» » Был донъяла ниҙәр бар?

Был донъяла ниҙәр бар?27.12.2016

Был донъяла  ниҙәр бар?«Известия» гәзите хәбәр итеүенсә, киләһе йылдан бер ҡап тәмәкенең хаҡы 220 һумға етеүе ихтимал. Насар ғәҙәт, һүҙ ҙә юҡ, әммә ғүмер буйы тартҡан граждандарҙың барыһының да ҡапыл ғына ташлай алмаясаҡтары ла көн кеүек асыҡ. Бик күп халыҡта власҡа ҡарата ризаһыҙлыҡ көсәйәсәген сәйәсмәндәр аңламай микән? Әйткәндәй, Ель-циндың ҡуштандары 1991 йылда Рәсәйҙәге тәмәке фабрикаларын бер юлы ремонтҡа яптырып, тәмәке дефициты барлыҡҡа килтерҙе. Был, үҙ сиратында, СССР етәксеһе Горбачевҡа ҡарата халыҡ нәфрәтен артабан көсәйтте... Сәйәсмәндәр ҡайтанан бер үк тырмаға баҫырға йыйынһа, Рәсәй Эске эштәр министрлығы борсолоу белдерҙе - хаҡ саманан тыш күтәрелгәс, тәмәке күрше илдәрҙән контрабанда итеп күпләп килтерелә башлаясаҡ. Әйтерһең, халыҡтың «фанфуриктар»ҙан ҡырылыуы етмәгән, хәҙер бер ниндәй тикшереү үтмәгән, эсенә ни һалғандары билдәһеҙ сигареттар пәйҙә булыуы бик тә ихтимал шул. Ҡалған илдәрҙең тәжрибәһе тап шул хаҡта һөйләй.

Иркутск өлкәһендә халыҡтың ағыуланыуы кемгә отошло булды? Хәмер етештереүселәргә! Һәр хәлдә лә, араҡы-шараптарға һалымды кәметергә, ошо юл менән хаҡын төшөрөргә, тип өндәүселәр күренә башланы. Нисек кенә кәметмә, барыбер «фанфуриктан» осһоҙ була алмай инде.

Бөрө ҡалаһында мәҙәниәт буйынса күсмә республика кәңәшмәһе үтте. БР Башлығы Рөстәм Хәмитов унда режиссерҙарға шәп тәҡдим яһаны - «Урал-батыр» эпосы буйынса кинофильм төшөрөү. Әйткәндәй, БР Башлығы гранттарына быйыл ике тулы метражлы фильм төшөрөлгән дә инде: Булат Йосоповтоң «Бабич» һәм Айнур Асҡаровтың «Өфөнән мөхәббәт менән». Форсат сыҡһа, ҡарағыҙ!

Рәсәй Иҫәп палатаһы асыҡлауынса, 2015 йылда страховка компаниялары дауаханаларға 30,5 миллиард һумға штрафтар һала. Һәм был язаларҙың 43 проценты (!) - табиптарҙың хаталы йә аңлайышһыҙ яҙыуҙарына бәйле. Әйтерһең, ҡалғаны ал да гөл... Ә табиптарҙы йә компьютерҙа баҫырға өйрәтергә кәрәктер, йә ҡайтанан мәктәптең башланғыс кластарына ултыртып, матур яҙыу дәрестәрен бирергәлер.

Ҡаҙағстан ғалимдары күләмле тикшереүҙәр үткәрҙе. Бейә һөтөнән яһалған аҙыҡ-түлек (ҡымыҙ һәм ҡорот) ғүмер оҙонлоғона бик әһәмиәтле дәрәжәлә йоғонто яһауын теүәл асыҡланылар. Киләсәктә ассортимент, бәлки, тағын да киңәйер. Италиянан доктор Джузеппе Янелла бейә һөтөнән ҡәҙимге сыр яһау технологияһын асҡан. Бының өсөн дөйәнең таҙ ҡарынынан алынған ниндәй-ҙер фермент ҡулланыу талап ителә, ти. Күрше туғандаш илдә бейәләр ҙә етерлек, дөйә ла тоталар инде...

Африканың Сахара сүллегендә ҡар яуҙы. Ирекһеҙҙән бер ырым иҫкә төшә - йәнәһе лә, сүллектәр йәшеллеккә ҡапланмай тороп, ахыры заман килмәҫ. Көн торошо шул тиклем үҙгәрә бара икән, ҡом тауҙарын ағас ҡаплауы ла ғәжәп булмаҫтыр.

Ысын мөхәббәт шулай булалыр инде. Ҡытайҙың Сычуань провинцияһында бер ҡыҙ, туй күлдәгем асыҡ, минең ниндәй һимеҙ икәнлекте барыһы ла күрәсәк, тип ҡурҡа. Һөйгәне әмәлен таба: никахҡа кейәү кәләшенең күлдәген, ҡыҙ-егеттең костюмын кейеп киләләр.

Ә ысын дуҫлыҡ шулай булалыр инде. Фут-бол буйынса чемпионат ваҡытында сит ил көйәрмәндәре менән һуғышҡан өсөн Франция суды 3 Рәсәй гражданын төрмәгә ултыртҡайны. Сергей Горбачевтың 18 ай тотҡонда булып иреккә сығырға ваҡыты етһә лә, дуҫы Алексей Еруновты яңғыҙы ҡалдырыуҙан баш тартты, уның да ваҡыты тулыуҙы янында көтөргә булған, ти.
Үҙәк матбуғатты һәм интернетты файҙаланып, Илфат ЯНБАЕВ әҙерләне.




 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр көндән-көн ҡырҡыулана бара, аҙағы хәйерле булһын инде. Билдәле «Валдай» дискуссия клубы сессияһында РФ Президенты В.В. Путин ... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин 2019 йылда Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл тулыуҙы үткәреү тураһында Указға ҡул... Тотош уҡырға
Был донъяла  Ниҙәр бар?Был донъяла Ниҙәр бар?
БР Башлығы Рөстәм Хәмитов 7 апрелдә 19.00 сәғәттә «Россия-24 Башкортостан» һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналдары буйынса тура эфирҙа халыҡ... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* 7 ноябрь, Октябрь революцияһы көнө, сит ил валюталары рекорд ҡуйҙы. Дөрөҫөрәге, Рәсәй һумы һуңғы дәүерҙә булмағанса түбән ҡоланы. 1 евро - 60 һум... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* Теүәл иҫәпләп сығарылды - санкцияларға яуап итеп, Рәсәй эмбарго иғлан итеү арҡаһында Европа 5 миллиард евро хаҡында ауыл хужалығы продукцияһын... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.