» » Ветерандар менән күҙгә-күҙ осрашып

Ветерандар менән күҙгә-күҙ осрашып06.10.2017

Ветерандар менән  күҙгә-күҙ осрашыпОшо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев төбәгебеҙҙең ветерандар активы менән осрашты. Оло быуын вәкилдәре менән осрашыу күптән традицияға әйләнгән, ҡатнашыусыларҙың күбеһе ҡала-районыбыҙҙа билдәле булған тәүтөҙөүселәр, хөрмәтле кешеләр. Ойошма-предприятиеларҙа оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт итеп, Учалыбыҙҙың үҫешенә ҙур өлөш индергән апай-ағайҙар. Әле лә улар оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып баралар, йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәйҙәр. Төбәгебеҙҙең киләсәге өсөн янып-көйәләр.
Фәрит Фәтих улы ветерандарҙы районыбыҙҙың бөгөнгөһө менән таныштырҙы, алдағы перспективалары тураһында бәйән итте. Ололар сә-нәғәт предприятиелары, торлаҡ-коммуналь, ауыл хужалығы тармағындағы хәлдәр тураһында хәбәрҙар булды. Шулай уҡ район етәксеһе былтырғы осрашыуҙа протоколға индерелгән мәсьәләләрҙең нисек хәл ителеүен һөйләне. Белеүебеҙсә, быйыл ҡала-районыбыҙҙа бихисап эштәр башҡарылды. Рудник ҡасабаһында процедура кабинеты асы-лыуы халыҡ өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды. Ахун ауылы зыяратын ҙурайтыу күҙаллана, әлеге ваҡытта әҙерлек эштәре бара, биләмәне ҡамау өсөн материалдар һатып алынған. Иң мөһиме - юл мәсьәләһе ыңғай хәл ителә. Учалы, Иманғол, Ҡунаҡбай биҫтәләрендә юлдар ремонтлана. Һәм тағы ла бер һөйөнөслө хәбәр - ниһайәт, Учалы-Иманғол юлы төҙөлә башлаясаҡ. Фәрит Фәтих улы алдағы осрашыуҙарҙа ла һорауҙы ыңғай хәл итергә вәғәҙә биргәйне, үҙенә афариндан башҡа әйтер һүҙ юҡ. Юл участкаһын төҙөүгә республика бюд-жетынан 125 миллион һум аҡса бүленгән, подрядсыны билдәләү өсөн аукцион уҙғарыуға әҙерлек эштәре бара. Тендерҙа еңгән предприятие 2017-2019 йылдар дауамында 5,5 километр араны рәтләргә бурыслы. Хирургия корпусын төҙөү буйынса ла ыңғай ҡарар ҡабул ителгән. Яңы бина «Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 объект» масштаблы акцияһы сик-тәрендә төҙөләсәк.
Ике сәғәтлек осрашыу барышында төҙөкләндереүгә, мәғариф һәм һау-лыҡ һаҡлау өлкәһендә объекттар төҙөү, идарасы компанияларҙың эшмәкәрлеген контролдә тотоу, ветерандарға соци-аль ярҙам күрһәтеүгә ҡа-ғылышлы тиҫтәгә яҡын һорау тикшерелде.
Айырыуса торлаҡ-коммуналь өлкәгә ҡағылыш-лы фекер алышыу ҡы-ҙыу барҙы. Ололар август айында коммуналь түләү-ҙәргә хаҡтың күтәрелеүенә ризаһыҙлыҡ белдерҙе, бының ҡалала йылылыҡ трассаһын ремонтлау менән бәйле түгелме икәне ҡыҙыҡһындырҙы. «Заказсы хеҙмәте» компанияһы директоры Вилена Шәрипова 2017 йылдың 1июленән йылдағыса коммуналь түләүҙәрҙең артыуын һәм тариф күләме республиканың Дәүләт комитеты тарафынан раҫланыуын, ә йылылыҡ трассаһын «Учалы йылылыҡ селтәрҙәре» предприятиеһы үҙенең аҡсаһына төҙөк-ләндереүен әйтте.
Бөйҙө ҡасабаһының ветерандар ойошмаһы рәйесе Римма Вәлитова ауылдаштары исеменән Комбинат урамындағы йорттарҙы өҙлөкһөҙ элек-тр уты менән тәьминәт-тә ярҙам итеүҙәрен һора-ны. Был урам «Уралташ» предприятиеһының сел-тәренә тоташҡан, ошо арҡала линияла көсөр-гәнеш булыу сәбәпле йыш ҡына электр уты һүнеп йонсота икән халыҡты. Бөйҙөлә йәшәүселәрҙе дарыу менән тәьмин итеү проблемаһы ла борсой, дарыу алырға ҡалаға йө-рөргә мәжбүрҙәр. Район етәксеһе һорауҙарҙы хәл итергә ярҙам күрһәтәсә-ген әйтте.
Бурансы биҫтәһен-дә йәшәүселәрҙе би-ләмәләренең торошо борсой. «Учалы электр селтәрҙәре» ҡаҙыу эштә-ренән һуң соҡор-саҡыр ҡалдырған. Фәрит Фәтих улы ойошма етәкселеге-нә мотлаҡ етешһеҙлек-тәрҙе бөтөрөү бурысы ҡуйыласаҡ, тине.
Ветерандар проб-лемалары менән генә уртаҡлашып ҡалманы, мәҫәлән, райондың Почетлы гражданы Хәли-ҙә Әхмәтйәнова район хакимиәте башлығына ололарҙың проблема-ларына битараф ҡарамауына рәхмәт еткерҙе. Ветерандар осрашыу һуңында үҙҙәренең инициативаларын да белдерҙеләр. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙе контролдә тотоу буйынса махсус комис-сия булдырырға кәрәкле-ген, интернет селтәрен-дә «Социаль туризмды үҫтереү» программаһы сиктәрендә бушлай путевкаға сират тураһында мәғлүмәт алырға мөм-кинлек булдырылһын, тип белдерҙеләр.
Фәрит Фәтих улы оло-ларҙың һорауҙарын һәм теләктәрен мотлаҡ иҫәпкә алырға, кәңәштәрен күҙ уңында тотоп, мәсьәлә-ләрҙе бергәләшеп хәл итергә вәғәҙә бирҙе.
Әлиә ДАУЫТОВА.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Ярҙам вәғәҙә ителдеЯрҙам вәғәҙә ителде
Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев Амангилде ауыл Советы буйынса эш сәфәре башҡарҙы. Иң башта район етәксеһе Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол... Тотош уҡырға
Осрашыу йәнле барҙыОсрашыу йәнле барҙы
Ҡала-районда студенттар декаднигы әүҙем бара. Каникулда булған ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн өҫтәл теннисы, көрәш, мини-футбол, волейбол һәм башҡа спорт... Тотош уҡырға
Һорауҙар яуапһыҙ ҡалманыҺорауҙар яуапһыҙ ҡалманы
Ошо көндәрҙә «Ветеран» клубында район-ҡала ветерандар Советтары вәкилдәренең район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев менән осрашыуы үтте. Сарала... Тотош уҡырға
.. санаңды йәй әҙерлә.. санаңды йәй әҙерлә
Йәй миҙгеленең яртыһы үтеп тә бара, тимәк һыуыҡ көндәргә лә күп ҡалманы. Арбаңды - ҡыш, санаңды йәй әҙерлә, ти халыҡ мәҡәле. Һауа температураһы ноль... Тотош уҡырға
Байрам күңелле үттеБайрам күңелле үтте
Быйыл Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация ҡабул ителеүгә 24 йыл тулды. Халҡыбыҙҙың төп байрамы - Республика көнөн... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.