» » Был донъяла ниҙәр бар?

Был донъяла ниҙәр бар?18.07.2017

Халыҡ-ара һөйләшеүҙәр уратып-уратып ҡына алып барыла торған. Шулай ҙа, ҡайһы саҡ күҙгә тура бәреп әйтеү ҙә кәрәктер. Һәр хәлдә лә Чечня башлығы Рамзан Ҡадиров Көнбайыш йәмәғәтселеген шаңҡытты. АҠШ телеканалына интервью биргәндә, «... Америка Рәсәйгә ҡаршы бара. Беҙ атом ҡоралына эйә булған көслө дәүләт. Илебеҙҙе кемдер тар-мар итеп өлгөргән осраҡта ла, яуаптан ҡотола алмаясаҡ - автоматик рәүештә үҙенә ҡарата ракеталар осасаҡ, донъяның аҫты өҫкә киләсәк», - тип ҡырт киҫә. Шулай инде, быға тиклем булған донъя һуғыштарындағы һымаҡ, ситтән генә ут төртөп, кеше үлемендә байыу форсаты бер кемгә лә ҡалмаҫ - тик бындай хәл-ваҡиғаларҙан Хоҙай һаҡлаһын!

Заман ҡатындары ирҙән генә көтөп ятмай, үҙҙәре лә малтапҡысҡа эйләнә. 2016 йыл иң юғары килем алыуға өлгәшкән халыҡ ял-сылары-байбикәләрҙең исемлеге баҫылды. РФ Дәүләт Думаһы депутаты, 61 йәшлек Татьяна Соломатина бер йыл эсендә рәсми рәүештә байлығын 56 миллион һумға арттыра. Унан ҡала Федерация Советы ағзаһы, Тываны вәкилләгән сенатор Людмила Нарусова - 29 миллион. Өсөнсө урында Думала «Ғәҙел Рәсәйҙе» вәкилләгән Ольга Епифанова - 24,5 миллион һум. Бындай ғәҙеллек барыһына ла татыһын ине!

Сусҡа ҡайҙа ла бысраҡ таба, тип юҡҡа әйтмәйҙәр шул! РФ Хөкүмәте наҙлы мимоза сәскәһен наркотик һәм психотроп матдәләр исемлегенә индерергә мәжбүр булды. Юғиһә аҙғын бәндәләр уны нисектер тилереү өсөн ҡулланырға өйрәнеп алған, бер-нисә кеше ошо арҡала йән дә биргән. Ҡәһәр төшкәндәр, 8 Март байрамының иң сағыу билдәһен дә юҡҡа сығарҙылар...

Әҙәм балаһы тәү сиратта үҙен, үҙенең яҡындарын хәстәрләй инде ул, өгөт-нәсихәт уҡып ҡына тәбиғәтен үҙгәртеүе ҡыйын. Нефть хаҡтары төшкәс, Норвегия бюджеты килемдәре һиҙелерлек һурыға.Премьер-министр Э.Сульберг ватандаштарына мөрәжәғәт итә: аңлылыҡ күрһәтегеҙ, закон менән талап ителгәндән өҫтәмә рәүештә һалым түләгеҙ. Бер ай эсендә Норвегия граждандары 1325 доллар «хәйер» күсерә. Ҡыҙыҡ өсөн иҫәпләп ҡараныҡ - бер кешегә уртаса 1 тин ирекле иғәнә тура килә!

Йәшәйеш өсөн әһәмиәтле бөтә фак-торҙарҙы иҫәпкә алып, «Ҡала мөхите сифаты индексы» тип аталған күләмле тикшереү башҡарылды. Рәсәйҙә тормош өсөн иң уңайлы ҡала - Мәскәү, унан ҡала Петербург һәм Ҡазан. Ә иң килбәтһеҙ ултыраҡ - Волгоград.

Немец ғалимдары асыҡланы, һуҙылып тик ятһаң, ни бары ике аҙнанан организмда мускулдар массаһы кәмеп, май өлөшө арта башлай икән. Был инде, хроник сирҙәр көсәйеүгә килтерә. Тәүлегенә 9 сәғәттән оҙағыраҡ йоҡлау ҙа сәләмәтлек өсөн насар. Шуға ла, отпускыға йә пенсияға сығыуҙы «бот күтәреп ятыу форсаты» тип ҡабул итергә һис тә ярамай! Шул уҡ хәл мейе тәңгәлендә лә күҙәтелә: оҙағыраҡ башҡа ял бирә башлаһаң, аҙағынан элекке аҡыл ҡеүәһен тергеҙеү үтә ҡатмарлы, ти.

Бразилиялағы фермер И.Круз кәләше менән ҡауышҡанда килешеп ҡуялар: малай тыуһа - атай, ҡыҙ икән - әсәй исем бирәсәк. Сильва ханымға был килешеүҙән бер файҙа булмай - 13 ул таба. Ә атай ни, улдарына яратҡан футболсыларҙың исемдәрен биреп кинәнә, ғаилә футбол командаһын да төҙөгән.

Йәһүт автоном өлкәһенең Хинганск ҡасабаһында була был хәл. Үҙ эштәре менән китеп барған ирҙе урамда торған йылҡы муйынынан тешләй. Теге бахыр йән бирә. Атты ни ҡуҙғытҡандыр, билдәһеҙ, әммә малдың эйәһенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. Малын закон талап иткәнсә ҡарамағас, хужа ғәйепле ителә.
Үҙәк матбуғатты һәм интернетты файҙаланып Илфат ЯНБАЕВ әҙерләне.




 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Япондар Курил утрауҙарына болашыуҙан туҡтамай. Дәғүәләрҙән ялҡыптыр инде, Рәсәй хөкүмәте ҡыҙыҡ итте үҙҙәрен. Японияға яҡын урынлашҡан ныҡ бәләкәй,... Тотош уҡырға
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
АҠШ президенты Барак Обама юҡҡа ғына күңелдә шом уятмай икән. Американың шайтан сиркәүе башлығы Люсьен Гривз уға рәхмәт белдерҙе. Ошо Хоҙай ҡушмаған... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Бөгөнгө көндә Рәсәйҙә хеҙмәткә яраҡлы 71,5 миллион граждан иҫәпләнә. Ә рәсми рәүештә 48 миллион кеше эшләй. Ҡалғандарҙың төп өлөшө йә йәшерен рәүештә... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Европала НАТО блогы берләштерелгән ҡораллы көстәренең главнокомандующийы итеп Кертис Скапоротти тәғәйенләнде (60 йәштә, генерал-майор, быға тиклем -... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Телевизорҙан Алексей Митрофановты йыш күргәнегеҙ барҙыр. Барыһына ла аҡыл өйрәтеүҙән бушаманы. Ябай депутат ҡына түгел, РФ Дәүләт Думаһының Мәғлүмәт... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.