» » Был донъяла ниҙәр бар?

Был донъяла ниҙәр бар?14.02.2017

Был донъяла  ниҙәр бар?Япондар Курил утрауҙарына болашыуҙан туҡтамай. Дәғүәләрҙән ялҡыптыр инде, Рәсәй хөкүмәте ҡыҙыҡ итте үҙҙәрен. Японияға яҡын урынлашҡан ныҡ бәләкәй, шуға хатта исемдәре булмаған утрауҙарға рәсми рәүештә исем бирелде - Алексей Гнечко (япон империалистарына ҡаршы алыштарҙа ҡаһарманлыҡ күрһәткән совет генералы) һәм Кузьма Деревянко (СССР исеменән Японияның капитуляцияһы тураһында документҡа ҡул ҡуйған хәрби начальник). Эйе, тарихты онотоп китмәһендәр, юғиһә, йәнә бер үк тырмаға ҡабаттан баҫырға теләүселәр юҡ түгел.

2015 йылдан алып таможняларҙа контрабанда менән килтерелгән аҙыҡ-түлек юҡ ителә. Меңәр-меңәр тонна... Сенатор Антон Беляков бик шәп закон проекты әҙерләгән була: конфискацияланған ризыҡты әрәм итмәйенсә, мохтаждарға бирергә. Ас хәлен туҡ аңламай шул - Дәүләт Думаһы депутаттары проектты кире ҡаҡты.

2002 йылда ҡот осҡос фажиғә булғайны: «Башҡорт авиалиниялары (БАЛ)» лайнеры Швейцария күгендә икенсе самолетҡа бәрелеп, 71 кеше, шул иҫәптән 52 бала һәләк булдылар. Төньяҡ Осетиянан Виталий Калоев та ғаиләһен юғалта. 418 көн үткәс бәләгә сәбәпсе булған авиадиспетчер Питер Нильсендың күҙенә ҡа-рарға тип килһә, теге һөйләшеп тә тормай, тупаҫ рәүештә ҡыуа башлай. Ярһыған ир бысаҡ менән сәсә... Ошо хаҡта Америкала нәфис фильм төшөрөлдө. Рәсәй прокатында «478» тип аталасаҡ. Төп ролде данлыҡлы актер Арнольд Шварцнеггер башҡара.

Хәмергә ҡаныҡһа, кеше хайуандарҙан да түбән төшөүенә йәнә бер миҫал. Алтай крайында бер әсәй шәрәмәте кейендерелмәгән сабыйын һал-ҡын йорт верандаһында ҡалдыра ла, үҙе ҡайҙалыр сығып юғала. Тамаҡ сылатҡас онотҡандыр инде. Туңып үлеүҙән 2 йәшлек баланы эт ҡотҡара, ике-өс көн дауамында тәне менән йылытып ята. Был хаҡта осраҡлы рәүештә генә кешеләр белеп ҡалып, бала ашығыс рәүештә дауаханаға оҙатыла. Шунан һуң 4 көн үткәс кенә (!) ҡатын өйөнә ҡайта. Әлбиттә, әсә хоҡуғынан шундуҡ мәхрүм ителде, кеше ғүмеренә ҡурҡыныс барлыҡҡа килтергәне өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Австралия ғалимдары асыҡланы, эш ваҡыты аҙнаһына 39 сәғәттән ашһа (ҡатын-ҡыҙҙарға - 34 сәғәттән), сәләмәтлеккә зыян килтерә баш-лай. 55 сәғәттән дә күбәйһә, инсульт, инфаркт, диабет, депрессия ихтималлығы ҡырҡа арта. Әйткәндәй, рәсми эш урынында бил бөккәнде генә түгел, йорт эштәре менән үткән ваҡытты ла күҙ уңында тоторға кәрәк. Әлбиттә, беҙҙә хеҙмәт, эшһөйәрлектән культ яһала, әммә ошо мәҙәк тураһында онотмайыҡ: «Колхозда иң күбе алаша эшләне. Тик күпме тир түкһә лә, рәйес була алманы».

Ҡытайҙар эшһөйәр инде. Сан-Франциско ҡалаһында тимер юлдарында йыйыштырыусы булып хеҙмәт иткән Лян Чжао Чжан әфәнде тәүлегенә 17 сәғәт эшләп, бер йылда 230 мең доллар эш хаҡы ала, тип хәбәр ителде. Беҙҙең аҡсаға 13 миллион 570 мең һум, айына - 1 миллион 130 мең. Беҙҙә бындай аҡсаны көнө-төнө бил бөкһәң дә алырлыҡ түгел, урам йыйыштырыусыларға ғына түгел, хатта профессорҙарға... Әйткәндәй, Чжан әфәнде хеҙмәт энтузиазмына бирелмәйенсә, үҙенең бурысын ғына атҡарһа, йылына 56 мең доллар «ғына» түләнер ине, 1 айға - 275 мең һум...

Берәй дәүләт илсеһе оҡшамай башлаһа, уны «персона нон грата» тип иғлан итәләр ҙә, илдән ҡыуып сығаралар. АҠШ илсеһе кеше хоҡуҡтары тураһында һөйләй башлағас, Зимбабве президенты пресс-секретары Джорд Чарамбаның ныҡ асыуы килә лә, бындай нескәлектәр тураһында онота. Америка вәкиленә кеше алдында: «Бар, тай бынан, банан ағасына аҫылын!» - тип екерә. Теүәл әйткәндә, банан ағас та түгел ул, тәпәш, аҫы-лыныу бик ҡатмарлы булыр ине! Негр көйөнсә шуны белмәй микән, тип үҙен хәҙер мәрәкәләйҙәр интернет селтәрендә.
Үҙәк матбуғатты һәм интернетты файҙаланып, Илфат ЯНБАЕВ әҙерләне.




Ҡурған өлкәһендә бер кеше икенсе кешенән һис тә бурысын ҡайтарта алмағас, дуҫынан ярҙам һорай. Теге ни, һөнәре буйынса янғын һүндереүсе, нимәне яҡшы белә, шул башына килгәндер инде: бурыс ҡайтармаған әҙәмде ҡурҡытыу өсөн әсәһенең ҡаралтыһына ут төртә. Аҙағынан үҙе үк коллегалары менән һүндерергә килә... Тотола.


 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Рәсәй христиандарының башлығы патриарх Кирилл РФ Дәүләт Думаһы алдында сығыш яһай. Башҡаһынан тыш микрофинанслау учреждениелары эшмәкәрлеген тыйырға,... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Хөкүмәте вице-премьеры, Рәсәй футбол союзы башлығы Виталий Мутко белдереү яһаны - 2018 йылда илебеҙҙә үтәсәк футбол буйынса донъя чемпионатының... Тотош уҡырға
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
АҠШ президенты Барак Обама юҡҡа ғына күңелдә шом уятмай икән. Американың шайтан сиркәүе башлығы Люсьен Гривз уға рәхмәт белдерҙе. Ошо Хоҙай ҡушмаған... Тотош уҡырға
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Рәсәй Йәмәғәт халыҡ фронты активистары Ярославль ҡалаһында сәйер күренешкә тап булалар: автомобиль түгел, эт һуғыр әҙәм күренмәгән бушлыҡта өр-яңы... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* Аҙағы хәйерле булһын инде, донъяла йәнә дары еҫе аңҡый башланы, буғай. АҠШ оборона министрының 1-се урынбаҫары Роберт Уорк НАТО ағзаларына... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.