» » Был донъяла ниҙәр бар?

Был донъяла ниҙәр бар?01.08.2017

Беренсе Советтар Союзы миллионеры Артем Тарасов үпкәгә һыуыҡ тейеүҙән өйөн-дә яңғыҙы үлеп ятҡан. «Медицинала яңы технологиялар индереү өҫтөндә эшләгән, үҙе 200 йыл йәшәргә ниәтләнгән эшҡыуарҙы 69 һумлыҡ ҡәҙимге антибиотик ҡотҡарыр ине», - тип үкенес белдерҙе билдәле иҡтисадсы һәм сәйәсмән Михаил Делягин. ...төпсөнә башлаһаң, уйға һалырлыҡ факттар ҙа ҡалҡып сыға. Баҡһаң, А.Тарасов үҙен донъяла иң бай кеше тип иҫәпләгән була. 1991 йыл 3 миллиард совет һумдарына 1982 йылғы дәүләт займы облигацияларын алған икән. Ҡайһы-бер сит ил эксперттары раҫлауынса, ошо ҡиммәтле ҡағыҙҙар өсөн әлеге мәл ҡаҙнанан 205 миллиард доллар талап итергә хаҡлы була, ти.

РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы фаразы буйынса, илебеҙҙең иҡтисади үҫешен эш ҡулдары етешмәү тотҡарлай башлаған.Иң ныҡ ҡытлыҡ кисергән тармаҡтар - сәнәғәт һәм ауыл хужалығы. Министрлыҡтың фаразы буйынса, 2016-2020 йылдарҙа эшкә һәләтле халыҡ 3 миллион кешегә кәмейәсәк. Властар был касафатты нисек еңергә йыйына? Беренсенән, сит илдәрҙән мигранттарҙы күберәк килтереү. Икенсенән, юғары уҡыу йорттарын 33 процентҡа кәметеү тураһында ла һүҙ сыға башланы, йәнәһе, барыбер юғары белемле йәштәрҙең өстән бер өлөшө һаҡсы, водитель, һатыусы булып эшләйҙәр. Беҙҙең ҡарамаҡҡа, эш хаҡын күберәк түләһәләр, һиҙелерлек күләмдә резервтар пәйҙә булыр ине - байтаҡ кешеләр эшләмәйсә көн күрергә өйрәнеп алды бит. «...эшләһәң дә ярлы, эшләмәһәң дә ярлыһың, көсәнеүҙән мәғәнә юҡ», - кеүегерәк хәбәрҙәр йыш ишетелгеләй бит.

Яңы закон ҡабул ителде - сәбәпһеҙ хәрби бурысын үтәүҙән ҡасып ҡалған граждандар 10 йыл буйына дәүләт хеҙмәтенә алынмаясаҡ. Бындай кеше урынлашып өлгөргән икән, 10 көн эсендә ҡыуылырға тейеш.

Исем үҙгәртеү өйәнәге менән беҙҙең түрәләр генә яфаланмай икән. Халыҡ-ара йөҙөү спорты федерацияһы конгресы үтеп, «синхрон йөҙөү» дисциплинаһын «артистик йөҙөү» тип атарға килешеп ҡайталар. Был төр ярыштарҙа Рәсәй спортсылары гел генә уңышлы сығыш яһай торған.

Рәсәйҙә иң хөрриәт тормош - рибасыларҙа. 2017 йылдың тәүге 6 айында тарихи рекорд ҡуйылды - банк секторы 750 миллиард һум килем алған. Ҡайҙан алған? Һын ҡатырғыс проценттар менән кредит юлларға мәжбүр ителгән халыҡтан, иҡтисадтың реаль сек-торҙарынан һәм банкирҙарға һәр саҡ яр-ҙамға йүгерергә әҙер генә торған дәүләттең ҡаҙнаһынан алынғандыр инде, аҡса үҙенән-үҙе пәйҙә булмай бит...

«Росстат» мәғлүмәттәре буйынса, тәүге ярты йылда илебеҙҙә араҡы етештереү 19,4 процентҡа артҡан. Юҡ, байтаҡҡа күберәк эсә башламаныҡ, бар сәбәп - былтыр хәмер менән сауҙа системаһында ЕГАИС (Бәрҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы) индерелде. Теүәл иҫәп легаль булмаған алкоголь эсемлектәрен ҡыҫырыҡланы, бушаған урынды «хөкүмәт араҡыһы» биләй.

Водитель кәрәкмәгән, тулыһынса компьютер идара иткән автомобилдәрҙе һынау бар донъяла уңышлы бара. Һиндостан ғына әлегә ситтә ҡалмаҡсы. Транспорт һәм юлдар министры Нитин Гадкари: «Эшһеҙлек булған илдә эш урындарын юҡҡа сығарған технологиялар ҡулланылмаясаҡ», - тип сығыш яһаны.

Әстрәхәндәге һуғарылған баҡсасылыҡ буйынса ғилми-тикшереү институтында төшһөҙ ҡарбуз сорты сығарҙылар, тәүге уңыш быйыл көҙ өлгөрәсәк. Татлы еләктең йомшағын тотошлай һоғоноп буласаҡ. Ғалимдарҙың йәнә бер һөйөнсөләре - тауыҡ йомортҡаһы ҙурлығында ҡауындар. Ирмәк күреп күптәр аласаҡ, боҙола тип тә ҡурҡмайһың - кәрәгенсә генә күләмдә алып буласаҡ бит.
Үҙәк матбуғатты һәм интернетты файҙаланып, Илфат ЯНБАЕВ әҙерләне.




 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Хәл тотороҡлоХәл тотороҡло
26 июль райондың 2017 йылдың 6 айындағы социаль-иҡтисади үҫешен йомғаҡлауға бағышланған ҙур кәңәшмә үтте. БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры... Тотош уҡырға
Был донúяла  нè´ºр бар?Был донúяла нè´ºр бар?
Рәсәйҙә үлем кимәленең кәмеүе һәм ил халҡының ғүмер оҙонлоғо артыуы күҙәтелә. РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылдың тәүге өс... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Ҡайһы саҡ Рәсәйҙең бер бөтөн ил икәнлеге шөбһә лә уятырлыҡ - төрлө төбәктәрҙә тормош шарттары саманан тыш айырыла бит. Бына, мәҫәлән, халыҡтың реаль... Тотош уҡырға
Резервтар бар әлеРезервтар бар әле
БР Премьер-министр урынбаҫары - БР Хөкүмәте аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов етәкселегендә районыбыҙҙа инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу... Тотош уҡырға
Был донъяла  Ниҙәр бар?Был донъяла Ниҙәр бар?
БР Башлығы Рөстәм Хәмитов 7 апрелдә 19.00 сәғәттә «Россия-24 Башкортостан» һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналдары буйынса тура эфирҙа халыҡ... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.