритмы шул тиклем тиҙлеген кәметә, хатта аңдың дүртенсе торошо булыуы хаҡында һүҙ алып барырға мөмкин. Был хәлдә мейе тулыһынса эшләүҙән туҡтай: уйлау, фекерләү һәләте юғала һәм аң кәүҙәнән тыш йәшәй башлай. «Электроэнцефалограммала феномен шулайыраҡ күренә. Уяу ваҡытында оло кешенең баш мейеһендә альфа һәм бета-ритмдарҙың биотоктары 8-ҙән 30 герцҡа тик-лем йышлыҡ менән өҫтөнлөк итә. Ә инде тәжрибәлә ҡатнашыусылар намаҙ уҡыған ваҡытта биотоктарҙың йышлығының ритмы 3 герцҡа тиклем әкренәйә. Был яй ритмдар «дельта-ритмдар» тип йөрөтөлә һәм, ғәҙәттә, 2-3 айлыҡ йәш сабыйҙарҙа ғына күҙәтелә», - ти ғалимдар.
Тәжрибәлә ҡатнашыусы-ларҙың ҡайһы берҙәрендә энцефалограф альфа һәм бета-ритмдарҙың тулыһынса юҡҡа сығыуын, тик дельта-ритмдарҙың ғына булыуын күргән. Нейрофизиология күҙлегенән ҡарағанда, доға ҡылыусы кешеләр балалыҡҡа ҡайтҡандай була. Был ғәҙәти булмаған нейрофизиологик күренеш кешенең ниндәй доға уҡыуына бәйләнмәгән, йәғни православие динен тотоусы булһынмы, католик йә мосолман диненме - уларҙың хәл-торошо бер үк төрлө булған. Күрәһең, Евангелиела юҡҡа ғына, «балалар кеүек булығыҙ, ҡотолорһоғоҙ», тип әйтелмәгәндер.
Беҙҙең уйлауыбыҙса, доға уҡыған ваҡытта мейе нейрондары араһында патологик бәйләнеш юҡҡа сыға, сөнки кеше ауырыу тураһында уйлауҙан туҡтай, - ти доктор Слезин. - Ҡайһы бер осраҡта ул үлемесле ауырыуҙарҙы ла сәләмәтләндереүгә килтерә. Тик дингә ныҡ ышанырға һәм ысын күңелдән доға уҡырға кәрәк, юғиһә, ул дауалау көсөнә эйә булмаясаҡ.
Теләктәр ҡабул булһын өсөн доға
«Аллаһүммә инни әсъәлүкә үә әтәүәжжәһү иләйкә бинәбиййикә Мүхәммәдин нәбиййир-рахмәти фи хәжәти һәҙиһи литүкҙа ли фәшәффиғһү фийә».

Ғәфү итеүҙе үтенгән доға
«Аллаһүммә мәғфирәтүкә әүсәғү мин ҙүнүби үә рахмәтүкә әржә ғинди мин ғәмәли».

Аштан һуң
«Әлхәмдү лилләһил-ләҙи әтғәмәнә үә сәканә үә жәғәләнә минәл-мүслимин».

Асыуланғанда уҡый
торған доға
Асыулы ваҡытта тынысланыр өсөн ошо доғаны уҡырға кәрәк:
«Аллаһүммәғфирли зәнби вәзһүб ғайҙа кәлби үә әжирни минәш-шайтанир-разим».

Ихлас сүрәһе
Куль hүүә-ллааhу әхәд, Аллааhу-ссамәд. Ләм йәлид вә ләм йүләд. Вә ләм йәкүл-лүhү күфүүан әхәд.

Нәсс сүрәһе
Күл әғүҙү бираббин-нәәсс. Мәликин-нәәәс. Иләәһин-нәәәс. Миң шәрриль үәсүәәсил-хәннәәәс. Әллязии йү вәсүиссу фии сүдүүүин-нәәәс. Минәль-жиннәти ван-нәәәс

Фәләҡ сүрәһе
Куль әғуузу бираббиль фәляк Мин шярри мяа хәляк Ва мин шярри ғаасикын изяа вакаб. Ва мин шәрри нәфәcәәти фил уәкад. Вә мин шярри хәәсидин изя хәсәд.
(ошо өс сүрәне берәр йәки өсәр тапҡыр уҡып, усҡа өрөп үҙеңдең йәки балаларыңдың башынан аяғына тиклем һыпырып сығарһаң кеше көнө буйы яманлыҡтарҙан һаҡланған булыр).
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Иман ҡайтаИман ҡайта
Һуңғы ваҡытта халҡыбыҙҙың күпләп дингә килеүе, иман юлына баҫыуы күҙәтелә. Ауылдарҙа мәсеттәр төҙөлә. Халыҡтың ошондай ынтылышы һөйөндөрә генә.... Тотош уҡырға
Халыҡ күңеленә вәс-вәсә һалыусыларХалыҡ күңеленә вәс-вәсә һалыусылар
Һуңғы ваҡытта «ваһһабиттар» тип күп һөйләйҙәр. Кемдәр һуң улар? Ниндәй динде тоталар? Бына шулар хаҡында бәйән итмәксемен. Ваһһабиттар - XVIII быуат... Тотош уҡырға
Әүлиәләр иленә   әүлиә киләӘүлиәләр иленә әүлиә килә
Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө, Үҙәк Диниә Назараты рәйесе Шәйех-әл-Ислам Тәлғәт Сафа улы Тажетдиндың рәсми саҡырыуы буйынса Башҡортостанға Кипрҙан билдәле... Тотош уҡырға
Ураҙа мөбәрәк булһын!Ураҙа мөбәрәк булһын!
27 июнь көнө Ҡояш байыу менән изге Рамаҙан айы башлана. Рамаҙан - исламдағы ун ике айҙың солтаны, йәннәт ҡапҡалары асылған ай. Аллаһы Тәғәлә был... Тотош уҡырға
Мәхәллә һәм имамМәхәллә һәм имам
Изге Ҡөрьәндә: «Аллаһтан ҡурҡығыҙ, мөьминдәр араһында фетнә, дошманлыҡ тыуҙырыуҙан һаҡланығыҙ, шул ваҡытта Аллаһтың рәхмәтен алырһығыҙ», тип әйтелә.... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.