» » Төбәк данын таратып

Төбәк данын таратып01.11.2016

Тормош шулай инде, берәүҙәр «...хәҙер барыһы ла тик аҡсаға ҡоролған, кеше мөнәсәбәттәренә урын ҡалманы. Ә йәштәр тамам аҙҙы!» - тип ләстит һата, икенселәр иһә буш ваҡыттарында бер ниндәй түләү талап итмәйенсә тик йөрәк ҡушыуы буйынса бар йәмәғәт өсөн кәрәкле эштәрҙе ихлас күңелдән башҡара. Юҡҡамы ни, Рәсәйҙә ирекмәндәр хәрәкәте киң йәйелде. Ауырыу сабыйҙарҙы хәстәрләйҙәр, экологик өмәләр үткәрәләр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре күҙәтелеүҙе контроль аҫтына алалар, сит ил делегацияларын хеҙмәтләндерәләр, бәләгә юлыҡҡан йәнлектәрҙе ҡайғырталар һ.б. Бындай йәштәргә һоҡланмау мөмкин түгелдер.
Санкт-Петербург ҡала-һында Бөтә Рәсәй ирек-мәндәр форумы үтте. Һәм ундағы «Ирекмән- 2016» конкурсында «Социаль ирекмәнлек: йәнлектәргә ярҙам» номинацияһында Анна Мөхәмәтйәрова еңеүсе тип танылды. Конкурста Рәсәйҙең 85 төбәгенән ҡатнашалар, һәммәһе 1500 заявка ҡарала. Ҡаты эксперт комиссияһы тикшергәндән һуң, финалға ни бары 54 дәғүәсе ҡалдырыла.
Яҡташыбыҙға 21 йәш, ғаиләле. Силәбеләге Көньяҡ-Урал универ-ситетының 4-се курс студенткаһы. Хәҙер уға проектын тормошҡа ашырыу өсөн 100 мең һум аҡса бүленә. Проекты йәнлектәрҙе һаҡлау һәм яҡлау менән шөғөлләнгән ирекмәндәргә квали-фикациялы әҙерлек ойош-тороуға бағышланған - ОВЗО («Обучение волонтеров зоозащитных организаций»). Февраль-сентябрь айҙарында яңы методика үҙебеҙҙә уңышлы һынау үтә. Был дәрестәрҙә ирекмәндәр хайуандарҙың сирҙәрен билдәләү, ярҙам күрһәтеү, профилле рәсми инстан-циялар менән эшлекле бәйләнешкә инеү, доку-мент тултырыу буйынса башланғыс белем ала. Хатта ветеринар етәксе-легендә укол ҡаҙарға өйрә-нәләр. Бындай төплө, фәнгә нигеҙләнгән алым башҡа ерҙә юҡ, ыңғай тәжрибәне киң таратыу өсөн брошюра-буклеттар сығарылған. Хәҙер, грант алғас, был курстар дауам итәсәк. Теләүселәр - йәнлектәр-ҙе һаҡлау ойошмаһына мөрәжәғәт итә ала.
Анна алсаҡ, йор һүҙле икән. Беҙҙең үтенес буйынса оло йыйын ту-раһында түбәндәгеләрҙе бәйән итте:
- Был, әлбиттә, минең шәхси ҡаҙаныш түгел. Йәмғиәтебеҙ бик актив эшмәкәрлек алып бара, район хакимиәте башлы-ғы урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан Алһыу Монасипова һәм Роза Кузьменко, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Ирекмәндәр хәрә-кәте һәм йәштәр инициативаларына булышлыҡ итеү үҙәге исеменән Илшат Бикҡолов һәм башҡалар ҙур ярҙам күрһәтте. Минең өсөн интернет селтәрендә тауыш биргән бар кешеләргә оло рәхмәтемде еткерәм! Санкт-Петербургта 1500 кеше алдында сығыш яһар алдынан бер аҙ ҡурҡа инем, Башҡортостан делегацияһы ағзаларының дәртләндергән тауыш-тарын ишеткәс бөтә республиканы тап мин кәүҙәләндергәнемә күңел менән төшөндөм һәм был көс бирҙе. Ә еңеүсе итеп иғлан иткәстәре, Башҡортостанды лайыҡ-лы вәкилләй алыуыма шул тиклем шатлыҡ һәм ғорурлыҡ кисерҙем - күҙ йәштәрен тыйып булманы.
Был эш менән 2010 йылдан, Учалыбыҙҙа Йәнлектәрҙе һаҡлау йәмғиәте барлыҡҡа килеү менән шөғөлләнә башланым, - тип һөйләне беҙгә Анна, - бәләгә ҡалған ыласын, ҡарсыға, көҙәндәргә ярҙам иткәнем булды, шулай ҙа күберәген эт һәм бесәйҙәр инде. Кемдер ала ла, ялҡҡас урамға сығарып ырғыта, улар сикһеҙ үрсей баш-лайҙар. Берәҙәк эттәр өйөрҙәргә тупланып кешеләрҙең үҙҙәренә лә ҡурҡыныс барлыҡҡа килтерә башлай. Ә бит был проблеманы кешесә хәл итеү ҡатмарлы түгел: ветеринарҙарға мөрәжәғәт итеп йорт хайуанын стерилләргә генә кәрәк. Ә иң мөһиме - һәр саҡ кеше булып ҡалырға, мәрхәмәтлекте юғалтмаҫҡа. Ниндәйҙер йәнлекте аҫрарға алған-һығыҙ икән, тап һеҙ уның өсөн яуаплы!
Бына шулай, Экология йылын ике ай алдан федераль кимәлдәге еңеүҙәр менән ҡаршылай башланыҡ. Экология - тере йәндәрҙең үҙ-ара һәм тирә-яҡ мөхит менән татыу йәшәү мөмкинлеге һәм кәрәклеге тураһында ғилем. Был конкурсҡа туп-тура ҡағылышлы.

P.S. Ойошманың үҫеш буйынса менеджеры Лариса Кербер беҙгә белдереүенсә, Анна йәнлектәргә генә ҡарата мәрхәмәтле түгел. Тормош иптәше менән икәүләп ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә эскерһеҙ ярҙам иткәндәре лә булған. Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тиҙәр. Анна - Учалы Йәнлектәрҙе һаҡлау йәмғиәте етәксеһе Татьяна Чадченконың ҡыҙы. Ә олатаһы - ғалим, район ҡаҙылма байлыҡтарын үҙләштереүгә ифрат ҙур өлөш индергән, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының баш геолог вазифаһын биләгән А.В.Чадченко. Андрей Васильевич йәмәғәтселек эштәре менән дә әүҙем, ихлас күңелдән шөғөлләнде, иҫән булһа, ейәнсәренең еңеүенә бик тә ҡыуаныр һәм хуплар ине.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Егеттәребеҙ һынатманыЕгеттәребеҙ һынатманы
12-14 майҙа ҡалабыҙҙа «Ер аҫты байлыҡтарын үҙләштереү» һөнәре буйынса урта уҡыу учреждениелары олимпиадаһының тамамлау этабы үтте. Башҡортостан,... Тотош уҡырға
Ояты ни тора!Ояты ни тора!
Үкенес, һуңғы көндәрҙә төбәгебеҙҙең яман даны ла киң таралды. Районыбыҙ ауылдарының береһендә көн күргән йәш ир стаффордшир терьеры тоҡомло уҫал эт... Тотош уҡырға
Сүплеккә әйләндермәҫкә инеСүплеккә әйләндермәҫкә ине
Бөгөн - Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө. «Кеше тирәләй мөхит проблемалары» исеме аҫтында Стокгольм халыҡ-ара конференцияһы 1972 йылдың 5... Тотош уҡырға
Яҙмыштары кеше ҡулындаЯҙмыштары кеше ҡулында
Учалыла бына өс йыл инде хайуандарҙы яҡлау төбәк йәмғиәте эшләй. Уның ҡарамағында 4 гектар ер бар ғәм бында эт-бесәйҙәр өсөн комплекслы бина төҙөү... Тотош уҡырға
Сетерекле мәсьәләСетерекле мәсьәлә
Муниципаль район хакимиәтендә ветерандар эштәре буйынса Координация советы ултырышы үтте. Кәңәшмәлә хакимиәт башлығының социаль сәйәсәт буйынса... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.