» » Эсһәң хәмер - аҡылың кәмер

Эсһәң хәмер - аҡылың кәмер01.04.2014

Эсһәң хәмер - аҡылың кәмерБайкал аръяғы крайының Красный Великан ауылында 14 кешенең суррогат араҡы эсеп үлеүҙәре илебеҙҙе тетрәтте. Ғөмүмән, шикле спиртлы эсемлекте ул көндө дүрт тиҫтәгә яҡын ир һәм ҡатын «ауыҙ» иткән булған. Әлеге ваҡытта үҙәк матбуғатта хәбәр итеүҙәренсә, 12 кеше ауыр хәлдә дауаханала ята, 13-ө үҙен яҡшы тоя башлаған. Ағыуланыу арҡаһында 10 бала етем ҡалған, уларҙың өлкәненә 14 йәш булһа, бәләкәйенә ни бары 1,5 йәш. Урындағы хәл буйынса тикшереү бара, әлегә сәбәптәре билдәһеҙ. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ҡарағанда, кешеләрҙең метил спирты менән ағыуланыуҙары ихтимал. Метил спирты төҫө һәм еҫе менән араҡынан бер нисек тә айырылмай, әммә кешене үлтереү өсөн 50 грамм да етә, ә араҡы шешәләрендә доза дүрт тапҡырға күберәк булған, тип әйтелә.

Көндән-көн арабыҙҙа хәмер ҡолона әйләнеүселәр күбәйә бара. Спиртлы эсемлектәргә хаҡ даими күтәрелеүгә ҡарамаҫтан, градуслы эсемлектәр менән мауығыусылар кәмемәй. Әлбиттә, бер кем дә рюмкаға үрелер алдынан үҙенә эскесе, алкоголик булам, тигән маҡсат ҡуймай.
Кешеләрҙең күпселеге эшһеҙлек, төрлө социаль ғәҙелһеҙлек, тормош ауырлашыуы арҡаһында эскелеккә бирелә. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың күпләп хәмер ҡолона әйләнә барыуҙары борсоуға һала. Был ғаиләләрҙең тарҡалыуы, ирҙәр һанының кәмеүе арҡаһында килеп сыға тигән фекерҙә белгестәр. Диндең халыҡҡа йоғонтоһо кәмеүе лә мөһим роль уйнай. Динебеҙ спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙы тыя, уны ҙур гонаһ тип һанай. Йәштәрҙе тәрбиәләү йәһәтенән төплө эш алып барылмауы ла йоғонто яһамай ҡалмай. Элек, мәҫәлән, пионер, комсомол ойошмалары йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур көс һала торғайны.
Насар ғәҙәттәр менән мауығыуҙы балалар мәктәптә уҡығанда уҡ башлап ебәрә. Быға тәү сиратта өлкәндәр «үрнәк» булып тора. Бала тәүҙә шайтан эсемлеге менән биләүҙә ятҡанда уҡ танышырға өлгөрә. Сабый тыуыу хөрмәтенә бокалдар күтәрелә, тостар әйтелә һәм ошо рәүешле тыуған көндәр, аттестат алыу, уҡырға инеү, диплом алыу, туйҙар, юбилейҙар һәм башҡаһы сылбыр рәүешле дауам итә. Әлбиттә, барыһын да бер ҡалыпҡа һалып булмай. Был шайтан эсемлеген бер ваҡытта ла өйҙәренә юллатмаған ғаиләләр ҙә бихисап.
Ҡатын-ҡыҙҙар фажиғәгә юлды ирҙәр менән бергәләп эсеүҙән башлай. Йәш кенә ҡыҙҙар иһә һәр төрлө компанияларҙа шулай уҡ егеттәренә эйәреп эсә, күптәре тулыһынса улар йоғонтоһона бирелә. Ғәҙәттә, ундай «йыйындарҙа» эсергә теләмәгәндәрҙе мәжбүр итеп, көсләп эсерәләр. Бындай ҡыҙҙар тора-бара эскесе ҡатындар йоғонтоһона эләгә һәм, «әхирәттәр» бергәләп типтерә башлай. Шулай итеп, эскелек эскелектең артыуына килтерә. Даими рәүештә спиртлы эсемлектәр ҡулланыусыларҙың 5-10 проценты хроник алкоголик булып китә.
Эшһеҙлек тә эс-келектең етди бер сәбәбе булып тора. Илебеҙҙәге социаль күренештәр арҡаһында эшһеҙ ҡалған кешеләр үҙенең ҡайғы-әрнеүҙәрен араҡы менән баҫырға тырыша.
Ғаиләләрҙең тарҡалыуы ла күптәрҙе «йәшел йылан» менән дуҫлаштыра. Яңғыҙ ҡалған ирҙәр, ҡатындар тормош мәғәнәһен юғалта, күңел төшөнкөлөгөн хәмер менән баҫа. Үҙе һымаҡ дуҫ-иштәре күбәйә, байрамдар йышая. Күпселек осраҡта ундай ғаиләләрҙә үҫкән балалар ҙа артабан шул юлға төшә.
Ауылдарҙа аҫтыртын араҡы һатып, «байырға» теләүселәр күбәйҙе. Айырыуса төнгө магазиндарҙың ябылыуы, сәғәт киске 11-ҙән һуң иҫерткес эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителгәндән һуң бәшмәк һымаҡ ҡалҡып сыҡтылар был «эшҡыуарҙар». Араҡыға хаҡ күтәрелеүе лә роль уйнамай ҡалманы: халыҡ ҡайҙа арзан - шунда бара. Таксистарҙың араҡы һатыу менән шөғөлләнеүҙәрен йыш ишетергә тура килә. Эскән кеше икмәк һатып алырға аҡсаһы булмаһа ла, эсергә аҡса табасаҡ. Магазин һатыусыларының спиртлы эсемлектәрҙе бурысҡа яҙып биреүҙәре аптырата. Ошондай күренешкә шаһит булырға тура килде.
Һатыусы һатып алыусыға иренең ара-ҡы яҙҙырып алыуын әйтте, бурысын түләүҙе һораны. Ҡатын бурысты түләмәйәсәген белдерҙе.
- Ниңә бирҙегеҙ һуң, алған икән үҙе түләһен, - тине.
- Араҡылыҡ ҡына аҡса эшләйҙер әле, уның эш хаҡын һин тотонаһың түгелме? - тине һатыусы эре генә.
- Балаларға кәнфит-печенье, йә иһә үҙенә тәмәке яҙҙырып алһа, бер һүҙ ҙә әйтмәҫ инем, әммә араҡыны бурысҡа биреүегеҙҙе хупламайым һәм бурысын түләй торғаным юҡ. Башҡаса бирмәгеҙ. Түләмәһә, үҙегеҙгә һабаҡ булыр. Араҡы һатып байырға тотонғандар. Ябай кешегә араҡы түгел, бурысҡа икмәк бирмәйһегеҙ, оятығыҙ юҡ икән, - тип зәһәрләнде ҡатын. Алыр нәмәһен дә алмай, күҙ йәштәренә быуылып сығып китте.
Был ваҡиға ауыр тәьҫир итте һәм ошондай күренештәрҙең аҙым һайын осрауы йөрәкте әрнетте. Араҡы һатып ҡына байып булмағанды нәфсеһеҙ халыҡ һаман да аңлап еткермәй. Берәй ваҡыт спиртлы эсемлек менән сауҙа итеүсе кешенең бәхетле булғанын күргәнегеҙ бармы? Мин, мәҫәлән, юҡ. Һәр ҡайһыһының тормоштарының бер яғы китек. Эскесе ир-ҡатындарҙың яҡындарын, балаларын зар илатып йыйылған байлыҡтың рәхәттәрен күреүҙәре лә икеле. Аҡылы булған кеше аҡсаны хәләл көсө менән табырға тырышасаҡ, әммә ҡарғыш-рәнйеш юлы менән түгел, шуны иҫтән сығармаһаҡ ине.
«Бөйөк» алкоголиктар
* Рәсәй императоры Петр I эскеселек сире менән яфаланған. Шуға ла уның улы Алексей психик яҡтан теүәл булмай, Алексейҙың улы Петр II лә психик сиргә дусар була.
* Совет осорондағы дәүләт башлығы Леонид Брежнев та эсергә ярата. Ул идара иткән осорҙа берәй хәл уңайы менән эсеү ғәҙәти күренеш, тип ҡабул ителә. Хатта Ҡыҙыл майҙандағы парад трибунаһы араҡы һәм ҡабымлыҡ ҡуйылған, күҙгә күренмәҫлек өҫтәлдәр менән йыһазландырылған булған. Юлбашсылар байрам демонстрацияларында ошо рәүешле тамаҡ сылатҡандар.
* Рәсәйҙең беренсе президенты Борис Ельцин араҡыны һәр ваҡыт хөрмәт итә, уңайы сыҡҡан һайын хәмерҙән баш тартмай. Уның йөрәгенә операция эшләүҙә ҡатнашҡан Америка хирургы М. Дебейки әйтеүенсә, Президент алкоголик түгел, ә араҡы эсергә яратыусы кеше булған.
Эскелектән дауа бармы?
Эскелектең йәмғиәтебеҙҙә ныҡлап тамыр йәйеүе, әҙәм балаларын юҡҡа сығарыуы ҡурҡыныс күренеш. Ошо хаҡта үҙәк ҡала дауаханаһының психоневрология диспансеры табип-наркологы Шәүрә Юдина менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Шәүрә Нуриман ҡыҙы, ҡала-районыбыҙҙа хәмер ҡолдары кәмейме, әллә, киреһенсә, арта барамы?
- Диспансерҙа иҫәптә тороусылар аҙайҙы, әммә эсеп дауаханаға эләгеүселәр артҡандан-арта. Йылдан-йыл йәштәрҙең, айырыуса ҡыҙҙарҙың, оло ҡатындарҙың эскелек һаҙлығына батыуҙары үҙәкте өҙә. 18, 20-22 йәшлек егет-ҡыҙҙар араһында араҡы ҡолона әйләнеүселәр күп. Шуныһы аяныслы, уларҙың ата-әсәләре лә ҡасандыр беҙҙең даими пациенттарыбыҙ була торғайны. Хроник сирҙең гендар аша бирелеүенә хәҙер шик ҡалманы.
- Ошо арала Байкал аръя-ғында кешеләрҙең суррогат иҫерткес эсемлектәрҙән һәләк булыуын ишеттек. Ошондай хәл беҙҙә лә булмаҫ тимә?
- Был осраҡтағы кеүек күпләп үлмәһәләр ҙә, араҡынан вафат булыусылар бихисап. Хәҙер суррогат эсемлектәр менән һатыу итеүселәр аҙым һайын тиерлек, айырыуса халыҡ Ҡаҙағстандан килгән иҫерткес эсемлектәрҙең арзанлығына ҡыҙыға. 50-70 һумлыҡ араҡы буламы? Ошо арзан араҡы менән туй, юбилей тантаналары үткәргән кешеләр бар. Күҙ алдына килтерәһегеҙме, бындай саҡта күпме кешенең ғүмере хәүеф аҫтына ҡуйыла? Шуны эсеп күпме кеше ағыулана!
- Араҡынан ағыуланып, мөрәжәғәт итеүселәр бармы?
- Ундай осраҡтар йыш ҡабатлана, айырыуса оҙайлы байрамдарҙан һуң беҙгә күпләп эләгәләр. Бауыр, талаҡ, ашҡаҙандары ҡурҡыныс булып шешенә, үҙҙәре көскә тын ала. Ҡайһы берәүҙәренең ғүмерҙәре ҡыл өҫтөндә була. Дауалап, кеше хәленә индереп ҡайтарып ебәрәбеҙ, тәүбә ҡылған булалар, күп тә үтмәй, шул уҡ хәл тағы ҡабатлана. Кеше ағыуланғанын аңламай, мәжлес шауҡымылыр, тип баш төҙәтәләр, аңдарын юғалтҡансы эсәләр. Хәҙер кешеләр аҡса эшләү маҡсатында осһоҙ араҡы менән сауҙа итеүҙе ғәҙәткә әйләндергән. Уларға ни барыбер, үҙе эсмәй ҙә баһа. Күп итеп хаҡ өҫтәй ҙә ауылдаштарына һата. Береһенә лә сер түгел, иҫерткес эсемлектәрҙе йәшереп һатыусылар хәҙер һәр ауылда бар тиерлек.
- Кешенең эскесегә әйләнеүен нисек билдәләргә?
- Алкоголизмдың тәүге стадияһында кеше психологик яҡтан иҫерткес эсемлектәрҙең ҡолона әүерелә башлай. Ул яҡынлашып килгән ял көндәренә ҡыуана, рәхәтләнеп һыра йәки араҡы эсеп буласағын уйлап, кинәнес кисерә. Артабанғы стадияла кешенең ҡоҫоу рефлексы юғала, йәғни хәмер организмға ныҡлап һеңә. Мотлаҡҡа әүерелгән «баш төҙәтеүҙән» кеше туҡтай алмай, 1-2 ай буйы эсә. Һуңғы стадия иң ҡурҡынысы - кешенең уйын-да тик хәмер эсеү генә була. Тәүҙә ике шешә араҡынан да иҫермәгән эскесе, бер-ике йотом һыранан да аяҡтан йығыла. Уның мейеһе кибә, бауыры бөтә, психоз башлана. Бындай кешеләр йыш ҡына артабан йәшәргә көс тапмай, үҙ-үҙенә ҡул һала. Тәүге ике стадияла кешегә ярҙам итеп булһа, һуңғыһында ҡотҡарып булмай.
- Эскегә һабышҡан кешегә нисек ярҙам итергә?
- Әгәр кеше үҙенең хәмер ҡолона әйләнеүен танымаһа, уға ярҙам итеүе икеле. Уның үҙенең араҡыны ташлау теләге булырға тейеш. Ыңғай миҫалдар күп. Ғүмер буйы баштары араҡынан сыҡмаған эскеселәр бер көн тәүбәгә киләләр. Тиҫтәгә яҡын йыл иҫерткес эсемлектәрҙе ауыҙҙарына ла алмайҙар. Ҡайһы ваҡыт «ысҡынып» китеп, бер-ике ай эсеп алалар ҙа шундуҡ яҡындарын дауаланырға алып барыуҙарын үтенәләр. Сөнки айыҡ тормоштоң нисек булыуын яҡшы беләләр, ҡабаттан упҡынға тәгәрәргә теләктәре юҡ.
- Эскелектән дауалаусы имселәр күбәйҙе, уларға ҡарашығыҙ нисек?
- Әгәр кемгәлер ярҙамы тейһә, бик яҡшы. Күпме ғаиләнең проблемаһы хәл ителәсәк, балалар зар иламаясаҡ…
- Балаларҙы ошо афәттән нисек араларға?
- Яҡындарығыҙҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Ата-әсәләр эштең күплегенә һылтанып, балалары менән шөғөлләнеүгә битараф ҡарай. Буш ваҡыттарын файҙалы үткәрергә кәрәк. Урамда «эт һуғарғансы» спорт, бейеү йәки башҡа түңәрәктәргә йөрөһөндәр. Ниндәй компанияға эләгеүен дә ҡарағыҙ. Күп балалар ошо рәүешле яҙыҡ юлға баҫа. «Дуҫыңды әйт, мин һинең кем булыуыңды әйтәсәкмен» тиҙәр бит.
- Гәзит уҡыусыларға әйтер теләктәрегеҙ?
- Барыһын да айыҡ тормош алып барырға саҡырам. Донъяның рәхәтлеген күреп, ҡыуанып йәшәгеҙ.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Кешеләр һәм йыландарКешеләр һәм йыландар
(поэма) Һиндостан халҡы ерҙә иң тәүҙә йыландар килеп сыҡҡан, тип иҫәпләй. Тау халыҡтары бөркөттәр Ә минең уйымса, тәүҙә ке- шеләр килеп сыҡҡан, ... Тотош уҡырға
Сирҙе нисек танырға?Сирҙе нисек танырға?
Теләмәҫтән, ике ханымдың борсолоп һөйләшеүенә шаһит булдым. Тауыштарының тоноҡлоғонан уҡ ниндәйҙер бәлә тураһында һүҙ барғаны аңлашыла. «Уға бит әле... Тотош уҡырға
Күҙ йомоп ҡарамайыҡКүҙ йомоп ҡарамайыҡ
Тормошта үҙ урыныңды, үҙ юлыңды табыуы еңелдән түгел. Айырыуса йәш быуындың иңенә был мәсьәлә ауыр йөк булып ята. Советтар Союзы осоронда һәр кеше... Тотош уҡырға
Баҙарһыҙ ҡалмаясаҡбыҙБаҙарһыҙ ҡалмаясаҡбыҙ
Ҡалалағы бәләкәй баҙарҙың эшмәкәрлеге туҡтатылыу тураһында һүҙ күптән йөрөй ине. Ләкин, ҡайһы бер мәсьәләләр арҡаһында, хәл тотҡарлана килде.... Тотош уҡырға
Мөхәббәттән иҫергәндәМөхәббәттән иҫергәндә
Ял көнө. Ғәҙәттәгесә, аш-һыу бүлмәһендә булышып йөрөйөм, үҙем «Юлдаш» каналын тыңлайым. Шул ваҡыт радионан яңғыраған йырҙың эстәлеге ҡолағыма килеп... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.