» » Хаҡ - кеше ғүмере

Хаҡ - кеше ғүмере13.12.2016

Бөтә донъя СПИД менән көрәш көнөнә район хакимиәтендә «түңәрәк өҫтәл» үткәрелде. Сарала район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, үҙәк ҡала дауаханаһының инфекциялар буйынса белгесе Наилә Фәхретдинова, табип-нарколог Шәүрә Юдина, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр менән эш алып барған башҡа учреждение вәкилдәре ҡатнашты.
Наилә Фәхретдинова ВИЧ-инфекциялы граж-дандарға диспансер күҙәтеү башҡарылыуы тураһында бәйән итте. Районда хәл контроль аҫтында, әммә мәгәр 2014 йылда 89 бәләгә тарыған кеше иҫәптә торһа, былтыр - 102, ә быйыл 109 кешегә еткән: 20 йәшкә тиклем - 5, 30 йәшкә тиклем - 33, 40 йәшкә тиклем - 52, 50 йәшкә тиклем - 16, 60 йәшкә тиклем 3 кеше.

Ә бит ни бары 2000 йылда берҙән-бер генә пациент теркәлгән була, тенденция көн кеүек асыҡ! Һәм был һандарҙың бөгөнгө реаль ысынбарлыҡты тулыһынса күрһәтмә-үе сер түгел. Быйыл, мәҫәлән, районда ни бары 4 618 граждан ВИЧ-инфекцияға тикшерел-гән, бар халыҡтың 6 процент тирәһе генә. Ҡалған 94 процент яҡташ-тарыбыҙҙың күпмеһенең ҡурҡыныс инфекция йөрөтөүҙәре - ҡараңғы урман. ВИЧ инфекци-яһы асыҡланғандарҙың бер өлөшөнөң ҡайҙа йәшәгәндәре лә теүәл генә билдәле түгел, хатта медицина тикшереүе үтеүҙән, бушлайға дарыу алыуҙан баш тарталар, ти! Ә бит заман медицинаһы ҡотҡара алмаһа ла, ин-фекциялы кешенең ғүме-рен апаруҡ оҙонайтырға һәләтле.
СПИД менән нар-команияны бер бөтөн тиерлек. Аңдарын тилер-теүселәр вирусты энә аша ла бер-береһенә йоҡтора, енси яҡтан тотанаҡһыҙға ла әйләнә торғандар бит. Шәүрә Юдинаның мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгө көндә 12 граждан наркоман булараҡ иҫәптә тора. 4-һе ҡатын-ҡыҙ, уртаса 20-35 йәштәге кешеләр, өсәүһендә ВИЧ асыҡланған. 9 кеше ҡулланыусы статусында теркәлгән. Был кон-тингент айырыуса йыш «яңырып» тора - үлемесле яман ғәҙәттән арынмай икән, наркомандар оҙаҡ йәшәмәй.
Профилактика эше тураһында Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы директоры Айгөл Ғи-мазитдинова, Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм комитеты етәксе-һе Наил Нәбиуллин, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ирек Әхмә-ҙиевтар фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Анкета үткәреүҙәр күрһәтә - мәғлүмәт күп булыуға ҡарамаҫтан, йәштәрҙең күбеһе СПИД тураһында конкрет бер ни белмәй икән, «...был миңә ҡағылмай!» - тип ҡыҙыҡһынып та тормайҙар.
Кәңәшмәлә ҡат-нашыусылар, сәләмәт йәшәйеш образын пропагандалау менән сикләнмәй, ВИЧ-инфекцияның фәҡәт үҙе, таралыу юлдары тураһында йәштәргә нығыраҡ төшөндөрөргә кәрәк, был эштә яңы, за-манса алымдар ҡулланыу зарур, тигән һығымтаға килделәр. «Милли һәм дини менталитетыбыҙ шул инде - был сетерекле темаға һөйләшеүҙән тартынабыҙ. Тик бына үлемесле бәләнән аралау тураһында һүҙ барғанда, уңайһыҙланыуҙарҙы сит-кә ҡуйып торорға кәрәк», - тип билдәләне Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы.
Хаҡ һүҙҙәр! Был өндәүгә беҙ ҙә ҡушылып, асыҡ иҫкәртәйек: ВИЧ-ин-фекция төп өлөштә 3 юл менән тарала - сирле кеше менән енси бәйләнеш, наркомания һәм әсәнән бәпәйгә күсеү. Енси бәйләнеш ваҡытында һаҡланыу сараһы (һәр аптека һәм аҙыҡ-түлек ма-газиндарында һатылған осһоҙ ғына презерватив-тар) ҡулланыла икән, ВИЧ-инфекция йоғоу ҡур-ҡынысы байтаҡҡа кәмей. 100 процент гарантия бирә алмай, шулай ҙа, са-ғыштырғыһыҙ дәрәжәлә хәүефһеҙерәк.
Ҡәҙерле ата-әсәләр, олатай-оләсәйҙәр, ошо мәҡәләне балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ алдына уҡырға һалыр инегеҙ. Әлбиттә, иң ышаныслыһы - әҙәпле, тотанаҡлы булыу. Һеҙҙең бала-ейәндәрегеҙҙең тап шулай булыуына семтем дә шөбһә юҡ, әммә, йәш саҡ - йүләр саҡ, тип юҡҡа ғына әйтелмәй. Ә был осраҡта бер генә яңылышлыҡтың да хаҡы үтә ҡиммәт - кеше ғүмере!
Беҙҙең хәбәрсе.


 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Беҙҙән алыҫ булмаған Екатеринбург ҡалаһының сәләмәтлек һаҡлау идаралығы ВИЧ-инфекцияһы эпидемияһы барлыҡҡа килеүе тураһында рәсми иғлан яһаны. Һәр... Тотош уҡырға
Тотанаҡһыҙлыҡ афәтеТотанаҡһыҙлыҡ афәте
Беҙҙең шәхси фекергә 27 май Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының идаралығында булған ғәҙәттән тыш хәлдә (дөрөҫөрәге, фажиғәлә), урындағы властар һәм ... Тотош уҡырға
Нисек ҡотолорға?Нисек ҡотолорға?
«Учалы ҡалаһында йәмғиәтте һауыҡтырыу механизмын булдырыу» тигән девиз аҫтында район хакимиәте эргәһендәге ведомство-ара кәңәшмә үтте. Бында сирҙе... Тотош уҡырға
Хәл сағыштырмаса именХәл сағыштырмаса имен
Район хакимиәтендә наркотиктарға ҡаршы комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Сарала БР наркоконтроль идаралығы начальнигы урынбаҫары Владимир Яматин,... Тотош уҡырға
Сетерекле мәсьәләСетерекле мәсьәлә
Муниципаль район хакимиәтендә ветерандар эштәре буйынса Координация советы ултырышы үтте. Кәңәшмәлә хакимиәт башлығының социаль сәйәсәт буйынса... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.