» » Был донъяла ниҙәр бар?

Был донъяла ниҙәр бар?24.01.2017

Давостағы Бөтә донъя иҡтисад форумында аяныс факт бәйән ителде: бар кешелектең 50 процентына ҡарағанда ни бары 8 кешенең байлығы күберәк. Ер йөҙөндә әле иң бай әҙәм балаһы - Билл Гейтс, Майкрософт компанияһын нигеҙләүсе 75 миллиард долларлыҡ активтарға эйә. Социализм системаһы, Советтар Союзы тар-мар ителгәндән һуң капиталистар тамам бәйҙән ысҡынды шул!

Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Таджуддин хәҙрәт «Әсәлек капиталы» программаһын дауам итеү менән бер рәттән, «Атайлыҡ капиталы» алымын индерергә өндәп сығыш яһаны. Күршелә генә миллиардтан ашыу кеше йәшәгән Ҡытай, ә Рәсәйҙә ни бары 145 миллион, исмаһам, 250 миллион гражданға етергә кәрәк, тип аңлата ул позицияһын. Сәйәсмәндәр нисә йыл сәйнәп тә, һаманға тиклем аныҡ ҡы-на ҡарарға килә алмаған илдең милли идеяһы тураһында ла ыҡсым ғына итеп әйтә: «...Хоҙайға шөкөр итеп йәшәргә һәм матур итеп балалар үҫтерергә, ейән-ейәнсәрҙәргә шатланырға, насип итә икән - бүлә-бүләсәрҙәрҙе күрергә». Хәҙрәттең үҙенең 17 ейән-ейәнсәре, 2 бүләсәре бар.

РФ Хөкүмәте күрһәтмәһе буйынса, һәр йорт хайуанына идентификация номеры биреләсәк. 2018 йылдың 1 ғинуарынан - һыйыр малы, йылҡы, ишәк-дөйә, сусҡаларға. Йәнә бер йылдан - һарыҡ-кәзәгә, эт-бесәйҙәргә, йорт ҡоштарына, ҡуяндарына һәм кеше аҫраған башҡа ваҡ йән-лектәргә. Һәр йәнлектең рәсми ҡушаматы 15 һан-хәрефтән торасаҡ. Был мәғлүмәт йә электрон чип рәүешендә тәндәренә тегелә, йә визуаль маркировка сараларына яҙылырға тейеш - бирка, муйынсаҡ, дүңгәләк, татуировка йә тамға.
Бер ҡараһаң, мал урлауҙарҙы кәметеү, йоғошло сирҙәрҙе сикләү өсөн шәп сара. Ә икенсе яҡтан, тулы күләмдә ғәмәлгә ашырылыуы шөбһәләндерә - урам тулы эт-бесәй, кем генә уларҙы тотоп шәхсән муйынсаҡ тағып йөрөр икән?

Дональд Трамп президент итеп һайланһа ла, уға ҡаршы төрлө акция-демонстрациялар күп кеше йыйҙы. Американың «Вашингтон таймс» гәзите хәбәр итеүенсә, ҡатнашырға теләүселәргә сәғәтенә 50 доллар тәҡдим ителгән икән. 8 сәғәтлек эш көнөнә иҫәпләһәң, 400 доллар килеп сыға, беҙҙең аҡсаға 24 мең һум! Ундай түләүгә, Х.Клинтонды түгел, ағас бүкәнен яҡларға теләүселәр ҙә күп табыла инде.

Заманында «Урал» мотоциклы бар ауыл кешеһенең хыялы булғандыр. Әле лә Ирбит заводы сығара икән, йылына 1 мең тирәһе. 99 проценты экспортҡа китә - Европаға, Африкаға, Ҡытай-Японияға, хатта Яңы Зеландияға. Заводтың 75 йыллыҡ юбилейы айҡанлы 25 кенә дана «Ural Ambassador Limited Edition» моделе сығарыласаҡ. Ҡәҙимге мотоциклдарҙан ҡупшыраҡ биҙәлә, мәрәкә итеп медицина аптечкаһына балыҡ консерваһы һәм бер шешә араҡы һалына. Мотоколлекционерҙарҙы ҡыҙыҡһындырыр ҙа ул, хаҡы Хоҙай ҡушмағанса юғары - 16500 доллар, йәғни 1 миллион һумға саҡ ҡына етмәй ҡала.

Ҡытайҙың Цинъян провинцияһында бер кеше иҫерек баштан урамда ятҡан тимер торба эсенә ниңәлер шыуышып инә. Тик бына 20 метрлыҡ торбаның ике осонда ике төрлө диаметр икәнен иғтибарға алмай, ҡап уртала ҡыҫылып тороп ҡала. Ҡотҡарыусыларға торбаны башта уртаға киҫергә, һуңынан эскесегә бау бәйләп һөйрәтеп сығарырға тура килә. Хәҙер үҙе лә был ҡырағай һәм хәүефле ҡылығын нисек аңлатырға тип баш ваталыр инде.

Күп йәштәр туйҙы ниндәйҙер «матур» даталарға, байрамдарға (мәҫәлән, Изге Валентин көнөнә) тура килтереп үткәрергә ярата. Тик бына Мельбурн университеты (Австралия) ғалимдары раҫлауын-са, ундай ғаиләләр ҡәҙимге көндәрҙә ҡоролған никахтарға ҡарағанда йышыраҡ тарҡала. Юҡ, конкрет даталарҙың ыңғай ғына түгел, кире йоғонтоһо ла юҡ, сәбәп икенсе: бер-береһенә мөкиббән йәштәр ваҡыттың «тура килеүе-килмәүе» кеүек мәсьәләләргә бөтөнләй иғтибар бирмәй, тиҙерәк ҡауышһалар, шул тулыһынса ҡәнәғәтләндерә. Ваҡытты һуҙғандар дата ғына һайламай, партнерҙарында икеләнеүҙең дә билдәһе, ти.
Үҙәк матбуғатты һәм интернетты файҙаланып, Илфат ЯНБАЕВ әҙерләне.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Хөкүмәте вице-премьеры, Рәсәй футбол союзы башлығы Виталий Мутко белдереү яһаны - 2018 йылда илебеҙҙә үтәсәк футбол буйынса донъя чемпионатының... Тотош уҡырға
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
АҠШ президенты Барак Обама юҡҡа ғына күңелдә шом уятмай икән. Американың шайтан сиркәүе башлығы Люсьен Гривз уға рәхмәт белдерҙе. Ошо Хоҙай ҡушмаған... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы ни бары сентябрь айында ғына яһаған прогнозы буйынса быйыл доллар курсы 35,67, киләһе йыл - 37,7 һум булырға тейеш... Тотош уҡырға
Донъя хәлдәреДонъя хәлдәре
* Үҙ-ара яҡындар менән һөйләшкәндә асыҡтан-асыҡ фекеребеҙҙе әйтә алабыҙ. Толерантлылыҡ тураһында уйлап та бирмәйбеҙ. Әлбиттә, йәмәғәтселек алдында... Тотош уҡырға
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* Рәсәй территорияһында 25 Украина гражданы ҡулға алынған, араларында яман даны таралған «Уң сектор» ультрарадикал ойошмаһы ағзалары бар. Байтаҡ... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.