» » Туберкулез - мәкерле сир

Туберкулез - мәкерле сир24.10.2017

Туберкулез - мәкерле сирТуберкулез нәҫелдән бирелгән ауырыу түгел, ә шулай ҙа ғаиләлә сирле булған осраҡта, бер-береһенән йоҡтороп ҡалған кешеләрҙең дә ауырыуы мөмкин.
Туберкулез таяҡсалары асыҡ һауала үрсемәһә лә, зарарлау көсөн оҙаҡ юғалтмай. Ультрафиолет нурҙары, эҫе һыуҙа ҡайнатыу, 5 процентлы хлорамин бер нисә минут эсендә туберкулез таяҡсаларын юҡ итһә, бысраҡ, йыуылмаған, елләтелмәгән бүлмәләрҙә улар йылдар буйы һаҡланырға мөмкин.
Сир күп осраҡта ауырыу кешенән йоға: йүткергәндә, сөскөргәндә, һөйләшкәндә һауа аша һау кешенең тын юлдарына үтеп инеп, үпкәне, ҡан аша таралып, башҡа органдарҙы ла зарарларға мөмкин. Зарарланған кеше оҙаҡ дауаланмаһа, үпкә шешә, тишелә. Флюорография үткәреү, туберкулин пробаһы (Манту пробаһы) ҡуйыу, туберкулезға ҡаршы вакцинация - балаларҙы һәм өлкәндәрҙе туберкулездан ҡурсалауҙың тәүге аҙымдарының береһе. Шуға ла сәләмәтлегегеҙгә битараф булмағыҙ, даими медицина тикшереүе үтергә онотмағыҙ.
Ҡала-районыбыҙҙа туберкулезға бәйле хәлдәрҙе белеү маҡсатында бөгөн беҙ Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының фтизиатр-пульмонологы Марат Сәлиховҡа мөрәжәғәт иттек.
- Марат Мәжит улы, туберкулез менән кемдәр аурый?
- Туберкулез - мәкерле сир. Нигеҙҙә, күберәк алкоголь эсемлектәр менән мауығыусылар, тәмәкеселәр, асарбаҡтар, йәш үҫмерҙәр, ауырлы ҡатындар, йәш балалы әсәләр, илдән-илгә күсеп йөрөүселәр, хроник сирлеләр ауырый. Сирҙе йоҡтороу мөмкинлеге булған хәүеф төркөмөнә шәкәр сире, тын алыу юлда-ры сирҙәре, гастрит, сей яра, гепатит, ашҡаҙан-эсәк юлдары ауырыуҙары менән яфаланыусылар һәм прививкаланмағандар инә. Кемдең иммунитеты ныҡ, улар бирешеп бармай.
- Был «шаҡшы» сир ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң?
- Туберкулез боронғо сир. Мысыр мумиялары табылған археологик ҡаҙыныу эштәре уларҙа умыртҡа һөйәге туберкулезы булыуын асыҡлай. Гректар уны phtisis, йәғни ябығыу, сихут тип атай. Был сир хәҙер донъяла кешенең һәм хайуандарҙың киң та-ралған ауырыуы бу-лып иҫәпләнә. Йыл һайын туғыҙ миллион самаһы яңы ауырыу теркәлә, шуларҙың өс миллионы вафат була. Төбәгебеҙҙә, иһә 90-сы йылдар башында уның менән сирләүселәр ҡырҡа күбәйә. Быға тәү сиратта илдең имен булмаған иҡтисади хәле йоғонто яһай. 2000 йылдарҙа ауырыуҙар һаны кәмей башлай.
- Төбәгебеҙҙә туберкулезға бәйле хәлдәр нисек?
- Ҡала-районда туберкулез буйынса эпидемиологик хәл имен, тип баһалана. 2016 йылда 100 мең кешегә - 26,5 кеше тура килгән. Республикала - 38,5, Рәсәй буйынса - 53,4. Йәғни төбәгебеҙҙә былтыр 19 сирле асыҡланған, 2015 йылда 20 кеше булған. Нигеҙҙә 18-50 йәшлектәр ауырый, уларҙың - 74 проценты ирҙәр. Йыл һайын ВИЧ+туберкулез менән сирле 1-2 кеше асыҡлана, 2012 йылда алты ауырыу иҫәптә торған, 2016 йылда 5-әү ҡалған. Йыл һайын ВИЧ+туберкулездан 1-2 кеше үлә (2103 йылда 3 сирле үлгән). Вафат булыусыларҙың барыһы ла тәртипһеҙ йәшәү рәүеше алып барған, хроник алкоголиктар, ҡаты сирҙәр менән яфаланыусылар. Уйлап ҡарағанда, уртаса Рәсәй һәм республика күрһәткестәрен алған-да (Рәсәйҙә - 53,4, БР - 38,7, Учалыла - 26,5) беҙҙә хәл ул тиклем ҡурҡыныс түгел. Әммә сирҙең аҙған мәлдә асыҡланыуы, ауырыуҙың дарыуҙарға бирешмәүе хәүефлән-дерә. Мәҫәлән, бер кешене туберкулездың ауыр формаһынан дауалау өсөн 3 миллион һум аҡса талап ителә. Әгәр ҙә 2012 йылда туберкулездың асыҡ формаһы менән сирлеләрҙең 17,9 проценты яфаланһа, 2016 йылда уларҙың нисбәте 28,6 процентҡа артҡан. Шуныһы аяныслы - был кешеләр ҡалғандарға ҡурҡыныс тыуҙыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2015 йылда иҫәптә - 5, 2016 йылда 15 сирле торһа, 2017 йылдың 9 айы эсендә 18 кеше булған. 18 кешенең 10-ы - төрмәнән ҡайтҡан.
- Ни өсөн сир тәүҙә үпкәләрҙе зарарлай?
- 95 процент осраҡта инфекция тап тын алыу юлдары аша инә. Һөҙөмтәлә, ошо рә-үешле йоғошло сир шундуҡ үпкәләргә эләгә.
- Туберкулез нисек йоға һәм уны нисек белергә?
- Үкенескә күрә, бер нисек тә айырып булмай. Туберкулез ОРВИ, ОРЗ, хатта киҙеү кеүек тә башланырға мөмкин. Әгәр ҡаҡырыҡ көслө бүленә, ҡан тө-көрөү, төнөн тирләү, йүтәл барлыҡҡа килә, ябыҡтыра, аппетит юғала икән, тимәк, кеше туберкулезға дусар булған. Шулай ҙа туберкулезды ябай ауырыуҙан айырыуҙың бер ысулы бар: пневмония булғанда ҡаҡырыҡ еҫле булһа, туберкулезда бер ниндәй еҫ юҡ. Ауырыу сире аҙған кешенән генә йоғорға мөмкин, әгәр ҙә ауырыу йүтәлләй һәм ҡаҡырыҡ төкөрә башлаһа, сир йоҡтороу хәүефе арта. Шулай уҡ зарарланған аҙыҡ-түлек, был тәү сиратта һөт продукцияһы, шулай уҡ сирленең әйбере, һауыт-һабаһы, теш щеткаһы менән ҡулланғанда ла йоғоуы ихтимал.
- Вакцина профилактика сараһы булып торамы?
- Яман ауырыуға ҡаршы профилактик саралар сабый донъяға килгәс тә башлана. Балаға 3-4 көнлөк сағында уҡ БЦЖ вакцинаһы эшләнә. Ул 7 һәм 14 йәштә тағы ҡабатлана. Туберкулез таяҡсалары менән зарарланғанмы-юҡмы икәнлеген белер өсөн Манту пробаһы һалына. Был сара бер йәштән 18 йәшкә тиклем йыл һайын бер үк ваҡытта үткәрелә. Ваҡытында эшләнгән прививка баланы туберкулездың иң ауыр төрҙәренең береһе - туберкулез менингитынан һаҡлай, химиопрофилактик саралар сирҙең үҫеүен, таралыуын тотҡарлай. 15 йәштән өлкәнерәктәр йыл һайын флюорографик тикшереү үтергә тейеш. Яҡшы ашау, йоҡлау, алкоголь, тәмәкенән баш тартыу, спорт менән шөғөлләнеү күп төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлай.
- Флюорография үтеүҙең файҙаһы бармы?
- Әлбиттә, һис шикһеҙ. Сир башта бер нисек тә үҙен белдертмәй. Тап ошо осраҡта флюорографик тикшереү уны асыҡларға ярҙам итә лә инде. Кеше йылына бер тапҡыр күкрәк ситлеген рентген аша ҡаратырға тейеш. Оҙайлы күҙәтеүҙәр шуны иҫбатлай, сирҙең аҙған формаһы нигеҙҙә ике йылдан ашыу флюорография үтмәгәндәр араһында асыҡлана. Флюорография бушлай үткәрелә, үҙәк ҡала дауаханаһында ренгент кабинеты 08.00 сәғәттән 15.30 сәғәткә (төшкө тәнәфес 13.00-14.00 сәғәткә тиклем) тиклем эшләй, үҙең менән паспорт ҡына алырға кәрәк. Флюорография үткәс, талон бирелә, уны киләһе тикшереүгә тиклем һаҡларға кәрәк. Ошо талон ярҙамында тиҙ арала флюроархивтан пленканы табырға мөмкин, ул 5 йыл буйы һаҡлана һәм үпкә ауырыуҙарын ваҡытында асыҡ-ларға ярҙам итә. Сәләмәтлегегеҙгә битараф булмағыҙ. Флюорография тикшеренеүен ваҡытында үтегеҙ!
- Туберкулезды тулыһынса дауалап буламы?
- Әгәр ҙә сирле табип ҡушҡанды теүәл үтәһә, һауығыуға ышаныс күбәйә. Дауаланыу сирҙең ниндәй стадияла булыуына ҡарап 8 айҙан 24 айға тиклем дауам итә.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Шеш яман булмаҫ, ваҡытында асыҡлағандаШеш яман булмаҫ, ваҡытында асыҡлағанда
Медицина алға киткән заман булһа ла, күптәр яман шеш тигән һүҙҙе ишетеү менән ҡалтырап төшә. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса,... Тотош уҡырға
Мәкерле «сихут» сиреМәкерле «сихут» сире
Туберкулез - иң боронғо ауырыуҙарҙың береһе. Ул меңәрләгән ғүмерҙәрҙе ҡыйған афәт. Был сир тураһында белешмәләр боронғо китаптарҙа яҙып ҡалдырылған,... Тотош уҡырға
Мәкерле сирҙән һаҡланығыҙМәкерле сирҙән һаҡланығыҙ
Грипп - тын алыу юлдарының көслө йоғошло ауырыуҙарының береһе. Вирустарҙың 100-ҙән ашыу төрө араһында A , В, С вирустары ғына киҙеүҙе тыуҙыра. Ҡыҫҡа... Тотош уҡырға
Нисек ҡотолорға?Нисек ҡотолорға?
«Учалы ҡалаһында йәмғиәтте һауыҡтырыу механизмын булдырыу» тигән девиз аҫтында район хакимиәте эргәһендәге ведомство-ара кәңәшмә үтте. Бында сирҙе... Тотош уҡырға
«Сихут» сире«Сихут» сире
Туберкулез - борондан килгән ауырыу. Быны археологик ҡаҙылмалар һәм яҙма документтар дәлилләй. Мәҫәлән, беҙҙең эраға тиклем көн иткән, табылған ун... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.