» » Тотанаҡһыҙлыҡ афәте

Тотанаҡһыҙлыҡ афәте03.06.2016

Беҙҙең шәхси фекергә 27 май Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының идаралығында булған ғәҙәттән тыш хәлдә (дөрөҫөрәге, фажиғәлә), урындағы властар һәм хеҙмәттәр бик тә оператив, лайыҡлы эш иттеләр. Кемдер ҡойолоп ҡалһа, яйлаһа, бәләнең эҙемтәләре ауырыраҡ та булыр ине буғай. Төп принцип ошо инде - һәр кем үҙ бурысын үҙ урынында еренә еткереп башҡарырға тейеш. Райондың наркотиктарға ҡаршы комиссия ағзалары ла фәҡәт 27 май, комбинат идаралығында аяныслы хәлдәр барған сәғәттә сираттағы ултырыш үткәрҙеләр.
Учалы ҡала дауаханаһының табип-наркологы Шәүрә Юди-на наркомандарҙы дауалау һәм реабилитациялау тура-һында доклад яһаны. 2015 йыл наркомания менән интеккән - 3, наркотик ҡулланыуы асыҡланған 8 яҡташыбыҙ иҫәпкә алынған. Быйыл аҙыраҡ, әммә кәмей бара, тип тынысланмағыҙ - быныһы тәү сиратта ФСНК хеҙмәте бөтөрөлөп, бар эш эске эштәр министрлығына тапшырылыу мәшәҡәттәренә бәйле, тип фаразларға урын бар. Учалыла күпме кеше наркотик ҡуллана? Былтыр, рәсми рәүештә, 28 кеше. Ысынбарлыҡта 5-6 тапҡыр күберәк тип фаразлау ҙур хата булмаҫтыр. Иҫәптә тороусылар 17-28 йәштә, ир затынан, бер генә ҡатын-ҡыҙ был исемлеккә эләккән. Стационар дауалау өсөн психиатрия бүлексәһендә 20 койко-урын бүленгән. Докладсы профилактик эш, уҡыусылар һәм студенттар менән үткәрелгән лекциялар, «түңәрәк өҫтәлдәр» тураһында һөйләне.
Комиссия шулай уҡ балиғ булмағандар бүлеге эшмәкәр-леге, хәүефле производство һәм йәшәйеш тәьминәте менән бәйле предприятие хеҙмәткәрҙәренә медицина тикшереүе үткәреү, наркома-нияны профилактикалағанда киң мәғлүмәт саралары роле, кеүек һорауҙарҙы ла ҡараны. Ултырышта комиссияның ар-табанғы эш планы раҫланды.
Был бер бәлә булһа, наркомания менән ҡулға-ҡул тотоноп йөрөгән ВИЧ-инфекция (СПИД) - бәлки, тағы ла ҙурыраҡ бәләлер. Районыбыҙҙа бөгөнгө көндә 99 кешегә ошо ҡурҡыныс диагноз ҡуйылған. Һәм тағы ла иҫкәртергә мәжбүрбеҙ - был асыҡланғандары ғына, айсбергтың күренгән өлөшө. Үҙҙәре лә белмәйенсә үлемесле вирус йөрөтөүселәр байтаҡҡа күберәк. Күптәр өсөн сирле икәнлектәре тураһында яңылыҡ аяҙ көндә күк күкрәгән һымаҡ була торған бит. Бер бахыр ҡатын, йөккә ҡалып дауаханаға иҫәпкә торорға килгәс кенә был хаҡта белә... Яман сир таралыуға Силәбе өлкәһе менән сиктәш булыуыбыҙ ҙа булышлыҡ итә, кешеләрҙең сит илдәргә йыш сыға башлауы ла эҙһеҙ үтмәй. Мәҫәлән, бер ҡатын ҡурҡыныс «бүләкте» Төркиәлә ял иткәндән килтерә, йәш егет - Таиландтан... Комиссия ултырышында аныҡ әйтелде: наркомандарҙың күбеһе «спайс» менән ағыуланыуға күскәндә (йәғни шприц ҡуллан-майынса), СПИД йоҡтороуҙың төп юлы - енси тотанаҡһыҙлыҡ.
Комиссия ултырышын алып барған район хакимиәте баш-лығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары З.М.Гор-диенко ошо көндәрҙә был темаға ҡағылышлы БР Дәү-ләт Йыйылышы Ҡоралтайҙа үткәрелгән «түңәрәк өҫтәл» тураһында ла белдереү яһаны. Әйткәндәй, фәҡәт Зөһрә Мәү-литбай ҡыҙының сығышын тыңлағандан һуң сараға йыйы-лыусылар ҡарарҙарына бер пунктты өҫтәргә кәрәк тигән фекергә киләләр: туризм агентлыҡтарына путевка менән бергә клиенттарға ВИЧ-инфек-циянан һаҡланыу актуаллеге тураһында буклеттар биреү кәңәш ителде.
Хәл, ысынлап та, хәүефле. Башҡортостанда әлеге мәл 23 меңдән ашыу ВИЧ-инфекцияға дусар граждан иҫәпкә алынған. Иң яманы - йылдам үҫеш күҙәтелә. Һәр кем һығымтаны үҙе лә эшләй ала инде: 1987 йылдан алып, йәғни өс тиҫтә йыл үткәнсе Башҡортостанда лаборатор рәүештә барлығы 23 143 ВИЧ-инфекция осрағы асыҡланһа, шуның 2 907 осрағы (12,5 проценты!) былтырғы йылға тура килә.


 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Шеш яман булмаҫ, ваҡытында асыҡлағандаШеш яман булмаҫ, ваҡытында асыҡлағанда
Медицина алға киткән заман булһа ла, күптәр яман шеш тигән һүҙҙе ишетеү менән ҡалтырап төшә. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса,... Тотош уҡырға
«Батрак» булма!«Батрак» булма!
Рәсмиләштерелмәгән мәшғүллекте кәметеү буйынса район хакимиәтендә «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Рәсмиләштерелмәгән мәшғүллек - хеҙмәт килешеүе төҙөмәй... Тотош уҡырға
......
Рәсәй буйынса үлемесле һалыу ҡотора - «Спайс» наркотигы тартҡан өс тиҫтәләп кеше йән бирҙе, 700-ләп кеше дауаханаларҙа ята. РФ Һаулыҡ һаҡлау... Тотош уҡырға
Нисек ҡотолорға?Нисек ҡотолорға?
«Учалы ҡалаһында йәмғиәтте һауыҡтырыу механизмын булдырыу» тигән девиз аҫтында район хакимиәте эргәһендәге ведомство-ара кәңәшмә үтте. Бында сирҙе... Тотош уҡырға
Хәл сағыштырмаса именХәл сағыштырмаса имен
Район хакимиәтендә наркотиктарға ҡаршы комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Сарала БР наркоконтроль идаралығы начальнигы урынбаҫары Владимир Яматин,... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Февраль 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728 

Популяр яңылыҡтар


Йыһан ҡунаҡтары төш  кенә булғанЙыһан ҡунаҡтары төш кенә булған
Телевизорҙан йәнһүрәт ҡарап ултырам. Шул ваҡыт...

Йәштәр форумы дуҫтарын йыйҙыЙәштәр форумы дуҫтарын йыйҙы
Ошо көндәрҙә Учалы тау сәнәғәте колледжында...

Ҡыҙҙарыбыҙ таһыл  һәм саяҠыҙҙарыбыҙ таһыл һәм сая
Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2004-2005...

Хеҙмәттәшлек күпере нығыйХеҙмәттәшлек күпере нығый
Аньхой университетының Рәсәйҙе өйрәнеү үҙәге...

Егеттәр маҡтауға лайыҡЕгеттәр маҡтауға лайыҡ
Күптән түгел район һәм ҡала хакимиәттәре призына...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.