» » Һәр бала үҙ өлөшө менән тыуа

Һәр бала үҙ өлөшө менән тыуа25.04.2017

Хәҙерге еңел булмаған заманда балалы ғаиләләргә айырыуса ауырға тура килә. Мәктәпкә, балалар баҡсаһына түләүҙәр артҡандан-арта. Бынан тыш, башҡа сығымдары ла күп. Дәүләт етәкселеге хәлде еңеләйтеү өсөн төрлө саралар ҡуллана, дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Балалар пособиеһы, йөклө ҡатындарға социаль түләүҙәр һәм башҡалар ғаиләләрҙең матди хәлен әҙме-күпме еңеләйтә. Әлбиттә, ҙур сумма түгел, әммә тин һумды ҡаплай тигәндәй, көрсөк заманында нисек кенә булмаһын берәй «тишек»те «ямап» ҡуйырға ярап ҡала. Ғөмүмән, дәүләт тарафынан күп балалы, улай ғына ла түгел, бала тапҡан ғаиләләргә төрлө ярҙам саралары ҡаралған. Ата-әсәләргә үҙ хоҡуҡтарын белергә һәм файҙаланырға ғына ҡала.
2017 йылдың 1 февраленән яңы талап буйынса пособиеларҙың күләме үҙгәрҙе. Өҫтәмә мәғлүмәт алыу, ниндәй документтар талап ителгәнен белеү өсөн Учалы ҡалаһы, Ленин урамы, 4-се йорт адресы буйынса хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәк.


Бер тапҡыр
бирелә
Әлеге мәлдә бала тыу-ғас бер тапҡыр бирелә торған пособиеның күләме 17839 һум 54 тин тәшкил итә. Пособие ата-әсәнең береһенә эш урыны бу-йынса түләнә. Әгәр ҙә улар эшләмәйҙәр, йәиһә уҡыйҙар икән, йәшәү урыны буйынса халыҡты социаль яҡлау органдары тарафынан тәғәйенләнә һәм түләнә. Йөккә уҙған ҡатын-ҡыҙҙар консульта-ция һәм тәғәйенләнгән процедураларҙы үтеп, иҫәпкә тора икән (12 аҙнаға тиклем), уларға 705 һум 11 тин күләмендә пособие түләнә.

Йәш ярымға
тиклем
Баланы ҡарау буйынса ай һайын түләнгән пособие хеҙмәткәрҙең һуңғы 12 календарь айының урта-са эш хаҡынан сығып иҫәпләнә, ул ошо һандың 40 процентын тәшкил итергә тейеш. 
Ғаиләлә йәш ярым-ға тиклемге ике йәки унан да күберәк сабый тәрбиәләнә икән, посо-бие суммаһы бала һаны-на ҡарап ҡушыла. Әлеге ваҡытта баланы йәш ярымға тиклем ҡарау өсөн билдәләнгән пособиеның минималь суммаһы 2017 йылдың 1 февраленән бер бала өсөн - 3525,54 һум һәм ике һәм унан күберәк бала өсөн - 7051,08 һум. Максималь пособие тулы календарь ай өсөн 14102,17 һумдан артмаҫҡа тейеш. Игеҙәк йәки унан да күп балаһы тыуған ғаиләгә ай һайын һәр тыуған сабыйға 500 һум бүленә. Социаль ярҙам балалар 3 йәшкә еткәнсе бирелә.

Балаға айлыҡ пособие
Балаға тәғәйен айлыҡ пособиены ата-әсәнең бе-реһе юллау хоҡуғына эйә (дөйөм белем биреү һәм башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеһының көндөҙгө бүлегендә уҡыған бала уҡыуын тамамлағансы, әммә 18 йәшкә тиклем). Пособие, Башҡортостан Республикаһы законына ярашлы, айлыҡ килеме һәр ғаилә ағзаһына бүлгәндә йәшәү минимумынан кәм булған осраҡта, йәғни аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә генә тәғәйенләнә (17.12.2004 йылдан №132-се «БР-ҙа балаға айлыҡ пособие» БР законына ярашлы). 2016 йылдың сентябренән ай-лыҡ пособие тәғәйенләү өсөн йәшәү минимумы 9018 һум тәшкил итә.
Балаһы булған барлыҡ ғаиләләр ҙә, әгәр ғаилә килеме (ата-әсәнең эш хаҡы, пенсия, стипендия, алимент, йәш ярымға тиклем бала тәрбиәләү буйынса айлыҡ пособие һәм башҡа килемдәр) йән башына йәшәү минимумынан артмай икән, айлыҡ пособие алырға хоҡуҡлы. Йән башына килемде бүлгән ваҡытта никахта тороусы ата-әсә һәм улар менән бергә йәшәгән балиғ булмаған балалары иҫәпкә алына. Әгәр ҙә ата-әсә никахта тормаһа, дөйөм ғаилә килемен иҫәпләгән-дә әсәһенең килеме һәм балаға түләнгән алимент иҫәпкә алына.
Бер балаға айлыҡ по-собиеның күләме 142 һум тәшкил итә, яңғыҙ әсәләр һәр балаға 284 һум алһа, саҡырыу бу-йынса әрме сафында хеҙмәт итеүселәрҙең, алимент түләүҙән ҡасып йөрөгәндәрҙең балала-рына 213 һум түләнә. 
Әгәр баланың эшкә һә-ләтле ғаилә ағзаларының барыһы ла эшләһә йәки уҡыһа, айлыҡ пособиеға өҫтәмә рәүештә 132 һум 50 тин аҡса түбәндәге статусҡа эйә булыусыларға түләнә:
- инвалид балаға;
- күп балалы ғаиләлә тәр-биәләнеүсе балаға;
- тулы булмаған ғаиләлә тәрбиәләнеүсе балаға;
- атаһы ла, әсәһе лә көндөҙгө бүлектә уҡыған балаға;
- ата-әсәһе эшләмәгән инвалид һәм пенсионерҙар булған балаларға.
Бынан тыш, ауыл ерендә йәшәгән ғаиләләргә бала-ға 1 йәш тулғансы (2013 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуғандарға) - 115 һум һәм шулай уҡ дүрт һәм унан күберәк бала тәрбиәләүселәргә айына 230 һум өҫтәмә пособие түләнә. Өс һәм унан да күп мәктәп йәшендәге бала тәрбиәләүселәргә айлыҡ пособие күләменә тағы ла 410 һум өҫтәлә.
Балаға айлыҡ пособие ғариза яҙып, тейешле документтар тапшырған мәлдән һуң түләнә башлай.
Әрмелә
хеҙмәт итһә
Ире һалдат хеҙмәтендә булған йөклө ҡатындар бер тапҡыр 29776,31 һум пособие алырға хоҡуҡлы.
Бала тәрбиәләгән һалдат ҡатындарына сабыйы-на түләнгән пособиеның күләме 12761,28 һум тәш-кил итә.

Эшһеҙ ҡалған
әсәгә
Әгәр ҙә әсә эшһеҙ ҡа-лыу мәленә бала ҡарау буйынса отпускыла булһа һәм эшһеҙ ҡалыуы уның ойошмаһы ябылыуға бәйле икән, эшһеҙлек бу-йынса пособие алмаған осраҡта уға балаһына өс йәш тулғансы ай һайын 57,50 һум компенсация аҡсаһы түләнә. Тик ул ғариза яҙған мәлгә ошо отпуск бирелеүҙән һуң алты айҙан да күберәк ва-ҡыт үтмәҫкә тейеш.
Урта һөнәри белем биреү дәүләт учрежде-ниеларында, юғары уҡыу йорттарында уҡыған, балалары булған студент һәм аспирант ғаиләләренә лә пособие юлларға мөмкин. Уларға айлыҡ социаль түләү - 250 һум.

Инвалид бала тәрбиәләһәң
Был пособиеға хеҙмәт йәшендәге эшләмәүсе ата-әсә йәки инвалид баланы ҡараусы кеше хоҡуҡлы. Ул баланың пенсияһына өҫтәп хеҙмәткә яраҡһыҙ граждандарҙы тәрбиәләү буйынса компенсация аҡсаһы ла алырға те-йеш. Балаға туғанлыҡ мөнәсәбәтенең ниндәй дәрәжәлә булыуы һәм бала менән бергә йәшәү-йәшәмәүе мөһим түгел. Пособие күләме сикләү дәрәжәһенә ҡарап түләнә, I йәки II булһа - 532,50 һум, III дәрәжә - 1000 һум.

Һәр береһенә
3000 һум
Аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙең 3000 һум күләмендә пособие алыуға хоҡуғы бар. Пособие килеме йә-шәү минимумынан күп булмаған, бер йәш ярым-дан өс йәшкә тиклемге өсөнсө һәм артабанғы балалар тәрбиәләгән ата-әсәгә түләнә. Әгәр бала опекунлыҡта булһа йәки дәүләт социаль уч-реждениеһында йәшәһә, түләүҙәр бирелмәй. Шу-лай уҡ ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәргә бындай пособиелар түлән-мәй.
Дүрт һәм унан күбе-рәк бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең айырым категорияларына ҡараған ғаиләгә 1500 (дүрт балаға), 2000 (биш һәм унан күберәк) һум пособие түләнә.

Адреслы социаль ярҙам
Башҡортостан Хөкүмә-те аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтеү тураһындағы ҡарарға ярашлы, социаль контракт нигеҙендә адрес-лы социаль ярҙам алыу аҙ тәьмин ителгән ғаиләгә башланғыс капиталды алып, матди хәлен яҡшыр-тыуға булышлыҡ итәсәк. Уның төп йүнәлештәре:
- үҙ эшеңде асыу һәм эшҡыуарлыҡ менән шө-ғөлләнеү - тотонолған сығымдарҙы ҡаплау, тик 100 мең һумдан күберәк түгел,
- шәхси хужалыҡты үҫтереү (50 мең һумдан күберәк түгел).
Был йүнәлештәр аҙ тәь-мин ителгән ғаиләләр-гә матди ауырлыҡтарҙы еңеп, үҙ эшен асырға ярҙам итә. Был айырыуса ауыл халҡына шәхси хужалыҡты үҫтереү өсөн кәрәк.
Социаль контракт ниге-ҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтелә:
- күп балалы ғаиләләргә,
- тулы булмаған ғаилә-ләргә,
- баланы ҡурсыуға алған ғаиләләргә,
- инвалид-бала тәрбиә-ләгән ғаиләләргә,
- атаһы йәки әсәһе, йәки ата-әсә икеһе лә инвалид булған ғаиләләргә,
- яңғыҙ йәшәгән хеҙмәткә яраҡлы ир-егеттәргә - 18 йәштән 60 йәшкә тиклем һәм ҡатын-ҡыҙҙарға - 18 йәштән 55 йәшкә тиклем.
Социаль ярҙам алырға теләгән ғаиләләрҙең уртаса килеме Башҡортостан Республикаһындағы йә-шәү минимумынан (2014 йылдың 1 июленән - 6790 һум) кәмерәк булырға тейеш. Социаль контракт нигеҙендәге ярҙам бер мәртәбә генә бирелә. Бирелгән аҡса контрактта күрһәтелгән эш өсөн генә тотонолорға тейеш. Социаль контрактты үтә-мәгән йәки маҡсатҡа ярашлы тотонмаған өсөн яуаплылыҡ ҡаралған. Социаль контракт 3 айҙан бер йылға тиклем төҙөлә.
2000 йылдың 24 июлендә донъя күргән «Башҡортостан Респуб-ликаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында» 87-се Законға ярашлы, өс һәм унан да күберәк балиғ булмаған бала үҫтергән ғаиләләргә түбәндәге дәүләт ярҙамы ҡаралған:
- 6 йәшкә тиклемге балаларға табип рецебы буйынса бушлай дарыуҙар бирелә;
- 18 йәшкә тиклем медицина күрһәтмәһе булған балалар дауалау һәм шифахана төрөндәге балалар учреждениеһына, һауыҡтырыу лагерына һәм башҡа һауыҡтырыу ойошмаһына урын менән сиратһыҙ тәьмин ителә;
- мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһына сиратһыҙ ҡабул ителә;
- медицина күрһәтмәһе булһа, 18 йәшкә тиклемге балалар, законға ярашлы, бушлай протез-ортопедия әйбере менән тәьмин ителә; 
- дәүләт һәм муници-паль белем биреү учреж-дениеһында күп балалы ғаиләнән булған уҡыусының бушлай мәк-тәп формаһына йә уны алмаштырыусы (йәғни дәрескә йөрөрлөк) балалар кейем комплектын алырға хоҡуғы бар.
- күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең (өс һәм унан да күберәк балиғ булмаған балалар үҫтергән) коммуналь хеҙмәт өсөн киткән сығымы ай һайын аҡсалата компенсациялана. Ул, республика Хөкүмәте муниципаль берәмектәр өсөн йыл һайын билдә-ләгән стандартҡа ҡарата, өс һәм унан да күберәк кешенән торған ғаилә-нең бер ағзаһына киткән торлаҡ-коммуналь хеҙ-мәт хаҡының процент нисбәтендә иҫәпләнә; 
- ауылда йәшәгән дүрт һәм унан да күберәк балиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт өсөн түләгән сығымы ай һайын аҡсалата компенсациялана.
Әлиә ДАУЫТОВА.


 

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Һәр бала үҙ өлөшө менән тыуаҺәр бала үҙ өлөшө менән тыуа
Күп балалы ғаиләләргә, яңғыҙ ата-әсәгә отпускы ваҡытын оҙайтыу һәм 14 йәшкә тиклем бала тәрбиәләү буйынса пособиены минималь эш хаҡы күләменә еткереү... Тотош уҡырға
Байтаҡ эш башҡарылаБайтаҡ эш башҡарыла
Әсәлек һәм ғаилә йәмғиәттең тотороҡло һәм ышаныслы нигеҙе булараҡ, ҙур әһәмиәткә эйә. Нәҡ әсә кеше яңы башланғыстарға ҡанат ҡуя, фатихаһын бирә. Шуға... Тотош уҡырға
Маҡсатлы тотонорға кәрәкМаҡсатлы тотонорға кәрәк
«Күп балалы ғаиләбеҙ. Беҙгә социаль контрактты ҡайҙа оформить итергә була? Р. Саримова». Хатҡа халыҡты социаль яҡлау бүлеге начальнигы Лизиә... Тотош уҡырға
Балаға айлыҡ пособиеБалаға айлыҡ пособие
2013 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте балаға айлыҡ пособие тәғәйенләү һәм түләү тураһындағы положениеға үҙгәрештәр индерҙе. Положениеға... Тотош уҡырға
Субсидия юлларға онотмаСубсидия юлларға онотма
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә йылдан-йыл хаҡ күтәрелә. Айырыуса матди хәле ауыр булған кешеләр өсөн был сығымдар ныҡ һиҙелә. Шуға күрә килемдәре аҙ... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.