» » Еңел генә үтмәҫ…

Еңел генә үтмәҫ…01.04.2014

Еңел генә үтмәҫ…Район хакимиәтендә агрономдар конференцияһы үтте. Яҙғы сәсеүҙе үткәрәсәк крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары, ауыл хужалығы, хеҙмәтләндереүсе предприятиелар вәкилдәре алдында инеш һүҙ менән район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Әдип Ҡарамышев сығыш яһаны.

Быйыл сәсеүҙең ҡатмарлы шарттарҙа үтәсәге алдан билдәле, тиергә мөмкиндер. Иң киҫкен проблемаларҙың береһе - нисек тә баҫыуҙарҙы сәселмәй буш ҡалдырмау. Мәҫәлән, «Байрамғол» агрофирмаһы мал аҙығын үҙе етештермәйенсә, ситтән һатып алырға йыйына бит, «УТМК-Агро» етәкселеге шундай ҡарарға килгән. Ошо арҡала өс меңләп гектар ерҙең бушауы мөмкин. Башҡа проблемалар ҙа бихисап - орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары, ашлама һәм техника еткереү. Әлегә тик «Юлдаш» йәмғиәте генә 40 тонна минераль ашлама ҡайтарта алған. Солярка менән тәьминәт тәңгәлендә өҙөклөктәр булыуы ихтимал, тип алдан иҫкәртелде. Техника ла йылдан-йыл иҫкерә бара. Шуныһы үкенесле, былтыр ямғыр күп яуып, тракторҙар баҫыуҙарға керә алмай, ужым сәсеүҙең ҡулай ваҡыты үтеңкерәп тә китте. Һөҙөмтәлә, үҫентеләр ҡар аҫтына йүнләп нығынып өлгөрмәйенсә инде. Айырым хужалыҡтарҙа яртыһын ҡайтанан сәсеү мохтажлығы пәйҙә булыуы ихтимал. Әйткәндәй, Башҡортостан менән йәнәш төбәктәрҙә ужым культуралары нисбәте 30-40 процентҡа етә, тип билдәләнде конференцияла. Беҙҙә лә шул күрһәткескә яҡынлашыу бурысы ҡуйыла.
«Госсорткомиссия» федераль учреж-дениеһының Башҡортостан филиалы начальнигы Иван Леонтьев һәр районда конкрет ошо төбәк өсөн кәңәш ителгән, һыналған сорт культураларын сәсеү кәрәклегенә баҫым яһаны. Ошо фактор үҙе генә уңыштың 28-30 процентҡа артыуына сәбәпсе була. Иван Петрович һәр хужалыҡта бөтә культураларҙың 3 сорты сәселһә (ҡоролоҡҡа сыҙамлы, ҡәҙимге һәм иртә өлгөрөүсән төрҙәр), йыл нисек кенә килмәһен, уңышһыҙ ҡалмаясаҡтар, тигән фекерҙә. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ - сауҙа итеүселәрҙең алдап, ҡиммәтле сорт орлоҡ урынына осһоҙон (йә шикле химикат) һатыу осраҡтары ла юҡ түгел икән, шуға ла һәр саҡ документтарын ентекләп тикшереү зарур.
Ишембай агрохимия хеҙмәте үҙәге директоры Закир Исмәғилев хәбәр итеүенсә, бы-йыл районыбыҙҙа ерҙәрҙең уңдырышлығы тикшереләсәк. Ер ярлыланыуға юл ҡуйыусыларҙан яҡын киләсәктә участкалар тартып алына башланыуы ихтимал. Был мәсьәләгә хәҙер етди иғтибар бирелә бит, һәр баҫыуға махсус паспорт булдыртып, бөтә мәғлүмәттәрҙе теүәл теркәй барыу һорауы күтәрелә. Закир Ишбулды улы: «Республикала баҫыусылыҡты биологиялаштырыу программаһы ҡабул ителеүгә ирештек, талап ителгәнсә проект төҙөп, баҫыуҙарығыҙға тиреҫ түкһәгеҙ, субсидия түләнәсәк», - тип яҡшы яңылыҡ тураһында ла бәйән итте.
Башҡорт дәүләт аграр университетының ер һәм ер эшкәртеү кафедраһы мөдире профессор Зинфир Әйүповтың үҙ һөнәрен энәһенән ебенә тиклем белеүҙән тыш, сәсән телле оратор булыуын да билдәләйек. Юғиһә бәғзе докладсылар тоноҡ тауыш менән сығыш яһағанда йоҡо ла баҫа башлағайны, профессорҙы иһә барыһы ла ҡыҙыҡһынып тыңланы. Башҡаһынан тыш, Зинфир Зөфәр улы химикаттар менән, айы-рыуса глифосат препараттары менән артыҡ мауыҡмаҫҡа, һәр хәлдә лә нормаларҙы теүәл күҙәтергә өндәне. Күп яңы химикаттарҙың кеше организмына йоғонтоһо йүнләп тикшерелмәгән, ә яман шеш сирҙәре буйынса Башҡортостан былай ҙа Рәсәйҙә «алдынғылар» араһында… Экологик йәһәттән саф, йәғни минераль ашлама-гербицидтар бөтөнләй ҡулланылмай етеш-терелгән продукцияның популярлығы арта бара. Әммә бындай аҙыҡ-түлекте айырым баһалау һәм ҡулланыусыларға еткереү системаһы беҙҙә әлегә юҡ. Ҡыҙыҡ өсөн иҫәпләнелгән, боронғоса эш иткәндә, уңыш түбән булғас, икмәктең хаҡы, мәҫәлән, әлегенән 2,2 тапҡырға ҡиммәтерәк торор ине. Климат үҙгәреү арҡаһында яңынан-яңы сүп үләндәре пәйҙә була икән. Һуңғы йылдарҙа ғына республикала 7 төр ҡый үләне баҫыусылыҡҡа аяҡ сала башлаған. Профессор көн торошона фараз яһаны, әлегә тиклем яңылышҡаным юҡ, тип тә өҫтәне. Уның күҙаллауынса, апрелдең икенсе яртыһы ҡоро һәм ныҡ йылы торасаҡ, температура плюс 25 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Майҙың башы йылы һәм ямғырлы килһә, айҙың аҙағында апаруҡ һыуытасаҡ. Йәй норма сиктәрендә эҫе үтһә, ураҡ мәлендә йәнә оҙайлы ямғырҙар башланасаҡ. Һәм ошо фараздан сығып баҫыу эштәрен үткәрергә саҡырҙы. Мәҫәлән, йылдам кипкән тупраҡта орлоҡ шытып, тамырланып өлгөрһөн өсөн сәсеү алдынан ер эшкәртеүҙе, сәсеүҙе һәм кәтүкләүҙе бер көндә үткәреү зарур. 1 гектар баҫыуға йыл һайын 6,6 тонна тиреҫ сығарғанда, уңыш менән алынған туҡлыҡлы матдәләр балансы тигеҙләнә генә, ер уңдырышлығын күтәреү өсөн ошонан күберәк индерергә кәрәк, тип тә иҫкәртте. Баҫыуҙа ямғыр селәүсендәре кәмеү - насар билдә, тупраҡ сифаты насарайыуы хаҡында һөйләй. Һалам оҙаҡ серемәй ятыу ҙа азот етешмәүҙе күрһәтә. Үкенес, хужалыҡтарҙа ер уңдырышлығын тәбиғи рәүештә күтәргән ҡуҙаҡлы культураларға тейешле әһәмиәт бирелмәй.
Профессор һәм башҡа сығыш яһаусылар сәсеү әйләнешен теүәл күҙәтеү, орлоҡто биологик препараттар менән эшкәртеү, фунгицидтар ҡулланыу һәм тағы ла күп һорауҙарҙы күтәрҙеләр.
Йола буйынса, конференцияла ауыл хужалығы өлкәһендә тәьминәт менән шөғөлләнгән фирмалар тауарҙарын тәҡдим итте, фән ҡаҙаныштары менән таныштырҙы. «Башплодородие» предприятиеһы, «Щелоково агрохим», «Сингента» йәмғиәттәре вәкилдәре сығыш яһаны. Заманында райондың баш агроном вазифаһын биләгән Хәбир Хилажев хәҙер «Агроальянс» МТС-ы» йәмғиәтенең (Воронеж ҡалаһы) төбәк вәкиле икән. Фирма бы-йыл Башҡортостанда эш йәйелдереп кенә тора. Ауыл хужалығында кәрәк химикаттар һәм ашлама (шул иҫәптән, заман микроашламалары) менән сауҙа итә. «Хужалыҡҡа тиклем килтереп бирәбеҙ, шул иҫәптән - кредит шарттарында. Бынан тыш, вегетация осороноң башынан аҙағына тиклем консультациялар, кә-ңәштәр биреүебеҙ мөмкин. өмүмән, заман химикаттарын ҡулланмай тороп, яҡшы уңышҡа өмөт итеп булмай», - тип белдерҙе тәжрибәле агроном. Үрҙә һаналғандан тыш, кукуруз, көнбағыш һәм шәкәр сөгөлдөрө орлоғо ла һаталар икән.
…Алда ниндәй генә кәртәләр булмаһын, яҙғы сәсеүҙе юғары кимәлдә үткәреү бурысы тора. Украиналағы хәлдәр арҡаһында халыҡ-ара мөнәсәбәттәр ҡырҡыуланып торған мәлдә төбәктең, республиканың һәм тотош илдең «аҙыҡ-түлек именлеген» тәьмин итеү көнүҙәк мәсьәләлер. Аныҡ ҡына мәғлүмәттәр юҡ, әммә ҡайһы-бер сығанаҡтарға ҡарағанда, илебеҙ ҡулланған ризыҡтың яртыһы сит илдәрҙән һатып алына бит!
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Баҫыу эштәре өсөнБаҫыу эштәре өсөн
Яҙғы баҫыу эштәрен финанслауға Башҡортостанда республика һәм федераль бюджеттарҙан 1,6 миллиард һум йүнәлтеү планлаштырыла. Был средстволарҙың 840... Тотош уҡырға
Хәл сағыштырмаса именХәл сағыштырмаса имен
Район хакимиәтендә наркотиктарға ҡаршы комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Сарала БР наркоконтроль идаралығы начальнигы урынбаҫары Владимир Яматин,... Тотош уҡырға
Әүҙемерәк булайыҡӘүҙемерәк булайыҡ
Баштан уҡ аныҡ әйтергә кәрәк, юғиһә күптәр аҡсаны Бөтә донъя банкы бирә, тип яңылыша. Республикала муниципаль берәмектәрҙең урындағы инициативаларына... Тотош уҡырға
Яҙғы ташҡын етәЯҙғы ташҡын етә
Учалы метеостанцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, көн торошонда әллә ни ҡырҡа үҙгәрештәр күҙәтелмәй. Февралдә яуым-төшөм 17,2 мм тәшкил итте ( норма - 17... Тотош уҡырға
Ваҡ мәсьәләләр юҡВаҡ мәсьәләләр юҡ
Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, ти халыҡ мәҡәле. Район хакимиәтендә бер юлы террорҙарға ҡаршы комиссия менән ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.