» » Был донъяла ниҙәр бар?

Был донъяла ниҙәр бар?01.04.2014

Был донъяла ниҙәр бар?* Кеше ғәйебен йыш күрә башлаһаң, үҙең дә уңайһыҙ хәлгә ҡала торғанһың. АҠШ президенты Барак Обама Рәсәйгә Ҡырым ҡушылыуға енләнгән арала үҙенең илендә оҡшаш проблема ҡалҡа башланы. Аляска халҡы штатты АҠШ-тан айырыу һәм Рәсәйгә ҡушыу тураһында петиция аҫтына ҡултамғалар йыйырға тотондо. Ҡыҫҡа ғына арала 30 мең тауыш йыйыла. 100 меңгә тултыралар икән, Америка хөкүмәте рәсми рәүештә яуап бирергә мәжбүр буласаҡ. Аляскала аҡыллы кешеләр йәшәй икән, айырылыуға, әлбиттә, юл ҡуймаясаҡтар, ләкин был хаҡта һүҙ сығарғастары, федераль властарҙың иғтибары (аҡса бүлеүе) бермә-бер артасаҡ.

* Ҡырым татарҙары Бахчисарай ҡалаһында ҡоролтай үткәреп, милли-территориаль автономия ойоштора башлау тураһында ҡарар ҡабул иттеләр. Хаттин ашып китмәһендәр, килешеү юлы менән генә эш итһендәр тип теләйһе килә. Иң мөһиме - Украина хөсөтөнә бирелеп, бөтөнләй Рәсәйҙән айырылыу тураһында һүҙ сығармаһындар инде! Төптән ҡарағанда, бындай мөһимдән-мөһим мәсьәләләрҙе вәкәләтле берекмәлә түгел (әллә бар халыҡты вәкәләтләй, әллә юҡ), исмаһам, локаль референдумдарҙа хәл итергә кәрәктер.

* Ошо арала үткән РФ Хөкүмәте ултырышында иҫкә төшөрөп алдылар - әле 2012 йылда Президент үҙебеҙҙе-үҙебеҙ аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү бурысын ҡуйғайны. Ултырышта һөйләшеүҙән генә хәл үҙгәрмәй шул, 2012 йылда Рәсәй 40,4 миллиард долларға аҙыҡ-түлек импортлаған булһа, былтыр - 42 миллиардҡа. Ә үҙебеҙҙең экспорт 7 процентҡа кәмегән. Шуныһы ғына өмөтләндерә, Ауыл хужалығы министрлығы фаразы буйынса, Ҡырымда йылына кәмендә 2 миллион тонна иген үҫтереләсәк.

* 1 апрелдән Европаның Дөйөм аграр сәйәсәте Францияла ғәмәлгә инә. Крәҫтиәндәрҙең хәле бер аҙ мөшкөлләнәсәк. Беҙҙекеләр шымып ҡалыр ине, француз фермерҙары һарыҡтарын Париждағы данлыҡлы Лувр музейына ҡыуып килтерә. Йәнәһе лә, эштәр былай барһа, ауыл хужалығы хайуандары ла музей ҡомартҡыһына әйләнәсәк.

* Бер ни тиклем ваҡыт элек интернеттағы фотоға күптәр иғтибар итә: бер төркөм егеттәр ҙур ваннала һөт эсендә ҡойоналар. Баҡһаң, Омск ҡалаһында сыр етештергән завод хеҙмәткәрҙәре шулай ҡыланалар икән. Эш урынында! Йәғни ошо әҙәм аҡтыҡтары йыуынтығынан әтмәләнгән сыр һуңынан бөтә Рәсәй буйынса һатыла. Тауыш сыҡҡас, «Роспотребнадзор» идаралығы заводты тикшерҙе, санитар ҡағиҙәләрҙең тупаҫ боҙолоуын асыҡланы, суд аша күпмелер ваҡытҡа эшмәкәрлеген туҡтатырға йыйына. Д.Медведев президент булғанында «…эшҡыуарҙарҙы һаташтырмағыҙ!» («Хватит кошмарить бизнес!») тип йыш ҡабатланы, уларҙы алдан иҫкәртеп кенә тикшерергә рөхсәт иткән закондар ҡабул ителде. Аңлашыла инде, комиссия килгәндә бер кем дә һөткә ҡойонмаясаҡ…. Бындай хәшәрәткә тарымауҙың берҙән-бер юлы - республика тауарҙарына өҫтөнлөк биреү. Беҙҙә бит, эшҡыуарҙарҙың «Роспотребнадзорға» иҫтәре китмәһә лә, исмаһам, Хоҙайҙан ҡурҡалар.

* Социологик тикшереүҙәргә ышаныуы ҡыйын шул. Белгестәр кемдең арбаһына ултыра, шуның йырын йырлай. Мәжбүри медицина страховкаһы фонды мәғлүмәттәренә ҡараһаң, Башҡортостанда 70 процент кеше медицина кимәле менән ҡәнәғәт. Ә «Левада-центр» раҫлауынса, киреһенсә, нәҡ 70 процент ризаһыҙлыҡ белдерә. Юҡҡамы ни, «Модернизация һөҙөмтәһендә медицина шул ҡәҙәр алға китте, халыҡ артынан өлгөрә алмайынса йығылып ҡалды» тигән лаҡап барлыҡҡа килде.

* 25 йәшлек Румыния гражданы эсе ауыртыуға түҙә алмай табиптарға бара. Рентген менән тикшерһәләр, эсендә …аш-һыу сәнскеһе ятҡанын күрәләр! Шул саҡ ҡына хәтеренә төшә - иҫерек көйөнсә сәнскене йота аламмы-юҡмы, тип шешәләше менән бәхәсләшкән була. Айнығас, бәхәстә еңгәненә, әлбиттә, ҡыуаныс кисермәй.
Үҙәк матбуғатты һәм интернетты файҙаланып, Илфат ЯНБАЕВ әҙерләне.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Баҫыу эштәре өсөнБаҫыу эштәре өсөн
Яҙғы баҫыу эштәрен финанслауға Башҡортостанда республика һәм федераль бюджеттарҙан 1,6 миллиард һум йүнәлтеү планлаштырыла. Был средстволарҙың 840... Тотош уҡырға
Донъя хәлдәреДонъя хәлдәре
* Ҡырым мәсьәләһендә илебеҙҙең ҡыйыу тотоноуы күптәрҙең күңеленә хуш килгән икән. РФ Президентының рейтингы йыл башынан ғына 15 процентҡа үҫә, һуңғы... Тотош уҡырға
Дәүләтселегебеҙгә - 95 йыл!Дәүләтселегебеҙгә - 95 йыл!
Борондан башҡорттар Рәсәйҙә айырым урын биләй. Беҙҙән башҡа империяға ҡушылған бер халыҡ та ергә аҫабалыҡ хоҡуғына (вотчинное право) эйә булмай.... Тотош уҡырға
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* Шулай итеп, Ҡырымда референдум үтте, әлегә яҡынса мәғлүмәттәр буйынса 95-96 процент халыҡ Рәсәйгә ҡушылыу тураһында тауыш бирҙе. Аҡылдарын... Тотош уҡырға
Йыл йомғаҡтары барландыЙыл йомғаҡтары барланды
26 февралдә муниципаль район Советының 17-се ултырышы үтте. Көн тәртибендәге төп һорау - район Советы рәйесе Дамир Кәримовтың һәм район хакимиәте... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.