» » Мутлашыусылар йоҡламай

Мутлашыусылар йоҡламай03.11.2016

Мутлашыусылар йоҡламайЭлек эш хаҡын касса аша биргәндәре һаман хәтерҙә. Һыу буйындай сират теҙелә һәм, ниһайәт, сиратың еткәс кассир баш һыйырлыҡ ҡына тимер рәшәткәле тәҙрә аша ҡыштырлап торған купюраларҙы һуҙа. Эш хаҡы алыу оло байрамға әйләнә торғайны. Хәҙер был эш күпкә ябайлаштырылды, эш хаҡын махсус банк карталарына ғына күсерәләр. Ҡасан теләйһең, ниндәй сумма кәрәк, банкоматҡа килеп сығарып алаһың. Бер яҡтан бик уңайлы, әммә һуңғы йылдарҙа карталарҙан аҡса юғалыу осраҡтарының артыуы хәүефкә һала, башҡа төр мутлыҡтар ҙа йышайған.
Мутлыҡтан һәм ал-даныуҙан берәү ҙә азат түгел. Мәҫәлән, ҡалала йәшәүсе ир машинаһын һатып яңыһын алырға уйлай. Интернетҡа «Ав-томобиль һатам» тигән иғлан бирә, күрше Бело-рет ҡалаһынан аралашсы (посредник) бәйләнешкә сыға, машинаға кли-ент табыуы тураһында хәбәр итә. Телефон аша хаҡын һөйләшеп-килешәләр. Тәғәйен көндө ир машинаһын Белоретҡа ҡыуалай, аралашсы ла, һатып алыусы ла килешелгән урында үҙен көтөп тора. Аралашсыға бәйләнерлек сәбәп табылмай, сөнки паспорты, документтары һәм алыш-биреш итеү өсөн бирелгән лицен-зияһы ла тәртиптә була. Тейешле ҡағыҙҙарҙы тул-тырып, законға таянып алыш-биреш эшләйҙәр, икеләнерлек бер шик тә булмай. Ялға тура килеү сәбәпле, һатып алыусы аҡсаны банк картаһы иҫәбенә дүшәмбе күсе-рергә килешә. Автомобиль хужаһы уңышлы сауҙаға ҡыуанып ҡайтырға сыға. Дүшәмбе көн ни күрә, иҫәпкә аҡса күсмәгән. Икенсе, өсөнсө көнөнә лә күсмәй. Һатып алыусыға шылтырата, әммә уныһы дүшәмбе көнө үк ара-лашсыға аҡсаны биреүе хаҡында әйтә. Аралашсы менән бер нисек тә бәй-ләнешкә сығып бул-май, эҙһеҙ юғала. Ир-уҙа-ман алданғанын белә һәм шундуҡ полицияға мөрәжәғәт итә. Һуңы-нан асыҡланыуынса, үҙен аралашсы тип та-ныштырған кеше күптән ошондай төр мутлыҡтар менән шөғөлләнгән икән. Үрҙә телгә алынған ир уның 22-се ҡорбаны, Учалынан ғына 5-6 кеше икән. Енәйәтсенең эҙе-нә бер нисек тә төшә алмайҙар, автомобиль әлеге көндә лә Белорет урамдары буйлап елдерә, хужаһы ғына башҡа. Иң сәйере - мутлашыусы ошо кәсебе өсөн бер тапҡыр хөкөм ителгән булған, суд ҡарары менән зыян күргән кешеләргә маши-наларын, аҡсаларын ҡайтарып биргән, әммә күпмелер ваҡыттан ни-сектер лицензия алып ҡайтанан яуыз эшенә тотона. Сер йомғағын бер нисек тә һүтерлек түгел, әллә «мафия» тигәндәре шулмы икән, билдәһеҙ...
Тағы бер миҫал. 57 йәшлек ҡатын Крас-нодарҙа йәшәгән ҡыҙына ҡунаҡҡа барырға йыйына. Интернет аша билетҡа заказ бирә. Ханым быға тиклем дә төрлө сайт хеҙмәттәре менән ҡул-ланған булған. 9 мең һумға яҡын аҡса күсерә лә, заказды көтә башлай. Әммә билдәләнгән көндө заказы килмәй, пенсионер авиакомпанияға шыл-тырата, телефондың икенсе осонда уға, һеҙҙән бер ниндәй ҙә билетҡа заказ ҡабул ителмәне, тип яуаплайҙар. Аферистар ҡорбанына әйләнгәнен аңлаған ҡатын ярҙам һорап полицияға мө-рәжәғәт итә. Ҡайһы бер фараздар буйынса, пенсионер заказ биргән сайт авиакомпанияның рәсми сайтына оҡшаш, мутлашыусыларҙың сайты булыуы ихтимал. Әлеге ваҡытта факт буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү алып бара. Иң ҡыҙығы, был алдаҡ сайт әле лә интернетта тора. Тәфтишселәр бер нисә тапҡыр бәйләнешкә сығып ҡарай, әммә һөҙөмтәһеҙ.
Ғөмүмән, һуңғы ва-ҡытта «Авито» сайты аша алыш-биреш итеү-селәрҙең бик йыш ярыҡ ялғаш эргәһендә ҡалыу осраҡтары йышайған. Йәйгеһен яҡташыбыҙ сайт аша 60 мең һумға теплица һатып алырға була. Телефон аша һөй-ләшәләр, килешәләр. Ир кеше аферистарҙың банк иҫәбенә аҡса күсерә һәм шуның менән вәссәләм... Хыялында күптән инде ҡыяр-помидор үҫтерергә йыйынған теплицаһын күпме генә көтһә лә, килтермәйҙәр.
Ауыл кешеләре лә хәҙер интернет менән файҙаланырға өйрәнеп алды. Элек һатып алырға йыйынған әйбереңдең ниндәй төбәктә булы-уына ҡарамаҫтан, барып ҡарағандан һуң ғына алыш-биреш эшләй торғайнылар. Хәҙер ни фотоһын күреү менән һатып алырға булып китәләр. Шулай итеп бе-рәү иғландар сайты аша тракторлы булырға уйлай. Ҡараһа, 180 меңгә генә яңы трактор күреп ҡала. Хаҡының баҙарҙыҡынан күпкә түбән булыуы хуш килә. Телефон аша аралашҡанда һатыусы Силәбе өлкәһенәнмен тип үҙе менән танышты-ра. Кисекмәҫтән аҡса кәрәклеген, шуға ла техниканы арзанға һа-тыуын әйтә. Билдәле хаҡ-ҡа тракторҙы Учалыға килтерәсәген белдерә. Ваҡиғаның бындай бо-ролош алғанын ишеткәс, яҡташыбыҙ теге кеше-нең банк картаһына 177 мең һумын күсереп тә ҡуя. Һуңынан ғына аҡсаһының елгә осҡанын аңлап ҡала һәм эске эштәр бүлегенә мөрәжәғәт итә.
Тәғәйен урында, тәғә-йен ваҡытта ҡапыл хәте-реңдең насарайыуы һи-не ҙур бәләнән аралап ҡалырға мөмкин икәнен беләһегеҙме? Райо-ныбыҙ ауылдарының береһендә йәшәүсе ҡатынды тап хәтере юҡлығы мутлашыусылар тоҙағынан ҡотҡара. Ханым, һарыҡ һатам, тип интернетҡа иғлан ҡуя. Оҙаҡламай телефонына хайуандарҙы һатып алырға теләк белдереп бер әҙәм шылтырата. Һарыҡтар өсөн аванс күсерергә теләге барлығын бел-дереп, банк картаһы номерын һорай. Уны-быны уйламаған ҡатын шәхси мәғлүмәттәрен әйтеп һала, әммә кредит картаһынан аҡса күсереү өсөн паролде онота. Ошо арҡала мутлашыусылар иҫәптән аҡса урлай ал-майҙар.
14 октябрҙә ауылда йә-шәүсе ҡатын «Авито» сайтына һыйыр һатырға иғлан бирә. Бер нисә көндән һатып алыусы ла табыла. Мал хужаһынан банк картаһының номерын һорай. Ҡатын әйт-мәйем тип яуап бирә. Көн дауамында ике-өс тапҡыр шылтыратып кар-та номерын һорайҙар, ахырҙа ныҡашҡас карта һандарын әйтә. Бер аҙҙан ҡатындың телефонына «картағыҙға аҡса күсте» тигән смс хәбәр килә. Ҡатын һыйыр өсөн аҡса күсергәндәрҙер, моғайын, тип уйлай. Әммә күп-мелер ваҡыттан һуң уға шылтыратып, һеҙҙең картағыҙға яңылыш аҡса күсерҙек, зинһар өсөн кире ебәрегеҙ инде, тип үтенәләр. Намыҫлы ханым шундуҡ телефонға аҡсаны күсерә, һуңынан ғына иҫәпкә үҙенең аҡсаларын күсергәнен аңлап ҡала. Ханым иғтибарһыҙлығы арҡаһында 9 мең һум аҡсаһын юғалта.
Июль айында берәүҙең телефонына «Фотоға ҡара һәм икәү булған саҡтарҙы хәтерлә» тигән смс хәбәр килә. Аҫта адресы менән һылтанма ла күрһәтелгән була, Г. һылтанма аша күсеп ҡарай. Күп тә үтмәй, телефоны эш-ләмәй башлай, һүндереп ҡабыҙғандан һуң «карта-ғыҙҙан 7700 һум аҡса күсерелде» тигән бер-бер артлы смс-тар килә. Г. вкладын страховкалаған була, банк аҡсаны ҡай-тарып бирә.
Р.ла ошо рәүешле «Бергә саҡтағы фотоны ҡарайым» тип 6700 һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға.
Тағы бер граждан мут-лашыусының ауына үҙ белдеге менән ҡаба. Эскән килеш машина йөрөткәне өсөн уны ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре танытмаһынан мәхрүм итә. Быныһы иһә апты-рап ҡалмай, икенсе көнөнә ҡала урамында бағанаға йәбештерелгән «Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә танытмағыҙҙы юллап алырға ярҙамлашабыҙ» тигән иғланға тап була. Күрһәтелгән телефон номерына шылтырата, сымдың теге осонда проблеманы яҡын арала хәл итергә вәғәҙә бирәләр, күпме аҡса кәрәклеген әйтәләр. Д. бер аҙна эсендә 55 мең һум аҡсаны теге әҙәмдең карта иҫәбенә күсерә. Әммә уныһы тағы 30 мең күсереүҙе һорай. Был үтенес Д.-ны шикләнергә мәжбүр итә һәм ул аҡса күсереүҙән баш тарта. Зыян күреүсе уның телефонына ҡа-баттан шылтыратып ала алмағас, полицияға хәбәр итә. Әлеге ваҡытта енәйәтсенең шәхесе асыҡланған, уны эҙләй-ҙәр.
«Мин аварияға эләктем, ярҙам кәрәк», «Әсәй, мине полиция ҡулға алды»... Телефонығыҙға ошондай йөкмәткеле смс хәбәрҙәр килһә, һаҡ булырға кә-ңәш ителә. Енәйәтселәр «Бәйләнештә» сайтында диуарығыҙҙы «емереп» тә туғандарығыҙҙан, дуҫтарығыҙҙан аҡса һо-рап маташа торғандар. Уларҙың тоҙағына эләк-мәҫ өсөн, тәү сиратта, яҡындарығыҙҙың үҙҙәренә шылтыратып хәлде һорашығыҙ, таныш булмаған кеше менән һөйләшмәгеҙ. Яҡындарығыҙҙың тауышы менән аралашыуҙары ла ихтимал, ул саҡта һорауҙар яуҙырығыҙ, өләсәй-олатайығыҙҙың исемен һорағыҙ, үҙегеҙ генә белгән хәбәрҙәрҙе төпсөнөгөҙ. Күптән түгел ошоға ҡағылышлы ҡыҙыҡлы хәл һөйләнеләр. Ир менән ҡатын сит илгә ялға бара, сәйәхәт мәлендә кисекмәҫтән аҡса кәрәк була. Ир кеше әсәһенә шылтыратып, ҡустыһына аҡса ебәрһен, тип әйтергә ҡуша. Пенсионер ханым телефон мутлашыусылары булып ҡуймаһын, тип улынан һорау алыу ойоштора. «Беҙҙең нисә ҡуяныбыҙ бар?», «Ем үткәргесебеҙҙе кем алып торҙо?» - тип төпсөнә башлай. Улы тәүҙә аптырашта ҡала, һорауҙарға яуап бирә, әсәйемдең аҡылы зарарланғандыр күрәһең, тип көйөп китә. Һуңынан ғына оло кешенең ошо рәүешле мутлашыусылар булып ҡуймаһын, тип хәүефләнгәнен белеп ҡала.
Учалы районының эске эштәр бүлеге тәф-тишсеһе, полиция өлкән лейтенанты Руслан Шев-ченко әйтеүенсә, ай һа-йын ҡала-районыбыҙҙа тиҫтәгә яҡын кеше мутлашыусылар ҡорба-нына әйләнә. Полиция хеҙмәткәрҙәре халыҡты уяу булырға саҡыра.



 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Олоһо ла, кесеһе ләОлоһо ла, кесеһе лә
Интернет, мобиль телефон элемтәһе - яңы күренештәр шул, ҡайҙа һәм нисек төп башыңа ултыртыу мөмкинлегенә һаман да төшөнә алмағандар күп. Был... Тотош уҡырға
Талайҙар, туҡмайҙарТалайҙар, туҡмайҙар
БР буйынса Эске эштәр министрлығы ошо көндәрҙә Учалы ауылында булған ваҡиға тураһында хәбәр итте. Оло ат менән уйнаған тайҙың аяғы аҡһаған, тип... Тотош уҡырға
Хәүефле шылтыратыуҙарХәүефле шылтыратыуҙар
Тормош алға бара. Шул иҫәптән ябай кешенең банк менән бәйле мөнәсәбәттәре лә заманға ярашлы үҙгәрҙе. Банк хеҙмәтләндереүе граждандарҙың йәшәгән... Тотош уҡырға
Мутлашыусы тоҙаҡ ҡораМутлашыусы тоҙаҡ ҡора
Берәүҙәр ете ҡат тирен түгеп аҡса эшләй, икенселәр ҡулын-ҡулға һуғып, еңел ысул менән байырға теләй - кемделер алдап, төп башына ултырта. Һуңғы арала... Тотош уҡырға
Торлаҡлы булам тиһәңТорлаҡлы булам тиһәң
2014 йылда Башҡортостан халҡы торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү юҫығында яңы ысул менән файҙалана ала. Апрелдә республикала торлаҡ төҙөлөшөнә аҡса туплау... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.