» » Вирус таралыуҙан туҡтамай

Вирус таралыуҙан туҡтамай20.10.2017

Һуңғы арала бөтә республиканы хәүефкә һалған бешмә вирусы таралыуҙан туҡтамай. 14 октябрҙә ҡурҡыныс ауырыу менән Бүздәк районының Кәпәй-Ҡобау ауылындағы «Ҡыҙаш» ауыл хужалығы етештереү кооперативында алты баш малдың зарарланыуы асыҡлана.
Тәүҙә Туймазы, Шаран, Бүздәк райондарынан шәхси хужалыҡтарҙан һәм ауыл хужалығы предприятиеларынан алынған 3,5 меңдән ашыу өлгөнө тикшереүгә ебәрәләр һәм тап ошо етештереү кооперативында вирустың антиматдәләре табылған. Әлеге ваҡытта улар менән бергә торған хайуандарҙың яҙмышы хәл ителә. Ферманан бөтәһе 146 баш эре мөгөҙлө мал алынасаҡ.
Ауылдың шәхси хужалыҡтарында вирус табылмаған, яҡын-тирәләге райондарҙың, шул иҫәптән Туймазы, Шаран райондарындағы бер нисә ауыл советының да таҙа булыуы билдәле. Әле ферманы, ауылды тулыһынса эшкәртеү, дезинфекциялау бара. Дүшәмбенән Бүздәк районында 21 көнлөк карантин иғлан ителде. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа, күрше Туймазы районында сир асыҡланыу менән малдарға прививка яһалған. Ул бер аҙна эсендә сиргә ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килтерә.
Белеүебеҙсә, бешмә вирусы, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанға Урта Азиянан ваҡ мал менән килеп ингән. Иң башта Йәрмөхәмәт, Үрмәкәй, Ҡаранйылға һәм Ҡандра ауылдарындағы һыйырҙарҙа табылған. Әлеге ваҡытта ошо тораҡ пункттарҙа 928 баш йорт хайуаны, шул иҫәптән 486 эре мөгөҙлө мал юҡ ителергә тейеш. Алынған мал өсөн ауыл халҡына компенсация - тере ауырлыҡтағы малдың һәр килограмы өсөн 130 һум түләү күҙаллана. Карантин иғлан ителгән биләмәләге күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән мохтаж ғаиләләргә биш мең һум аҡса түләнә. Туймазы районында бешмә ауырыуының эҙемтәләрен бөтөрөүгә яҡынса 40 миллион һум аҡса талап ителә. Сир осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Халыҡтың бешмә менән зарарланыу осрағы теркәлмәгән.
Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тиҙәр. Төбәгебеҙҙә лә вирусҡа ҡаршы профилактик эштәр дауам итә. Ошо көндәрҙә район хакимиәтендә Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм ликвидациялау, янғын именлеген тәьмин итеү, енәйәтселек менән көрәш һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау буйынса комиссия ултырышы үтте. Йыйылышты район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы рәйесе Руслан Ғиләзетдинов алып барҙы.
Көн үҙәгендә эре мөгөҙлө малдарҙа бешмә һәм төйөнлө дерматит сирҙәрен профилактикалау мәсьәләһе ҡаралды. Хәүефле сир-ҙәрҙе булдырмау йәһәтенән ниндәй саралар үтәлергә тейешлеге тураһында доклад менән район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге мөдире Арслан Шәғәретдинов, ветеринар станцияһының начальник урынбаҫары Самат Әлхәмов сығыш яһаны. Комиссия ағзалары ситтән мал һәм малсылыҡ продукцияһын индереү-ҙе, район биләмәһендә мал һәм ит һатыуҙы етди контролдә тотоу, мал аҫрауҙың ветеринар-санитар тәртибен үтәү буйын-са фекер алышты. Барлыҡ предприятиелар, шәхси хужалыҡтар етәкселәренә, мал үрсетеү һәм малсылыҡ продукцияһын етештереү, һатыу менән шөғөлләнгән фермерҙарға, ҡала һәм ауыл ултыраҡтары башлыҡта-рына, ветстанцияға халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барырға, хайуандарҙы ветеринар хеҙмәттәрҙә һәм ауыл советтарында теркәргә, малдарҙы көтөүгә индерер алдынан мотлаҡ карантинға ҡуйырға, даими ветери-нар тикшереү үткәрергә, район һәм ҡала халҡының шәхси хәүефһеҙлегенә айы-рыуса иғтибар бирергә, йәғни рөхсәтһеҙ сауҙа итеү урындарында ветеринария документтары булмаған һөт, һөт ризыҡтарын, ит һатыуҙы тыйырға, ит һәм ит продукттарына ветеринар-санитар экспертиза үткәреүҙе тәьмин итергә ҡушылды.
Бешмә ауырыуы менән нигеҙҙә ҡуш тояҡлылар, һыйыр малы һәм ваҡ мал, дөйә, ҡырағай ҡуш тояҡлылар, сусҡа һ. б. бирешеүсән; йылҡы ауырымай, ләкин вирусты йөрөтөүсе була ала. Вирус тышҡы мөхиткә шайыҡ, һөт, бәүел, тиҙәк менән эләгә, шулай уҡ һуйылған ауырыу мал итендә һәм ҡанында була. Әлеге мәлдә төбәгебеҙҙә бешмә ауырыуына ҡаршы мөһим профилактика эштәре бара. Шуға ла халыҡты иғтибарлы булырға саҡырабыҙ. Йәрминкәнән ит һатып алыусылар хәүефләнмәһен, шәхси хужалыҡтар, фермерҙар, ситтән килгән ит һатыусылар баҙарға мотлаҡ продукциялары тикшерелеп белешмә менән генә индерелә.
Ҡайһы берәүҙәр, берәҙәк мал вирус таралыуға сәбәпсе була аламы, тип һорай. Төрлөсә булырға мөмкин, сөнки сир ел, ҡоштар менән, автомобиль тәгәрмәстәренә эйәреп кереүе мөмкин. Шуға ла малдарҙы көтөүҙә, йәки ҡурала тотоу күпкә хәүефһеҙерәк, тип белешмә бирҙе Учалы ветеринар станцияһының ветеринар табибы Мария Хафизова.
Әлиә ДАУЫТОВА.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Ауыл тәртиптә - ил муллыҡтаАуыл тәртиптә - ил муллыҡта
1 июлдән Башҡортостанда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу башланды. Кампания 15 авгусҡа тик-лем дауам итәсәк. Сара барышында ер, сәсеүлек... Тотош уҡырға
Ут менән уйнамайыҡУт менән уйнамайыҡ
9 мартта район хакимиәтендә эпизоотия хәле (малдар араһында йоғошло сирҙәр таралыу) һәм төбәгебеҙгә мал ҡайтарғанда ветеринар-санитар талаптар... Тотош уҡырға
Килеп уҡыттыларКилеп уҡыттылар
9-13 февраль район ветеринария белгестәре өсөн «Ауыл хужалығы һәм йорт хайуандарының ауырыуҙарын дауалау һәм иҫкәртеү» программаһы буйынса белемде... Тотош уҡырға
Именлек һағындаИменлек һағында
РФ Президентының былтыр ҡабул иткән Указына ярашлы, быйыл 31 август тәү тапҡыр Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Әйткәндәй, ... Тотош уҡырға
Хәүефһеҙлек - тәүге урындаХәүефһеҙлек - тәүге урында
Кәңәшмәлә муниципаль район территорияһында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, халыҡты көтөлмәгән хәл-ваҡиғаларҙан ҡурсалау мәсьәләләре ҡаралды. Төп доклад... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.