» » Йәштәрҙе яңы наркотик ҡыра

Йәштәрҙе яңы наркотик ҡыра16.09.2016

Йәштәрҙе яңы наркотик ҡыраНаркотик ҡуллана баш-лағандан һуң кеше уртаса 3-5 йыл йәшәй. Һуңғы йылдарҙа теркәлгән ВИЧ менән ауырығандарҙың 90 процентын нарко-мандар тәшкил итә. Был аңлашыла ла: бер энәне ҡулланыу, ағыу тәьҫирендәге бәйһеҙлек. Шулай уҡ наркомандар араһында енәйәт ҡы-лыусылар бик күп. Улар үҙҙәрен һәләкәткә этәр-гән ағыу өсөн урлай, талай, үлтерә. Йыл һайын илдә 70 мең наркоман вафат була, ә 2015 йылда был һан 100 меңгә барып еткән.
Үкенескә ҡаршы, был йүнәлештә республи-калағы хәл-ваҡиға ла ҡыуандырмай. Спайс менән ағыуланып һәләк булған үҫмерҙәрҙең фа-жиғәһе бар кешеләрҙе тетрәндергәйне. Нар-котик ҡулланып әле яңы тормош башлаған йәштәрҙең мәңгелеккә беҙҙе ташлап китеүе лә йөрәк әрнеүенә әйләнә. Һәр ата-әсә балаһы менән ошо хаҡта әңгәмә үткәрергә, наркотиктарҙың ниндәй һәләкәткә килтереүен аңлатырға тейештер. Әлбиттә, был ғына аҙ. Илгә тонналап ингән наркотиктарҙың юлын ябыу, улар менән кәсеп итеүселәргә ҡаршы ҡаты закон (бәлки үлем язаһы) ғына кешелектең киләсәген ҡотҡара алыр тигән фекергә киләһең.


Балаларҙы хәүефтән һаҡлайыҡ
Наркоманияны иҫкәр-теү, уға ҡаршы тороу элеккесә көнүҙәк тема булып ҡала. Үҙәк ҡала дауаханаһының психиатрия бүлексәһе таби-бы, психиатр-нарколог Шәүрә Нуриман ҡыҙы Юдина менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
- Шәүрә Нуриман ҡыҙы, ҡала-районыбыҙҙа был тәңгәлдә хәлдәр нисек?
- Бөгөн беҙҙә иҫәптә 12 наркоман тора. Әммә был рәсми рәүештә теркәлгәндәре генә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа Рәсәйгә һәм башҡа күп кенә илдәргә синтетик нарко-тиктар - «спайс»тар, нар-котик тоҙҙар һәм микстар ҙур хәүеф килтерә. Был тоҙҙарҙың составында синтетик каннабиноидтар һәм уларҙың аналогтары бар. Төтөндәге ингре-диенттарҙың үҙәк нервы системаһына тәьҫире спайсты ҡулланыуға күнегеүгә килтерә. Спайс тартырға яратыусыларҙың үҙәк нервы системаһы яғынан реакцияһы төрлөсә: тәбиғи булмаған күтәренке кәйеф, юҡҡа ғына ҡыҙып барыу, истерика, координация һәм ориентир боҙолоу, ҡолаҡҡа ниндәйҙер тауыштар ишетелеү, күҙгә нимәлер күренеү кеүек галлюцинациялар, тулыһынса үҙ-үҙеңә контролде юғалтыу һ.б. Был афәт төбәгебеҙҙе лә ситләтеп үтмәне. Үҙәк ҡала дауаханаһына наркотик тоҙҙар менән ағыуланған йәштәр эләгеп тора. Тоҙҙарҙың тәүге дозаһынан уҡ психомотор ҡуҙғыу, хәүеф, ҡурҡыу, аң юғалыу күҙәтелә. Йыш ҡына кешелә суицидҡа килтереүсе депрессия бар-лыҡҡа килә. Был хәлендә наркоман шизофрения менән ауырыусыны хәтерләтә. Шуныһы ҡурҡыныс: ауырыуҙың бындай хәле тиҙ генә үтеп китмәй, хроник сир кеүек оҙаҡ дауам итә. Синтетик наркотик ҡулланыусылар үҙҙәре өсөн генә түгел, тирә-яҡтағылар өсөн дә бик хәүефле, сөнки улар нимә эшләгәндәрен үҙҙәре белмәй. Наркотик тартып илергән кешеләрҙең бейек йорттоң һуңғы ҡатынан ташланыу, боҙло һыуҙа ҡойоноу, енәйәт ҡылыу, юл-транспорт фажиғәһенә сәбәпсе булыу осраҡтары күп.

Синтетик
наркотиктар
Улар йөрәк тибешенең туҡтауына, тән тарты-шыуына, бөйөрҙөң, бауырҙың эшлектән сығыуына килтереүе ихтимал. Бындай пре-параттар бигерәк тә баш мейеһенә, хромосома аппаратына һәм нәҫелгә кире йоғонто яһай. Бер нисә сигарет тартҡандан һуң ғына ла кешенең хәтере ҡырҡа насарая, интеллекты түбәнәйә, ҡурҡыу һәм борсолоу тойғоһо барлыҡҡа килә, аңһыҙ идеялар тыуа.
- Һеҙҙеңсә ни өсөн йәштәр тап шундай ҡат-нашмаларҙы тартыуға ынтыла?
- Эш шунда, йәштәр тиҙ генә ышанып бара, төрлө формаль булмаған төркөмдәрҙең йоғон-тоһона еңел бирелә, заман яңылыҡтарына, тиҙ үҙгәреп тороусы мо-даға эйәрә. Уларға әлеге ваҡытта эш табыуы ла еңел түгел. Телевидение, киң мәғлүмәт сараларының да йоғонтоһо ҙур. Улар кешенең инстинктив талаптарын ғына ҡәнә-ғәтләндереүгә йүнәл-телгән саҡырыуҙарҙы көнө-төнө рекламалай.
-Йәштәрҙе нисек итеп наркоманиянан һаҡлап алып була?
- Тап ошондай ауырыу-ҙар менән эшләүсе табип булараҡ, ғаилә һәм дөрөҫ тәрбиә ҙур роль уйнай, тип әйтә алам.
Яҡшы ғаиләлә тәрбиә-ләнгән балаға наркотик ҡулланыу хәүефе лә яна-май. Сөнки ул һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы шөғөл менән мәшғүл, спорт менән мауыға шунан ҡәнәғәтлек ала. Баланы балалар баҡсаһынан уҡ сәләмәт тормош алып барыуға һәм ижадҡа ылыҡтырып тәрбиәләү мөһим. Буш ваҡыттарын файҙалы үткәрһендәр, шулай уҡ балағыҙҙың ниндәй компанияла йөрөүенә лә иғтибар бирергә кәрәк. Урамдан ингәс һиҙҙермәй генә кеҫәләрен ҡарау ҙа зыян итмәйәсәк. Таблетка, үлән тапһағыҙ хәүефләнергә урын бар.
Наркотик - иң йәш граждандарҙы юҡҡа сығарыуға, Рәсәйҙең иҡтисади нигеҙен ҡаҡшатыуға, кешеләрҙең тормош хєүефен көсәйтеүгә йүнәлтелгән көслө һәм ҡурҡыныс химик ҡорал. Ул йәмғиәтебеҙгә үтеп инмәһен һәм ғүмер-ҙәребеҙҙе һаҡлар өсөн берләшергә тейешбеҙ.

Аңды томалай
спайс
Наркотик матдәләр ҡулланыу бер ҡасан да яҡшыға алып бармаған, һәр осраҡта ла аҙағы аяныслы тамамлана. Хәтерегеҙҙәлер, бынан бер-нисә йыл элек Нефтекама ҡалаһында үҫмерҙәр ошо ағыу ар-ҡаһында яҡты донъя менән хушлашты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала бындай осраҡтар йыш ҡабатланып тора. Мә-ҫәлән, Өфө ҡалаһында йәшәүсе 17 йәшлек егеттең әсәһе белгестәргә наркотик ҡулланған улына ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итә, әммә консультацияға килеп өлгөрмәйҙәр. Поликлиникаға китеп барғандарында ул ки-нәт машинанан сығып йүгерә, эргәләге күп ҡатлы йорттарҙың бере-һенә инә һәм унынсы ҡаттан һикерә. Һуңынан асыҡланыуынса, егет-тең спайс ҡулланыу ар-ҡаһында параноидаль ҡурҡыуҙары барлыҡҡа килгән, аңы томаланған.
Ғаиләле, бәләкәй бала-һы булған 40 йәшлек ир таныштары менән бергәләшеп спайс та-тый. Өйөнә ҡайтҡас паранойяһы башлана, үҙенең ҡылмышына яуап бирмәй. Ҡатынына 40 мәртәбә бысаҡ менән сәсә, балаһы йәшенеп кенә иҫән ҡала.
Йәш егет спайс тарт-ҡандан һуң һөйгәненә һәм уның әсәһенә бысаҡ ҡаҙай. Аңына килгәс нимә эшләгәнен бөтөнләй хә-терләмәй.
19 йәшлек студент ошо үлән тәьҫирендә эш менән булышҡан әсәһенә ташлана, 43 йәшлек ҡатынға 50 тапҡыр бысаҡ ҡаҙай, 12 йәшлек ҡустыһына 20 тапҡыр эләгә.
Дүртөйлөлә йәшәүсе берәү синтетик нарко-тикты интернет аша заказ биреп ала. Бер үҙенә генә күңелһеҙ бул-ғас, йөрөгән ҡыҙына ла тәҡдим итә. Матдәне ҡыҙҙың венаһына ебәрә, уныһы бер ваҡытта ла наркотик ҡулланып ҡарамаған була. Бер ни тиклем ваҡыттан икеһенең дә галлюцинациялары башлана. Уларға фатирҙа наркоконтроль хеҙмәткәрҙәре тыңлауғыстар («жучки») ҡуйған кеүек тойола. Уны эҙләп обойҙарҙы һыҙырып ташлайҙар, аудио-видеотехниканы ваталар. Тәҙрә аша китеп барған автобусты күреп, наркополиция спецназы артыбыҙҙан килгән тип, икәүләшеп бишенсе ҡаттың балконынан һи-керәләр. Аҫта ҡар өйөмө ятыуы арҡаһында ғына иҫән ҡалалар. Наркотик ҡулланырға тәҡдим ит-кәне өсөн егеткә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғаталар һәм 4,5 йылға иркенән мәхрүм итәләр.
Наркотикты тәүҙә бушлай һәм «компания өсөн» тәмләп ҡарарға тәҡдим итәләр. Икенсе дозаны иһә наркоман үҙе эҙләй башлай. Сөнки наркотик ҡолона әүе-релеп өлгөргән кеше үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй ыҙалай. Наркотиктар әҙерләгән, уны һаҡлаған, ҡулланған өсөн иректән сикләү ҡаралған. Бын-дай енәйәттәр өсөн граж-дандар 16 йәштән яуап бирә. Ә инде наркотик матдәләрҙе урлаған йә-ки талап алған өсөн өс йылдан ете йылға тик-лем төрмә көтә. Бындай енәйәт өсөн 14 йәштән яуап бирергә тура киләсәк.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
«Спайс» һөжүм асты«Спайс» һөжүм асты
Эскеселек, тәмәке тартыу, наркотиктар ҡулланыу бөгөн замана афәтенә әйләнде. Улар арҡаһында бихисап йәш ғүмерҙәр өҙөлә, енәйәттәр ҡылына. «Спайс»тың... Тотош уҡырға
......
Рәсәй буйынса үлемесле һалыу ҡотора - «Спайс» наркотигы тартҡан өс тиҫтәләп кеше йән бирҙе, 700-ләп кеше дауаханаларҙа ята. РФ Һаулыҡ һаҡлау... Тотош уҡырға
Киндер йә мәк үҫһәКиндер йә мәк үҫһә
Наркотиктар әйләнешенә контроль башҡарыу хеҙмәте иҫкәртә - ер участкаларында наркотик матдәле үҫемлектәр үҫтергән йә ҡырағай рәүештә үҫеүенә юл... Тотош уҡырға
«Аҡ үлем» шәүләһе һағалай«Аҡ үлем» шәүләһе һағалай
Наркомания ҡотолғоһоҙ һәм ҡот осҡос үлем икәнлеген күптәр белә. Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы... Тотош уҡырға
Хәл сағыштырмаса именХәл сағыштырмаса имен
Район хакимиәтендә наркотиктарға ҡаршы комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Сарала БР наркоконтроль идаралығы начальнигы урынбаҫары Владимир Яматин,... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.