» » Был донъяла ниҙәр бар?

Был донъяла ниҙәр бар?28.09.2016

Был донъяла ниҙәр бар?АҠШ президенты Барак Обама юҡҡа ғына күңелдә шом уятмай икән. Американың шайтан сиркәүе башлығы Люсьен Гривз уға рәхмәт белдерҙе. Ошо Хоҙай ҡушмаған тәғлимәт шәрәмәтен мәктәптәрҙә уҡытырға рөхсәт иткәне өсөн. Хатта дәүләт иҫәбенә махсус дәреслектәр ҙә таратыласаҡ. Әйткәндәй, Америкалағы дини (һәм дингә ҡаршы) ойошмаларҙың аҡса әйләнеше йылына 1,2 триллион доллар тәшкил итә. Сағыштырыу өсөн: Рәсәйҙең 2016 йылға бюджеты - 247,4 миллиард доллар тирәһе. Америкала бар дин - Алтын Ботҡа табыныу, йәғни бизнесҡа әйләндерелеп бөтөлгән инде. Уйҙырма саентология сиркәүен нигеҙләүсе Рон Хаббард туранан-тура әйткән була бит - «Мең доллар кәрәк икән - бензоколонка ас, миллион кәрәк икән - яңы дин булдыр». Бындай яңылыҡтарҙы уҡығандан һуң Америкалағы етеш тормош бер ҙә әүрәткес булып күренмәй.

Байкал арты крайының Борзя ҡалаһында йәшәгән бер егет анһат ҡына аҡса эшләмәксе була. Күҙен дә йоммай ЦРУ-ға (АҠШ разведкаһы) хат яҙа - йәнәһе лә, шпион булып ялланырға, илебеҙҙең хәрби серҙәрен һатырға теләй. Тегеләре ризалаша бит әле, шул рәүештә сабыйҙарса хәйләһеҙҙәр микән? Ысынға оҡшаһын өсөн 23 йәшлек уҙаман әрмелә хеҙмәт иткән иптәшенә бәйләнешкә сыға, ҡайҙа күпме хәрби эшелон хәркәт итеүе, Америкаға тоҫҡалған ракеталар тураһында (!) уйҙырмалар ебәрә башлай. Аңлашыла, бер ниндәй сер белмәйҙәр. Беҙҙең ФСБ сит ил коллегаларын йәлләп киткәнме, әммә ике егетте лә саҡыртып, бындай ҡылмыштарын туҡтатыуҙы талап итте. ЦРУ-нан аҡса алып өлгөргән булһалар, яңылыштан ысынында ла мөһим мәғлүмәт ебәрһәләр, яуапҡа ла тарттырылырҙар ине.

Мәскәүҙән Америкаға осҡан самолетта 47 йәшлек ҡатынды инсульт һуғып, иҫен юғалта. Ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн стюардессалар: «Пассажирҙар араһында табип юҡмы?» - тип эҙләй башлағастары, белгес табыла - РФ Һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова! Шөкөр, үҙенең ҡулынан бер ни килмәгән түрә түгел икән, квалификациялы ярҙам күрһәтә. Самолетты Петербург аэропортына туҡтатып, ҡатынды дауаханаға оҙаталар. Ярҙам һуңламағас, сәләмәтләнеүенә өмөт күп, ти. Ауыл хужалығы министры - өлгөлө фермер хужалығы ойоштороп, мәғариф министры - балаларҙы БДИ-ға «бишлек» итеп әҙерләп тә күрһәтһендәр ине...

Америка психологы Дженифер Дельгадо раҫлауынса, баланың аҡыл ҡеүәһе - әсәһенең, холҡо - атаһының генотибына нығыраҡ бәйле.

Үпкәһенә һалҡын тейҙергән Липецк кешеһенә табиптар ҡурҡыныс хәбәр әйтә - СПИД йоҡторған булыуы асыҡлана. Улай ғына ла түгел, ҡатынына, күршеләренә был хаҡта хәбәр итәләр. Ғаилә тарҡала. Ә күпмелер ваҡыттан табиптар «һөйөнсө» әйтә - яңылышҡанбыҙ икән, һеҙҙә ҡурҡыныс инфекция юҡ... Табиптарҙы еңеүе ҡыйын инде - район, суд, өлкә судтарында был ир бер ни ҡыла алманы, йәнәһе лә медицина хеҙмәткәрҙәренең ғәйебен иҫбатларлыҡ түгел. Ярар ҙа РФ Юғары суды нахаҡҡа йәберләнгәндең яғына торҙо.

Беҙҙә лә автомобиль менән идара иткәндә кеҫә телефонынан һөйләшкән өсөн штраф ҡаралған (1,5 мең һум), ләкин был талапты үтәүселәр бик һирәк, буғай. Күреп торабыҙ бит - урамда елгән автомобилдең һәр икенсеһендә тиерлек водителдәр ләстит һатып килә торған. Бөйөк Британияла киләһе йылдан язаларҙы ныҡ ҡырыҫландырасаҡтар: тәү тапҡыр тотолһа - 200 фунт штраф (17 мең һум тирәһе), 3 йыл үткәнсе икенсе тапҡырға эләгә икән - мең фунт (84 мең һум) түләргә тура киләсәк, өҫтәүенә, 6 айға транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителә. Ә тотоуы бер ҙә ҡыйын түгел инде - кешенең ҡасан һәм кем менән һөйләшеүе элемтә операторҙарында секундына тиклем теүәл итеп теркәлә бара бит.

Диңгеҙ-океандар сикһеҙ даръя булып ятһа ла, Ер йөҙөндә һыу бик аҙ икән. Бер шарға тупланһа, радиусы 700 километрҙы ла ашмаҫ ине. Ә планетабыҙҙың радиусы - 6371 саҡрым.
Үҙәк матбуғатты һәм интернетты файҙаланып, Илфат ЯНБАЕВ әҙерләне.



Үҙе лә заманында яугир-интернационалист бурысын үтәгән Рәсәй Федерация Советы ағзаһы Франц Клинцевич Бөтә Рәсәй Афғанстандағы һуғыш инвалидтары йәмғиәтен яла яғыуҙа ғәйепләп судҡа бирә. Ысынлап та, намыҫ һаҡлау тураһында һүҙ баралыр, сөнки әхлаки компенсацияны ни бары 1 һум күләмендә талап итә. Әлегә уңышғҡа өлгәшә алмаған, судтың ике инстанцияһында дәғүәһе ҡәнәғәтләндереүһеҙ ҡалдырыла.


 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
b]Ысын булһа, Совет армияһы һәм Хәрби-диңгеҙ флотының 98-се йыллығына бағышланған митингыла Дәүләт Думаһының коммунистар фракцияһы етәксеһе Геннадий... Тотош уҡырға
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Эт саба тип, бет саба, ти… Саҡырыу алып та, Болгария президенты Росен Плевнелиев 9 май Мәскәүҙә үтәсәк Еңеү парадына килеүҙән баш тартты. Рәсәй гел... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* 7 ноябрь, Октябрь революцияһы көнө, сит ил валюталары рекорд ҡуйҙы. Дөрөҫөрәге, Рәсәй һумы һуңғы дәүерҙә булмағанса түбән ҡоланы. 1 евро - 60 һум... Тотош уҡырға
Донъя хәлдәреДонъя хәлдәре
* Америкала «SETI» тигән программа тормошҡа ашырыла икән. Бар эше - сит планета цивилизацияларын эҙләү. Проекттың етәксеһе Дэн Ветаймер АҠШ конгресы... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.