Сертификаттар тапшырылды08.09.2017
Йәш ғаиләләргә булышлыҡ итеү буйынса республика программаһы сиктәрендә район хакимиәтендә бер төркөм яҡташтарыбыҙға бала тыуғанда бирелгән социаль түләү таныҡлыҡтары тапшырылды.
Бәхет йылмайған 9 йәш ғаиләгә сертификаттарҙы тантаналы рәүештә район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко тапшырҙы. Һәр парға 260-430 мең һум тура килде: беренсе бала тыуған икән - торлаҡтың 8 квадрат метр майҙаны «һыҙып ташлана», икенсегә - 12, өсөнсө сабыйға - 16 квадрат метр. 9 сертификаттың тулайым хаҡы 2 миллион 960 мең һум тәшкил итте - бар аҡса торлаҡ алыу өсөн төҙөлгән кредит һәм ипотека килешеүҙәре буйынса түләүҙәрҙе өлөшләтә ҡаплауға йүнәлтелә.
Учалы районында бала тыуғанда социаль түләү алыу өсөн сиратта 117 ғаилә тора, тип белдерә район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Үкенес, был программа бөгөнгө көндә туҡтатылған, ләкин кем сиратҡа тороп өлгөргән, республика бюджетынан маҡсатлы рәүештә тағы ла аҡса килеүенә өмөтләнә алалар.
Беҙҙең хәбәрсе.

- Оҡшаш яңылыҡтар
- Комментарийҙар

Ошо көндәрҙә район хакимиәтендә ҡыуаныслы сара уҙҙы - «2014-2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклемге осорға ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» федераль... Тотош уҡырға

Бер кемгә лә сер түгел: бөгөнгө йәштәрҙе иң ныҡ борсоған проблема - торлаҡ. Әлеге заманда үҙеңдең хәләл көсөңә генә йорт һалыу йә иһә фатир алыу бик... Тотош уҡырға

Әсәлек һәм ғаилә йәмғиәттең тотороҡло һәм ышаныслы нигеҙе булараҡ, ҙур әһәмиәткә эйә. Нәҡ әсә кеше яңы башланғыстарға ҡанат ҡуя, фатихаһын бирә. Шуға... Тотош уҡырға

Йортло булыу бөгөн көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Әммә күптәрҙең үҙ көсө менән йорт һалырға йәки һатып алырға хәленән килмәй. Бәхеткә күрә, һуңғы... Тотош уҡырға

Һөйгән йәрең менән ҡыуышта ла ожмах тиһәләр ҙә, хәҙерге заман өсөн был әйтем актуаль түгел. Йәшәргә урын булмау - йәш ғаиләләрҙең башын ауырттырған... Тотош уҡырға
Рубрикалар
Яңылыҡтар архивы
№ газеты
Табырға
Яңылыҡтар календары
Популяр яңылыҡтар

Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...
Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.