» » Икмәк булһа, йыр ҙа була

Икмәк булһа, йыр ҙа була27.10.2017

Икмәк булһа, йыр ҙа булаИкмәк булһа, йыр ҙа булыр, тиҙәр. Быйыл иһә мотлаҡ йырларға тейешбеҙ. Респуб-лика аграрийҙары баҫыуҙарынан мул уңыш йыйып алды, иң мөһиме - районыбыҙ игенселәре лә һынатманы. Республика кимәлендә яҡшылар рәтендә. Һөнәри байрамдарын ауыл хужалығы эшсәндәренең яҡты йөҙ һәм яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡаршы алыуы беҙҙең өсөн дә ҡыуаныслы күренеш. Учалылар икмәк менән үҙҙәрен тулыһынса тәьмин иткән. Башҡа культураларҙы ла ауыл эшсәндәре етәрлек күләмдә туплаған.
Байрам алдынан йылдағыса тармаҡ ҡаҙаныштарын барлау маҡсатында Учалы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Арслан Нәзир улы Шәғәретдинов менән әңгәмәләштек.
- Ауыл хужалығы көнөн күтәренке кәйеф менән ҡаршылайбыҙ. Ураҡ эштәре та-мамланды, район аграрийҙарының эшен нисек баһалайһығыҙ? 
- Районда алты ауыл хужалығы предприятиеһы эшләп килә, уларҙың дүртәүһе малсылыҡ продукцияһын етештереү менән шөғөлләнә, 123 крәҫтиән-фермер хужалығы һәм 13 меңдән ашыу шәхси хужалыҡ иҫәпләнә. Районда 24931 баш һыйыр малы бар, уның 2702 башы - ауыл хужалығы предприятиеларында, 1534-е - крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында һәм 20695-е - шәхси хужалыҡтарҙа. Йылҡы һаны - 5539, ауыл хужалығы предприятиеларына - 1397, КФХ-ға - 1492, шәхси хужалыҡтарға 2650 баш тура килә. Һарыҡ менән кәзә - 21944 баш һанала. Мал аҙығы әҙерләүҙе һәм иген йыйыуҙы ваҡытында тамамланыҡ, куль-туралар ҡырҙа ятып ҡалма-ны. Игенселәргә, афариндан башҡа әйтер һүҙем юҡ. Һауа шарттары ла бик уңай килде, юғиһә, быға тиклем комбайндар һуғырға төшһә, йә ямғыр яуып ыҙалата, йәиһә ваҡытһыҙ ҡар төшөп игенде юҡҡа сығара торған ине.  
12810 тонна бесән (план буйынса 8100 тонна), 38318 тонна сенаж, 7940 тонна силос һәм 12000 тонна иген фуражы тупланған. Малдарға ҡышҡылыҡҡа етерлек аҙыҡ әҙерләнгән, ҡышты яҡшы сығыр өсөн 31 центнер аҙыҡ берәмеге кәрәк. Әлеге мәлдә уртаса бер башҡа 32,4 центнер тура килә, йыл ярымлыҡ за-пасыбыҙ бар.
Иген культуралары 13469 гектар майҙанда һуғылды (688 гектары ужым баҫыуҙары) 25582 тонна иген йыйылды. Һуңғы тапҡыр ошо күләмдә 2011 йылда уңыш йыйып алғайныҡ, ул ваҡытта сәсеү майҙандары ла ҙур ине.
Уртаса алғанда уңдырыш-лыҡ 20 ц тәшкил итә. Бойҙай гектарынан уртаса - 21 ц, һо-ло - 25 ц, арпа 22 ц бирҙе. Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа гектар ҡеүәте тағы ла күберәк булды. Мәҫәлән, «Байрам-ғол» агрофирмаһында уртаса уңыш - 25,1, «Юлдаш» йәм-ғиәтендә - 26,4 ц, «Күмәс-Агро» йәмғиәтендә - 20,5 ц. Айырым баҫыуҙарҙы һәм хужалыҡтарҙы алғанда ла уңыш төрлөсә, Илсенән - «Кәримов», Ахундан - «Осҡон» хужалыҡтары арпа баҫыуынан гектарынан 50 ц уңыш алды. Төбәгебеҙҙә күптән түгел үҫ-терелә башлаған тритикале юғары уңыш менән ҡыуан-дырҙы. Байрамғолдар гекта-рынан - 29,2 ц йыйып алһа, «Аҡҡужа» КФХ-һы һуңғы ун йылға рекорд ҡуйҙы - 69,66 ц. Еңел автомобиленә генә һалып килтергән орлоҡтан 40 тоннанан ашыу уңыш алды. Арышы ла яҡшы - уртаса 30 ц.
- Яҡшы уңыш алыуҙың сере һауа торошона ғына бәйлеме һеҙҙеңсә?
- Төрлө хужалыҡтарҙа уңыш төрлөсә. Ергә яҡшы мөнәсәбәт булған, бар эштәр технологияны күҙәтеп, уңайлы агротехник мөҙҙәттә үтәлгән урындарҙа, әлбиттә, уңыш та юғары. Шуға ла һауа торошо уңайлы булмаһа ла, технологияларҙы теүәл үтәгәндә мул ғына уңыш йы-йып алырға мөмкин. Әлеге мәлдә, баҫыуҙарынан яҡшы уңыш алған аграрийҙар былтыр көҙҙән уҡ буласаҡ уңыштарына нигеҙ һалып ҡуйҙылар. Шуға ла, әгәр киләһе йылда ла игенең үҫһен өсөн хәҙерҙән үк әҙерлек эштәрен башларға кәрәк. Мәҫәлән, «Аҡҡужа»ны ғына алайыҡ, улар парға ҡал-дырылған ерҙәрен эшкәртеп сәсеп отошҡа сыҡты. Ужым игендәренән, нигеҙҙә, ошо рәүешле юғары уңыш үҫтереп алырға була. «Кәримов» хужалығы иһә бер нисә йыл рәттән картуф сәселгән баҫыуына арпа сәсеп яҡшы һө-ҙөмтәләргә иреште.
Баҫыуҙа иген культура-ларын алмаштырып сәсеү системаһын ҡулланыу ыңғай һөҙөмтә бирә. Һәм, әлбиттә, күреүебеҙсә йыл да игенселәр өсөн уңай килде.
- Тритикале тураһында күптән һөйләйбеҙ, әммә был культура-ға ниңәлер артыҡ әһәмиәт бирмәйҙәр.
- Беҙҙең халыҡ артыҡ шик-сел, үҙ күҙе менән күрмәй, тотоп ҡарамай ышанып бар-май. Хужалыҡтар тәүҙә се-минарға барып, культураның нисек өлгөргәнен үҙ күҙҙәре менән күреп, тос башаҡтарын ҡулдарына алып ҡарағандан һуң ғына ҡыҙыҡһындылар. Һөҙөмтәһе булғас, хәҙер иһә башҡалар ҙа үҫтерергә ниәтләне. Мәҫәлән, агрофирма менән «Аҡҡужа» КФХ-һы сәсеү майҙанын ҙурайтты, «Юлдаш» йәмғиәте менән «Садыҡов» кәрҫтиән-фермер хужалығы тәүгә сәсәсәк.
- Был иген культураһы нимәһе менән отошло?
- Тритикале бойҙай ме-нән арыш гибриды. Исеме лә шунан килеп сыҡҡан: бой-ҙайҙың латинса исеменән («тритикум») беренсе өлө-шөн һәм арыштың («секале») икенсе өлөшөн алып ҡуш-ҡандар. Тритикале нигеҙҙә мал аҙығы культураһы, әм-мә унан икмәк тә бешерә-ләр, кондитер әйберҙәре лә етештерәләр. Күптәр, был культураны һатыу мәшәҡәтле, тигән фекерҙә, ләкин мин улар менән килешмәйем. Мәҫәлән, күрше Әбйәлил ра-йонының «Ҡыҙыл Башкирия» хужалығы күптән тритикале үҫтерә. Былтыр игендәрен Буранный элеваторына кило-грамын һигеҙ һум менән тап-шырҙылар, бойҙай менән бер хаҡта тиерлек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпме генә тырышһаҡ та, төбәгебеҙҙә яҡшы сифатлы бойҙай үҫтереү мөмкинлеге юҡ беҙҙең климат тура килмәй. Барлыҡ технологияларҙы еренә еткереп үтәгән хәлдә лә күп тигәндә 3-сө класлы буласаҡ. Фураждан башҡа бер нимәгә лә ярамай. Тритикале иһә мал аҙығына ла яҡшы, сифаты буйынса бойҙайҙан ҡалышмай. Мәҫәлән, арышты малға ҡушып бирергә кәрәк, ә тритикале яҡшы эшкәртелә, уны үҙен генә лә ашатырға мөмкин.
- Ят культураларҙы үҫтереү тәжрибәһе лә бар шикелле?
- «Учалы МТС-ы» 85 гектар рыжиктан (шипкән) ярайһы уңыш алып килемле хаҡҡа һатты. Быйыл иһә 136 гектар ужым шипкәне сәсте, ҡышты имен-аман сыҡһа, майҙанын тағы ла ҙурайтырҙар бәлки. Хәҙерге ваҡытта бөртөк-лө культураларҙың хаҡы төштө. Шуға ла киләсәктә май культураларын үҫтереү отошло буласаҡ. Ни өсөн тигәндә, уларҙы яғыулыҡ, буяу изделиелары эшләгәндә файҙаланалар. Ошо рәүешле техник үҫемлектәр һәр ваҡыт ҙур һорау менән ҡулланасаҡ, хаҡтары ла юғары буласаҡ. Мәҫәлән, рапс быға тиклем дә 19-20 һум булды, әле лә ошо хаҡ менән ҡабул ителә. Ә ҡасандыр 20-25 һум торған ҡарабойҙай, бөгөн килеп - 8 һум, айырма күренә. Ғөмүмән, иген ни тиклем күберәк, уның хаҡы ла шул тиклем түбән. Май куль-туралары талымлы үҫемлек түгел, тиҙ ерегәләр, һыуыҡҡа бирешмәй. Ҡышҡыһын май культураларын үҫтереү технологияһын өйрәнеү бу-йынса семинарҙар, төрлө уҡыуҙар ойошторорға уй-лайбыҙ.
- Ҡарабойҙай быйыл аграрийҙарҙы ныҡ һынаттымы?
- Районыбыҙҙа ҡарабойҙай 3 мең гектарҙа үҫтерелә. Өс йыл рәттән уға хаҡ юғары булды. Йыл да яҡшы уңыш алып килдек, өҫтәүенә был культураны үҫтереү артыҡ ҡатмарлыҡтар тыуҙырмай ине. Быйыл иһә уңыш хөрт булды, гектарынан 8 ц ғына бирҙе. Аҡсаны төрлө валютала һаҡларға кәрәк, тигән кеүек, хужалыҡтарға ла культураларҙың төрлө-һөн үҫтерергә кәрәк, берәү менән генә сикләнеп ҡалырға ярамай. Сөнки береһе үҫеп, икенсеһе үҫмәҫкә лә мөмкин, «хәүефһеҙлек мендәре» һәр саҡ булырға тейеш. Беҙҙә күп йыллыҡ үләндәрҙе орлоҡҡа үҫтереү уңышлы бара, ошо йүнәлештә эшләгән хужалыҡтарыбыҙ ҙа, белгестәребеҙ ҙә бар. Мәҫәлән, люцернаны күп райондар үҫтерә алмай, ә беҙ үҫтерәбеҙ. Шуға күрә төбәгебеҙҙә рапс, рыжик, сурепицаны үҫтереүҙең ҡатмарлыҡтарын күрмәйем.
- Ужым культуралары ниндәй майҙанды биләй?
- 18 октябргә алынған мәғ-лүмәттәр буйынса 1450 гектар ужым культуралары сәселгән. Ужым арышы - 930 га, тритикале - 287 га, ужым бойҙайы - 87 га, ужым шипкәне (рыжик) 146 га биләй.
- «Байрамғол агрофирма-һы»ның Ураҙ комплексын тулыландырыу нисек бара?
- Уральск комплексы тулы көскә эшләй, унда һауын һыйырҙары тора. Ураҙ комплексында әлеге ваҡытта йәш мал аҫрала, план буйынса беҙ уны мотлаҡ һауын һыйырҙары менән комплектларға тейеш-беҙ. Был эш киләһе йылға атҡарыла башлаясаҡ.
- Ғөмүмән, малсылыҡ тармағында берәй үҙгәрештәр көтөләме?
- Дөрөҫөн әйткәндә, малсылыҡ тармағында мотлаҡ тәр-тип булдырырға кәрәк, был ауыл хужалығы предприятиеларына ғына түгел, шәхси хужалыҡтарға ла ҡағыла. Районда берәҙәк малдар күп, хужалары көтөүгә ҡыумай, ҡайҙа теләйҙәр, шунда йөрөйҙәр. Уларҙың иҫәбе лә алып барылмай. Шуға күрә, киләһе йылдан малдарҙы биркалау, тамға һуғыу йә чип ҡуйыуҙы етди контролгә аласаҡбыҙ. Бе-рәй хәл була ҡалһа, шундуҡ хужаһы яуап бирәсәк.
- Төбәгебеҙҙә балыҡ үрсетеүгә нисек ҡарайһығыҙ?
- Эште дөрөҫ алып барғанда балыҡ үрсетеп яҡшы табыш алырға мөмкин. Был тәңгәлдә эшҡыуар Рәшит Ҡауыев уңышлы эшләп килә. Быйыл өс йәш кеше ер алып, балыҡ үрсетеү менән шөғөлләнер-гә уйлай. Башланғыстары уңышлы булһын, тип теләйбеҙ. Ураҙ комплексы эргәһендәге Талышман күлен файҙаланыуға алып, 20 гектар майҙанда бағыр (форель) үрсетеүгә тотондолар. Ите ҡиммәтле, юғары сифатлы булып һанала.
- Арслан Нәзир улы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Әлиә ДАУЫТОВА.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе үҫтерә, бер үлән һабағы үҫкән ерҙә икене үҫтерә, ул кешегә барлыҡ ғаләм рәхмәтле булыр», - тип яҙып... Тотош уҡырға
Ҡояш кәрәк, ҡояшҠояш кәрәк, ҡояш
Был аҙнала районда ураҡ эштәре старт алды. Беренсе булып «Күмәс-Агро», «Юлдаш», «Байрамғол» агрофирмаһы», «Урал аръяғы-Агро» МТС-ының Учалы филиалы... Тотош уҡырға
Уңыш йыйыу мәле етәУңыш йыйыу мәле етә
Район хакимиәтендә хакимиәт башлығы, ауыл хужалығы бүлеге белгестәре, хужалыҡтар етәкселәре ҡатнашлығында уҙған семинар-кәңәшмәлә быйылғы иген уңышын... Тотош уҡырға
Урып-йыйыу  тамамландыУрып-йыйыу тамамланды
Быйыл район хужалыҡтарының ураҡ эштәрен иртә тамамлауҙары барыбыҙ өсөн дә көтөлмәгән хәл, әлбиттә. Быға тиклем мөһим кампания сентябрь аҙағынаса... Тотош уҡырға
Мал аҙығы әҙерләү ҡыҙыу бараМал аҙығы әҙерләү ҡыҙыу бара
Малсылыҡ тармағы өсөн иң мөһим осор етте - районда мал аҙығы әҙерләү кампанияһы ҡыҙғандан-ҡыҙа. Һуңғы арала яуып үткән ямғырҙар үләнгә һиҙелерлек... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.