» » Был донъяла ниҙәр бар?

Был донъяла ниҙәр бар?24.10.2017

Был донъяла ниҙәр бар?Донъяла иң ҙур сәйәси берләшмә - 89 мил-лион ағзаны туплаған Ҡытай коммунистары партияһы XIX съездарын үткәрҙе. Беҙҙән айырмалы рәүештә бер ҙә социализмдан баш тартманылар һәм ошо дәүләт ҡоролошо менән дә иҡтисад үҫеше буйынса донъяла икенсе (ҡайһы бер методикалар буйынса иҫәпләгәндә - беренсе) урынға сыҡтылар. Ә социализм дәүерендә «көмөш» миҙал менән килгән СССР урынын биләгән РФ 6-сы (альтернатив иҫәп буынса - 12-се) урында тороп ҡалды.
- 100 йыл элек Октябрь революцияһы туптары яңғырауы беҙҙең илебеҙгә лә марксизм-ленинизмды еткерҙе. Был теория Ҡытай үҫешенә яңы һулыш бирә, - тип рәхмәт менән билдәләй ҠХР юлбашсыһы Си Цзиньпинь. Әлегә тиклем күрше илдә иң актуаль бурыс тип иҡтисади үҫеште күрһәләр, был йыйындан һуң халыҡтың етешерәк йәшәүе көн ҡаҙағына сығарыла. Икмәк булғас, йыр ҙа була инде ул. Әйткәндәй, әле лә Ҡытайҙа уртаса эш хаҡы 750 доллар тип самалана, беҙҙең аҡсаға айына 40-45 мең һум...

Петр Павленский тигән бәндә төрлө ҡырағай ҡылыҡтар ҡыла ла, ошоно заман сәнғәте тип атай. Мәҫәлән, тамашасылар йыйып, үҙенең бер ҡолағының осон ҡырҡа. Йә, бына, 2015 йылда Мәскәүҙә ФСБ бинаһының ишегенә бензин һирпеп ут тоҡандыра... Был ҡылмышы өсөн ҙур ғына штрафҡа хөкөм ителә, әммә түләмәйенсә ҡаса - «...ижад кешеһенә ирек юҡ!» - тип һөйләнә-һөйләнә Франция хөкүмәте уға сәйәси ышыҡ бирә. П.Павленский уларҙың үҙҙәрен ҡыҙыҡ итте - ошо көндәрҙә Франция банкы бинаһына ут төрттө. Йәнәһе лә, был рәүештә ниндәйҙер нәфис образ һәм символ булдыра. Француздар «ижад ирке» тураһында үҙ хәбәрҙәрен йәһәт онотоп, Павленскийҙы психиатрия дауаханаһына бикләп тә ҡуйҙылар.

«Башинформ» агентлығы Краснокама районының Аҡтанышбаш ауылы фер-маһындағы ҡурҡыныс хәл тураһында хәбәр итте. Ике йөҙләп баш һыйыр малы бикләнгән көйөнсә аслыҡтан тилмерешеп тора, ике тиҫтәләп үлгән мал мәйеттәре тәгәрәшеп ята, ти... Баҡһаң, банкротҡа ҡалған «1 Май» ауыл хужалығы кооперативы былтырҙан эш хаҡы түләмәгәс, хеҙмәткәрҙәр ҡасышып бөткән, малҡайҙарҙы ҡарарға кеше бөтөнләй ҡалмаған тиерлек. Ундайҙар табылһа ла, күгәргән бесәндән башҡа ашатыр бер ни юҡ икән. Малдар - банктарҙың залогында, шуға ла һатып йә һуйып булмағандыр.

БР Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғ-лүмәттәре буйынса, вахта менән рес-публиканан ситтә эшләүселәр һаны 10 процентты үтеп киткән. Йәғни, һәр унын-сы кеше заман һөргөнөнә һөрөлөргә мәжбүр. Ундайҙар айырыуса Пермь кра-йы, Свердловск һәм Ырымбур өлкәләре менән сиктәш райондарҙа күп икән. Себер
«гастарбайтерҙары» беҙҙә байтаҡ булып тойолһа ла, Учалы был йәһәттән иң имен төбәктәрҙең береһе булып иҫәпләнә икән!

Хәҙер ЗАГС-та теркәлһә теркәлә, теркәл-мәһә юҡ, йәштәр никах уҡыта ла, бергә йәшәп китәләр. Тик шуныһы бар инде - дәүләт һәм закон күҙлегенән бындай пар тулы хоҡуҡлы ғаилә түгел. РФ Дәүләт Думаһы депутаты Вла-димир Сысоев Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индереп, сиркәүҙә теркәлгән никахтарға ла хоҡуҡ көсө бирергә тәҡдим итә. Православие руханиҙары бындай алымды ғәмәлгә индерә ала икән, моғайын, мәсеттә бирелгән таныҡлыҡ-тар ҙа ситтә ҡалмаҫ.

Революцияның 100 йыллығы айҡанлы Кеше хоҡуҡтары буйынса РФ Президенты советы күләмле амнистия тураһында документтар әҙерләй. Ҡыҙыҡ, теүәл бер быуат элек Ва-ҡытлыса хөкүмәт дөйөм амнистия үткәргән була, төрмә-һөргөндәрҙәге тотҡондар һаны 75 процентҡа кәмей. Халыҡ «Керенский ҡош-соҡтары» тип атаған был әҙәм әтрәғәләмдәре шундуҡ енәйәтселеккә тотона. Илдәге хәлдәр тамам күсәрҙән ысҡыныуҙа тап уларҙың да ро-ле бик ҙур.
Үҙәк матбуғатты һәм интернетты файҙаланып, Илфат ЯНБАЕВ әҙерләне.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Ҡысытмаған урынды тырнау беҙҙең илгә генә хас түгел. Украина президенты яңы законға ҡул ҡуйҙы - уҡыусы ниндәй генә милләт кешеһе булмаһын, 5-се... Тотош уҡырға
Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Бер төркөм АҠШ сенаторҙары рәсми рәүештә Халыҡ-ара футбол федерацияһына мөрәжәғәт итте. 2018 йылғы донъя чемпионатын Рәсәйҙә үткәреүҙе тыйыуҙы талап... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Япондар Курил утрауҙарына болашыуҙан туҡтамай. Дәғүәләрҙән ялҡыптыр инде, Рәсәй хөкүмәте ҡыҙыҡ итте үҙҙәрен. Японияға яҡын урынлашҡан ныҡ бәләкәй,... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
Рәсәй хөкүмәтенең иң сәйер ҡарары - «Алыҫ Көнсығыш гектары» тураһында закон былтырҙан ғәмәлдә. Әммә быйылғы 1 февралдән генә 1 гектар бушлай бирелгән... Тотош уҡырға
Был донъяла  ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
* РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы ни бары сентябрь айында ғына яһаған прогнозы буйынса быйыл доллар курсы 35,67, киләһе йыл - 37,7 һум булырға тейеш... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.