» » Матурайып ҡалыр һыу буйы

Матурайып ҡалыр һыу буйы16.06.2016

Матурайып ҡалыр һыу буйыУчалы ҡалаһы ултырағы Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһында бик тә һөҙөмтәле ҡатнаша килә. 2014 йыл ошо форсат менән файҙаланып Мәҙәниәт һәм ял паркында универсаль спорт майҙансығы төҙөлдө, былтыр бынамын тигән, яҡтыртылған саңғы-роллер трассаһы пәйҙә булды. Тимерҙе ҡыҙыуында һуғалар, тигәндәй, ҡала халҡы быйыл да бәхет һынамаҡсы булды. Һәр хәлдә лә, сираттағы уңышҡа төплө нигеҙ һалынды.
Башта хеҙмәт коллективтарында фекер алышыуҙар үтһә, 14 июнь «Таусы» стадионы дөйөм йыйылышҡа килгән ҡала кешеләре менән шығырым тулып, проектта ҡатнашыу мәсьәләһе ыңғай хәл ителде. Күпселек тауыш менән тәҡдим ителгән варианттарҙың иң күңелгә ятышлыһы һайланды, шулай уҡ ҡағыҙ-документация эше менән шөғөлләнеү өсөн яуаплылар һайланды, башҡа ойоштороу мәсьәләләре хәл ителде.

Ә варианттар күп яңғыраны. Ҡаланың айырым урындарында юлдарҙы ремонтлау, Бурансы ҡасабаһында балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөү, сиркәүҙе төҙөүҙе тамамлау, йәйәүлеләр йыйылған ваҡытта ғына йәшел ут ҡабыҙған заман сфетофорҙары урынлаштырыу һәм башҡа. Нәфсе күберәккә лә төшөр ине, бөтә Башҡортостан ҡала-райондарына 300 миллион һум бүленеүҙе, бер проектҡа ҡаҙнанан 1 миллион киләсәген онотмаҫҡа кәрәк. Әйтәйек, үҙәк ҡала дауаханаһында хирургия корпусы төҙөү (йыйылышта ундай тәҡдимдәр ҙә индерелде) йә әлеге лә баяғы Учалы-Иманғол юлына асфальт түшәү өсөн тиҫтә-тиҫтә тапҡыр күберәк аҡса талап ителә. Ул ғына кәртә түгел: йыйылыш рәйесе итеп һайланған ҡала ултырағы хакимиәте башлығы Ильяс Килмөхәмәтов яҡшылап төшөндөрҙө - программала ҡатнашыу өсөн объект ултыраҡтың балансында тороуы мотлаҡ шарт. Дауахана ла, хәйерһеҙ юл участкаһы ла урындағы муниципалитеттарҙың ҡарамағында түгел.
- Конкурста еңеп сығыу өсөн талап ителгән төп шарттарҙың береһе - мөмкин тиклем күберәк кешенең тауыш биреп, аҡсалата йә эш менән ҡушылырға әҙер тороуы, - тип бил-дәләне Ильяс Хәбибулла улы, - шуға ла проекттың мөмкин тиклем күберәк халыҡҡа хеҙмәт итеүе кәрәк.
Ундай объект табылды - ҡала быуаһын төҙөкләндереү. Алыҫ 1968 йылда тау-байыҡтырыу комбинатының комсомол ойошмаһы дамба ҡороп, һыуһаҡлағыс пәйҙә булдыра. Бында хәҙер йәйен генә түгел, ҡышын да «морждар» һыу инә, балыҡсылар йөрөй, байдарка спорты секцияһы эшләй. Конкурста еңеп сыҡһаҡ, бөтөнләй күркәмләнеп ҡаласаҡ. Пляжға ҡом түшәү, йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар һалыу, аттракциондар, волейбол һәм мини-футбол майҙансыҡтары булдырыу, биләмәләрҙе яҡшылап электрлаштырыу, хатта, йөҙөү өсөн катамарандар ҡайтартыу күҙ уңында тотола. Проекттың тулайым хаҡы - 3 миллион һум тирәһе. «Бирһен Хоҙай!» - тип теләп ҡалыу ғына етмәҫ, маҡсатҡа ирешеү өсөн һәр кемебеҙҙең үҙенең битараф ҡалмауы ла талап ителә. Һәр хәлдә лә, тәүге аҙым ышаныслы яһалды - стадион гөрләп торҙо. Ауылдарҙан айырмалы, ҡала халҡын бергә йыйыу күпкә ҡатмарлыраҡ булһа ла, һынатманылар. Спортсыларҙың, артистарҙың сығыштары, проект презентацияһы сағыу тамаша итеп ойошторолғас, бер-нисә мең кеше тупланды, бер фекергә килде.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Һөҙөмтә күренеп тораҺөҙөмтә күренеп тора
7-8 декабрь Бөтә донъя банкы вәкиле Нина Филиппова районыбыҙға килеп, урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә проекттарҙың... Тотош уҡырға
Йыл әйләнәһенәЙыл әйләнәһенә
Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһында Учалы ҡала ултырағы ла ҡатнаша. Филармонияла ҡала халҡының дөйөм йыйылышы үтте. Сарала ҡала... Тотош уҡырға
Төбәгебеҙ хәлдәреТөбәгебеҙ хәлдәре
* Район территориаль һайлау комиссияһына яңы рәйес тәғәйенләнде. Зәки Билалов әлегә тиклем ауыл хужалығы бүлегендә баш агроном вазифаһын биләне, унан... Тотош уҡырға
Халыҡ фекере ошолайХалыҡ фекере ошолай
Күпер элеккесә ҡала Республикала урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһы тормошҡа ашырылыу сиктәрендә 17 апрелдә Наурыҙ ауылында дөйөм... Тотош уҡырға
Бер тауыштанБер тауыштан
Ахун ауылы мәҙәниәт йортона муниципаль берәмектәрҙең урындағы инициативаларына булышлыҡ итеү программаһы буйынса Башҡортостандағы консультант Нина... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.