» » Тәжрибәбеҙ Һиндостанда ла өйрәнелә

Тәжрибәбеҙ Һиндостанда ла өйрәнелә21.11.2016

«Партисипатор» тигән һүҙҙән ҡурҡып китмәгеҙ. Инглиз теленән килгән төшөнсә был - барыһы ла ҡатнашҡан эш йә күренеш шулай атала. Беҙҙеңсә «өмә» тиергә лә булалыр. Фәҡәт партисипаторлы бюджетлау (сығымдарҙы планлаштырыу) буйынса 3-5 ноябрҙә Һиндостандың Керала штатының Коччи ҡалаһында БРИКС илдәренең конференцияһы үткәрелде. Әһәмиәтле халыҡ-ара форумда Рәсәй төбәктәрен 3 субъект вәкилләй - Башҡортостан Республикаһы, Алтай крайы һәм Ярославль өлкәһе.
Башҡортостанды иһә БР Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, БР Финанстар министры Рида Собханҡолова һәм Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәевтар кәүҙәләндерә. Ниңә тап беҙҙең төбәккә ошондай хөрмәт күрһәтелеүе сер түгел: тел һындырырлыҡ «партисипаторлы бюд-жетлау» төп асылда - беҙҙең барыбыҙға ла хәҙер яҡшы таныш һәм тап учалылар уңышлы үҙләштергән «Урындағы инициативаларға булыш-лыҡ итеү» программаһы. Был йүнәлештә беҙ республикала беренсе урында - 3 йылда 43 проект тормошҡа ашы-рылды, быйыл йәнә 7 ниәт реализациялана. Өҫ-тәүенә, Рәсәйҙең ҡалған региондарында, БРИКС ойошмаһына ингән башҡа илдәрҙә ҡала халҡын ини-циативалы бюджетлау алымына йәлеп итеү бик ауыр барһа, беҙҙең Учалы ҡала ултырағы хәҙер уни-каль тәжрибәгә эйә - 3-сө проект башҡарылыу өҫ-төндә бит!
Республикабыҙ ҙа ил күләмендә алдынғылар рәтендә. Быйыл 19-20 октябрҙә Мәскәүҙә инициативалы бюджетлау буйынса Бөтә Рәсәй кон-ференцияһы үтте. Унда Башҡортостан әүҙемлек һәм эшлеклелек өсөн грамота менән бүләкләнә. Ә иң мөһиме - Рәсәйҙең 26 пилот субъекты иҫә-бендә РФ Финанстар министрлығының һәм Бөтә донъя банкының «2016-2018 йылдарҙа Рә-сәй Федерацияһы субъекттарында инициативалы бюджетлауҙың үҫеше» программаһына индерелә.
Һиндостанда Фәрит Фәтих улына ла һүҙ бирелә. Был алымдың беҙҙең шарттарҙа нисек тормошҡа ашырылыуы, төрлө нескәлек һәм сетерекле урындары тураһында доклад менән сығыш яһай.
Ошо көндәрҙә халыҡ-ара конференциянан һуң һығымта-тәьҫораттары тураһында район ха-кимиәте башлығы урындағы журналистарға бәйән итте. Гәзит уҡыу-сыларға ҡыҙығыраҡ булһын өсөн, сәфәрҙең эшлекле өлөшө менән гәнә сикләнмәй, Һин-достандағы тормош, көнкүреш тураһында ла төпсөнөп һорауҙарҙы бай-таҡ бирҙек.
- Илдең көньяғында урынлашҡанғамы икән, көн ныҡ эҫе. Күләгәлә 32 градус, 100 процент дымлылыҡ. Һиндтарға ҡәҙимге күренеш, беҙгә иһә көн торошо бик тә экстремаль булып тойолдо. Ярар ҙа ҡояш аҫтында күп йөрөргә тура килмәне, конференция башлыса бина эсендә барҙы.
- Урындағы халыҡтың тормошо киноларҙағы һы-маҡ күренәме?
- Контрастар иле, тип әйтеү иң дөрөҫөлөр. Халыҡтың күпселеге ве-лосипед-рикшаларҙан ары китә алмай, йәйәү йөрөй, әммә бәғзе әфәнделәрҙең ҡиммәтле автомобилдәре беҙҙең ҙур ҡалаларҙа ла бик һирәк күренә. Торлаҡ менән шул уҡ күренеш - насар ғына аласыҡтар менән бер рәттән хан һарайындай биналар, ялтырап торған, зиннәтле отель-офистар. Керала иң үҫешкән, халҡы белемле һәм мәҙәни яҡтан алға киткән штат тип һанал-һа ла, сүп-сарҙың күп булыуы күҙгә салынды. Юҡ, тәнҡитләп әйтмәйем, бындай күренеште беҙҙең илдең дә күп урындарында күҙәтергә була. Бәлки, элек органик ҡалдыҡтар тәбиғи рәүештә кибеп-сереп үҙенән-үҙе юҡ булғандыр, әммә заман көнкүрешенән ҡалған пластик-ҡалайҙар күптәрҙе брсоған проб-лемаға әйләнгән инде ул. Шөкөр, был касафат менән ныҡлап көрәшә башлағандар. Ил етәксеһе Премьер-министр, күре-некле сәйәсмәндәр һәм эстрада йондоҙҙары даими рәүештә урам йыйыш-тырыу өмәләренә сыға, үрнәк алһын өсөн был акциялар халыҡҡа ет-керелә. Тап ошо прог-раммаға нигеҙләнгән сүп-сарҙы тәрән эшкәртеү мәсьәләләрен хәл итеү күҙаллана. Күп, бик күп эшләргә тура киләсәк...
Ауылдарға илткән юлдарҙың торошо ла маҡтанырлыҡ түгел. Эш сәфәре программаһына индерелгән Кумаракум ауыл ултырағына тик ҙур кәмәгә ултырып бара алдыҡ, ярай ҙа ҡояш нурҙарынан һаҡлап, һа-ламдан булһа ла, япма хәстәрләнгән ине. Был ауылда партисипаторлы бюджетлау алымын ҡул-ланып ашхана төҙөлгән. 8х8 метр үлсәмендә ағас бина, бүрәнә свайҙарҙа. 10 йүнсел ҡатын берләшә лә, уларға дәүләт ярҙам итә. Хәҙер мәктәп ба-лаларына туҡланыу ойош-торалар, туристарҙы хеҙ-мәтләндерәләр. Әллә ни ҙур бина ла түгел, халыҡ-ара конференцияһы делегаттарына күрһә-теүҙең сәбәбе - ултыраҡта ҡатын-ҡыҙ йүнселлек күрһәткәнгә тиклем бер эш урыны ла булмаған! Урындағы кешеләр кокос йыйып, балыҡ тотоп тамаҡ аҫрайҙар... Ғөмүмән, беҙ инициативалы бюджет-лау алымына йәшәйеште яҡшыртыу, тормош сифатын артабан күтәреү маҡсатында тотонһаҡ, бында ундай юғары даирәләр тураһында уйланырға форсат юҡ. Әлегә йәшәйеш өсөн мотлаҡ булған мәсьәләләрҙе хәл итеү өҫтөндә эшләйҙәр. Миҫал өсөн, бер ултыраҡта һыу тәьминәте проблемаһынан арынып шатланалар, быға тиклем ҡатын-ҡыҙҙар көн һайын 11 километр аранан йәйәү йөкләп ташығандар! Шөкөр, беҙ бындай хәлде күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Тағы ла тормош кимәленә бәйле киҫкен проблема - һәр ҡайҙа ла тиерлек бәҙрәфтәрҙең етешмәүе. Дымлы һәм эҫе климатта был проблеманың ниндәй эҙемтәләргә алып барыу ҡурҡынысын күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел. Мәсьәләгә етди иғтибар бүленә башлаған. Ниндәй кимәлдә йәшәүҙәрен ошо һан аша ғына ла күҙ алдына килтерергә мөмкин инде: инициативалы бюджетлау аша проекттар башҡарыу өсөн урындағы халыҡ 10-20 рупи иғәнә индерә, беҙҙең аҡсаға 10-20 һум тирәһе инде...
-Һиндтарҙың үҙҙәрен тотошонда нимә оҡшаны һәм нимә оҡшаманы?
-Һәр халыҡтың үҙ тарихы, ғөрөф-ҡәҙәттәре, йәшәү рәүеше, менталитеты. Нимәлер оҡшаманы тип баһа биреү урынһыҙ тойолор. Ә бына һиндтарҙың иң оҡшаған сифаттары шул булды - сәбәләнмәй, ауырлыҡтарға артыҡ иғтибар бирмәй, ысын-барлыҡты нисек бар, шулай ҡабул итеп алға хәрәкәт итәләр. Һәм ниндәй маҡсаттар ҡуялар бит әле! Күрше урын-лашҡан һәм бөгөнгө көн-дә донъяла иң ҡеүәтле иҡтисадҡа эйә булған Ҡытайҙы ҡасандыр үтеп китәсәктәренә береһе лә шикләнмәй.
- Әйткәндәй, Ҡытай һәм башҡа БРИКС илдәре вәкилдәре нимә тураһында һөйләнеләр?
- Ҡытай делегацияһын Һиндостандағы ил-селәре вәкилләне. Дөйөм һүҙҙәр менән сикләнеп, башлыса үҙҙәре бындағы хәлде өйрәнеүгә өҫтөн-лөк бирҙе, тигән тәьҫорат ҡалды. Ә бына Бразилия-ла инициативалы бюд-жетлауға социаль һәм иҡтисади ғына түгел, сәйәси әһәмиәт бирелә икән. Эффектлы децен-трализация юлы, тип баһалана. Ҡайҙа, күпме ҡаҙна аҡсаһын йүнәлтеү баш ҡалала ғына хәл ителмәй, был процесс төбәктәрҙең әүҙемлегенә, халыҡты ойоштора алыу-ҙарына тура бәйләнә. Әлбиттә, төбәктәрҙең иҡ-тисади үҙаллылығы арта бара.
Беҙҙең өсөн дә бындай ҡараш бик яҡшы. Юғиһә, заман үҙгәргәнде аңларға теләмәй, дәүләт һәм хө-күмәт беҙгә барыһын да әҙер көйөнсә тотторорға тейеш, тип көтөүселәр яҡташтарыбыҙ араһында ла юҡ түгел. Ике маҡсат бер юлы ҡуйыла бит - үҙәктең өҫтәмә рәүештә финанслауы һәм халыҡты «йоҡонан уятыу», ижди-венлыҡ тойғоһонан арындырыу.
-Тимәк, был программала артабан да ҡатнашасаҡбыҙ?
- Әлбиттә! Беҙҙең быйыл 11 проекттың 7-һе хупланыуы ла яҡшы күрһәткес. Әммә үҙебеҙ-ҙең тәжрибә менән тағы ла яҡшыраҡ һөҙөмтәгә ирешә алыр инек. Үкенес, сүплектәр менән бәйле 2 проектыбыҙ конкурстан алынды. Улар ысынлап та кәрәк, халыҡ хупланы, әммә кемдең балансында тороу-тормау кеүек һу-ңынан асыҡланған хоҡуҡи сәбәптәр менән уңыш-һыҙлыҡҡа юлыҡтыҡ.
Командировка бары-шында БР Премьер-ми-нистры Рөстәм Мәрҙәнов, БР Финанстар министры Рида Собханҡолова менән байтаҡ аралашырға насип булды. Улар әйтеүенсә, «Урындағы инициативаларға бу-лышлыҡ итеү» прог-раммаһына республика бюджетынан йүнәлтелгән аҡса күләме артмаған осраҡта ла, киләһе йыл-дарҙа ла кәмемәйәсәк. Тимәк, был эш менән беҙгә артабан да ныҡлап шөғөлләнеү зарур.
Килеп сыҡһа, «до-ходогенерирующий» проекттарға ла төплө иғтибар бирергә кәрәктер. Килем килтермәгән осраҡта ла, исмаһам, өҫтәмә сығым талап итмәгән проекттар яҡшы булыр ине. Мәҫәлән, халыҡтан һөт ҡабул итеү пункты ойоштороу, ауыл ултыраҡтарына юл таҙартыу техникаһы ҡайтартыу һәм башҡа.
- Фәрит Фәтих улы, бындай «ваҡ» һорау өсөн ғәфү итегеҙ, шулай ҙа әйтегеҙ әле - ысын Һинд сәйе беҙҙекенән ныҡ айыры-ламы? Гәзитте төп өлөштә оло кешеләр уҡый, ә улар ныҡ сәй ярата...
-Айырыла. Яҡшы-раҡмы, насарыраҡмы икәнлеген әйтә лә алмайым, сөнки бар ризыҡҡа, шул иҫәптән сәйгә ҡырҡыу еҫле тәмләткес өҫтәмәләр мул сумырыла. Милли кухня оҡшауын оҡшаны, әммә үҙебеҙҙең аш-һыуға, үҙебеҙҙең кешеләргә, үҙебеҙҙең тәбиғәткә донъяла бер ни етмәгән кеүек тойолдо!
Илфат ЯНБАЕВ
әңгәмәләште.


 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Ятып ҡалғансы, атып ҡалЯтып ҡалғансы, атып ҡал
2014 йылда Башҡортостанда «Урындағы инициативаларҙы яҡлау» программаһы буйынса пилот проекты булдырылғайны. Әлеге ваҡытта Республика Башлығы Рөстәм... Тотош уҡырға
Һөҙөмтә күренеп тораҺөҙөмтә күренеп тора
7-8 декабрь Бөтә донъя банкы вәкиле Нина Филиппова районыбыҙға килеп, урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә проекттарҙың... Тотош уҡырға
«Осрашыуҙар даими үтәсәк»«Осрашыуҙар даими үтәсәк»
Ошо көндәрҙә БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рим Ғабдуллин урындағы журналистар менән осрашыу үткәрҙе. «Һайлаусыларыма йыл һайын отчет биреп... Тотош уҡырға
Заман талабы - программаларҙа ҡатнашыуЗаман талабы - программаларҙа ҡатнашыу
4 сентябрҙә район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев урындағы журналистар менән осрашып, хәҙер инде йолаға әйләнгән матбуғат конференцияһын... Тотош уҡырға
Әүҙемерәк булайыҡӘүҙемерәк булайыҡ
Баштан уҡ аныҡ әйтергә кәрәк, юғиһә күптәр аҡсаны Бөтә донъя банкы бирә, тип яңылыша. Республикала муниципаль берәмектәрҙең урындағы инициативаларына... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.