Был донъяла ниҙәр бар25.04.2017

Көнбайыш илдәренең рәсми хеҙмәттәре са-быйҙарса хәйләһеҙ булып та китә икән. Мәҫәлән, бер илдән икенсегә сыҡҡан кешенән анкета тултырталар, унда «Террорсылыҡ, шымсылыҡ, саботаж йә геноцид (күпләп кеше үлтереү) менән шөғөлләнергә йыйынаһығыҙмы?» - тигән һорау ҙа бар икән. Әйтерһең, ысын золомсо ҡара ниәттәрен һөйләп торасаҡ! Ә бына ипле кешеләр яңылыштан был тоҙаҡҡа эләгеп тә ҡуя. Америкаға осорға самалаған Харви Кеньон-Кэйрнс әфәнденең күҙе күрмәгәндер инде, ейәне исеменән документ тултырғанда, үрҙә әйткән һорауға «эйе» тип яуаплай. Ошо нигеҙҙә ейәненә АҠШ сиге аша үтеү тыйыла. «Террорсы» һәм «шымсы» ни бары 3 айлыҡ бәпес икәнлегенә илселек хеҙмәткәрҙәре ташлама яһамай. Аҙағынан, тауыш ҡупҡас, рөхсәт бирелеүен бирелә, әммә күп йүгерекләргә, яңынан ҡиммәтле билеттар алырға тура килә.
Диндәренә күсергә өгөтләп бәйләнгән «Иегова шаһиттары» менән барығыҙҙың да осрашҡаны барҙыр. Бигерәк әрһеҙ булып китәләр ине. Сик ҡуйылды, буғай - Рәсәй Юғары суды уларҙы экстремистик ойошма, тип таныны һәм РФ би-ләмәләрендә эшмәкәрлектәрен тыйҙы. Әммә шатланмай тороғоҙ әле - «Иегова шаһиттары» судлашырға йыйына, Евросоюз да шундуҡ уларға теләктәшлектәрен белдерергә ашыҡты.
Швейцария халҡы эт менән бесәй ите ашарға әүәҫ икән. Германия менән Австриянан айырмалы, закон менән тыйылмай - сауҙаға сығарыуға ғына сик ҡуйылған. Ҡунаҡҡа килгәндәрҙе аҫтыртын ғына ошо «аҙыҡ» менән һыйлап, «Һиҙмәнеләр!» - тип көлөүҙән мәрәкә табалар, ти. Ул яҡтарға юл төшһә, һаҡ булығыҙ. Һәм ошо кешеләр, европалыларҙы күҙ уңында тотабыҙ, Рәсәй - ҡырағай, тиеп, беҙҙе нисек йәшәргә өйрәтеп маташалар!
Силәбе ҡалаһынан бокс оҫтабикәһе Ирина Русских Рәсәй чемпионатында ҡатнашыр алдынан үлсәнһә, үҙ категорияһының юғарғы сигенән 50 грамм ауырыраҡ икәнлеге асыҡлана. Ҡыҙ аптырап тормай, шундуҡ сәс толомон киҫеп ташлай. Һәм был ҡорбан заяға китмәй - ярыштарҙа «көмөш» миҙал алыуға өлгәшә.
Украинаның Троицкое ауылында бер әҙәм бикле ишекте емереп сиркәүгә ингән. Юҡ, талау өсөн түгел, христиандарҙың ғибәҙәт йолаһын үтәп, шәм тоҡандырыу менән сикләнә. «Иҫәргә доға ҡылырға ҡушһаң, маңлайын ярғансы суҡыныр» тигәндәре шул булалыр инде! Полиция шул тик-лем аптырағандыр, енәйәтсене изоляторға түгел, дауаханаға илтәләр.
Нефтеюганск ҡалаһында 34 йәшлек әҙәм Тобольск ҡалаһында бесәйе үлеүе тураһында ишетә. Һуңғы юлға оҙатыу өсөн ВАЗ автомобилен урлай ҙа, 240 километрлыҡ сәфәргә сыға. Икенсе көнөнә тотола. Транспорт менән идара итергә таныҡлығы ла булмауы асыҡлана. Яҙ һәм көҙ - психиканың бушаған мәле инде ул...
Францияның Мозель һәм Мерт департаменттарында меңәрләгән кеше утһыҙ ҡалды. Баҡһаң, ике ҡауҙы электр бағанына оя ҡоралар. Бер ботаҡты сымдарға төшөрөп «короткое замыкание» барлыҡҡа килә. Ремонт эштәре башланғас та, йорт төҙөүҙәрен дауам итәләр.
«Ихтирам» социаль хеҙмәтләндереү ойошмаһы «Асыҡ ишектәр көнө» сараһына саҡыра. 26 апрелдә 09.00-15.00 сәғәттәрҙә - Учалы ҡалаһы, Ленин урамы, 4-се йорт, 16-сы кабинет. Барыһы ла социаль хеҙмәтләндереү буйынса консультациялар аласаҡ, ойошма менән танышасаҡ.
Үҙәк матбуғатты һәм интернетты файҙаланып, Илфат ЯНБАЕВ әҙерләне.
- Оҡшаш яңылыҡтар
- Комментарийҙар

Һуғыш ҡына тоҡанмаһын инде. АҠШ Сирия аэродромына һөжүм иткәндән һуң, Рәсәй, Сирия, Ирак һәм Иранды берләштергән Координация үҙәге, артабан һәр... Тотош уҡырға

Украина, Рәсәй беҙгә ҡаршы һуғыш алып бара, тип һөрәнләһә лә, былтыр беҙҙең илдән 3 миллиард 300 миллион долларға тиң сумма күсерелә. Төп өлөштә... Тотош уҡырға

Үҙебеҙҙе мосолман тип маһайыуыбыҙ торһон инде... «Айыҡ Рәсәй» проекты сиктәрендә Рәсәй субъекттары араһында эскеселек буйынса рейтинг төҙөлдө. Иң аҙ... Тотош уҡырға

РФ Хөкүмәте вице-премьеры, Рәсәй футбол союзы башлығы Виталий Мутко белдереү яһаны - 2018 йылда илебеҙҙә үтәсәк футбол буйынса донъя чемпионатының... Тотош уҡырға

БР Башлығы Рөстәм Хәмитов 7 апрелдә 19.00 сәғәттә «Россия-24 Башкортостан» һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналдары буйынса тура эфирҙа халыҡ... Тотош уҡырға
Рубрикалар
Яңылыҡтар архивы
№ газеты
Табырға
Яңылыҡтар календары
Популяр яңылыҡтар

Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...
Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.