» » Был донъяла ниҙәр бар?

Был донъяла ниҙәр бар?17.05.2016

Был донъяла  ниҙәр бар?
Бөгөнгө көндә Рәсәйҙә хеҙмәткә яраҡлы 71,5 миллион граждан иҫәпләнә. Ә рәсми рәүештә 48 миллион кеше эшләй. Ҡалғандарҙың төп өлөшө йә йәшерен рәүештә кәсеп итә, йә әрәмтамаҡ булып көн күрә, сөнки эш эҙләгәндәр һаны 4-5 миллиондан артмай, ти. РФ Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында бер сәбәпһеҙ урамда ел ҡыуыусыларға яңы һалым һалыу тураһында һүҙ ҡуҙғата башланылар. Бер ҡараһаң, дөрөҫ тә инде, эсеп-туҙып йөрөүселәр, ҡартайып алһалар, пенсия талап итә башлаясаҡтар бит. Ошондай һалым Белоруссияла ҡулланыла икән. Ә бына миҙалдың икенсе яғы - күп вакансияларҙа шундай бәләкәй эш хаҡы тәҡдим ителә, унда йөрөгәнсе өйҙә бот күтәреп ятыу осһоҙораҡҡа ла төшәлер!


Хәтерегеҙҙәлер, беҙҙә ҡасандыр эш хаҡын тауар менән бирә торғандар ине. Үзбәкстандың Нукус районында әле һаман был алым ҡулланыла икән. Яңы инкубаторҙан сыҡҡан тауыҡ себештәрен 7 мең сом (беҙҙең аҡсаға 160 һум) иҫәбенән өләшәләр, ти. Уҡытыусылар, баҙарҙа бер баш 3 мең сом тора бит, тип ғауға ҡуптаралар икән. Күрәһең, инкубатор директоры мәғариф бүлеге мөдире менән бик тә дуҫ йәшәйҙәрҙер.

РФ Дәүләт Думаһы О.Михеев Рәсәй премьер-министрына яңы ҡағиҙә ҡабул ителеүен талап итеп рәсми хат ебәргән - кафе-ресторан, кинотеатрҙарҙа һүгенгән кешеләр хеҙмәтләндерелмәҫкә тейеш. Депутаттар үҙҙәре ҡабул иткән закондарҙы үҙҙәре уҡыймы икән? РФ Административ кодексының 20.1-се статьяһына ярашлы, йәмәғәт урындарында һүгенгән өсөн штраф һалынырға тейеш, холоҡһоҙ бәндәнең 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыныуы ла ҡаралған. Яңы ҡағыҙ бутҡаһы ҡайнатҡансы, булған закондарҙың башҡарылыуын ҡайғыртырға ине!

Златоуст ҡалаһы прокуратураһы ата-әсәләрҙең мөрәжәғәте буйынса башланғыс класс уҡытыусыһына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты. Ғәйебе - сабыйҙарҙы тәнәфескә сығармай уҡыта, өйгә эштәрҙе ныҡ күп бирә, уларҙы башҡарған өсөн билдә ҡуя (1-се класта был хәҙер тыйыла), ә иң насары - уҡыусыларын кәмһетеүҙән, тупаҫ өндәшеүҙән һис тә тартынмай. Прокуратураны ҡыҫылдырмай, был проблеманы педколлектив һәм мәғариф бүлеге үҙҙәре генә хәл итһә, яҡшыраҡ булыр ине! Юғиһә, уҡыусылар һәм ата-әсәләр закон менән ҡурҡытырға әүәҫләнеп алһа, балалар тома наҙан ҡалыуы ла ихтимал бит. Ә БДИ биргәндә кемгәлер ошаҡлашып булмаҫ.

Оло кешеләр ҡайһы саҡ саманан тыш тынғыһыҙ һәм тиктормаҫ булып китә. Белоруссияның Вилейка ҡалаһында бер пенсионер баҡсаһындағы һуҡыр сысҡандарға һуғыш иғлан итә. Интернет аша ниндәйҙер махсус «төтөн шашкалары» алдырта, йәнлектәрҙең өңдәренә тығып, тоҡандыра. Тик бына тегеләре төтәү урынына шартлай. Бабай әллә инструкцияны күҙәтмәй, әллә тере йән эйәләрен тонсоҡтороп үлтерергә ниәтләгәне өсөн яза ала. Нисек кенә булмаһын, имгәнгән пенсионерҙы дауаханаға һалырға тура килгән.

Билдәле модельер һәм инглиз баронессаһы Мишель Мон эш сәфәре менән Вьетнамға килә. Конференцияла сығыш яһағас, кемдер сәхнәгә сығып сәскә гөлләмәһе тоттора. Күңеле ирегән ханым ҡотлаусыны ҡулына күтәреп күкрәгенә ҡыҫа. Тик бына ул ҡунаҡ уйлағанса бала түгел, 22 йәшлек билдәле эшҡыуар булып сыға. Шулай инде, Хоҙай кемгә ниндәй буй биргән, шуның менән йәшәйбеҙ.

Былтыр Рәсәйгә турист булып иң күбе ҡытайҙар килгән икән - 677 мең кеше. 2014 йыл менән сағыштырғанда 65 процентҡа күберәк. Быйыл тағы ла артыр, күрәһең - ошо көндәрҙә Ҡытай туристарының тәүге төркөмө Ҡырымда булып ҡайтҡан. Тураға авиарейс ойоштороу мәсьәләһе ҡарала.







Америка бал ҡорттарын варроатоз ҡыра. Һуңғы дәүерҙә йылына 40-44 процент тиҙлегендә кәмей баралар. “Ҡыш үлеүҙәре күнегелгән хәл булһа, йәйге осорҙа ла күпләп һәләк булыуҙары һағайта”, - тип борсола Мэриленд университеты ғалимы Дэннис ван Энгельсдорп. Варроатоз талпаны эпидимия рәүешендә тарала,ти.

Һиндостанда Далджиндер Каур ханым ире менән 46 йыл йәшәп балалары булмай. Иренә 79, үҙенә 70 тулғанда сәләмәт малай таба, Армаан тип исем бирәләр. Әлбиттә, медицина ярҙамға килә, шулай ҙа үҙҙәре, Хоҙай доғаларыбыҙҙы ишетте, тип шөкөр итәләр, ти. Әллә доғаны ихлас ҡыла беләләр, әллә медициналары алға киткән, ләкин был беренсе осраҡ түгел. 2008 йыл 72 йәшлек ҡатын, хатта, игеҙәк тапҡан була.

Бетон сатнауы ниндәй бәлә икәнлеге мәғлүм. Инглиз ғалимдары әмәлен тапты буғай. Иретмәгә микрокапсулаларҙа махсус бактериялар ҡушалар. Бетон ҡатҡас ҡоро икән, үҙгәрешһеҙ ятасаҡтар, ә бына сатнап дым тартыла башлай икән, микроорганизмдар шундуҙ үрсей һәм тирә-яҡ эзбизләнеүгә булышлыҡ итә. Бетон үҙен-үҙе “ямаған” кеүек була инде.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
«Батрак» булма!«Батрак» булма!
Рәсмиләштерелмәгән мәшғүллекте кәметеү буйынса район хакимиәтендә «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Рәсмиләштерелмәгән мәшғүллек - хеҙмәт килешеүе төҙөмәй... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* Аҙағы хәйерле булһын инде, донъяла йәнә дары еҫе аңҡый башланы, буғай. АҠШ оборона министрының 1-се урынбаҫары Роберт Уорк НАТО ағзаларына... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы ни бары сентябрь айында ғына яһаған прогнозы буйынса быйыл доллар курсы 35,67, киләһе йыл - 37,7 һум булырға тейеш... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* Теүәл иҫәпләп сығарылды - санкцияларға яуап итеп, Рәсәй эмбарго иғлан итеү арҡаһында Европа 5 миллиард евро хаҡында ауыл хужалығы продукцияһын... Тотош уҡырға
Донъя хәлдәреДонъя хәлдәре
Донъяла иң ҡиммәт торлаҡтар исемлеге төҙөлдө. Беренсе урында Һиндостандан Мукеш Амбани атлы әҙәмдеке. Мумбаи ҡалаһында төҙөткән 27 ҡатлы йорто 1... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.