» » Был донъяла ниҙәр бар?

Был донъяла ниҙәр бар?05.09.2017

Был донъяла ниҙәр бар?Ябай атом ҡоралы менән ҡәнәғәтләнмәй, Төньяҡ Корея водород бомбаһына уңышлы һынауҙар үткәрҙе. Булмаған менән ҡур-ҡыталарҙыр, тип тынысланырлыҡ түгел - ер һелкенеүҙе ҡалған илдәрҙәге сейсмик станциялар теркәй. Ҡеүәте 70 килотоннаға еткәндер, тип фараз ҡылына - заманында американдар Хиросиманы ер йөҙөнән юйған бомбанан өс тапҡыр күберәк. «Ҡоторонған американдарға тәс булды», - тип үсәмәй торайыҡ, ары-бире хәл сыҡһа, Рәсәй сиктәре үтә яҡын икәнлеген оноторға ярамай.

Швейцария климатологы Рето Кнутти әфәнде 2016 йылға төҙөгән фаразы 80 про-центҡа раҫлана. Һәм ошо абруйлы ғалим, кешелеккә ни бары 3 йыл сағыштырмаса тыныс тормош ҡалған тип белдереү яһаны - һуңынан көн торошонда кардиналь үҙгә-рештәр башланасаҡ. Ҡоролоҡ, селләләр, дауылдар һәм башҡа. Тәбиғәттең күсәренән ысҡына башлауын үҙебеҙ ҙә күрәбеҙ инде... «Донъя хакимдары был хаҡта белә, ләкин ал-дан әҙерләнгән бункерҙарҙа ҡасып ҡалырға иҫәп тоталарҙыр. Минең бурыс - барыһын да иҫкәртеү», - тип әйтеүе күңелгә шом һалды. Ярар, барыһын да Хоҙайға тапшырабыҙ инде.

Бәғзе Рәсәй кешеләре ҡайһы тирә-йүндәгеләрҙе бигүк һанға һуҡмай, тик үҙҙәренә нисек уңайлы, шулай эш итергә күнеккән. Һәм бының өсөн яуап тоторға ла тура килгеләй. Беҙҙең бер ватандаш ҡа-тын Мьянмаға турист булып килгәнендә, урындағы ғибәҙәтхананы ҡарарға инә. Иҫ-кәртелһә лә, дин талап иткәнсә аяҡ кейемен сисмәй йөрөй. Урындағылар «әпәкәй-сөпәкәй» итеп тормай - 370 доллар күләмендә штраф һалалар. Штраф түләүҙән баш тартҡас, 1 айға ҡулға алалар. Ниндәйҙер сәбәп менән иректән мәхрүм ителеү ваҡыты 6 айға тиклем оҙайтыла. Бер һүҙ менән - ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул!

Ил (республика, район) буйынса уртаса эш хаҡы фәлән-фәлән һум тәшкил итә, тигәнде уҡыған һайын, мин генә хәйерсе икән, тип көйөп китмәгеҙ. Эксперттарҙың раҫлауынса, Рәсәйҙә 50 миллион хеҙмәткәр (70 процент!) айына уртаса 20 мең һумға йөрөй, һалым-фәлән тотолғас, байтаҡҡа кәмерәк тә килеп сыға.

Электрогорск ҡалаһында 21 йәшлек пси-холог Александр Чусов Рәсәйҙә иң ҙур ҡабаҡ үҫтерҙе - 400 килограмдан ашыу, әле һаман үҫә, ти. Бик ҡиммәткә төшә инде: баҡсасы махсус теплица ҡора, ерҙе электр сымдары менән йылыта, өҫтән инфраҡыҙыл нурлы лампалар элә, махсус сорттағы орлоҡто Американан 100 долларға ( 6 мең һумға) һатып ала. Көн һайын 4-5 сәғәт тәрбиәләй. Шулай ҙа донъя рекордына яҡын да килә алмаған әле - Бельгияла былтыр 1190 килограмлыҡ ҡабаҡ үҫтерелгән.

Ниндәй генә дәрестәр юҡ донъяла! Япония мәктәптәрендә «Тәбиғәт менән һоҡланыу» тигән уҡыу сәғәттәре ҡаралған. Әрмәнстанда барыһын да халыҡ бейеүҙәренә өйрәтәләр (беҙгә лә ҡамасауламаҫ ине). Исем өсөн генә түгел, ти, өлгәшмәгәндәр бер класта икенсе йылға ҡалдырылыуҙары ла мөмкин. Интернет селтәрендәге был материалда «Башҡортостан» тигәнде лә абайлап ҡалдыҡ: республиканың 100-ҙән ашыу мәктәбендә умартасылыҡ уҡытылыуы сит кешеләргә ҡыҙыҡ һәм үҙенсәлекле булып тойола икән.

Себер һәм Томск политехник универси-теттары ғалимдары ... ботинка яһаны. Эсенә акселерометр, гироскоп, магнитометр һәм тағы ла әллә ниндәй приборҙар ҡуйылған. Был ботинканы кейеп ҡайҙалыр бараһың икән, ҡайҙа булғаның бәләкәй экрандағы картала күрһәтелә. Йәғни, теләһәң дә, аҙашыу мөмкин түгел. Заман навигация системаларынан айырмалы рәүештә, автоном эшләй, спутник-станциялар кәрәкмәй: «аҡыллы ботинка» ниндәй йүнәлештә күпме атлағанын үҙе иҫәпләп бара.
Үҙәк матбуғатты һәм интернетты файҙаланып, Илфат ЯНБАЕВ әҙерләне.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Бер төркөм АҠШ сенаторҙары рәсми рәүештә Халыҡ-ара футбол федерацияһына мөрәжәғәт итте. 2018 йылғы донъя чемпионатын Рәсәйҙә үткәреүҙе тыйыуҙы талап... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Һуғыш ҡына тоҡанмаһын инде. АҠШ Сирия аэродромына һөжүм иткәндән һуң, Рәсәй, Сирия, Ирак һәм Иранды берләштергән Координация үҙәге, артабан һәр... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан РФ Президенты В.В. Путин Сирия операцияһында ҡатнашҡан хәрбиҙәр менән осрашыу үткәрҙе. Владимир Владимировичтың... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* Аҙағы хәйерле булһын инде, донъяла йәнә дары еҫе аңҡый башланы, буғай. АҠШ оборона министрының 1-се урынбаҫары Роберт Уорк НАТО ағзаларына... Тотош уҡырға
Донъя хәлдәреДонъя хәлдәре
* Америкала «SETI» тигән программа тормошҡа ашырыла икән. Бар эше - сит планета цивилизацияларын эҙләү. Проекттың етәксеһе Дэн Ветаймер АҠШ конгресы... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.