» » Был донъяла ниҙәр бар

Был донъяла ниҙәр бар16.05.2017

БР Хөкүмәте ҡарары менән 2 майҙан 2 июнгә тиклемге дәүерҙә дөйөм файҙаланыуҙағы ав-томобиль юлдарын, уларҙағы ҡоролмаларҙы, юл буйы һыҙаттарын төҙөкләндереү буйынса айлыҡ иғлан ителде. Ремонт эштәренән тыш, ҡый үләндәрен сабыу, сүп-сарҙан таҙартыу йөкмәтелә.

2015 йылда Екатеринбург ҡалаһында «Ель-цин-центр» тип аталған мәҙәни-мәғрифәт үҙәге асылғайны. Төҙөлөшкә әллә 7, әллә 9 миллиард һум сарыф ителә. Ифрат ҙур комплексты тотоу өсөн дә йыл һайын ныҡ күп аҡса һыуға һалына. Ҡул ғына һелтәп ҡуйыр инең, үҙәк үҙен ашатҡан ҡулды тешләп маташа бит әле: «тарихи» үҙәктең бар эшмәкәрлеге - Ельцин килгәнгә тиклем Рәсәй быуат-быуаттар буйына нисек ҡурҡыныс һәм бахыр йәшәгән дә, эскесе президент тәхеткә ултырғас ҡына иркен тын алып ҡалған, тигән ялғанды пропагандалау... Рәсәй дошмандарына, әлбиттә, хуш киләлер - яңыраҡ «Иң яҡшы Европа музейы» конкурсында премия бирәләр. Билдәле режиссер Никита Михалков быға бик үҙенсәлекле комментарий бирҙе - ваҡытында илбаҫарҙар һатлыҡйән полицайҙарға наградалар биргән бит, «Ельцин-центр»ҙың да Рәсәй дәүләтселегенә ҡаршы эшмәкәрлеге оҡшаш баһа алды.

Һәр түрә үҙенең донъя кендеге икәнлегенә ихлас күңелдән ышанып йәшәй. Ҡыҙыҡ, дәүләт аҡсаһын бүлгәндә лә: «Мин бирәм (ярҙам итәм, булышлыҡ итәм)!» - тигәндәре йыш ҡына телдәренән ысҡына торған. Беҙҙә генә был хәл түгел икән. Америка президенты ФБР башлығын отставкаға сығарыуы тураһында хәбәр килгәс, Джеймс Коми әфәнде быға бер нисек тә ышана алмай - кемдер тоҙһоҙ шаярта, тип иғлан итә. Юҡ шул, ысынлап та йылы креслонан төшөрҙөләр.

Кеше туймаһа, туймай инде. Рәсәй Эске эштәр министрлығы Мәскәү университеты тыл тәьминәте бүлеге начальнигы Евгений Ас-тапов менән профессор Валерий Назаров мут-лашып тотолдолар. Беренсеһе - подполковник, икенсеһе - генерал погондары таҡҡан әҙәмдәр! Бер эшҡыуарҙан, һалым түләмәгән өсөн яуаплылыҡтан ҡотолорға булышлыҡ итергә вәғәҙә итеп, аҡса теләнселәйҙәр. Һәм ошо бәндәләр нисәмә йыл хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән өсөн хөкүмәт аҡсаһын ашап ятҡан, ниндәй тәрбиә биргәндәрҙер инде... Ярар ҙа, исмаһам әле, погондары һыпырып алынды, береһе - 1,5, икенсеһе - 3,5 йылға төрмәгә ултыртыла.

Европа йыһан агентлығы Айҙа колония төҙөү өсөн кирбес яһау технологияһын тәҡдим итте. Урындағы балсыҡты формаға һалып, көҙгөләр системаһы (147 дана) ярҙамында Ҡояш нурҙарын бер тирәгә туплаһаң, иреп уҡмаша икән. Төҙөлөш материалдарын Ерҙән ташығанға ҡарағанда күпкә осһоҙораҡҡа төшәсәк. Ә япон ғалимда-ры кеше туҡталасаҡ биналарҙы Ай аҫтындағы мәмерйәләрҙә булдырыу мәсьәләһен тикшерә. Был төр мәсьәләләр юҡтан килеп сыҡманы инде. Заманабыҙҙың иң билдәле физигы Стивен Хокинг иҫкәртә бит: Кешелек һаҡланып ҡала алһын өсөн, киләһе быуаттан да һуңламай йыһанға экспансия башларға тейеш. Бар кешеләргә иң ҙур ҡурҡы-ныс тыуҙырған факторҙар - яңы ауырыуҙарҙың эпидемиялары, климат үҙгәреү, Ерҙә ер етмәй башлау, метеориттар яуыуы, донъя һуғышы һәм яһалма интеллекттың (компьютерҙар) кешеләрҙе үҙенә буйһондороуы.

Англия һәм АҠШ ғалимдары сәйер экспери-мент үткәрҙе: һүгенгән саҡта кешенең физик көсө бер ни тиклем арта, ти. Сәбәбен үҙҙәре лә аңлата алмай. Юҡҡа ғына дөмбәҫләшкән саҡта дошмандар бер-береһенә бортаҡ һүҙҙәр яуҙырмай икән. Тик бына бер тинлек ҡуянға әүрәп, биш тинлек зыян алып ҡуймағыҙ. Туретт синдромы - бик насар психик сир, иң сағыу симптомы - кеше бер нисек тә һүгенеүҙән арына алмай. Әйткәндәй, байтаҡ яҡташтарыбыҙ былай ҙа тап Туретт синдромы менән яфалана тип уйларлыҡ!
Үҙәк матбуғатты һәм интернетты файҙаланып, Илфат ЯНБАЕВ әҙерләне.




Белгород өлкәһендә 21 йәшлек ҡыҙ шәрәмәтенә енәйәт эше ҡуҙғатылды. Иманлылырҙы мыҫҡыллап, сиркәүҙә янған шәмдән тәмәке тоҡандыра һәм ошо “текәлеге” менән маҡтанып фотоларҙы интернет селтәренә сығара. Суд үтеп тә өлгөрмәгән, Кемерово өлкәһендә шул уҡ хәл ҡабатланды. Йәнә “гүзәл зат” вәкиле. Ҡайҙа баралыр инде был донъя...



 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Туфан һыуы ҡалҡҡанға өйрәккә ни ҡайғы, ки-реһенсә, хөрриәт. «Bloomberg» агентлығы донъяның иң бай бәндәләре исемлеген төҙөнө. Тәүге 100 кеше... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр көндән-көн ҡырҡыулана бара, аҙағы хәйерле булһын инде. Билдәле «Валдай» дискуссия клубы сессияһында РФ Президенты В.В. Путин ... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Хөкүмәте вице-премьеры Ольга Голодец яңы закон проекты әҙерләнеүе хаҡында белдерҙе. Ҡабул ителә икән, медицина страховкаһы түләмәгән граждандар... Тотош уҡырға
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Эт саба тип, бет саба, ти… Саҡырыу алып та, Болгария президенты Росен Плевнелиев 9 май Мәскәүҙә үтәсәк Еңеү парадына килеүҙән баш тартты. Рәсәй гел... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* Теүәл иҫәпләп сығарылды - санкцияларға яуап итеп, Рәсәй эмбарго иғлан итеү арҡаһында Европа 5 миллиард евро хаҡында ауыл хужалығы продукцияһын... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.